БСТ | Яңылыҡтар
2.37K subscribers
5.25K photos
8.73K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөнән Мәскәүгә яңы федераль трасса буйлап 4 сәғәткә тиҙерәк барып етеп була

Федераль эксперттар ил баш ҡалаһына тиклем юлға ваҡытты иҫәпләгән. М-12 "Көнсығыш" трассаһы Европа-Көнбайыш-Ҡытай транспорт маршрутының бер өлөшө булып тора. Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург-Төмән юлы Башҡортостан аша ла үтә. Төҙөлөш 2021 йылда башланды, 2025 йылда тамамлау планлаштырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Ҙур этнография диктантына ҡушылды

Акция сиктәрендә бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тест һорауҙарына яуап бирҙе.
"Янғантау" геопаркы халыҡ-ара талаптарға яуап бирә

Глобаль геопарк статусы бирелгәндән һуң тағы бер тапҡыр тикшереү уҙғарылды. Был турала Республика Хөкүмәтәнән хәбәр итәләр. Эксперттар геопаркты үҫтереү буйынса кәңәштәр ҙә биргән. Ауыл биләмәләренең социаль -иҡтисади үҫеше өсөн мөмкинлектәр булыуы билдәләнгән. Быйыл "Янғантау"ҙа инфраструктура проекттары өсөн республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүленгән.
👍1
Башҡортостан эндокринология үҙәктәрен булдырыу һәм йыһазландырыу өсөн федераль ярҙам ала

Бының өсөн ҡаҙнанан 100 миллион һум бүленә. Был аҡса шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың сәләмәтлек мәктәптәренә тәғәйенләнә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала әле 1 эндокринология үҙәге эшләп килә. Район-ара 13 үҙәк булдырыу планлаштырыла.
👍1
Башҡортостандан Иранға беренсе тапҡыр ҡайын фанераһы оҙатылған

Өфө предприятиеһы 29 кубик метр продукцияны экспортҡа сығарған. Ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәге йөктө ебәреүҙе контролдә тотҡан. Республика шулай уҡ экспортҡа он оҙатыуҙы 2 ярым тапҡырға арттырған. Башҡорт онон Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан ала.
Башҡортостан зубрҙарына GPS-муйынсаҡ тағыла

Хайуандарҙы ентекле өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция ошондай контракт тәҡдим итә. Махсус муйынсаҡтарҙың Рәсәйҙә етештерелеүе шарт. Башҡортостанға Белоруссиянан зубрҙар килтерелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Улар Мораҙым тарлауығында йәшәй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров дүрт этаптан торған яңы трасса төҙөү проекты менән танышты

Ишембай һәм Бөрйән райондарын асфальт юл тоташтырасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүрт этаптан торған яңы трасса төҙөү проекты менән танышты. Транспорт артерияһының бер өлөшөн тулыһынса төҙөргә кәрәк, ҡайһы бер участкалар реконструкцияға мохтаж. Республика етәксеһе Ишембай районының Маҡар ауылынан Ҡолғона йүнәлешендәге объект төҙөлөшөнөң беренсе этабы башланасаҡ урынды ҡараны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала янғынға ҡаршы рейд үтте

Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса эш байрам һәм ял көндәрендә лә туҡтамай. Сираттағы профилактик сара баш ҡаланың Орджоникидзе районына ҡараған Тимашев ауылында үтте.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалтасы районында яугир яҡташтарыбыҙға ярҙам туплау дауам итә

100-сө ылау. Ҡалтасы районында яугир яҡташтарыбыҙға ярҙам туплау дауам итә. Берәүҙәр боҙолмай торған аҙыҡ-түлек әҙерләһә, икенселәр эш ҡоралдары туплай. Красный Холм ауылының йылылыҡ селтәрҙәре муниципаль предприятиеһында элекке мәктәп автобусын йүнәтеп, мобиль мунса яһағандар. Район үҙәгендә иһә халыҡ маскировкалау селтәре үреү буйынса өмәләр ойоштора.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаҡатай районында халыҡтар берҙәмлеге байрамы билдәләнде

