БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.8K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы саралар үтә

Радий Хәбиров аграр өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонна залында төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған иллегә яҡын белгес абруйлы исемдәр, Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙал һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Башҡортостан башлығы һөнәри байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, ауыл хужалығының республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ауыл эшсәндәре көсө менән төбәк ышаныслы алға бара.
Бөгөн Өфөлә “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре асыҡланды

10 октябрҙән ойошторолған ижади бәйгелә дүрт номинация буйынса 11 мең 200 конкурсант көс һынашты. Унда республика район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән уҡыусылар, уҡытыусылар, студенттар ҡатнашты.
Шаран районында “Туй йолаһы” фестивале бара

Бөгөн һәм иртәгә Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар үҙ төбәктәренә хас йола үҙенсәлектәре менән таныштыра. Сарала ижади коллективтар, фольклор һәм үҙешмәкәр ансамблдәр, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталары ҡатнаша.
👍1
Өфөлә үҙенсәлекле һәйкәлдәр барлыҡҡа килде

Ағиҙел яры буйында сармат боланы һәм айыуы һындары урынлаштырылды. Скифтар һәм сарматтар дәүеренә ҡараған тарихи ҡомартҡылар Өфөлә археология һәм этнография музейында һаҡлана. Өфөлә иҫтәлекле туристик урындар булдырыу буйынса эш дауам итә. Үҙәк урамдарҙы яҡтыртыу үткәрелә, туристар өсөн сәфәр йорттары асылды.
👍1
Хәйбулла районында “Сал Урал” тип исемләнгән фестиваль үтте

Татыр-Үҙәк ауылында рус халыҡ фольклор коллективтары сығыш яһаны. Улар йолаларҙы сәхнәләштерҙе, әкиәт, халыҡ йырҙары, милли бейеүҙәре һәм әйтемдәре менән таныштырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә

Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла.
Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белеме булған көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика перинаталь үҙәгендә өс игеҙәк донъяға килгән

Ике ҡыҙ һәм бер малай тыуғандан һуң өс тәүлек кислород терапияһында. Дүртенсе тәүлектә сабыйҙар әсәһе эргәһенә палатаға күсерелә. 21 октябрҙә донъяға килгән сабыйҙар бөгөн перинаталь үҙәктән өйҙәренә ҡайтарылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.
3
Башҡортостан ир-егеттәре контракт буйынса хеҙмәт итә ала

Хәрби комиссариатҡа көн һайын 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Улар тәүҙә урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшеренеүе үтә. Һуңынан Өфөлә хеҙмәт килешеүе төҙөй. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. “60 йәшкә тиклемге ир-егегеттәр Ҡораллы көстәргә алына. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белеме булғандар ҙа илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә хоҡуҡлы”, - тип белдерҙе Айҙар Ғәйетғәлин. Ул Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы.
Республикала янғындарға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала

Быйыл утта 200-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың дүртәүһе балалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре Хөкүмәттә уҙған комиссия ултырышында тикшерелде. Белгестәр әйтеүенсә, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу фажиғәгә килтерә. Янғындарҙың 90 проценттан ашыуы торлаҡ йорттарҙа, йорт яны ҡаралтыларында һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә теркәлә. Комиссия ултырышында янғындар һәм һәләк булыусылар һанын кәметеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул ителде.
Башҡортостанда яугирҙәргә кейем теккән ойошмаларға грант тапшырыла

Вице-премьер – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев шулай тип белдерҙе. Өфөлә үткән еңел сәнәғәтселәр форумы барышында махус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ихтыяждары өсөн тауар етештергән компанияларға грант биреү мәсьәләһе ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышты

Эштәр «Фән һәм университеттар» милли проекты буйынса башҡарыла. Объект ике сиратта төҙөлә. Беренсеһе, 36 мең квадрат метрға иҫәпләгән Ай Кю парк йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әле бинала биҙәкләү эштәре бара. Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Башҡортостан башлығы бинаның эске һәм тышҡы дизайны менән танышҡандан һуң, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты

Сара сиктәрендә Башҡортостан агросәнәғәт комплексында иң яҡшы 11 район билдәләнде. Хужалыҡтарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр дәүләт наградалары менән бүләкләнһә, ураҡ эшендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән ауыл эшсәндәре «Нива» автомобиле асҡыстары алды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Талбазы икмәк бешереү комбинаты һуңғы бер йыл эсендә 400 млн һум килем алыуға ирешкән

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы сиктәрендә үҫешкән предприятиела ҡамыр-ҡалас продукцияһы ассортименты киңәйтелгән. Әйткәндәй, йөҙҙән ашыу кооперативты берләштергән «Башпотребсоюз» йәмғиәте республика буйынса 3 миллиард һумдан ашыу табыш алған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә планға ингән бөтә майҙан файҙаланыуға тапшырылған

«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә планға ингән бөтә 206 майҙан да файҙаланыуға тапшырылған. Ошо маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Әйткәндәй, ремонтҡа бүленгән финанс күләме лә, төҙөкләндерелгән ихаталар һаны ла йылдан-йыл арта. Ихаталар баш ҡалала һәм республиканың башҡа төбәктәрендә тәртипкә килтерелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәстә «Аҡмулла уҡыуҙары» үтте

Төбәк-ара форум Силәбе өлкәһе Хөкүмәте менән Миәс ҡала округы хакимиәте ярҙамында уҙғарылды. Ул Көньяҡ Урал граждандар башланғыстарына ярҙам фонды тарафынан граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Силәбе өлкәһе губернаторы грантына ойошторолдо.
Башҡортостан һәм Удмурт республикалары утрауҙарҙы бүлеште

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ике төбәк араһында сикте билдәләгән закон ҡабул ителде. Краснокама районында Кама йылғаһында ятҡан өс утрау буйынса мәсьәлә электән хәл ителмәй килгән. Архив материалдарын өйрәнгәндән һуң, бер утрау беҙҙең республика ҡарамағына күсерелгән. Башҡортостан 6 төбәк менән сиктәш. Күршеләр менән административ-территориаль мәсьәләләрҙе хәл итеү эше аҙағына яҡынлашып килә.
Республика халҡы банктарға 916 миллиард һум түләргә тейеш

Башҡортостан Милли банкынан белдереүҙәренсә, кредит юллаусылар артҡан. Уның яртыһы ипотекаға тура килә. Быйыл торлаҡ кредиты алғандар һаны икеләтә күбәйгән. Сентябрҙә, мәҫәлән, 34 миллиард һумға ипотека килешеүҙәре раҫланған. Ҡулланыусы кредитын юллағандар ҙа байтаҡ.
Радий Хәбиров юл ремонты өсөн ҡырсынташ карьеры булмаған райондарға өҫтәмә аҡса бирергә тәҡдим итте

Хөкүмәттә ауылдарға илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов әйтеүенсә, бер километр юлды ҡом-таш менән түшәү уртаса ике миллион һумға барып баҫа. Бөтә биләмәләрҙә лә ҡырсынташ карьеры булмау сәбәпле ремонт ҡиммәткә төшә. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү өсөн өҫтәмә финанс бүлергә кәрәк тине.
Быйыл ауылдарға илткән юлдарға ҡом-таш түшәү өсөн 540 миллион һум бүленде. Был суммаға 438 километр юл тәртипкә килтерелде. Программа 2019 йылдан ғәмәлдә.
Кино төшөрөү өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына эйә булғандар асыҡланды

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 5 проект еңеүсе тип табылды. Уларға 50 миллион һум бүлеп бирелә. Грант алғандар араһында режиссерҙар Булат Йосопов һәм Айнур Асҡаров бар. Булат Йосопов Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына нәфис фильм әҙерләй. Унда төшөү өсөн актерҙарға кастинг иғлан ителде. Ул Өфөлә 5-6 ноябрҙә ойошторола.
Башҡортостанда яугирҙәрҙең балалары ҡала янындағы лагерҙарҙа бушлай ял итә

Көҙгө каникул осоронда меңгә яҡын путевка бирелгән. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, йәйге осорҙа программа менән 1 мең 400-ҙән ашыу бала файҙаланған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балаларына ял ойоштороу өсөн республика ҡаҙнаһынан быйыл 250 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.