БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.33K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә

29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башлай. Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Башҡа һорауҙар тура эфир барышында ла ҡарала. Ул 29 ноябрҙә киске етелә башлана. Уны республиканың төп телеканалдарында һәм интернетта ҡарарға, шулай уҡ “Юлдаш” радиоһында тыңларға була. Былтыр Радий Хәбиров менән тура элемтә октябрь аҙағында уҙҙы. Ул 4 сәғәт самаһы дауам итте. Халыҡтан 3 меңдән ашыу һорау килгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында милли проект сиктәрендә энергия үҙәге төҙөлгән

Объект яҡынса 98 процентҡа әҙер, ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 40 мегаватҡа иҫәпләнгән ҡаҙанлыҡ ҡаланың бер нисә биҫтәһен йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итәсәк.
👍1
Башҡортостан яугирҙәре ҡайтанан алғы һыҙыҡҡа юлға сыҡты

Бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы уҙҙы. Республика башлығы исеменән яугирҙәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Вице-премьер әйтеүенсә, хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына махсус автобустарҙа алып баралар. Транспорт Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.
Өфөлә тәүге яңы йыл шыршыһы урынлаштырылды

"Тулҡын” паркында 23 метрлыҡ ағас ҡуйылды. Баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттарына ҡарамай Яңы йылға әҙерлек башланған. Байрамға парк матур биҙәлә, яҡтыртҡыстар ҡуйыла, “2024” тигән ҙур яҙма ҡуйыла.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондына 5 айҙа 9 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Фондтың төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ошо турала белдерҙе. 8 меңдән ашыу мәсьәлә хәл ителгән. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре документ юллауға бәйле ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанда фондтан ярҙам һорай. Унда шулай уҡ психолог һәм табип ярҙамы күрһәтелә. “Ярҙам поезы” ҡала һәм райондарға сыға, министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре консультация бирә”, тине ул. Фонд филиалы Өфөлә 1 июндә асылды. Унда эшләү өсөн 40 социаль координатор уҡытылды.
👍1
Өфөнән Көнсығыш юл киләһе йылдың ғинуар-февралендә файҙаланыуға тапшырыла

- Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә "Рәсәй транспорты" форумы барышында ошо турала белдерҙе. “Р-240 трассаһының Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклемге өлөшөн 4 һыҙатлы итеү бурысы тора, - тине Башҡортостан етәксеһе. Интернациональ урамы янында, шулай уҡ Кузнецов затонында Ағиҙел аша күпер һалыу ҡарала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсе креатив индустрия мәктәбе асылды

Өҫтәмә белем биреү учреждениеһын асыу тантаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Музыка етештереү, тауыш режиссеры, анимация, фото һәм видео йүнәлештәрендәге белгестәрҙе әҙерләү мәктәбе «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Анкета буйынса һайлап алынған уҡыусылар заманса һөнәрҙәргә бушлай белем аласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың хәрби комиссариатында телекүпер ойошторолдо

Студенттар бәйләнешкә сыҡты. Республиканың хәрби комиссариатында юғары уҡыу йортонда белем алыуҙы ваҡытлыса туҡтатып махсус хәрби операцияға ҡушылыусы егеттәр һәм уларҙың яҡындары менән телекүпер ойошторолдо. Ғәҙәттә, яңылыҡтар менән бүлешеү, тыуған яҡ сәләмдәре еткереү, өгөт-нәсихәттәр әйтеүгә генә ҡоролған сара был юлы ҙур тулҡынландырғыс һәм тантаналы байрамға әйләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Ковид-19 инфекцияһын йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә

Ябай һыуыҡ тейеүгә оҡшаған. Республикала Ковид-19 инфекцияһын йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 139 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Коронавирустан стационар һәм амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар ике меңгә яҡынлашҡан. Ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлнара Мостафина алтын юбилейы уңайынан ижадташ дуҫтарын йыйҙы

Тормош - ул ижади ҡомар. Яҙыусы, журналист Гөлнара Мостафина алтын юбилейы уңайынан, кесе Ватаны Баймаҡта үҙенең ижадташ дуҫтарын йыйҙы. Үҙәк биләмә-ара китапханала ойошторолған осрашыуҙа әҙибәнең яҡын туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре, журналистар, яҙыусылар ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Республикала “Ҡарһылыу” конкурсына кастинг иғлан ителде

Ярышта өлкәндәр һәм балалар ҡатнаша ала. “Ҡыҙҙар өсөн матур бүләктәр әҙерләнде”, ти ойоштороусыларҙың береһе Зарина Йәнбирҙина. Конкурстың финалы мюзикл-шоу булараҡ уҙғарыла. Унда эстрада артистарының ҡатнашыуы көтөлә. Ҡарһылыуҙар ярышы 2021 йылдан башлап үткәрелә.
1👏1
Бөгөн Өфөлә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын асыу тантанаһы үтә