«Беҙ бергә». Балаҡатай районында халыҡтар берҙәмлеге байрамы билдәләнде. Район мәҙәниәт йортонда ойошторолған хәрби-патриотик сара хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ауыл менән һынау» фильмының премьераһы уҙҙы

Фильмды Ҡарасәй-Черкес республикаһында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ижади төркөмө төшөргән. Ике республика араһындағы ижади хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле, кинокартина Рәсәй фестивалдәрендә бер нисә награда яулап өлгөргән дә инде. Фильм Ҡарасәй-Черкес республикаһының баш ҡалаһында һәм хозур тәбиғәтле бер нисә ауылында төшөрөлгән.
👍1
Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәре янғын һүндереү сараларына компенсация юллай ала

Вице-премьер Ирек Сәғитов социаль селтәрҙә яҙыуынса, 90 процент сығымды кире ҡайтарып була. Төҙөк булмаған мейес йәки электр приборҙары сәбәпле дачаларҙа янғын сыға. Ҡасабаларҙа һыу ятҡылыҡтары һәм резервуарҙар юҡ, машиналарға үтеү юлдары ла ҡаралмаған. Ирек Сәғитов ыңғай миҫал да килтерә. Өфө районындағы баҡсасылыҡ ширҡәттәренең береһе 1,2 миллион һумға янғын һүндереү ҡорамалдары һатып алған. Дәүләт программаһына ярашлы төбәк бюджетынан компенсация түләнгән.
Төҙөүселәр 15 ноябрҙә кампуста эштәрҙе теүәлләргә тейеш

Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығы “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы концессион килешеү буйынса һалына. Объект төҙөлөшө ике өлөшкә бүленгән. IQ-парк йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттарына буласаҡ лабораторияларҙы йыһазландырыуҙы һуңлатмаҫҡа ҡушты. Төҙөүселәргә йылдам эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостанда ҡытай автоконцерны заводы төҙөлөүе мөмкин

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ҡытайға бизнес-сәфәр барышында Shandong Zingking Technology компанияһы генераль директоры Ма Цзэнхуа менән осрашты. Унда беҙҙең республикала ашығыс медицина ярҙамы машиналарын сығарыу мөмкинлеге ҡаралды. Заводты индустриаль парктарҙың береһендә асырға була. Был осраҡта инвестор һалым льготалары менән файҙалана ала. Башҡортостандан рәсми делегация Ҡытайға сәфәре барышында төрлө осрашыуҙар үткәрә һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуя. Шанхайҙа ошо көндәрҙә халыҡ-ара импорт күргәҙмәһе үтә. Унда Башҡортостандан ойошмалар һәм эшҡыуарҙар тауарҙарын тәҡдим итә. Республика вәкилдәре шулай уҡ Рәсәйҙең Волга буйы округы һәм Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы үрге һәм урта ағымы төбәктәре форумында ҡатнаша.
👍1
Металл һыныҡтары өсөн ҡағыҙ аҡса түләмәйәсәктәр

Республика парламенты тимер-томорҙы ҡулаҡсаға һатып алыуҙы тыйырға ниәтләй. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Металды йыйыу һәм эшкәртеү килемле бизнес иҫәпләнә. Тармаҡта тәртип урынлаштырыу өсөн аҡса әйләнешен көйләргә кәрәк. Ҡайһы бер тимер ҡабул итеү урындары рөхсәтһеҙ эшмәкәрлек алып бара. Бында канализация ҡапҡастары, зыярат ҡоймалары, сүп-сар йәшниктәрен тапшыралар. Сеймал өсөн “тере аҡса” менән иҫәпләшәләр һәм законһыҙ металл тапшырған кешене табып булмай. Ҡулаҡсаһыҙ килешеүҙәр дәүләт мөлкәтен урлау осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк, ти депутаттар.
Бөгөн Бөйөк Октябрь революцияһына 106 йыл

