БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.18K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Халыҡ-ара бизнес аҙналығында инновацион проекттар тәҡдим ителә

Өфөлә мәртәбәле форум башланды. Быйыл сарала 15 илдән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. Форумда эшҡыуарҙар алдынғы проекттар менән таныша ала, тәжрибә уртаҡлаша. Рәсәй инновацион төбәктәр ассоциацияһы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Митрошин әйтеүенсә, хәҙерге шарттарҙа төрлө илдәрҙән партнерҙар табып эшмәкәрлек алып барыу мөһим.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының беренсе көнө үтте

Бөгөн Өфөлә «Иртәгәнән һуң. Эшҡыуарлыҡ күҙлегенән» тип исемләнгән халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. 1 декабргә тиклем дауам итәсәк ун алтынсы халыҡ-ара бизнес аҙналығы быйыл 4 меңдән ашыу кешене берләштерә. Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм 21 илдән, шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран һәм башҡа илдәрҙән делегациялар ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар Кубогы»ның абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты

Башҡортостан Рәсәйҙең паралимпия хәрәкәте лидерҙарының береһе. Был хаҡта Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа белдерҙе. Фекер алышыуҙа спорт ойошмаһының элекке етәксеһе Владимир Лукин да ҡатнашты. Яҡтар республикала адаптив физик культураның үҫешен тикшерҙе. Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәр махсус операциянан һуң реабилитация үтергә мәжбүр булған хәҙерге шарттарҙа был эштең айырыуса мөһимлеген билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ватан һаҡсылары кубогы» тамамланды

Ике көн дауамында барған форум спорт турниры менән бергә, эшлекле осрашыуҙарҙы ла үҙ эсенә алды. Бөгөн дәүләт һәм йәмәғәт ағзаларының иғтибар үҙәгендә махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаиләләре, улдарын юғалтҡан әсәләр сығыш яһаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Оборона министрлығы яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте видеояҙмаһы менән уртаҡлашты

Рәсәй Оборона министрлығы герой-фронтовик Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы хеҙмәте видеоһын социаль селтәргә һалған. Яугирҙар Украина хәрби көстәренең артиллерия батареяларын юҡ итеү буйынса утты туҡтатмай. Разведчиктар ебәргән бөтә маҡсаттар ҙа - идара итеү пункттары, хәрби припас, ҡорал һәм техника келәттәре шартлатыла. Разведка төркөмө дошман биләмәһен пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында тикшерә. Мөғин Нагаев исемендәге дивизион артиллеристары дошман позицияларын 122 миллиметрлыҡ снарядтар менән юҡ итә. Үҙәк хәрби округы разведчиктары һәм артиллеристары хеҙмәте ярҙамында дошман хәрби припастар һәм шәхси составты арттыра алмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Психологтар көнө айҡанлы баш ҡалала ғилми-ғәмәли конференция үтте

Бөгөн - психологтар көнө. Һөнәри байрам айҡанлы Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сара мәғариф системаһында заманса психологик хеҙмәттең проблемаларына һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналды. Конференцияла Башҡортостанда берҙәм психологик хеҙмәт булдырыу мөкинлектәре ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы мәктәбе «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Өфөнөң Нуғай ауылындағы 147-се мәктәп «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылды. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡалалар араһында ойошторолған ярышта Башҡортостан данын Нуғай, Нефтекама ҡалаһы һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәптәре яҡланы.
Республика мәктәптәрендә ашатыуҙы ойоштороу системаһы илдә иң яҡшыһы тип танылды

Стратегик башланғыстар агентлығы платформаһында 600-ҙән ашыу тәҡдим араһынан беҙҙең республика тәжрибәһенә өҫтөнлөк бирелгән. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. - Мәктәптә ашатыу сифатын анализлағанда халыҡ фекерен дә иҫәпкә алырға кәрәк, - тине ул. Быйыл республика мәктәптәре ашханаларында 570 мониторинг уҙғарылған. 28 тикшереү халыҡ мөрәжәғәтенән һуң ойошторолған.
Башҡортостанда ҡош-ҡорт кәмегән

Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле республика хужалыҡтарында 4 миллион 900 мең ҡош бар. Бер йыл элек был һан ике тапҡырға ҙурыраҡ булған. Башҡа мал-тыуарҙың һаны үҙгәрмәгән. Предприятиеларҙа 253 мең һыйыр малы, 541 мең сусҡа, 22 мең 800 йылҡы, 18 мең 600 һарыҡ һәм кәзә аҫрала. Ҡош-ҡорт кәмеүен Өфө районында киҙеү асыҡланыуы менән аңлаталар. Ҙур хужалыҡта бөтә ҡош-ҡорт юҡ ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Теләге булғандар махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй ала

Республика хәрби комиссариатында буласаҡ яугирҙарға хәрби хеҙмәткә инеү тәртибен, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирә, ниндәй документтар кәрәклеген аңлата. Контракт төҙөүгә запастағы граждандар, яңы хәрби хеҙмәтен тултырыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр хоҡуҡлы. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты район-ҡалаларҙа асылған хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса мобиль мәғлүмәт пункттарында ла алырға мөмкин. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды

Экспозицияла тиҫтәләгән экспонат һәм һынлы сәнғәт өлгөләре урын алған. «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең Башҡортостан бүлексәһе менән Хәрби дан музейы яугирҙарҙың форма һәм амуницияһын, Рәсәй Ҡораллы көстәренең хәрби ҡорал фрагменттарын алып килгән. Шулай уҡ «Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләбеҙ» хәрәкәте үҙҙәре етештергән продукция өлгөләрен тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырғыҙстан менән Башҡортостан уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек юлдары нығый

