БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.26K photos
8.78K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республика юлдарында миҙгелгә бәйле тиҙлекте арттырыу сикләнә

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан шул турала хәбәр итәләр. Күперҙәрҙә “Тайғаҡ юл” һәм “Тиҙлек сикләнә” тигән билдәләр барлыҡҡа килде. Юл аша үткән 100 метрҙан оҙонораҡ бөтә гидротехник ҡоролмаларҙа тиҙлекте сәғәтенә 40 километрҙан күберәк арттырырға ярамай.
Иң яҡшы агрокласс уҡыусылары асыҡланды

Республикала ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнө алдынан “Иң яҡшы агрокласс уҡыусыһы”н билдәләнеләр. Махсус класта белем алған 171 бала тәбрикләнде. Мәктәптәрҙә ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларға 50 мең һумлыҡ айырым сертификат бирелә

Был сумма белем алыуға тотонолорға тейеш. Өҫтәмә ярҙам хәрбиҙәрҙең ғаиләлә ағзаларына ла ҡаралған. Уның күләме 20 мең һумға тиң. Баймаҡ районының “Ғаилә” социаль үҙәгендә ошондай мөмкинлек менән 3 һалдат файҙаланған.
Башҡортостанда 4 ноябрҙә бирелергә тейешле социаль түләүҙәр алдан түләнә

Почта аша алыусылар өсөн аҡса 2 һәм 3 ноябрҙә килтерелә. Был турала Социаль фондтан хәбәр итәләр. Пенсияны һәр айҙың 12-се көнөндә банктан алыусылар өсөн аҡса шулай уҡ ваҡытынан алда 10 ноябрҙә күсерелә. 4 ноябрь байрамға, 12 ноябрь ял көнөнә тура килә. Башҡортостанда 1 миллион 135 мең пенсионер бар. Уларҙың өстән ике өлөшөнә пенсия банк картаһына күсә, ҡалғандар аҡсаны ҡулдарына ала.
Ситуация үҙәгендә контракт буйынса хеҙмәт тураһында белешергә мөмкин

Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәргә Башҡортостан ситуация үҙәгендә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. 1 ноябрҙән эш тәртибе үҙгәрҙе. Хәҙер бында һорауҙарға хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре лә яуап бирә. Махсус хәрби операция буйынса шылтыратыуҙар күп. Халыҡтан 38 меңгә яҡын һорау булған. Күптәр социаль ярҙам, реабилитация, түләүҙәр, кредит каникулы тураһында белергә теләй. Ситуация үҙәгенең телефоны 218-19-19. Өфөнөң коды - 347.
М-12 федераль трассаһы М-12"Көнсығыш" тип йөрөтөләсәк

Был турала ил хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Автомагистраль Төмәнгә тиклем һуҙыла. Ул Башҡортостан биләмәләренән дә үтә. - Проектты 2024 йылда уҡ тамамлау көтөлә. Мәскәү, Владимир, Түбәнге Новгород, Свердловск, Төмән өлкәләре, Башҡортостан һәм Татарстан аша тиҙ йөрөшлө юл булдырыла, тип хәбәр ителә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары колледждарға сиратһыҙ алына

Был турала Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак хәбәр итте. Проект Дума ҡарауына тапшырылған. Андрей Турчак әйтеүенсә, ҡабул итеү конкурсы ҡаралған, әммә балдар тигеҙ булғанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балаларына өҫтөнлөк бирелә. Операцияла һәләк булғандар һәм ауыр яраланғандарҙың балалары хәрби училищеларға конкурсһыҙ инә ала.
Башҡортостанда йәмғиәткә ҡаршы эш, экстремистик идеология менән көрәш мәсьәләләре ҡаралды

Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы. - Беҙҙең илгә тышҡы баҫым көсәйә. Ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡто ҡаҡшатырға маташыусылар әүҙемләшә. Рәсәй йәмғиәтенең тулыһынса ил етәкселеген хуплауы беҙҙең дошмандарға ныҡ оҡшамай. Ошондай шарттарҙа һәр төрлө хәүефкә әҙер булыу, күп милләтле республикабыҙҙа йәшәүселәр араһында провокацияға юл ҡуймау беҙҙең бурыс, - тине Радий Хәбиров.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тағы бер ҙур спорт объекты барлыҡҡа киләсәк

