БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.8K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышты

Эштәр «Фән һәм университеттар» милли проекты буйынса башҡарыла. Объект ике сиратта төҙөлә. Беренсеһе, 36 мең квадрат метрға иҫәпләгән Ай Кю парк йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әле бинала биҙәкләү эштәре бара. Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Башҡортостан башлығы бинаның эске һәм тышҡы дизайны менән танышҡандан һуң, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты

Сара сиктәрендә Башҡортостан агросәнәғәт комплексында иң яҡшы 11 район билдәләнде. Хужалыҡтарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр дәүләт наградалары менән бүләкләнһә, ураҡ эшендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән ауыл эшсәндәре «Нива» автомобиле асҡыстары алды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Талбазы икмәк бешереү комбинаты һуңғы бер йыл эсендә 400 млн һум килем алыуға ирешкән

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы сиктәрендә үҫешкән предприятиела ҡамыр-ҡалас продукцияһы ассортименты киңәйтелгән. Әйткәндәй, йөҙҙән ашыу кооперативты берләштергән «Башпотребсоюз» йәмғиәте республика буйынса 3 миллиард һумдан ашыу табыш алған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә планға ингән бөтә майҙан файҙаланыуға тапшырылған

«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә планға ингән бөтә 206 майҙан да файҙаланыуға тапшырылған. Ошо маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Әйткәндәй, ремонтҡа бүленгән финанс күләме лә, төҙөкләндерелгән ихаталар һаны ла йылдан-йыл арта. Ихаталар баш ҡалала һәм республиканың башҡа төбәктәрендә тәртипкә килтерелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәстә «Аҡмулла уҡыуҙары» үтте

Төбәк-ара форум Силәбе өлкәһе Хөкүмәте менән Миәс ҡала округы хакимиәте ярҙамында уҙғарылды. Ул Көньяҡ Урал граждандар башланғыстарына ярҙам фонды тарафынан граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Силәбе өлкәһе губернаторы грантына ойошторолдо.
Башҡортостан һәм Удмурт республикалары утрауҙарҙы бүлеште

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ике төбәк араһында сикте билдәләгән закон ҡабул ителде. Краснокама районында Кама йылғаһында ятҡан өс утрау буйынса мәсьәлә электән хәл ителмәй килгән. Архив материалдарын өйрәнгәндән һуң, бер утрау беҙҙең республика ҡарамағына күсерелгән. Башҡортостан 6 төбәк менән сиктәш. Күршеләр менән административ-территориаль мәсьәләләрҙе хәл итеү эше аҙағына яҡынлашып килә.
Республика халҡы банктарға 916 миллиард һум түләргә тейеш

Башҡортостан Милли банкынан белдереүҙәренсә, кредит юллаусылар артҡан. Уның яртыһы ипотекаға тура килә. Быйыл торлаҡ кредиты алғандар һаны икеләтә күбәйгән. Сентябрҙә, мәҫәлән, 34 миллиард һумға ипотека килешеүҙәре раҫланған. Ҡулланыусы кредитын юллағандар ҙа байтаҡ.
Радий Хәбиров юл ремонты өсөн ҡырсынташ карьеры булмаған райондарға өҫтәмә аҡса бирергә тәҡдим итте

Хөкүмәттә ауылдарға илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов әйтеүенсә, бер километр юлды ҡом-таш менән түшәү уртаса ике миллион һумға барып баҫа. Бөтә биләмәләрҙә лә ҡырсынташ карьеры булмау сәбәпле ремонт ҡиммәткә төшә. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү өсөн өҫтәмә финанс бүлергә кәрәк тине.
Быйыл ауылдарға илткән юлдарға ҡом-таш түшәү өсөн 540 миллион һум бүленде. Был суммаға 438 километр юл тәртипкә килтерелде. Программа 2019 йылдан ғәмәлдә.
Кино төшөрөү өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына эйә булғандар асыҡланды

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 5 проект еңеүсе тип табылды. Уларға 50 миллион һум бүлеп бирелә. Грант алғандар араһында режиссерҙар Булат Йосопов һәм Айнур Асҡаров бар. Булат Йосопов Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына нәфис фильм әҙерләй. Унда төшөү өсөн актерҙарға кастинг иғлан ителде. Ул Өфөлә 5-6 ноябрҙә ойошторола.
Башҡортостанда яугирҙәрҙең балалары ҡала янындағы лагерҙарҙа бушлай ял итә

Көҙгө каникул осоронда меңгә яҡын путевка бирелгән. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, йәйге осорҙа программа менән 1 мең 400-ҙән ашыу бала файҙаланған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балаларына ял ойоштороу өсөн республика ҡаҙнаһынан быйыл 250 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
Бөгөн Башҡортостан Милли музейында “Инеш” тип исемләнгән һүрәттәр күргәҙмәһе асыла

Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәшит Хәбировтың 70 йәшлек юбилейына арнап әҙерләнгән. “Экспозицияла башҡорт халҡының көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдарған картиналар урын ала”, ти музейҙың бүлек мөдире Рәзилә Салауатова.
Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң Сергей Михалев скверы асыла

Унда резина япмалы балалар майҙансығы эшләнде, йәйәүлеләр өсөн юл һалынды, яҡтыртҡыстар һәм видеокамералар ҡуйылды. "Салауат Юлаев"тың элекке тренеры исемендәге сквер Спорт һарайы янында урынлашҡан. Юлаевсылар Сергей Михалев етәкселегендә тәүге тапҡыр чемпион булды.
👍1
Республика хужалыҡтарының техника паркы яңыртыла

Йыл һайын 400-ҙән ашыу яңы трактор, 200 комбайн һәм башҡа транспорт алына. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Быйыл Башҡортостанда 3 миллион 300 мең тонна иген йыйып алынды.
Өфөлә урам атамалары биреү буйынса махсус комиссия булдырыла

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев шундай ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Эксперт комиссияһы яңы урамдарға исем биреү йәки булғандарының атамаһын алмаштырыу эше өсөн яуаплы була. Төркөмдө Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары етәкләй. Әле баш ҡалала 1 мең 300-гә яҡын урам иҫәпләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика мосолмандарының диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Фәләстандың тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Бөгөн Радий Хәбиров республика мосолмандарының диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты. Унда Фәләстандың тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Талбазы ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашысуыларға ярҙам итә

Гүзәл заттар урындағы мәҙәниәт йортонда йыйылып яугирҙарға маскировкалау селтәрен үрә. Ҡатын-ҡыҙҙар йәйге көндәрҙә меңәрләгән селтәр әҙерләп ебәргән. Әле улар ҡышҡылыҡҡа аҡ төҫтәге туҡыманан селтәр үрә. Яугирҙар күңел йылыһы менән әҙерләнгән маскировкалау селтәрҙәрен хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡуллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Ураҡсин уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция башланды

Билдәле башҡорт ғалимы, телсе- тюрколог, йәмәғәт эшмәкәре, остаз Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың ғилми ҡаҙаныштарына арналған сара Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә үтә. Конференцияла Рәсәй төбәктәренән ғалимдар, телселәр, шулай уҡ сит илдәрҙән белгестәр гуманитар фәндәр торошо тураһында фекер алыша.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ялла» төркөмөнөң йыры Ғафури районы ҡыҙына иҫән ҡалырға ярҙам иткән

«Ялла» вокаль - инструменталь ансамбль төркөмө етәксеһе Урта Азияның бөтә илдәре башҡорттарын берләштереү башланғысы менән сығыш яһаны.
Үзбәкстанда башҡорт диаспораһы ҙур. Бынан тыш, башҡорттар менән үзбәктәрҙе мәҙәниәт, берҙәм дин һәм күп быуатлыҡ тарих берләштерә. Улар һәр ваҡыт рухи яҡтан яҡын халыҡтар булып ҡала, ти Фәррух Закиров. Ул йәштәрҙе Батыр Закиров исемендәге милли эстрада институтына уҡырға саҡырҙы.
БЮТ ижади төркөмө ярҙамында «Ялла» ижадын һөйөүселәрҙең береһе, уның йыры ҡасандыр ҡыҙына иҫән ҡалырға ярҙам иткән ханым, Фәрух Закировҡа рәхмәт белдерҙе. Тулыраҡ видеояҙмала.
Республика Палестина халҡына ярҙам итәсәк

Бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ Палестина халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында барҙы. “Логистика үҙәге тотороҡло эшләй. Унан махсус хәрби операция биләмәһенә ылауҙар даими оҙатыла. Халыҡҡа Палестина өсөн ярҙам тупланыуы хаҡында иғлан итегеҙ”, тине Радий Хәбиров.
Палестина һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Газа секторында 9 меңгә яҡын кеше һәләк булған, 24 меңдән ашыуы яраланған. ТАСС белдереүенсә, уларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар, ололар һәм балалар. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Беҙҙең ил Израилде тиҙ арала ҡан ҡойошто туҡтатырға саҡыра. Рәсәйҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы даими вәкиле Василий Небензя Газа секторындағы хәлдәрҙе глобаль фажиғә тип атаны. Атыш һәм бомбаға тотоуҙы бөгөн туҡтатмаһаҡ, конфликт оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, тине ул.
“Боролош” романы авторы Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл тула

Нуриман районы Иҫке Күл ауылында яҙыусыны иҫкә алыу сараһы үтте. Мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Иҫке Күл ауылында “Ғәйнанов уҡыуҙары” ойошторолдо. Әҙәби конкурста төрлө райондарҙан балалар һәм өлкәндәр ҡатнашты.
Башҡортостан иген менән үҙен тулыһынса тәьмин итә алған

Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә төп күрһәткестәр менән таныштырҙылар. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл 3 миллион 200 мең тонна ашлыҡ йыйылды. Һәр өсөнсө кеше ауылда йәшәй һәм эшләй. Һуңғы 5 йылда федераль программа буйынса 1 мең 300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Әле республика мәктәптәрендә 2 меңдән ашыу бала 90 агрокласта белем ала.