БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.13K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда быйыл үлем 3 процентҡа кәмегән

Нефтекамала Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышы уҙҙы. Унда 9 айлыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Республикала ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә тиклем еткән. Киләсәктә уны 78 йәшкә тиңләү бурысы тора. Бының өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын артабан яҡшыртырға кәрәк. “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһы тормошҡа ашырыла. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә һәм төҙөкләндерелә, ҡалаларҙа поликлиникалар һәм дауаханалар тәртипкә килтерелә.
1
Башҡортостанда йәштәр өсөн мөмкинлектәр арта

Республика колледждарына һәм университеттарына белем алыу
өсөн күберәк киләләр. Медицина университетында ғына 4 меңдән ашыу сит ил студенты
уҡый. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров "Комсомольская правда"
радиостанцияһына интервьюла белдерҙе. Өфөлә ВУЗ-ара кампустың тәүге өлөшө файҙаланыуға
тапшырыла. Был республикала белем биреү шарттарын тағы яҡшыртасаҡ.
Башҡортостанда "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы һәм сығарылыш кисәләре ваҡыты билдәле булды

2024 йылда "Һуңғы ҡыңғырау" 24 майҙа уҙғарыла. Сығарылыш кисәләре 9-сы кластар өсөн июндең 28-ендә, 11-селәр өсөн 29-ында ойошторола. Был турала социаль селтәрҙә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ике көндән Радий Хәбиров тура бәйләнешкә сыға

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» каналдары, «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары эфирында республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.

29 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» була. Бөгөндән тура бәйләнеш башланғанға тиклем республика халҡы социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала. Видеоһорауҙарҙы 28 ноябргәсә республика етәксеһенең рәсми сайтына һалырға мөмкин, социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар тура бәйләнеш башланғансы һәм хатта тура эфир барышында ла ҡабул ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә «Киләсәк уйындары» Халыҡ-ара спорт ярышының трофейы килде

Трофей туры 1 декабргә тиклем дауам итә, йәкшәмбе ул Ырымбур ҡалаһына юлланаcаҡ. Оҙаҡламай ул «Байконур» космодромынан Йыһанға осорола һәм киләһе йылға Ҡазанда үтәсәк фиджитал спорт ярыштары күргәҙмәһенә урын аласаҡ. Тәүге тапҡыр ҙур турнир форматында үтә «Киләсәк уйындары» спорт һәм һанлы технологияларҙы берләштергән тарихи ярыш булыр тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Сәйетбаба ауылында әсәләр көнөнә арналған тамаша үтте

Әсәйем изге фәрештәм. Ошондай исем аҫтында Ғафури районы Сәйетбаба ауылында әсәләр көнөнә арналған тамаша үтте. Республиканың билдәле сәхнә оҫталары ҡатнашҡан байрамға төбәктең ҡатын-ҡыҙҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре, тормош иптәштәре саҡырылды. Был сараны яҡташтары өсөн Сәйетбаба ауылынан сыҡҡан билдәле эшҡыуар, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Азат Фәйзуллин ойошторған.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция биләмәһендә

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. «Вәғәҙә иткәнемсә, Башҡортостан полкы яугирҙары янына барҙы. Уларҙың көнкүреше менән таныштым, кейенеү, туҡланыу шарттарын ҡараным. Махсус хәрби операция биләмәһенә даими ярҙам итеүҙе яйға һалыуыбыҙ бик мөһим. Республиканан гуманитар ылауҙар ебәрелеп тора, егеттәрҙең мохтажлығы юҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙарына башҡорт аттары тапшырылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Донбасҡа, «Башҡортостан» полкы яугирҙарына башҡорт аттары алып барып тапшырылды. Яҡташтарыбыҙ араһында шунда уҡ аттарҙы эйәрләп алыусылар ҙа табылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы ирекмәндәре тиҫтәләгән окоп шәмдәре эшләп алғы һыҙыҡҡа ебәргән

Өс кешенән башланған хәрәкәт хәҙер йөҙҙән ашыу кешене берләштерә. Шишмә районындағы «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәре тиҫтәләгән окоп шәмдәре эшләп алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Бынан тыш, паракордтан беләҙек тә үрәләр, ылау ҙа туплайҙар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан егеттәре эшелон менән хеҙмәт итеү урындарына юлланды

200-гә яҡын һалдат Ватан алдындағы бурысын һауа-йыһан көстәрендә һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк. Быйылғы көҙгө саҡырылышта Ҡораллы көстәргә бөтәһе 4 меңдән ашыу яҡташыбыҙ ебәрелә. Өфө тимер юл вокзалынан тәүге эшелонды егеттәрҙең яҡындары һәм БЮТ ижади төркөмө оҙатты.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
29 ноябрҙә Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә

29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башлай. Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябрь киске 7-гә тиклем ҡабул ителә. Башҡа һорауҙар тура эфир барышында ла ҡарала. Ул 29 ноябрҙә киске 7-лә башлана. Уны БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» телеканалдары аша ҡарарға һәм «Юлдаш» радиостанцияһында тыңларға мөмкин. Былтыр Радий Хәбиров менән тура элемтә октябрь аҙағында уҙҙы. Ул 4 сәғәт самаһы дауам итте. Халыҡтан 3 меңдән ашыу һорау килде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңауыл районында «Атайсал. Ватан көсө» форумы үтте

