Мәскәүҙә Башҡортостан стенды халыҡ күңелен яулай
Илебеҙ баш ҡалаһында “Рәсәй” тип аталған ҙур күргәҙмә эшләй башланы. Унда бөтә 89 төбәк экспозицияһын тәҡдим итә. “ФедералПресс” агентлығы Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгенә килгән халыҡ араһында фекер белешкән. Респонденттарҙың 38 проценты беҙҙең республика стендына өҫтөнлөк биргән. Артабан Алтай һәм Томск өлкәһе күргәҙмәләре килә. Башҡортостан стенды ВДНХ майҙансығына килеп төшкән үҙенсәлекле йыһан карабын хәтерләтә. Экспозицияны әҙерләгәндә юғары технологиялар ҡулланылған. Ул “күскенселәрҙән пилотһыҙ осҡостарға тиклем тигән” төшөнсә буйынса эшләнгән. “Рәсәй” күргәҙмәһе апрелгә тиклем дауам итә. 3 декабрҙә Башҡортостан көнө була.

👍1
Башҡортостан депутаттары спортсыларҙы һалым түләүҙән бушатырға тәҡдим итә
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнә. Олимпия, Паралимпия уйындары һәм башҡа халыҡ-ара ярыштарҙа бүләкләнгән спортсылар килем өсөн һалым түләмәй. Ләкин Рәсәйҙә ойошторолған халыҡ-ара турнирҙарҙа еңгән өсөн физик шәхестәр килеменә һалым һалына. Республика парламенты законға үҙгәреш индереп спортсыларҙы артыҡ түләүҙәрҙән бушатырға ниәтләй.

🤔1
Рәсәй” күргәҙмә-форумында башҡорт туйы үткәрелә
3 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан көнө уҙа. Уның барышында өйләнешеү йолалары күрһәтелә. Йәш пар – Юлиә Сөләймәнова һәм Заһир Сәфәрғәлин Урал аръяғынан. “Иҫтәлекле көн яҡынлаша. Илебеҙҙең баш ҡалаһында ойошторолған туйыбыҙ тормоштағы иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе буласаҡ”, - ти кейәү. “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы киләһе йылдың 12 апреленә тиклем дауам итә. Унда илдең бөтә төбәктәре ҡатнаша. Беҙҙең республика мәҙәни, туристик, инвестиция, сәнәғәт өлкәһендәге уңыштарын тәҡдим итте.

Башҡортостанда 76 мең тонна шәкәр етештерелгән
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары ярты миллиондан ашыу тонна шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән. Әлеге көндә дөйөм майҙандарҙың 95 процентында татлы тамыр ҡаҙып алынған, 1 миллион 560 мең тонна уңыш йыйылған. Быйыл республикала был культура 19 районда 47 мең ярым гектарҙа ултыртылды.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәктәптәрҙә балаларға комплекслы психологик ярҙам күрһәтеләсәк
Белем усаҡтарын медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итергә, транспорт сараларын газ яғыулығына күсерергә. Башҡортостан Башлығы рәйеслегендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә уҡыусыларҙың сәләмәтлеге, Шайморатов кластарының эшмәкәрлеге һәм зәңгәр яғыулыҡты ҡулланыу даирәһен киңәйтеү хаҡында һүҙ барҙы.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары тәүге тапҡыр ялға ҡайтты
Күҙ йәштәренә мансылған һағынышлы осрашыу. Бер сәғәт элек «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары тәүге тапҡыр ялға ҡайтты. Уларҙы баш ҡаланың Совет майҙанында туғандары, яҡындары ҡаршы алды.
Күҙ йәштәренә мансылған һағынышлы осрашыу. Бер сәғәт элек «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары тәүге тапҡыр ялға ҡайтты. Уларҙы баш ҡаланың Совет майҙанында туғандары, яҡындары ҡаршы алды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда«ашығыс ярҙам» машиналары етештерелә башлауы ихтимал
Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге автомобилдәр, атап үткәндә «ашығыс ярҙам» машиналары етештерелә башлауы ихтимал. Был мәсьәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сит ил автоконцерны етәксеһе Ма Цзэнхуа менән осрашыуында тикшерелде. Бизнес-делегация составында республика предприятиелары һәм үҫеш институттарының 40-тан ашыу вәкиле бар. Сәфәр барышында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү планлаштырыла.

