Башҡортостанда 585,5 миллиард һумға инвестиция йәлеп ителгән
Быйыл был күрһәткес 107 процентҡа еткән. Республика Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм юл яны сервисы өлкәһендә проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла. Импортҡа алмаш мәсьәләләре лә уңышлы хәл ителә. Әле дөйөм исемлектә 1,2 триллион һумға баһаланған 2 меңдән ашыу инвестиция проекты күрһәтелгән.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләккә маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн туҡымаларҙың тәүге партияһы оҙатылды
Район ирекмәндәре тауарға ҡытлыҡ барлығын республика башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында белдергәйне. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың сәнәғәт , энергетика һәм инновациялар министрлығы был мәсьәләне хәл итте.
Бишбүләк ирекмәндәренә Туймазы районында эшләгән мебель фабрикаһы ярҙам иткән. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы башҡа предприятиелар менән дә һөйләшеүҙәр алып бара. Мәсьәлә хәл ителһә бушлай туҡымаларҙы башҡа район ирекмәндәре лә аласаҡ.

Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй ҡышҡы гимназиадаһында беренсе урын алды
Спорт ярышы Силәбелә уҙҙы. Унда 11 төбәктән мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Егеттәр һәм ҡыҙҙар саңғы һәм коньки уҙышы, спорт йүнәлешен билдәләү, мини-футболда көс һынашты. Республика командаһы 27 алтын, 12 көмөш һәм 16 бронза миҙал яуланы.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сыҙамлыҡты арттырыу һәм һаулыҡты яҡшыртыу өсөн үҙенслекле ысул уйлап табылған
Оҙон ғүмер өсөн биологик актив матдәләр. Өфө фән һәм технологиялар университетында сыҙамлыҡты арттырыу һәм һаулыҡты яҡшыртыу өсөн үҙенслекле ысул уйлап табылған. «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһының стратегик проекты сиктәрендә уҡыу йортонда һаулыҡты яҡшыртыу өсөн бер нисә эшләнмә уйлап табылған.

Баш ҡалала «Өфө пехота полкының легендар даны» документаль китабының исем туйы үтте
Өфө тарихы музейында тарих фәндәре кандидаты, хәрби тарихты өйрәнеүсе Рәмил Рәхимовтың «Өфө пехота полкының легендар даны» документаль китабының исем туйы үтте. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған сарала хәрби тарихты төплө өйрәнеүсе ғалим асыҡ лекция уҡыны.

Башҡортостанда ҡала яны поездарында йөрөгән миллиардынсы пассажирҙы ҡаршыланылар
Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Рәсәй тимер юлы” компанияһының Куйбышев бүлексәһе етәксеһе Вячеслав Дмитриев “Өфө” станцияһында юбилейлы пассажирҙы ҡотланы. Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Карина Янбарисоваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Рәсәй тимер юлы” компанияһы менән хеҙмәттәшлек эҙмә-эҙлекле үҫешә. Йылдан-йыл пассажирҙар һаны арта. Быға хеҙмәтләндереү сифаты яҡшырыуы ла булышлыҡ итә.Быйыл республикала 5 миллион пассажир тимер юл хеҙмәте менән файҙаланған. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда, 21 процентҡа артҡан.

Республикала 14,5 мең сығарылыш уҡыусыһы йомғаҡлау иншаһын яҙҙы
Мәғариф һәм фән министрлығынан шул турала белдерәләр. Берҙәм дәүләт имтихандарына рөхсәт алыу өсөн мотлаҡ инша йәки изложение яҙып тапшырырға кәрәк. Егеттәр һәм ҡыҙҙарға алты тема тәҡдим ителгән. Инша һөҙөмтәләре өсөн юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Киләһе йылда Берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа башлана.

Октябрьскийҙа яңы боҙ һарайы асыла
Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов ҡалала төҙөлөш барышы менән танышты. Бина дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы ярҙамында һалынды. Бында хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнергә мөмкин. Спорт объектында 800 урынлыҡ трибуна була, шулай уҡ күнекмәләр үткәреү бүлмәһе йыһазландырыла. Боҙ һарайы йыл аҙағында асылырға тейеш.

Бөгөн Өфөлә медицина взводы командиры Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар
Хушлашыу сараһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул геройҙың ата-әсәһенә Шайморатов генерал орденын тапшырҙы. Табип был наградаға үлгәндән һуң күрһәтелде. Михаил Каменев медицина университетынан һуң Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында 20 йылдан ашыу хирург булып эшләй. Табип доброволец булып хәрби контракт төҙөй. Алғы һыҙыҡта иптәштәрен ҡотҡарам тип һәләк була.

Өфөлә ВУЗ-ара кампустың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырыла
Премьер-министр Андрей Назаров төҙөлөш барышын ҡараны. - 15 декабргә тиклем төҙөлөп бөткән бүлмәләрҙе тапшырырға кәрәк. ВУЗдар тейешле ҡоролмаларҙы урынлаштырыуға әҙер булырға тейеш, - тине Андрей Назаров. Кампустың икенсе өлөшөндә иһә төҙөлөшкә әҙерлек бара. Проект ил Президенты ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Биналар 4 мең кешегә иҫәпләнә. Бында фәнни-белем биреү комплексы, лабораториялар, магазиндар, скверҙар булдырыла.

Мәктәптәрҙә мобиль телефон ҡулланыу тыйылды
Дәүләт Думаһы ошоға бәйле закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, дәрес ваҡытында мобиль телефон менән файҙаланыу сикләнә. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡыттарында ғына шылтыратырға рөхсәт ителә. Мәғарифкә бәйле закон проектына ярашлы мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе лә индерелә.
Дәүләт Думаһы ошоға бәйле закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, дәрес ваҡытында мобиль телефон менән файҙаланыу сикләнә. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡыттарында ғына шылтыратырға рөхсәт ителә. Мәғарифкә бәйле закон проектына ярашлы мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе лә индерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар
Баш ҡалала медицина взводы командиры, уҡсылар батальоны табибы Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Хушлашыу сараһы табип эшләгән Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үтте.
Баш ҡалала медицина взводы командиры, уҡсылар батальоны табибы Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Хушлашыу сараһы табип эшләгән Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миңлеғәле Шайморатовтың ерләнгән урынын эҙләүгә ҡағылышлы уникаль документтар күрһәтелде
Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың ерләнгән урынын эҙләүгә ҡағылышлы уникаль документтар күрһәтелде. Улар Башҡорт дәүләт медицина университетының суд медицинаһы кафедраһында һаҡлана.
Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың ерләнгән урынын эҙләүгә ҡағылышлы уникаль документтар күрһәтелде. Улар Башҡорт дәүләт медицина университетының суд медицинаһы кафедраһында һаҡлана.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауат ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға маскировка селтәрҙәре үрә
Эш ике сменала алып барыла. Тауар Башҡортостан башлығы фонды грантына лайыҡ булған «Изге эштәр ваҡыты» проекты буйынса һатып алынған. Былтырҙан алып улар махсус хәрби операция биләмәһенә 209 селтәр оҙатҡан. Шулай уҡ ҡатын- ҡыҙҙар отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙән посылкалар ҙа биреп ебәрә.
Эш ике сменала алып барыла. Тауар Башҡортостан башлығы фонды грантына лайыҡ булған «Изге эштәр ваҡыты» проекты буйынса һатып алынған. Былтырҙан алып улар махсус хәрби операция биләмәһенә 209 селтәр оҙатҡан. Шулай уҡ ҡатын- ҡыҙҙар отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙән посылкалар ҙа биреп ебәрә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә мәктәп уҡыусыларына дәрес ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйылды
Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ошо туралағы закон ҡабул итте. Хәҙер йәш быуын гаджеттар менән ғүмергә йәки һаулыҡҡа хәүеф янаған ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында ғына файҙалана ала. Закон авторҙары билдәләүенсә, яңы үҙгәреш уҡытыусының абруйын күтәреп, класта йәнле аралашыуға булышлыҡ итәсәк.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт программаһы буйынса шәхси йорттарға зәңгәр яғыулыҡ
Тиҫтә йылдар дауамында Яңауыл ҡалаһының «Аэропорт» микрорайонда йәшәүсе халыҡ йорттарға газ үткәреүҙе һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта эш сәфәре барышында Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуҙа ла һүҙ ҡуҙғатылған. Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә халыҡ ҡуйған социаль мәсьәләгә төплө яуап бирелде. Яңауылда газ селтәрҙәре төҙөлөшө һәм газ үткәреү дәүләт программаһы үтәлеше хаҡында репортаж.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат ҡалаһынан Кормщиковтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде
Салауат ҡалаһынан Кормщиковтар ғаиләһен Владимир Путин «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. Дүрт бала үҫтергән Кормщиковтарҙың йортонда БЮТ ижади төркөмө булды.

Башҡортостанда быйыл 11 айҙа тимер юл аша 904 мең тонна йөк ташылған
Республика Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлы” компанияһының Куйбышев бүлексәһе етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән осрашты. Йөк терминалдарын үҙгәртеп ҡороу, һанлы сервистарҙы үҫтереү һәм яңы машруттар асыуға бәйле тимер юл аша йөк ташыу күрһәткестәре йылдан-йыл арта бара. Пассажирҙар ҙа ташыу ҙа күбәйә. 11 айҙа 4,9 миллион кеше поезда йөрөгән. Йыл аҙағына был һан 5 миллионға етер тип көтөлә. Өфө агломерацияһында “Ҡала электричкаһы” тигән проект тормошҡа ашырыла. Ҡала яны машруттары көн дауамында йөрөй. Бының өсөн яңы заманса электр поездар ебәрелгән.

Республикала “Бергәләп йөрөйөк” тип аталған социаль акция башланды
Уның барышында әүҙем кешеләр инвалид балалар менән бергә йөрөй ала. Акция район һәм ҡалаларҙа тормошҡа ашырыла. “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” үҙәге сараны ойоштороу өсөн кураторҙар йыя. Улар конкурс барышында һайлап алына. Заявкалар 10 декабргә тиклем ҡабул ителә.

Юлаевсылар тренеры Беренсе канал кубогында Беларусь йыйылма командаһын етәкләй
Хоккей турниры киләһе аҙнала Санкт-Петербургта үтә. Унда 4 команда ҡатнаша. Беларусь хоккейсылары менән Константин Кольцов эшләй. Ул уйынсы булараҡ “Салауат Юлаев” командаһы менән Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы һәм Гагарин кубогына эйә булғайны. Константин Кольцов тренер булараҡ та уңышлы эшләй. 2021 йылда Беларусь йыйылма командаһы менән Словенияла үткән Дүрт милләт турнирында беренсе урын алды.