БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.18K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр өсөн тағы бер шәхси пансионат булдырыла

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр итә. Пансионат Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында урынлаша. Ул 70 кешегә иҫәпләгән. Бөгөн Башҡортостанда өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн биш шәхси пансионат эшләй. Улар Мишкә районы Ирсай, Кушнаренко районы Шәрип, Ғафури районы Табын һәм Татар Һаҫыҡкүле, Иглин районы Пушкинский ауылдарында булдырылған.
Батып барған ҡыҙ баланы ҡотҡарған уҡыусыны миҙал менән бүләкләнеләр

Бәхетһеҙ осраҡ сентябрҙә Нефтекамала була. 7-се класс уҡыусыһы Ярослав Юламанов ҡыҙ баланың быуаға инеп бата башлағанын күреп ҡала. Ул һыуға һикереп, ҡыҙҙы ҡотҡара. Ярға сығырға дуҫы ярҙам итә. Ярослав Юламановҡа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының "Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" тигән наградаһы тапшырылды.
1
Башҡортостанда ике яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Улар Белорет районы Тирлән һәм Иглин районы Оло-Теләк ауылдарында булдырылды. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Тирлән ауылындағы иҫке бина 100 йыл элек төҙөлгән булған. Хәҙер бында бер ҡыйыҡ аҫтынды мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана урынлашҡан, - ти Республика Башлығы. Ошондай уҡ объект Оло Теләктә асылды. Социаль-мәҙәни үҙәктәр "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса төҙөлгән.
Башҡортостанда 12 меңдән ашыу "Почетлы донор" бар

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итеүенсә йыл һайын был федераль наградаға беҙҙең республиканан 500 донор лайыҡ була. - Беҙҙең ҡан тапшырыу хеҙмәте алдынғы технологиялар ҡуллана, эш яҡшы кимәлдә ойошторолған. Донорҙарға ҙур рәхмәт, - ти Максим Забелин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Бер быуат элек төҙөлгән иҫке бина урынына яңыһын республика етәксеһе төбәккә эш сәфәрҙәренең береһендә вәғәҙәләгәйне. Үҙәктә төрлө түңәрәктәр һәм ижади берекмәләр эшләйәсәк мәҙәниәт йорто, сәнғәт мәктәбе һәм китапхана урынлашҡан. Сәхнә һәм уңайлы тамашасылар залы, гример бүлмәһе, тренажер залы бар.
👍1
Өфөлә "Терра Ҡыш" фестивале ваҡытында ҡайһы бер урамдарҙа машина йөрөшө сикләнә

Байрам саралары 31 декабрҙә башлана. Совет майҙанында яңы йылды ҡаршы алалар. 1 ғинуарҙа "Вәғәҙәләр йүгереше", 2-еһендә"Ҡышҡы һабантуй", 3-өндә "Ҡарһылыуҙар парады" була. Был саралар үткән ваҡытта Пушкин, Ленин һәм Коммунистик урамдар өлөшләтә ябыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның күсмә ултырышын уҙғарҙы

Тәүмаҡсат - Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Шишмә районындағы «Патриот» паркында Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның күсмә ултырышын уҙғарҙы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, әле мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында Яңы йыл тамашалары үтә. Район-ҡалаларҙа боҙ ҡаласыҡтары эшләнгән. Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды. Байрам сараларында ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Халыҡ күпләп йыйылған урындарға иғтибар һәм контроль көсәйтелә. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы 2024 йылға министрлыҡ-ведомство һәм оператив хеҙмәттәр эшмәкәрлегенә бурыстар ҡуйҙы.
Башҡортостанда "Ватан көсө" форумы уҙғарыла

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Форум киләһе йылдың апрелендә ойошторола. Был йыйын халыҡты берләштереү, республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итеү, быуындар араһында рухи бәйләнеште нығытыу маҡсатында үткәрелә.
Республикала эшҡыуарҙар һаны артҡан

Әле төбәктә 135 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле теркәлгән. Эшҡыуарҙарҙың күбеһе сауҙа һәм автотранспорт сараларын ремонтлау, төҙөлөш һәм эшкәртеү сәнәғәтендә шөғөлләнә. Быйыл 7 меңдән ашыу бизнес вәкиле яҡынса 6 миллиард һумға дәүләт ярҙамы алған. Бөгөн республикала эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәрҙә һәр дүртенсе кеше эшләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға тиклем ике көн ҡалды!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәсәғүттә балалар поликлиникаһы төҙөлөшө барышы менән танышты