Балаҡатай районында беренсел ярҙам звеноһы яңырыу кисерә
Ауылға заманса медицина. Балаҡатай районында беренсел ярҙам звеноһы яңырыу кисерә. Атарша ауылында ла халыҡ күптән көткән модулле фап файҙаланыуға тапшырылды.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан ебәрелгән 99-сы гуманитар ылау Донбасҡа барып етте
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тыуған яҡ сәләмен тапшырыуҙы БЮТ ижади төркөмө күҙәтте. Тулыраҡ видеояҙмала.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тыуған яҡ сәләмен тапшырыуҙы БЮТ ижади төркөмө күҙәтте. Тулыраҡ видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Протоиерей Александр Ткаченко Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән танышты
Тотош илгә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ учреждение. «Изгелек ҡулсаһы» бөтә Рәсәй хәйриә фонды етәксеһе Өфө хосписын шулай юғары баһаланы. Протоиерей Александр Ткаченко Башҡортостанға эш сәфәре барышында социаль учреждение эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Тотош илгә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ учреждение. «Изгелек ҡулсаһы» бөтә Рәсәй хәйриә фонды етәксеһе Өфө хосписын шулай юғары баһаланы. Протоиерей Александр Ткаченко Башҡортостанға эш сәфәре барышында социаль учреждение эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Тамыр селтәре» проекты сиктәрендә 4-се медиафестиваль уҙҙы.
«Тамыр» телеканалы республиканың йәш хәбәрселәрен йәнә бер майҙанға йыйҙы! Өфөлә «Тамыр селтәре» проекты сиктәрендә 4-се медиафестиваль уҙҙы.
Йәш хәбәрсе, оператор, ҡораусылар өсөн тәүҙә «Тамыр» каналы, Телеүҙәк студиялары буйлап экскурсия ойошторолдо. Һәр кем үҙен ысын алып барыусы итеп тойоп камера алдында һөйләп, телесуфлер аша уҡып ҡараны, билдәле журналистар менән дә осрашыу бәхете тейҙе. Ҡатнашыусылар өсөн социаль селтәрҙәр, оператор эше һәм режиссер булыу тураһында оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Башҡортостанда проблемалы юлдар буйынса ремонт эштәре ноябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш
Был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына юлдарҙы төҙөкләндереүҙе контролдә тоторға, декабрҙә башҡарылған эштәр буйынса доклад әҙерләргә ҡушты. Башҡортостанда проблемалы юлдар программаһы Республика башлығы башланғысы менән булдырылған. Быйыл уны тормошҡа ашырыу өсөн 4 миллиард һум аҡса бүленгән.

Республикала “Ярҙам поезы” яугирҙәрҙә ярҙам итә
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк бүлексәһе акция ойоштора. Белгестәр район һәм ҡалаларға сығып махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандар һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. 10 ноябрҙә халыҡты Белорет ҡалаһында ҡабул итәләр. “Ярҙам поезы” хәрәкәте менән социаль селтәрҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк бүлексәһе төркөмөндә танышырға була.