Октябрьский ҡалаһында бассейны булған спорт-һауыҡтырыу комплексының икенсе сираты төҙөләсәк. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Проекттың бер нисә финанс өлөшө бар. 305 миллион һум - федераль бюджеттан, тағы ла бер өлөшө республика һәм муниципалитеттар иҫәбенән. Бынан тыш, программа шарттары буйынса проектта шәхси инвесторҙар йәлеп ителгән. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ -бюджетҡа йөкләмәне кәметергә, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биргән бик яҡшы инструмент. Әле «Бизнес-спринт» программаһы буйынса республикала 4 спорт объекты төҙөлә, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика ҡан тапшырыу станцияһында донор хәрәкәтенә ярҙам акцияһы үтте

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Республика ҡан тапшырыу станцияһында донор хәрәкәтенә ярҙам акцияһы үтте. Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолған сарала теләге булған һәр кем килеп ҡан тапшыра ала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән эшләү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән эшләү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Аутизм йыш осраған сирҙәрҙең береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әлеге ваҡытта был ауырыу йөҙ баланың береһендә осрай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика халҡы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә әҙерләнә

Дата төрлө милләт вәкилдәре парлашҡан ғаиләләр өсөн айырыуса мөһим байрам. Әйткәндәй, статистикаға ярашлы, бындай парҙар йылдан-йыл арта. Өфөлә йәшәүсе Андрющенколар ғаиләһендә атай кеше - урыҫ, әсәй - башҡорт милләтенән. 20 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән бәхетле пар биш бала тәрбиәләй.
1
Балтастан Рәмил Хаҡов Донбасҡа юл тотто

Райондың Штәнде ауылы эшҡыуары үҙ көсө менән гуманитар ярҙам туплаған. Донбасс уның тыуған ере лә.
Илдә тарихи хәтер милли үҙәге төҙөлә

Президент Владимир Путин тошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Ойошма илдең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре, мәҙәниәте һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында булдырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук осрашты

Башҡортостан «Курчатов институты» менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте үҫтереү, шулай уҡ берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында донъя кимәлендәге кампустар төҙөү мәсьәләһе буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында донъя кимәлендәге кампустар төҙөү мәсьәләһе буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға илдә кәм тигәндә 25 кампус булдырыу бурысын ҡуйҙы. Радий Хәбиров Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөү барышы менән таныштырҙы. Ноябрь башына объекттың төҙөлөшкә әҙерлеге - 80 процентан ашыу. Эштәр ваҡытында, контракт сиктәрендә алып бара, тине Башҡортотсан башлығы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар бөгөн ниһайәт, үҙ фатир асҡыстарын ҡулына алды

Ленин урамында урынлашҡан 249 фатирлы йорт 2019 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә Госстрой компаниялар төркөмө банкрот булыу сәбәпле, төҙөлөш туҡтатыла. Яңы инвестор «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөштө тамамланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Талбазы ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашысуыларға ярҙам итә

Гүзәл заттар урындағы мәҙәниәт йортонда йыйылып яугирҙарға маскировкалау селтәрен үрә. Ҡатын-ҡыҙҙар йәйге көндәрҙә меңәрләгән селтәр әҙерләп ебәргән. Әле улар ҡышҡылыҡҡа аҡ төҫтәге туҡыманан селтәр үрә. Яугирҙар күңел йылыһы менән әҙерләнгән маскировкалау селтәрҙәрен хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡуллана.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Луганск һәм Донецк госпиталдәренә, шулай уҡ яңы ялан госпиталендә дауаланыусылар өсөн гуманитар ярҙам

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Халыҡ фронты тарафынан хәрбиҙәргә медикаменттар, реабилитация һәм шәхси гигиена әйберҙәре, шифалы башҡорт балы әҙерләнде. Барлыҡ әйберҙәр госпиталдәрҙең ихтыяжынан сығып йыйылған. Ылауҙы ойоштороуҙа республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Бишбүләк районынан «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» һәм «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр ойошмаһы ҡатнашҡан. Ылау бөгөн тәғәйен урынға юлланды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлеген һынау буйынса ярыштар үтте

Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн ойошторола. Хәрби әҙерлекте һынау - һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә Бөрө ҡалаһында мәғариф фестивале уҙғарылды

Сара район хакимиәте һәм өҫтәмә белем биреү үҙәге тарафынан ойошторолдо. Дискуссия майҙансыҡтарында ун һигеҙ мәктәп етәкселеге, тәжрибәле педагогтар, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре һәм балалар ҡатнашты.