Ул полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә бағышлана. Ярышта илдең 20-нән ашыу төбәгенән 250 спортсы ҡатнаша. Бәһлеүәндәр “Динамо” стадионында көс һынаша. 10 ауырлыҡ үлсәмендә миҙалдар уйнатыла. Еңеүсе һәм призерҙарҙы бүләкләү сараһы иртәгә сәғәт 12-лә башлана. Инеү бушлай.
ВУЗ-ара кампустың төп бинаһындағы башняларға бөйөк ғалимдарҙың исеме бирелә

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры профиль ведомство етәкселәре, архитектор һәм төҙөүселәр менән объектта төҙөлөш барышын ҡараны. 15 ҡатлы бинала бөтә бүлмәләр әҙер, инженер коммуникациялар үткәрелгән, йылылыҡ бирелгән. Төҙөлөштә эш 3 сменала ойошторолған. Башняларҙың береһе бөйөк ҡытай ғалимы Шэнь Ко исемен йөрөтәсәк. “Республикалағы төп белем биреү ойошмалары Ҡытай вәкилдәре менән бәйләнеш булдырҙы. Студент, аспирант һәм докторҙар менән алмашыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Фән һәм мәғариф был дәүләт менән хеҙмәтәшлектең төп йүнәлештәренең береһе”, тип белдерҙе Андрей Назаров. Кампус Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлә.
👍1
Радий Хәбиров "Патриот"тың ашханаһында булды

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров - Шишмә районында. Ул "Патриот" паркында яңы ашхана бинаһында булды, Башҡортостанда "Аванград" уҡытыу-методика үҙәге селтәрен ойоштороу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ашхана бер юлы 250 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бинала шулай уҡ лекция залы һәм кинотеатр урынлаштырыу мөмкинлеге бар. Киләсәктә "Аванград" уҡытыу-методика үҙәге филиалдарын Баймаҡ, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында асыу планлаштырыла.
Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында күп фатирлы йорт ихаталары тәртипкә килтерелде

Һүҙ Беренсе Май, Карл Маркс, Тыныслыҡ Бульвары һәм ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамындағы йорттар тураһында бара. Ихатала асфальт яңыртылды, тротуар һәм һуҡмаҡтарға таш түшәлде, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылды. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарына йомшаҡ резина йәйелде, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Быйыл республикала 200-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелде. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Башҡортостанда айырыуса һаҡланған яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа килә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, экологияға бәйле закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы урындағы үҙидара органдары айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре булдыра ала. Улар туристик-рекреацион урын һәм тәбиғәт резерваты тип атала. Закон проекты тирә-яҡты һаҡлау һәм туризмды үҫтереү маҡсатынан ҡабул ителә. Документ киләһе аҙнала парламенттың пленар ултырышында ҡарала.
Башҡортостан халҡы география буйынса белемен тикшерә ала

Халыҡ-ара акция иртәгә башлана. Баш ҡала китапханаларында 20 майҙансыҡ булдырыла. Тесты онлайн да үтергә мөмкин. Һорауҙар “Кеше һәм география” темаһы буйынса төҙөлгән. Диктант илдә иғлан ителгән Педагог һәм остаз йылына арнала. Былтыр Башҡортостан акцияға ҡушылыусылар һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Республиканан география диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» хәрби-патриотик паркында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ултырышы үтте

Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ултырышы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған сарала төбәк туризмын үҫтереүгә булышлыҡ иткән телевизион проект авторҙары бүләкләнде. БСТ каналында сыҡҡан «Башҡорт каникулдары» тапшырыуы ла юғары баһаланды. Ултырышта республика тризмы менән бәйле киләһе йылға яңы маҡсаттар ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-патриотик паркында студенттар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркында студенттар менән осрашты. Республика етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр, ирекмәндәр менән аралашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Хәбиров Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлештәре, төбәктә белемле студенттар киләсәге өсөн ойошторолған мөмкинлектәр тураһында һөйләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҡыу йылы башынан республика мәктәптәрендә 30 стоматология кабинеты асылған

Бөгөн баш ҡаланың тағы бер мәғариф учреждениеһы махсус кабинетлы булды. Уны төҙөү һәм йыһазландырыу «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә башҡарыла. Әйткәндәй, былтырғы уҡыу йылында 130 меңгә яҡын бала һәм 5 мең уҡытыусы теш табибы ярҙамы алған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында Илвир Ғәлләмовҡа бюст асылды

Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк һәләк булған Илвир Ғәлләмовҡа бюст асылды, самбо һәм билбау көрәше буйынса асыҡ турнир үтте. Өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмов хәрби офицер, танк взводы командиры була. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанда яугирҙың исемен мәңгеләштереү бурысын ҡуйғайны. Ҡалтай мәктәбендә мемориаль таҡтаташ, музейҙа стенд, класында Герой партаһы асылған.