Башҡортостанда 70 километр оҙонлоҡта проблемалы юл ремонтланған
Тағы ла 112 саҡрымда эш тамамланыу алдында.. Ремонт эштәре тотош республика буйынса алып барыла. Программаны ғәмәлгә ашырыуға 4 миллиард һум аҡса бүленгән. Финанслау киләһе йыл да шул кимәлдә ҡала. Иглин районы халҡын күптән борсоған Иглин-Алаторка арауығында ла эш тамамланыу алдында.
Тағы ла 112 саҡрымда эш тамамланыу алдында.. Ремонт эштәре тотош республика буйынса алып барыла. Программаны ғәмәлгә ашырыуға 4 миллиард һум аҡса бүленгән. Финанслау киләһе йыл да шул кимәлдә ҡала. Иглин районы халҡын күптән борсоған Иглин-Алаторка арауығында ла эш тамамланыу алдында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалтасы районы Бурһыҡ ауылында йәшәүсе эшҡыуар тыуған төйәге өсөн файҙалы булыуҙан йәм таба
Атайсалға хеҙмәт иң абруйлыһы. Ҡалтасы районы Бурһыҡ ауылынан Фәндәвис Нафиҡов шундай фекерҙә. Эшҡыуар тыуған төйәге өсөн файҙалы булыуҙан йәм таба. Тыуған ауылында ул шишмә комплексы, Ватан һаҡсылары өсөн обелиск, мәсет төҙөткән, зыяратты кәртәләткән һәм юл һалдырған.
Атайсалға хеҙмәт иң абруйлыһы. Ҡалтасы районы Бурһыҡ ауылынан Фәндәвис Нафиҡов шундай фекерҙә. Эшҡыуар тыуған төйәге өсөн файҙалы булыуҙан йәм таба. Тыуған ауылында ул шишмә комплексы, Ватан һаҡсылары өсөн обелиск, мәсет төҙөткән, зыяратты кәртәләткән һәм юл һалдырған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙөнсө гуманитар йөк оҙатырға әҙерләнә
Юбилейлы ылауға броня менән ҡапланған техника, мунса һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Конвойҙа тик тәжрибәле водителдәр генә ҡатнаша, ике тәүлек юлды үтеүгә ышаныслы хеҙмәткәрҙәр һайлап алынған. Республика халҡының бөртөкләп йыйған ҡиммәтле ылауҙы кемдәр ташый? Кемдәр улар - гуманитар конвой водителдәре? Тулыраҡ видеояҙмала.

Башҡортостанда электр транспорты өсөн инфраструктура булдырыла
Ошо айҙа 18 заряд биреү станцияһы файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров декабрҙә был эш буйынса отчет бирергә ҡушты. Республикала әле 400-ҙән ашыу электромобиль бар. 2024 йылда улар өсөн тағы 50 станция төҙөлөргә тейеш.

Башҡортостан мәктәптәрендә Курчатов кластары асыла
Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Республика хөкүмәте менән Курчатов институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, йәш ғалимдар фәнни-тикшеренеү үҙәгендә стажировка үтә ала, Башҡортостан мәктәптәрендә Курчатов кластары булдырыла.

"Башҡорт оҙон ғүмерлеге" программаһы киңәйтелде
Яңы йүнәлешкә ярашлы, 2 меңгә яҡын кеше Мәскәүҙә асылған "Рәсәй" күргәҙмә-форумына бара ала. Был турала вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Күргәҙмәне уҡыусылар ҙа ҡарай ала. Башҡортостанда 50 бала Мәскәүгә барған да инде. Бында беҙҙең республика стенды ла урынлаштырылған.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре тәүге ялға ҡайтты
Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Өфөлә яугирҙәрҙе Совет майҙанында туғандары ҡаршы алды. Республика Башлығы кәңәшсеһе Валентин Солодовник хәрбиҙәргә Радий Хәбиров исеменән сәләм еткерҙе һәм рәхмәт белдерҙе. Егеттәр Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды һәм ике аҙнаға ялға китте. Әйткәндәй, бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 100-сө гуманитар ылау юлға сыға. Ошоға бәйле “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙан көндөҙгө икегә тиклем транспорт өсөн ябыҡ була.

Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайҙа 100-ҙән ашыу осрашыу үткәрҙе һәм 19 килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация бизнес-сәфәр ҡыла. Эшҡыуарҙар һәм төрлө ойошмалар вәкилдәре Шанхайҙа халыҡ-ара импорт тауарҙар күргәҙмәһендә ҡатнашты. Андрей Назаров әйтеүенсә, Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дүрттән бер өлөшө Ҡытайға тура килә.

❤1👍1