Советтар Союзында киң билдәләнгән байрам, хәҙерге ваҡытта тик тарихи ваҡиға итеп кенә иҫкә алына. Йәмәғәтселек инҡилап ваҡиғаларына төрлө ҡараш белдерә. Ил тарихында, Рәсәйҙең артабанғы үҫеш юлында революцияның әһәмиәте ҙур баһаға лайыҡ, ти ҡайһы бер белгестәр. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев фекеренсә, бөгөнгө мул, тыныс тормошҡа тап Октябрь революцияһы нигеҙ һалған.
Башҡортостанда киң таралған һәм һирәк исемдәр аталды

“Реестр ЗАГС” порталына ярашлы, малайҙарға Әмир, Тимур, Марк, Матвей һәм Мирон тип йышыраҡ ҡушалар. Ҡыҙҙарға Әминә, София, Ева, Арина һәм Амелия исемдәрен күберәк бирәләр. Һирәк исемдәр араһында Абдулрахман, Виктор Стоун, Риман, шулай уҡ Мөнирә, Илайда, Ариадна осрай.
Башҡортостандан Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исеме мәңгеләштерелә

Новосибирск өлкәһе Бердск ҡалаһында урамдарҙың береһенә яҡташыбыҙ исеме бирелә. Алмаз Сафин Әлшәй районы Раевка ауылында тыуып үҫкән. Ул Бердск ҡалаһында урта уҡыу йортон тамамлай һәм Новосибирск өлкәһендә хәрби хеҙмәттә була. Яугир былтыр сентябрҙә махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк була. Президент Владимир Путин Указы менән Алмаз Сафин Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелә.
Мортаза Рәхимовҡа арналған “Йөрәк һүҙе” иғлан ителде

Ижади бәйге Башҡортостандың беренсе президентының тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап ойошторола. Проект етәксеһе, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова белдереүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн видео төшөрөргә кәрәк. Яҙмалар башҡорт телендә булырға тейеш. Видеояҙмаларҙы проекттың Бәйләнештә социаль селтәрендәге рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Улар 20 декабргә тиклем ҡабул ителә. Бәйгенең финалын киләһе йылдың февралендә уҙғарыу көтөлә.
3
Мәскәүҙә Башҡортостан стенды халыҡ күңелен яулай

Илебеҙ баш ҡалаһында “Рәсәй” тип аталған ҙур күргәҙмә эшләй башланы. Унда бөтә 89 төбәк экспозицияһын тәҡдим итә. “ФедералПресс” агентлығы Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгенә килгән халыҡ араһында фекер белешкән. Респонденттарҙың 38 проценты беҙҙең республика стендына өҫтөнлөк биргән. Артабан Алтай һәм Томск өлкәһе күргәҙмәләре килә. Башҡортостан стенды ВДНХ майҙансығына килеп төшкән үҙенсәлекле йыһан карабын хәтерләтә. Экспозицияны әҙерләгәндә юғары технологиялар ҡулланылған. Ул “күскенселәрҙән пилотһыҙ осҡостарға тиклем тигән” төшөнсә буйынса эшләнгән. “Рәсәй” күргәҙмәһе апрелгә тиклем дауам итә. 3 декабрҙә Башҡортостан көнө була.
👍1
Башҡортостан депутаттары спортсыларҙы һалым түләүҙән бушатырға тәҡдим итә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнә. Олимпия, Паралимпия уйындары һәм башҡа халыҡ-ара ярыштарҙа бүләкләнгән спортсылар килем өсөн һалым түләмәй. Ләкин Рәсәйҙә ойошторолған халыҡ-ара турнирҙарҙа еңгән өсөн физик шәхестәр килеменә һалым һалына. Республика парламенты законға үҙгәреш индереп спортсыларҙы артыҡ түләүҙәрҙән бушатырға ниәтләй.
🤔1