БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.09K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан Башлығы Евросоюздың сираттағы санкция исемлегенә индерелгән

Радий Хәбиров Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәйәсәтен хуплағаны, башҡорт батальондарын ойоштороу һәм Красный Луч ҡалаһында логистик үҙәк булдырыу өсөн яңыртылған исемлеккә эләккән. Предприятиеларҙан “Башҡорт электрон-телекоммуникация берекмәһе” һәм “Күмертау авиация етештереү компанияһы” бар. Быға тиклем республиканан машиналар эшләү, катализаторҙар етештереү һәм геофизика өлкәһендә мәшғүл алты предприятие Америка Ҡушма штаттар санкцияларына эләкте.
2024 йыл Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы була

Бөгөн Башҡортостан башлығы парламентҡа мөрәжәғәтендә ошо турала белдерҙе. “Замандаштарыбыҙға тормоштарын яҡшыртыу өсөн уңайлы мөхит булдырыу, технологиялар индереү мөһим. Хөкүмәт саралар планын әҙерләргә тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала 250 мең инвалид иҫәпләнә. Уларҙың 93 меңе хеҙмәт йәшендәгеләр.
Гөлнур Ҡолһарина: "Радий Хәбиров аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы"

“Радий Хәбировтың мөрәжәғәтендә республиканың киләһе йылға үҫеш планы билдәләнде, аныҡ маҡсаттар ҡуйылды”, - тип белдерҙе парламент депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Башҡортостан Башлығының парламентҡа мөрәжәғәте 1 сәғәт самаһы дауам итте. “Беҙҙең быуын өлөшөнә бөйөк бурыс – Рәсәйҙе яҡлау йөкмәтелеүе менән ғорурланырға тейешбеҙ” тип тамамланы телмәрен Радий Хәбиров. Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында йыллыҡ мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләр ҡарала. Тура эфирҙағы әңгәмә 18 сәғәт 15 минутта башлана.
🤔1🤮1
"Алға биләмәһе иң яҡшылар рәтендә

“Алға” махсус иҡтисад биләмәһе “Импортты алмаштырыу” номинацияһында илдә иң яҡшыһы тип танылған. Эксперттар Яңы булдырылған номинацияла тап Башҡортостанды билдәләргә ҡарар иткән. Республикала махсус хоҡуҡи статус һәм инвесторҙар өсөн льготлалы һалым режимы менән “Алға” иҡтисад биләмәһе 4 йыл эшләй. Әлеге көндә унда 61 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме һәм 2800-гә яҡын эш урыны булдырырға теләк белдергән 20 резидент теркәлгән.
Өфө халҡы Яңы йылды йүгереп ҡаршылай

2024 йылдың 1 ғинуарында теләгән һәр кем “Вәғәҙәләр йүгереше”ндә ҡатнаша ала. Йүгеректәргә 2 мең 24 метр ара үтергә кәрәк. Сараның маҡсаты –яңы йылда үҙеңә ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында ошоға өлгәшеү. “Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр ойошторола.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә

Мобиль пункттар барлыҡ ҡала һәм райондарҙа эшләй, унда йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
👍1👎1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2024 йыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде

2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Тәҡдимгә ярашлы инвалид кешеләр йәшәгән ғаиләләргә, балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һаулығына зыян килгән яугирҙарға күп яҡлы ярҙам сараларын ойоштороу күҙ уңында тотола.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев батальоны яугиры алғы һыҙыҡҡа килгән хат адресаты менән осрашты

Өфөнөң һаңғырауҙар һәм насар ишетеү-селәр өсөн 30-сы коррекция интернат тәрбиәләнеүселәре «Һалдатҡа хат» акцияһында ҡатнашҡан. «Симба» ҡушаматлы яугир уҡыусыларға хәрбиҙәрҙең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Һәр тәрбиәләнеүсе үҙенең яҡшы билдәләре, лайыҡлы тәртибе, алғы һыҙыҡҡа яҙған хаттары менән еңеүгә үҙ өлөшөн индерә, тип билдәләне Салауат Юлаев батальоны яугиры .
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә профсоюздар республика шыршы байрамы ойошторҙо

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы сағыу байрамға профсоюз ойошмаһы ағзалары балаларынан тыш, социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр һәм махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугир ғаиәләренән балалар ҙа саҡырылды.
1
Башҡортостан ашлыҡ һатыуҙы икеләтә арттырған

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 11 айҙа 23 төбәккә 461 мең тонна иген оҙатылған. Улар араһында Алтай крайы, Ҡырым, Татарстан, Новосибирск өлкәһе, Луганск халыҡ республикаһы бар. Рәсәй төбәктәренә бойҙай, арпа һәм көнбағыш эшкәртеүгә экспортлана. Сеймал лабораторияларҙа ентекле тикшерелә.
Еңеү өсөн берләштек, - ти Бүздәк халҡы

