БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.09K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары көсөргәнешле осрашыуҙа «Спартак»ты еңде

Бөгөн юлаевсылар сираттағы матчҡа үҙенсәлекле спорт кейемендә сыҡты. Улар «ДоброFON» хәйриә программаһы менән берлектә ретро-формаһының яңы комплектында уйнаны. Айырым элемент - Спидҡа ҡаршы көрәш символы һаналған ҡыҙыл таҫма. Уйындан һуң был формалар аукционда һатыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы яралы яугирҙәрҙең хәлен белеште

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Бурденко исемендәге госпиталдә булды. Һалдаттарға хәрби хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. “Бында Ҡалтасы, Салауат, Ауырғазы районынан һәм,Салауат ҡалаһынан ир-егеттәр дауалана. Яҡташтар берҙәм. Район хакимиәте башлыҡтары улар менән бәйләнештә тора. Посылка һәм хәбәрҙәр тапшыра. Был бик мөһим”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе. “Егеттәр өсөн тынысмын. Бурденко исемендәге госпиталь Оборона министрлығының иң яҡшы дауалау учреждениеларының береһе. Унда яралыларҙы реабилитациялау һәм дауалау өсөн заманса алымдар ҡулланыла. “Мәскәүҙә дауаланған яугирҙәргә тағы ла бер ярҙам сараһы кәрәклеге тураһында аңланым. Баш ҡалала Башҡортостан вәкиллеге бар. Ир-егеттәрҙең хәлен белергә килгән яҡындары һәм туғандары йәшәү өсөн бында урындар булдырабыҙ”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.
Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан көнө уҙа

“Рәсәй” күргәҙмә-форумы барышында республика һәм уның ҡаҙаныштары менән таныштыралар. Халыҡ-ара сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарға милли туй йолалары күрһәтелә. Бөгөн күргәҙмә ҡунаҡтарына бай мәҙәни программа тәҡдим ителә. “Мәскәү халҡы һәм ҡунаҡтарына оло һөйөү менән әҙерләнгән сығышыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ”, - ти “Хазина” этнотөркөмө солисы Зәлиә Нурлы.Бөгөн күргәҙмәлә “Терра ҡыш” фестивале һәм “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” проекты менән дә таныштырыу була. Башҡорт биҙәүестәре, ҡурай эшләү, башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә мөмкин. “Рәсәй” халыҡ-ара форумында илдең 89 төбәге ҡатнаша. Ҙур сара 12 апрелгә тиклем дауам итә.
👍1
Өфө поликлиникаларын яңыртыу өсөн 8 миллиард һум бүленә

100-ҙән ашыу медицина учреждениеһын төҙөкләндереү ҡарала. Унда ҡоролмалар һәм мебель алмаштырыла. Программа Кувыкин урамында урынлашҡан 2-се поликлиниканы ремонтлауҙан башлана.Поликлиникаларҙы яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу барышында 700 берәмек яңы техника алыу ҡарала. Санкциялар индереү кәрәкле медицина ҡорамалдары һатып алыу мөмкинлегенә йоғонто яһамаған. Поликлиника һәм дауаханалар өсөн ауыр техника килтереүҙә лә проблемалар юҡ.
Өфөләге хосписта урындар етмәй

Киләсәктә койка фондын арттырыу ҡарала. Башҡортостан етәксеһе был хаҡта тура бәйләнеш барышында белдерҙе. “Ҡаты сирлеләр өсөн өҫтәмә урындар кәрәк булған осраҡта, яңы учреждение һалыныуы ихтимал”, - тине Радий Хәбиров. Өфө хосписы быйыл йәй асылды. Унда сирлеләр 3 аҙнаға тиклем медицина ярҙамы алырға хоҡуҡлы.
Рәсәй Хөкүмәте ауыл хужалығына аҡса бүлә

Бойҙай, арыш, кукуруз һәм арпа етештереүселәрҙең сығымдарын ҡаплау өсөн 10 миллиард һум компенсация бирелә. Субсидия сәсеү майҙандарын һаҡлап ҡалырға, экспортты арттырырға һәм яңы эш урындары булдырырға ярҙам итә. Республика игенселәре 215 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Быйыл бөртөклө культура етештереүселәргә федераль бюджеттан 20 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостанда майлы культура сәскән хужалыҡтарға ла дәүләт ярҙамы ҡарала, республика ҡаҙнаһынан сығымдар бүленә.
Республикала фельдшер-акушер пункттары арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән Бәләбәй районы Рассвет ауылында, Борай районы Ҡушманаҡ ауылында медицина пункты асыла. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы Золотоношка һәм Боғорослан ауылдары халҡы яңы бина сафҡа инеүен көтә. Был ауылдарҙа 1 мең 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Унда тәжрибәле фельдшер һәм акушерҙар эшләй. Яңы пункттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, учреждениелар халыҡты ҡабул итергә әҙер. Медицина һәм фармацевтика эше өсөн лицензия алыу менән уларҙы асырға була. ФАП-тарҙың майҙаны 63 квадрат метр. Унда диспансерлаштырыу һәм вакциналау үткәрелә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан Республикаһы көнө үтте

3 декабрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан Республикаһы көнө үтте. Сараға килеүселәр өсөн бай мәҙәни программа әҙерләгәйне. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә республика бер нисә майҙансыҡта урынлашты. Унда башҡорт балы, үлән сәйҙәре, халыҡ кәсептәре өлгөләре менән бер рәттән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге», «Терра Ҡыш» кеүек проекттар менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкы яугирҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров неонацистарҙы юҡҡа сығарыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән яугирҙарға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Үҙ теләге буйынса «Башҡортостан» полкында хәрби бурысын үтәгән ир-егеттәр Республика менән идара итеү үҙәгендә тәбрикләнде. Оператив кәңәшмәлә хәрби журналистарҙың статусын раҫлау, госпиталдә дауаланған хәрбиҙәрҙең яҡындарына ярҙам һорауҙары ҡаралды. Көн тәртибенә Яңы йыл сараларына әҙерлек мәсьәләләре сығарылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн тәүге тапҡыр Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы исеме бирелде

Республика башлығы юғары дәүләт наградаһын тиҫтәгә яҡын кешегә тапшырҙы. Атҡаҙанған оҫта исеменә «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы һәм Ейәнсура районы оҫталары лайыҡ булды. Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров был награда хаҡындағы указға август айында ҡул ҡуйғайны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы йәш ғалимдарҙы яңы вуз-ара кампуста эшләргә саҡырҙы

Радий Хәбиров «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында Өфөлә төҙөлгән Евразия ғилми-белем биреү үҙәге хаҡында һөйләне. Кампустың IQ-паркында 28 ғилми лаборатория урынлашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға 25 заманса кампустан торған селтәр булдырырға ҡушты, уларҙың 17-һендә төҙөлөш бара. Был Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙан мәктәп уҡыусыһының хыялы тормошҡа ашты

Ул Башҡортостан башлығы менән осрашыу хаҡында хыяллана. Үҫмерҙең теләге тураһында уның әсәһе социаль селтәрҙә яҙып сыға. Был мөрәжәғәт Радий Хәбировтың тура бәйләнеше ваҡытында яңғыраны.Уҡыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының улы. Уның шулай уҡ өлкән ағаһы ла Ватан һағында.
Республика етәксеһе бөгөн йәш армеецты һәм уның әсәһен үҙ бүлмәһендә ҡабул итте. Радий Хәбиров ҡунаҡтарға эш кабинетын күрһәтте, ҡыҫҡаса үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, ғаиләнең тормошо тураһында һорашып, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһы программа ярҙамында биләмәләге юлды төҙөкләндерергә хыяллана

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы» финанстарҙы берләштереп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһы программа ярҙамында биләмәләге асфальт ҡатламын алмаштырырға хыяллана. Бының өсөн миллион 600 мең һум аҡса талап ителә. Финанслауға ата-әсәләр ҙә, бағыусылар ҙа ҡушылырға әҙер.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 27-се дөйөм белем мәктәбенә нигеҙ һалыныуға 85 йыл

Өфөнөң химия, физика, биология, математика фәндәрен тәрән өйрәтеүсе 27-се дөйөм белем мәктәбенә нигеҙ һалыныуға 85 йыл. Баш ҡаланың Совет районында урынлашҡан мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар яратҡан уҡытыусылары менән бергә балалар филармонияһында күркәм сараға йыйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы 90 йыллығын билдәләне

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡыу йорто төрлө йылдарҙа мәктәп, унан һуң техникум, мәҙәниәт-ағартыу училищеһы булараҡ халыҡҡа хеҙмәт иткән. Мәғариф учреждениеһын тамамлаған белгестәр бөгөн ил кимәлендә тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы ағинәйҙәре балаҫ һуғыусылар конкурсы ойошторҙо

Балаҫтарҙа - быуаттар тарихы. Баймаҡ районы ағинәйҙәре ошондай исем аҫтында балаҫ һуғыусылар конкурсы ойошторҙо. Бәйге һәр кемде тарих төпкөлөнә, ата-бабаларыбыҙ йәшәгән осорҙарға алып ҡайтты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда реабилитация үтеүгә сертификаттар бүленә башлаясаҡ

1 ғинурҙан инвалидтарға һәм махсус хәрби операцияла зыян күргән яугирҙар өсөн реабилитация үтеүгә сертификаттар бүленә башлаясаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән осрашыуҙа хәбәр итте. 52 мең 500 һум тәшкил иткән сертификат ярҙамында граждандар йылына бер тапҡыр реабилитация үтеп һаулығын нығытасаҡ. Комплекслы ярҙам программаһы менән республикала йыл һайын 1715 инвалид файҙалана ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының ултырышында киләһе йылдарға бюджет ҡаралды

Башҡортостандың киләһе йылдарға бюджеты, бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең өҫтәмә вәкәләттәре, бал ҡорттарын пестицидтарҙан һаҡлау. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының бөгөнгө ултырышында ошондай көнүҙәк темаларға ҡараған закон проекттары ҡаралды.
Президиум ултырышында Парламенттың киләһе пленар ултырышына сығарылған закон проекттары тикшерелде. Ҡануни документтар араһынан тәү сиратта бюджет тураһындағы проектты атарға мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан предприятиеларына льготалы кредиттар бирәсәк

Башҡортостандың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларына Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы ҡыҫҡа мөҙҙәтле ташламалы кредитҡа 700 ғаризаны хуплаған. Уның дөйөм хаҡы 24 миллиард һумдан ашыу. Финанс ярҙам етештереү күләмен арттырыу, ҡеүәттәрҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу өсөн файҙаланылған. Ташламалы кредит менән файҙаланыусы предприятиеларҙың береһе Өфө ҡала һөт заводы.
👍1