Ҡырғыҙстан Республикаһының юғары уҡыу йорттары ректорҙары, Ҡырғыҙстан мәғариф академияһы һәм төбәк мәғариф департаменттары етәкселәре, мәктәп директорҙарынан торған делегация Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына тәжрибә уртаҡлашырға килде.
2
Урал аръяғында Башҡорт аты паркы булдырыла

Ул “Ирәндек” музей-ҡурсаулығы нигеҙендә асыла. Туристар тәбиғәттә утлап йөрөгән йылҡы малын күрә ала. “Мәжитов уҡыуҙары” халыҡ-ара конференцияһы барышында ошо турала белдерелде. “Башҡорт аты беҙҙең халыҡ өсөн йәшәү мәғәнәһе. Һуңғы өс йылда аттарҙың артыуы күҙәтелә. Ауыл һәм райондарҙа йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр күбәйә”, - тип белдерҙе республика хөкүмәте вице-премьеры - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 28 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан ауыл хужалығы аҙналығы башлана. Ул “Рәсәй” күргәҙмә-форумы барышында ойошторола. Аҙналыҡтың тәүге өс көнө Башҡорт балы һәм Башҡорт атына арнала.
Луганск һәм Донецк менән хеҙмәттәшлек киңәйә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ике республиканың Халыҡ Советтары менән килешеү төҙөй. Документ тейешле тикшереү үткән. Уға йыл аҙағына тиклем ҡул ҡуйыу ҡарала. “Республика парламенттары закондарҙы камиллашытырыу йүнәлешендә бәйләнештәрҙе нығыта. Шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, делегациялар менән алмашыу, стажировка үтеү, берлектә саралар ойоштороу ҡарала”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Башҡортостан тәжрибәһе илдең яңы төбәктәренә парламент эшен уңышлы ойошторорға ярҙам итәсәк.
Төркиәлә башҡорт шиғриәте антологияһы донъя күрҙе

Уны Анкаралағы Төрки телдәр институты нәшер иткән. Йыйынтыҡҡа 13 башҡорт шағирының әҫәре индерелгән. Авторҙарҙың шиғырҙары башҡорт һәм төрөк телдәрендә бирелә. Һәр әҙиптең ижадына арналған фәнни мәҡәлә баҫылған. “Милли әҙәбиәтте танытыу маҡсаты тора. Антология беҙҙең өсөн ҙур яңылыҡ. Киләһе йылда китаптың исем туйын уҙғарыу ниәте бар”, - тип белдерҙе Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйеса Айгиз Баймөхәмәтов.
Марсель Фәрхетдинов: “Ауыр ваҡытта халҡым менән бергә булырға ҡарар иттем”

Йырсы һәм яугир Марсель Фәрхетдинов шулай тип белдерҙе. Республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты быйыл августа Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Ул сентябрҙә алғы һыҙыҡҡа юллана. Бөгөн “Певец” ҡушаматлы һалдат “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хәрби бурысын үтәй һәм йырҙары менән яугирҙәрҙең рухын күтәрә. Журналист Ильяс Батыргәрәев уның менән Кременная ҡалаһында осрашҡан. Сапер Марсель Фәрхетдинов хеҙмәте, ғаиләһе тураһында ошоларҙы һөйләгән. Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгәндәр 117 берҙәм телефонына шылтырата ала. Ситуация үҙәгенең телефоны: 8-347-218-19-19.
Радий Хәбиров бизнес аҙналығында Ҡытай һәм Беларусь делегациялары менән осрашты

Мәртәбәле сара Өфөлә 1 декабргә тиклем дауам итә. Башҡортостан Башлығы Беларусь Иҡтисад министры Юрий Чеботарь менән аралашты. Уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеү булды. Радий Хәбиров Ҡытайҙың Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү үҙәге етәксеһе Ли Янцзюнь менән дә әңгәмә ҡорҙо. Хеҙмәттәшлекте һәм сауҙаны үҫтереү, яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре күтәрелде.
Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә өҫтәмә аҡса түләнә

Ошо турала Указ бар. Документҡа ярашлы, 10 ноябрҙән һуң контракт төҙөүселәр өсөн яңы түләү ҡаралған. Башҡортостан контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдереүенсә, бөтә түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда бер тапҡыр 400 мең һумға яҡын аҡса бирелә.
😪Ишембайҙа бер йәшлек сабый ваннала тонсоғоп үлгән

22 ноябрь кисендә Ишембайҙа йәшәгән ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булған. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 24 йәшлек әсә бер йәшлек улын ваннала йыуындырған саҡта телефон шылтыраған. Ул һөйләшкән арала ҡарауһыҙ ҡалған сабый батып үлгән. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

‼️«Ванна бүлмәһенә ингән ҡатын балаһының тын алмағанын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Тик килеп еткән табиптар малайҙың үлемен генә теркәгән», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
👍2
“Ярҙам поезы” яугирҙәрҙе хәстәрләй

Белгестәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандарға консультация бирә. Быға тиклем граждандар менән осрашыу Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондарында, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Белгестәр документтар юллау, медицина хеҙмәте һәм социаль ярҙам сараларына бәйле һорауҙарға яуап бирә. Поездың киләһе туҡталышы 1 декабрҙә Бөрө ҡалаһында була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалына мөрәжәғәт итә ала. Ул Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 268-01-02.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Наши на передовой.

Башкирский батальон им. М. Шаймуратова.

Привет от «Кугарсена»
👍2