«Атайсал. Ватан көсө»- минең кесе ватаным. Яңауыл районында Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары һәм төньяҡ зонаға ингән райондар вәкилдәре ҡатнашлығында форум үтте. Яу яланында һәм тылдағы көслө шәхестәргә арналған форумдан репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында шәл фестивале үтте

Башҡорт шәле республика халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығы берҙәм төбәк реестрына индерелде. Был документ Ейәнсура шәленә патент алыуға тағы бер аҙым. Рәсми бренд барлыҡҡа килеүе халҡыбыҙ хазинаһы булған кейем өлгөһөн һаҡлау һәм тағы ла нығыраҡ популярлаштырыу мөмкинлеге бирә. Таныҡлыҡ Ейәнсура шәле фестивалендә тапшырылды. Әйткәндәй, районда 16-сы тапҡыр уҙғарылған байрам быйыл төбәк-ара статус алды. Унда шәл бәйләү менән шөғөлләнгән бер нисә район оҫталары ҡатнашты.
👍2
Башҡортостанда Халыҡ-ара бизнес аҙналығының төп өлөшө тамамланды

1 декабргә тиклем махсус көндәр ҡаралған. Форумға 23 ил делегациялары килде, 50-нән ашыу эшлекле сара уҙғарылды. Пленар ултырышта илдең иҡтисади киләсәге фаразланды. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостан менән инвесторҙар ҡыҙыҡһына. - Инвестициялар өсөн уникаль шарттар тәҡдим итәбеҙ. Был өлкәлә беҙ Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре рәтендә. Тағы ла нығырыҡ үҫешергә тырышабыҙ, - тине ул.
Башҡортостанда 50 тәрбиәсе грант аласаҡ

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар биреү тәртибе раҫланды. Талаптарға ярашлы, педагогтың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш, уның ике йылдан күберәк эшләүе шарт. Грант йыл һайын бирелә, уның суммаһы 575 мең һум була. 2024 йылдың 1 ғинуарынан был премияға дәғүә итеүсе 50 педагог һайлап алына.
Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы башланды

Яңы йыл алдынан профилактик сара даими ойошторола. Операция барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Бының өсөн 31 декабргә тиклем полиция һәм урман хужалыҡтары ҡатнашлығында рейдтар ойошторола. Рөхсәтһеҙ шыршы йәки ҡарағай ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 4 мең һумғаса штраф һалына. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Башҡорт балы Рәсәйҙә беренсе булып "Хәләл" сертификатын алды

Рәсәй сифат системаһы яңы стандарттар билдәләне. Сертификат "Алтын солоҡ" учреждениеһына бирелде. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бындай продукция "хәләл" стандартын ҡабул иткән бөтә илдәрҙә таныласаҡ. Ғәрәп илдәрендә сауҙа итеү өсөн ул төп шарттарҙың береһе булып тора. Башҡортостанда 300 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнә. Быйыл 6 мең тоннанан ашыу бал етештерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әсә көтә улын

Әсәйҙәр көнөнә БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән махсус репортаж.
Республикала һөнәри оҫталыҡ чемпионаттары еңеүселәренә премия түләнә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Уға ярашлы, беренсе урын алғандарға 115 мең һум бирелә, икенсе-өсөнсө урындар өсөн 57,5 мең һум була. Еңеүселәр һәм призерҙар остаздарына шулай уҡ 57,5 мең һум премия түләнә. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районынан иретеп йәбештереүсе Василий Пащенко Ҡытайҙа халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яуланы. Уны Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡотлап яҙҙы.
👍1
“Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”ндә 123 миллиард һумға инвестиция проекттары ҡаралған

Район һәм ҡалалар хакимиәттәрендә быйыл бизнес-шерифтар ҡатнашлығында 2,5 мең ултырыш ойошторолған, унда 3,5 мең проект өйрәнелгән. Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы барышында инвестицияларға бәйле һөйләшеү булды. Ултырышта Һиндостан, Төркиә, Мәскәүҙән белгестәр тәжрибә уртаҡлашты. Беҙҙең республика инвестициялар йәлеп итеү күрһәткесе буйынса Волга буйы округында өсөнсө урында килә. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 21 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Саралар был аҙнала ла дауам итә.
Башҡортостанда өлкәндәргә аралашыу өсөн алтынсы үҙәк асылды

Ул Баймаҡ ҡалаһында эшләй башланы, тип хәбәр итәләр Социаль фонд буйынса төбәк бүлексәһенән. Бындай үҙәктәрҙә оло йәштәгеләр өсөн төрлө саралар ойошторола. Өлкәндәр ҡул эштәре менән шөғөлләнә ала, компьютер һәм финанс белем дәрестәре үткәрелә, конкурстар уҙғарыла, бергәләп кино ҡарарға була. Оло быуынға аралашыу үҙәге проекты беҙҙең республикала былтырҙан һынала. Тәүге ошондай урын декабрҙә Мишкә районында асылды.
👍1