Ҡала һәм райондарҙа йәшәүселәр махсус хәрби операцияға ярҙам итә. Халыҡ яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ туплай, маскировка септәһе үрә, йылы ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләй. Бүздәк халҡы ла еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерә. Райондың “Сәхипьямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы вәкиле Фирүзә Буранғолова шулай тип белдерҙе.
Башҡортостанда грипп һәм һалҡын тейҙереп сирләгәндәр кәмегән

Уҙған аҙнала республика 29 мең кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Был һан ике аҙна элек булған күрһәткестән 8 процентҡа аҙыраҡ. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте төбәк идаралығынан белдереүҙәренсә, сирле бәләкәй пациенттар һаны кәмей бара. Ата-әсәләргә балаларҙа киҙеү асыҡланған осраҡта, мәктәпкә ебәрмәҫкә һәм табип саҡыртырға кәңәш ителә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөғжизәгә бай тамаша!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Яңы йыл шоуы тәҡдим итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны

2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Тәҡдимгә ярашлы, инвалид кешеләр йәшәгән ғаиләләргә, балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һаулығына зыян килгән яугирҙарға күп яҡлы ярҙам сараларын ойоштороу күҙ уңында тотола. Радий Хәбиров сығышында алдағы йылдарға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләп, йыл йомғаҡтарын барланы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарға өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй

Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операциялағы яҡташтарбыҙға өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй. Әле һәр ауыл клубында кис ултырыуҙар бара. Оҫталар шулай уҡ блиндаж шәмдәре лә эшләй. Бөрйәндәрҙең күңел йылыһы ҡушып әҙерләгән гуманитар ылауҙары тураһында репортаж.
👍43
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ростех корпорацияһының етештереү-уҡытыу үҙәге Башҡортостан заводтары өсөн белгестәр әҙерләй

Үҙҙәренә кадрҙар әҙерләп. Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһендә Ростех корпорацияһының етештереү-уҡытыу үҙәге Башҡортостан заводтары өсөн белгестәр әҙерләй. Был Рәсәйҙәге беренсе майҙансыҡ. Унда эшсе һөнәрҙәрҙен үҙләштереү буйынса заманса программа тормошҡа ашырыла
👍3
“Башҡорт ихаталары” программаһы киләһе йылда ла ғәмәлгә ашырыла

Был турала Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. “Халыҡ проектҡа бик рәхмәтле һәм төҙөкләндереүҙе дауам итеүҙе көтә” - тине Республика Башлығы. Башҡортостанда киләһе йылдан тағы бер программа - “Башҡорт йорто” проекты тормошҡа ашырыла башлай. Радий Хабиров Республика Хөкүмәтенә 1 апрелгә тиклем концепция программаһын һәм финанс мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты.
Рәсәйҙә Яңы йыл байрамдарында сикләү һәм битлек тәртибе булмай

Баш санитар табип Анна Попова шулай тип белдерҙе. Илдә грипп һәм тын юлдары менән ауырыуҙары менән сирлеләр һаны артыуы күҙәтелә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә күрһәткестәр юғары ҡала. Башҡортостанда сирлеләр һаны кәмеүе теркәлгән, тип белдерҙеләр Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан. “Ҡышҡы каникулға бәйле сикләүҙәр булмай, ләкин шәхси санитар-гигиена профилактикаһын онотмаҫҡа кәрәк”, - тип иҫкәртте Анна Попова.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө программистары милли технологиялар конкурсында еңеү яулап 100 миллион һумлыҡ призға лайыҡ булды

Башҡортостан командаһы составында өс кеше - Сәлим Байгилдин, Илназ Фәтҡуллин,Тимур Иҙрисов. Улар өсөһө лә республикалағы юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Егеттәр юғалған кешеләрҙе эҙләү буйынса программа әҙерләгән. Ошо маҡсатта улар 6 мең мәғлүмәтте, йәғни фотоһүрәттәрҙе һәм кординаталарҙы үҙ эсенә алған күләмле база туплаған. Нейроселтәр ярҙамында пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланып юғалған кешеләрҙе табып була.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Торатау итәгендә Ҡыш бабай ауылы асылды

Шихан ауылында урынлашҡан Ҡыш бабай тирмәһендә БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍1👎1
Башҡортостанда Бөрө йылғаһы аша күперҙә капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша

Мишкә районында 33 метрлыҡ объект ремонтлана. Бының өсөн 30 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. “Күпер халыҡ өсөн кәрәк. Ул Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлы аша ята. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары күрше төбәктәр менән тоташтырыла,” - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла.