БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.8K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республика Палестина халҡына ярҙам итәсәк

Бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ Палестина халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында барҙы. “Логистика үҙәге тотороҡло эшләй. Унан махсус хәрби операция биләмәһенә ылауҙар даими оҙатыла. Халыҡҡа Палестина өсөн ярҙам тупланыуы хаҡында иғлан итегеҙ”, тине Радий Хәбиров.
Палестина һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Газа секторында 9 меңгә яҡын кеше һәләк булған, 24 меңдән ашыуы яраланған. ТАСС белдереүенсә, уларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар, ололар һәм балалар. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Беҙҙең ил Израилде тиҙ арала ҡан ҡойошто туҡтатырға саҡыра. Рәсәйҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы даими вәкиле Василий Небензя Газа секторындағы хәлдәрҙе глобаль фажиғә тип атаны. Атыш һәм бомбаға тотоуҙы бөгөн туҡтатмаһаҡ, конфликт оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, тине ул.
“Боролош” романы авторы Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл тула

Нуриман районы Иҫке Күл ауылында яҙыусыны иҫкә алыу сараһы үтте. Мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Иҫке Күл ауылында “Ғәйнанов уҡыуҙары” ойошторолдо. Әҙәби конкурста төрлө райондарҙан балалар һәм өлкәндәр ҡатнашты.
Башҡортостан иген менән үҙен тулыһынса тәьмин итә алған

Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә төп күрһәткестәр менән таныштырҙылар. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл 3 миллион 200 мең тонна ашлыҡ йыйылды. Һәр өсөнсө кеше ауылда йәшәй һәм эшләй. Һуңғы 5 йылда федераль программа буйынса 1 мең 300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Әле республика мәктәптәрендә 2 меңдән ашыу бала 90 агрокласта белем ала.
Башҡортостан Башлығы хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне

Бөгөн Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ил һәм республика наградаларын тапшырҙы. “Халыҡтың берҙәм булыуы, Ватанға тоғролоҡ, уның һағына баҫырға әҙер тороу именлек һәм татыулыҡ өсөн төп шарт булып тора”, - тине Башҡортостан етәксеһе.
Награда алыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Өфө районы Алексеевка мәктәбенең химия уҡытыусыһы Рита Халиҡоваға “Рәсәйҙең атҡаҙанған педагогы” тигән исем бирелде. Башҡорт дәүләт драма театры артисы Рәүис Заһитовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Бөгөн "Башавтотранс" предприятиеларына 20 яңы туристик автобус тапшырылды

Улар бөтә ил буйлап сәфәр ҡылыусыларҙы йөрөтәсәк. Автобустар дәүләт контракты буйынса 557 миллион һумға алынған. Быға тиклем июнь айында "Башавтотранс"ҡа ошондай 32 техника бирелде. -Республикала күп саралар үтә. Яңы автобустар киләһе йылда, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгәндә эшләй. Әле "Башавтотранс" илдәге ҙур пассажир компаниялары рәтендә. Үҫеш буласаҡ. Алға!, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ водителдәр өсөн яңы ятаҡты ҡараны. Ул 102 кешегә иҫәпләнгән.
Башҡортостанда балалар лагерҙары тәртипкә килтерелә

Йәйге каникулға ял итеү үҙәктәрендә тиҙ төҙөлә торған биш бина сафҡа инә. Ҡала ситендәге бер лагерь төҙөкләндерелә. Быйыл 49 урынлыҡ корпустар Өфөнөң “Аҡсарлаҡ”, Шишмә районының “Патриот” паркында, Стәрлебаш һәм Илеш райондарында төҙөлгән.
Бүздәк халҡы Еңеү өсөн берләште

“Еңеү өсөн берләштек”. Бүздәк районы Түреш ауылында йәшәүселәр шулай ти. Халыҡ яугирҙәр өсөн гуманитар ылау әҙерләй. “Һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам туплауға өлөш индерә”, ти Түреш ауыл биләмәһе башлығы Римма Мусина.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров террорға ҡаршы төбәк комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе

Көн тәртибендә - экстремистик идеологияға һәм йәмғиәтте тарҡатыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт һөжүмдәренә ҡаршы тороу мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар миллә һәм конфессия-ара конфликттарҙы иҫкәртеү буйынса төп бурыстарҙы ҡараны. Берлектәге эш йүнәлештәре иҫәбендә - йәштәр араһында әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән уҡытыу семинарҙарын ойоштороу һорауҙары күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башавтотранс» предприятиеһының техника паркы 20 яңы «Ютонг» менән тулылынды

Өфөнән төбәк, ҡала-ара маршруттарға заманса яңы автобустар йөрөй башлай. Бөгөн «Башавтотранс» предприятиеһының техника паркы 20 яңы «Ютонг» менән тулылынды. Водителдәргә автобус асҡысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы бөгөн бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге юғары исемдәргә, орден-миҙалдарға алты тиҫтәгә яҡын һөнәр эйәһе лайыҡ булды. Башҡортостан башлығы бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп уларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Был залда төрлө һөнәр эйәләре йыйылған, әммә һәр берегеҙ үҙенең белемен, көсөн тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә бағышлаған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәк етәксеһе Өфөнөң Совет майҙанында Дыуан районы туристары менән аралашты