Башҡортостанда бөгөн бер нисә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы асылды. Республика башлығы Радий Хәбиров Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһын, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахананы һәм Балаҡатай районының Урғалы ауылында табип амбулаторияһын асыуҙа видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров шулай уҡ бер нисә социаль һәм ауыл хужалығы объекттарында булды.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дыуан районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Мәсәғүт ауылында Башҡортостан башлығы Дыуан районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе мәрхүмдәрҙең ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм Валерий Курбатовтың ағаһына Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды

Ҡала кескәйҙәре өсөн - Яңы йыл бүләге. Баймаҡта 2021 йылда нигеҙ һалынған балалар поликлиникаһы асылды. Объект 5,8 мең квадрат метр майҙандағы өс ҡатлы бина «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекттар сиктәрендә сафҡа индерелде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа индерелде

Яңы йылды заманса социаль-мәҙәни үҙәк менән. Белорет районы Тирлән ауылында мәҙәниәт йортон, музыка-сәнғәт мәктәбен, ололар һәм балалар китапханаһын, ижади түңәрәктәрҙе, спорт секцияларын үҙ эсенә алған заманса объект сафҡа индерелде. Тирлән ауылы халҡын, объектты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы онлайн рәүештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Әйткәндәй, мәҙәниәт усағы тап Республика башлығы башланғысы менән төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙатты. Хеҙмәттәшебеҙгә ни бары 57 йәш ине. Күренекле журналист менән хушлашырға Башҡортостан башлығы хакимәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, башҡа рәсми вәкилдәр килде.
😢4
Башҡортостанда “Атайсал” проектында ҡатнашҡандар 1,3 миллиард һум йәлеп иткән

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, хәрәкәттә 5,3 мең кеше ҡатнаша, улар 22 меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырған. “Атайсал” 2021 йылда старт алды. Быйыл Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан меценаттар айырыуса әүҙем булған. Социаль объекттар ремонтлау һәм төҙөү, парктарҙы тәртипкә килтереү, фестивалдәр ойоштороу кеүек мөһим проекттар тормошҡа ашырылған. “Атайсал”да ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт. Ул беҙҙең берҙәмлек һәм көсөбөҙҙө сағылдыра”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Геройы Денис Чернавин Өфөнөң 128-се мәктәбендә уҡыусылар менән асыҡ дәрес үткәрҙе

Сарала авиация ветерандары ла ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Денис Чернавин илдең юғары наградаһы - «Алтын Йондоҙ» менән бүләкләнеүселәрҙең береһе.
1
Башҡортостан халҡы яңы йыл байрамдарында 10 көн ял итә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл эшләп йөрөгән халыҡ өсөн бөгөндән ҡышҡы каникул башлана һәм киләһе йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. Эш көнө, шишәмбе, 9 ғинуарҙа башлана. Раштыуаға тура килгән ялдар киләһе йылдың 10 майына һәм 31 декабренә күсерелә.
👍1
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм уның водителе дауаханаға һалынған

Уларға Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында ярҙам күрһәтелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәлдәре тотороҡло. Ҡариҙел районында үлемесле авария булды. 4 машина бәрелеште. Ике кеше һәләк булды. Йәрәхәтләнеүселәр араһында Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин бар.
Өфөлә яңы йыл байрамдарында поликлиникаларҙың эш тәртибе иғлан ителде

Медицина ойошмалары ял көндәрендә лә халыҡты ҡабул итә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөндән 8 ғинуарға тиклем поликлиникалар иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем асыҡ була. Табипты өйгә 16 сәғәткәсә саҡыртырға мөмкин. Травматология пункттары ғәҙәти тәртиптә эшләй. Яңы йыл каникулдары мәлендә медицина тикшеренеүе һәм диспансеризация ла үтергә була.
👎1
Өфө халҡы “Вәғәҙәләр йүгереше”ндә ҡатнаша

Спорт байрамы 1 ғинуарҙа уҙғарыла. Старт "Ҡунаҡһарай" сауҙа-күңел асыу комплексы янында 12-лә бирелә. Дистанция Яңы йыл иҫәбе буйынса, 2 мең 24 метрға иҫәпләнгән. Сараның маҡсаты – үҙеңә Яңы йылда ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында уға өлгәшеү. “Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә туғыҙынсыға ойошторола.