Башҡортостанда йәмғиәткә ҡаршы эш, экстремистик идеология менән көрәш мәсьәләләре ҡаралды
Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы. - Беҙҙең илгә тышҡы баҫым көсәйә. Ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡто ҡаҡшатырға маташыусылар әүҙемләшә. Рәсәй йәмғиәтенең тулыһынса ил етәкселеген хуплауы беҙҙең дошмандарға ныҡ оҡшамай. Ошондай шарттарҙа һәр төрлө хәүефкә әҙер булыу, күп милләтле республикабыҙҙа йәшәүселәр араһында провокацияға юл ҡуймау беҙҙең бурыс, - тине Радий Хәбиров.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тағы бер ҙур спорт объекты барлыҡҡа киләсәк
Октябрьский ҡалаһында бассейны булған спорт-һауыҡтырыу комплексының икенсе сираты төҙөләсәк. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Проекттың бер нисә финанс өлөшө бар. 305 миллион һум - федераль бюджеттан, тағы ла бер өлөшө республика һәм муниципалитеттар иҫәбенән. Бынан тыш, программа шарттары буйынса проектта шәхси инвесторҙар йәлеп ителгән. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ -бюджетҡа йөкләмәне кәметергә, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биргән бик яҡшы инструмент. Әле «Бизнес-спринт» программаһы буйынса республикала 4 спорт объекты төҙөлә, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика ҡан тапшырыу станцияһында донор хәрәкәтенә ярҙам акцияһы үтте
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Республика ҡан тапшырыу станцияһында донор хәрәкәтенә ярҙам акцияһы үтте. Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолған сарала теләге булған һәр кем килеп ҡан тапшыра ала.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән эшләү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән эшләү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Аутизм йыш осраған сирҙәрҙең береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әлеге ваҡытта был ауырыу йөҙ баланың береһендә осрай.
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән эшләү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Аутизм йыш осраған сирҙәрҙең береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әлеге ваҡытта был ауырыу йөҙ баланың береһендә осрай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика халҡы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә әҙерләнә
Дата төрлө милләт вәкилдәре парлашҡан ғаиләләр өсөн айырыуса мөһим байрам. Әйткәндәй, статистикаға ярашлы, бындай парҙар йылдан-йыл арта. Өфөлә йәшәүсе Андрющенколар ғаиләһендә атай кеше - урыҫ, әсәй - башҡорт милләтенән. 20 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән бәхетле пар биш бала тәрбиәләй.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук осрашты
Башҡортостан «Курчатов институты» менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте үҫтереү, шулай уҡ берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында донъя кимәлендәге кампустар төҙөү мәсьәләһе буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында донъя кимәлендәге кампустар төҙөү мәсьәләһе буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға илдә кәм тигәндә 25 кампус булдырыу бурысын ҡуйҙы. Радий Хәбиров Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөү барышы менән таныштырҙы. Ноябрь башына объекттың төҙөлөшкә әҙерлеге - 80 процентан ашыу. Эштәр ваҡытында, контракт сиктәрендә алып бара, тине Башҡортотсан башлығы.

Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар бөгөн ниһайәт, үҙ фатир асҡыстарын ҡулына алды
Ленин урамында урынлашҡан 249 фатирлы йорт 2019 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә Госстрой компаниялар төркөмө банкрот булыу сәбәпле, төҙөлөш туҡтатыла. Яңы инвестор «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөштө тамамланы.

Талбазы ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашысуыларға ярҙам итә
Гүзәл заттар урындағы мәҙәниәт йортонда йыйылып яугирҙарға маскировкалау селтәрен үрә. Ҡатын-ҡыҙҙар йәйге көндәрҙә меңәрләгән селтәр әҙерләп ебәргән. Әле улар ҡышҡылыҡҡа аҡ төҫтәге туҡыманан селтәр үрә. Яугирҙар күңел йылыһы менән әҙерләнгән маскировкалау селтәрҙәрен хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡуллана.
Гүзәл заттар урындағы мәҙәниәт йортонда йыйылып яугирҙарға маскировкалау селтәрен үрә. Ҡатын-ҡыҙҙар йәйге көндәрҙә меңәрләгән селтәр әҙерләп ебәргән. Әле улар ҡышҡылыҡҡа аҡ төҫтәге туҡыманан селтәр үрә. Яугирҙар күңел йылыһы менән әҙерләнгән маскировкалау селтәрҙәрен хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡуллана.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Луганск һәм Донецк госпиталдәренә, шулай уҡ яңы ялан госпиталендә дауаланыусылар өсөн гуманитар ярҙам
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Халыҡ фронты тарафынан хәрбиҙәргә медикаменттар, реабилитация һәм шәхси гигиена әйберҙәре, шифалы башҡорт балы әҙерләнде. Барлыҡ әйберҙәр госпиталдәрҙең ихтыяжынан сығып йыйылған. Ылауҙы ойоштороуҙа республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Бишбүләк районынан «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» һәм «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр ойошмаһы ҡатнашҡан. Ылау бөгөн тәғәйен урынға юлланды.

Янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлеген һынау буйынса ярыштар үтте
Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн ойошторола. Хәрби әҙерлекте һынау - һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә.
Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн ойошторола. Хәрби әҙерлекте һынау - һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә Бөрө ҡалаһында мәғариф фестивале уҙғарылды
Сара район хакимиәте һәм өҫтәмә белем биреү үҙәге тарафынан ойошторолдо. Дискуссия майҙансыҡтарында ун һигеҙ мәктәп етәкселеге, тәжрибәле педагогтар, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре һәм балалар ҡатнашты.
Сара район хакимиәте һәм өҫтәмә белем биреү үҙәге тарафынан ойошторолдо. Дискуссия майҙансыҡтарында ун һигеҙ мәктәп етәкселеге, тәжрибәле педагогтар, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре һәм балалар ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында ике көн дауам иткән «Туй йолаһы» республика фестиваленә йомғаҡ яһалды
Халыҡ фольклор коллективтары араһында хәҙерге һәм онотолған туй йолалары тәҡдим ителде. Иң оҫта һәм дөрөҫ сәхнәләштереүсе 100 мең һум аҡса менән бүләкләнде.

❤2
Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә
Был көндөң тарихы 17-се быуатҡа барып тоташа. 1612 йылдың 4 ноябрендә Түбәнге Новгородтан староста Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский халыҡ ополчениеһы ойоштора. Уларҙы поляк баҫҡынсыларына ҡаршы күтәрә һәм Мәскәүҙе азат итә. Халыҡтар берҙәмлеге көнө төрлө милләт кешеләренең берләшеүен сағылдыра.

Башҡортостанда бөгөн “Сәнғәт төнө” уҙа
Акция быйыл “Рәсәй берләштерә” исеме аҫтында үтә. Унда 100-ҙән ашыу музей, китапхана, мәҙәниәт–күңел асыу учреждениеһы ҡатнаша. Өфөлә, мәҫәлән, ҡала планетарийында нәфис фильм күрһәтелә, рәсемдәр күргәҙмәһе ҡуйыла, уйындар үтә. Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында оҫтаханалар эшләй, яҙыусылар менән осрашыуҙар була, шулай уҡ күңел асыу саралары ойошторола. “Сәнғәт төнө”нә килеүселәр “Пушкин картаһы”н ҡуллана ала.

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә
Бөгөн Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә турнирҙы рәсми асыу тантанаһы уҙа. Ярышта 50-нән ашыу төбәктән 220 спортсы ҡатнаша. Рәсәй бокс федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе урын өсөн 1,5 миллион һум түләнә. Чемпионат 11 ноябргә тиклем дауам итә.

Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары 2 мең 400 яңы техника алған
Бының өсөн 11 миллиард һум тотонолған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, етештерелгән продукцияға түбән хаҡ һаҡланып, яғыулыҡ, запас частәр ҡиммәтләнһә лә техниканы яңыртыу дауам итә. Был һәр төрлө эште тиҙерәк башҡарырға булышлыҡ итә. Башҡортостанда 434 трактор, 200-гә яҡын комбайн, 500-ҙән ашыу эшкәртеү машинаһы һәм ҡорамалдар алынған.

Байрам көндәренә бәйле Башҡортостанда электричкалар теҙмәһе үҙгәрҙе
Бөгөн составтар шәмбе графигы буйынса йөрөһә, иртәгә, 6 ноябрҙә йәкшәмбе расписаниеһы буйынса юлға сыға. 7 ноябрҙә дүшәмбе графигына көйләнергә кәрәк була. Ял көндәрендә бер нисә электричка маршрутҡа сыҡмай. Теүәл исемлек һәм рейстар теҙмәһе менән алдан танышырға мөмкин.