БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8.01K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иң яҡшы табиптар билдәләнде

Быйыл исемлектә 200-ҙән ашыу кеше. Йылдың иң яҡшы белгестәре медицинаның төрлө йүнәлеше - онкология, психиатрия, хирургия, гинекология һәм башҡа өлкәләрҙә билдәләнде. Йыл һайын ойошторолған оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусылар республика һәм федераль кимәлдә көсөн һынай. Башта табиптар үҙ медицина ойошмаһында баһалана, артабан абруйлы исем өсөн республика кимәлендә көрәшә. Ә беренсе урын алыусылар ил кимәлендә Башҡортостан данын яҡлай.
Башҡортостанда хеҙмәттәр сифатына бәйле йыш теркәлгән дәғүәләр аталды

Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡлап һатыу өлкәһенә халыҡтан күп ялыуҙар теркәлгән. Аҙыҡ-түлек, банк һәм страховка хеҙмәттәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү, йәмәғәт туҡланыу сифатына дәғүә белдергәндәр. Башҡортостанда “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау” программаһы ҡабул ителгән. Уның буйынса алдағы биш йылда 1,12 миллиард һум бүленә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң йәш граждандарына тәүге рәсми документ тапшырылды.

Өфөнөң йәш граждандарына тәүге рәсми документ - Рәсәй гражданины паспорты тапшырылды. Рәсәй Конституцияһын ҡабул итеү көнө уңайынан уҙғарылған тантана баш ҡаланың һәр районында ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Азамат Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған кисә үтте

Хәтер һәм ҡәҙер. «Уҡытыусы һәм остаз йылы» сиктәрендә Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Ул шәхестең рухын хөрмәтләүгә арналды.
Стәрлетамаҡ һәм Салауат|сәнәғәт ойошмалары һауаны бысратыуҙы кәметә

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Таҙа һауа” федераль проекты белгестәре менән осрашыу үткән. 2030 йылға тиклем төп сәнәғәт ойошмалары экологияны яҡшыртыу буйынса саралар күрергә ниәтләй. Таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу, етештереүҙе үҙгәртеп ҡороу өсөн 12 миллиард һум тотонола. Өфөлә быйыл апрелдә Экология форумы барышында сәнәғәт ҡалдыҡтарын һауаға сығарыуҙы кәметеү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Башҡортостанда дүрт йылда 150 уҡытыусы 1 миллион һум алған

“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарға эшкә барған педагогтарға грант бирелә. Киләһе йылда федераль программаның мөҙҙәте тамамлана. Республикала 2019 йылдан йәш уҡытыусыларҙы матди дәртләндереү программаһы эшләп килә. Уға ярашлы ауылға ҡайтҡан педагогтарға 690 мең һум бирелә. Быйылдан 150 кеше грантҡа дәғүә итә ала.
Башҡортостанда хәмер һатыусыларға контроль арта

Республика парламентына ошо турала документ әҙерләнә. Ҡайһы бер магазиндар үҙҙәрен кафе тип танытып тәүлек әйләнәһе спиртлы эсемлек һата. Яңы проект улар эшмәкәрлеген көйләргә тейеш. Закон ҡабул ителһә төбәктәр бындай учреждениелар эшмәкәрлеген үҙ аллы туҡтатыу хоҡуғын ала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙан бындай эшҡыуарҙарға сикләүҙәр ҡабул ителгәнсе үк законлы бизнес башларға кәңәш итәләр.
"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға юллана

Коллегабыҙ Бәйтулла Фәтҡуллин илдең Ҡораллы көстәр сафына баҫты. Ул махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар иткән. Бәйтулла Фәтҡуллин 30 йылға яҡын журналистика өлкәһендә эшләй. Ул “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия”, “Атайсал” тапшырыуҙарын алып барҙы, сәйәси күҙәтеүсе булды. “Коллегабыҙ менән ғорурланабыҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
👍1😱1
Әй йылғаһы янында йәйәүлеләр биләмәһе матурланды

Дыуан районы Мәсәғүт ауылында Әй йылғаһы янында йәйәүлеләр биләмәһе тәртипкә килтерелде. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итәләр. Эштәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы алып барылған. Был проект ярҙамында ҡалаларҙа йәшәү шарттарын күпкә яҡшыртыу маҡсаты ҡуйыла.
👍2
Башҡортостанда мәктәптәр төҙөлә һәм төҙөкләндерелә

Бының өсөн федераль ҡаҙнанан беҙҙең республикаға өҫтәп 258 миллион һум бүленә. Документҡа премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылда республикала дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ ҡатнашлығында 6 мәктәп һалына. Уларҙың өсәүһе - Өфөлә, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында һәм Өфө районында яңы мәғариф учреждениелары була.
Уйылдан Ғәлин - Башҡортостандың атҡаҙанған матбутат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре

Хеҙмәттәшебеҙ награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙелдә яңы ҡаҙанлыҡ эшләй башланы

Предприятиеның ҡала эргәһендә урынлашыуы йылылыҡ ресурстарын биреү сифатын арттырыуға булышлыҡ итә. Яңы объект төҙөү проекты «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре»нең килешелгән инвестиция программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Рәсәйҙә вируслы гепатит менән ауырыусылар исемлеге төҙөлә

Берҙәм регистр киләһе йылда булдырыла. Премьер-министр Михаил Мишустин ошондай документҡа ҡул ҡуйҙы. Был исемлек дәүләт мәғлүмәт системаһына ҡушыла. Башҡортостанда быйыл ярты йылда 441 кеше гепатит йоҡторған.
Башҡортостан автоинспекцияһы штраф түләмәгән водителдәрҙе асыҡлай

“Бурыслы” профилактик операцияһы барышында рейдтар ойошторола. Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡытында иҫәпләшмәгән водителдәрҙе 15 тәүлеккә тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Бынан тыш, штраф күләмен ике тапҡыр арттырып ҡайтарырға тура килә. Профилактик операция 17 декабргә тиклем дауам итә.
Халыҡ батыры Салауат Юлаевтың юбилейы алдынан тарихи-мемориаль парк асыла

Республика хөкүмәтендә "Янғантау" геопаркын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан геопарктары Рәсәйҙә һәм донъяла танылыу ала бара. Уларҙың инфраструктураһы яҡшыра. 2024 йылда Салауат Юлаевтың 270 йыллығында уның тыуған төйәгендә интерактив биләмә барлыҡҡа килә. Тарихи-мемориаль паркта Башҡортостандың милли геройы яҙмышы менән танышыу мөмкинлеге була.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә Мәскәүҙә Рәсәй Президенты менән тура линия уҙа

Быйыл Владимир Путин ил халҡы менән аралашыуҙы ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштереп, уның форматын үҙгәртте. Сара Мәскәүҙә 14 декабрҙә үтә. Эксперттар фекеренсә, яңы формат темаларҙы төрлө яҡтан ҡарап, диалогты күләмле итә. Президентҡа һорауҙы социаль селтәрҙәр, шулай уҡ махсус ҡушымта һәм телефон аша бирергә мөмкин. Барлыҡ мәғлүмәт Москва-Путину. РФ порталында тупланған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһының етенсе составы Республика Башлығы менән осрашты

Яңы состав сафта. Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһының етенсе составы бөгөн Республика Башлығы менән осрашты. Осрашыуҙа һүҙ башҡарылған эштәр, алда торған бурыстар хаҡында барҙы. Радий Хәбиров Палата ағзаларын әүҙемерәк һәм ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы.
👍1🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бангладеш Халыҡ республикаһы тулы хоҡуҡлы илсеһе Камрул Ахсан менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бангладеш Халыҡ республикаһы тулы хоҡуҡлы илсеһе Камрул Ахсан менән осрашты. Ултырышта ике төбәк араһында сәнәғәт, аграр тармаҡтарҙа, мәғариф өлкәһендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды. Бангладеш республикаһы суднолар төҙөү, тау-байыҡтырыу эшмәкәрлеге менән билдәле төбәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» радиоһы сәйәси күҙәтеүсеһе Бәйтулла Фәтҡуллин махсус хәрби операция биләмәһенә юллана

Башҡортостан» телерадиокампанияһы акционерҙар йәмғиәте «Юлдаш» радиоһы сәйәси күҙәтеүсеһе, үткер ҡәләмле журналист Бәйтулла Фәтҡуллин махсус хәрби операция биләмәһенә юллана . Бөгөн уға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Бәйтулла Шәрифулла улына ла махсус хәрби операция биләмәһе яҡшы таныш. Радиотыңлаусылар уны эш сәфәре менән урында булып, эфирға сығарған махсус репортаждар авторы булараҡ та белә. Ил мәнфәғәтен мәғлүмәт фронтынан тыш, ҡулына ҡорал алып яҡлаясаҡ журналист хаҡында киләһе яҙмала.
3😱2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика медицина-генетика үҙәгендә «Бергә йәшәү өсөн» акцияһы үтте

Изгелек десанты Өфөлә. Бөтә Рәсәй пациент ойошмалары Республика медицина-генетика үҙәгендә «Бергә йәшәү өсөн» акцияһын уҙғарҙы. Сара бер көнлөк стационар форматында үтте. Федераль үҙәк белгестәре һирәк осрай торған сирҙәрҙән яфаланыусылар менән осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Рәмилә Талипова мамыҡтан шыршы уйынсыҡтары яһай

Яңы йыл бүләге. Өфөнән Рәмилә Талипова мамыҡтан шыршы уйынсыҡтары яһап, төрлө йәрминкә-күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Өйө лә ҡул эштәре менән тулы, ысын әкиәт илен хәтерләтә.