Башҡортостанда төрлө программалар бар, улар кешеләрҙең тормошон сифатлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» - өлкән быуын кешеләренә сәйәхәт итергә, өйҙән сығырға, хәрәкәт итергә, аралашырға мөмкинлек бирә. Төбәк етәксеһе Өфөнөң Совет майҙанында Дыуан районы туристары менән аралашты. Радий Хәбиров экскурсиға килеүселәргә Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған программалар, улар ярҙамында сит илдәргә барыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ситуация үҙәгендә контракт килешеүе һорауҙары буйынса консультацияны хәрбиҙәр алып бара башланы

Колл-үҙәк эшмәкәрлегенә йәлеп ителгән офицерҙар, инструкторҙар ир-егеттәргә документтар, социаль түләүҙәр, контракт хеҙмәте шарттары буйынса мәғлүмәт еткереп граждандар менән эш алып бара. Ситуация үҙәгенә контракт хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙан көнөнә 200-300 шылтыратыу ҡабул ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» хәрби-патриотик паркында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары хәрби әҙерлек үтте

Уҡыусыларҙың каникулында уҡытыусылар парта артына ултырҙы. Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары хәрби -медицина, строевой,тактик һәм атыу әҙерлеге үтте. «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектына ярашлы ойошторолған белем биреү программаһы хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова менән осрашыу үтте

«Емешле көҙөм» тип исемләнгән кисә Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусыларын, гәзит-журнал мөхәррирҙәрен, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Осрашыуҙа беҙҙең ижади төркөм дә булды.
3
Башҡортостан бюджетына бәйле закон проекты парламентҡа тапшырылды

Төп финанс документ Республика Башлығы исеменән әҙерләнгән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылда ҡаҙна 289 миллиард һумға тулылана. 2024 йылда сығым 10 миллиард һумға күберәк була, аҙаҡ ике йыл дауамында дефицит күҙалланмай. Бюджетҡа бәйле закон проекты бөгөн парламенттың президиум ултырышында ҡарала.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса быйыл 700-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырыла

Бының өсөн 600 миллион һум йәлеп ителде. Быйылдан республика бюджетынан күберәк аҡса йүнәлтелә башланы, ә халыҡтан аҙыраҡ иғәнә йыйыла. Программа буйынса юлдар ремонтлана, мәктәп һәм клубтар төҙөкләндерелә, зыяраттар кәртәләнә, урамдан яҡтыртыла, һыу үткәрелә һәм башҡа мөһим эштәр башҡарыла. Тиҙҙән 2024 йыл конкурсына рәсми старт бирелә. Халыҡ йыйылыштарҙа төҙөкләндереү кәрәк булған проекттар өсөн тауыш бирә.
Башҡортостан хоккей лигаһында яңы миҙгел башлана

Быйыл чемпионатта һәүәҫкәр 6 команда ҡатнаша. Улар төрлө ойошмалар исеменән сығыш яһай. Былтыр беренсе миҙгелдә 4 команда көс һынашты. Ике ай дауамында ярыштар уҙҙы. Унда Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттарынан торған “Уралец” командаһы еңеү яуланы. Чемпионат 5 ноябрҙә “Өфө-Арена”ла рәсми асыла.
Республика юлдарында миҙгелгә бәйле тиҙлекте арттырыу сикләнә

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан шул турала хәбәр итәләр. Күперҙәрҙә “Тайғаҡ юл” һәм “Тиҙлек сикләнә” тигән билдәләр барлыҡҡа килде. Юл аша үткән 100 метрҙан оҙонораҡ бөтә гидротехник ҡоролмаларҙа тиҙлекте сәғәтенә 40 километрҙан күберәк арттырырға ярамай.
Иң яҡшы агрокласс уҡыусылары асыҡланды

Республикала ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнө алдынан “Иң яҡшы агрокласс уҡыусыһы”н билдәләнеләр. Махсус класта белем алған 171 бала тәбрикләнде. Мәктәптәрҙә ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларға 50 мең һумлыҡ айырым сертификат бирелә

Был сумма белем алыуға тотонолорға тейеш. Өҫтәмә ярҙам хәрбиҙәрҙең ғаиләлә ағзаларына ла ҡаралған. Уның күләме 20 мең һумға тиң. Баймаҡ районының “Ғаилә” социаль үҙәгендә ошондай мөмкинлек менән 3 һалдат файҙаланған.
Башҡортостанда 4 ноябрҙә бирелергә тейешле социаль түләүҙәр алдан түләнә

Почта аша алыусылар өсөн аҡса 2 һәм 3 ноябрҙә килтерелә. Был турала Социаль фондтан хәбәр итәләр. Пенсияны һәр айҙың 12-се көнөндә банктан алыусылар өсөн аҡса шулай уҡ ваҡытынан алда 10 ноябрҙә күсерелә. 4 ноябрь байрамға, 12 ноябрь ял көнөнә тура килә. Башҡортостанда 1 миллион 135 мең пенсионер бар. Уларҙың өстән ике өлөшөнә пенсия банк картаһына күсә, ҡалғандар аҡсаны ҡулдарына ала.