БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.81K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан бюджеты быйыл 9 айҙа 3,4 процентҡа артҡан

Республика Хөкүмәте ултырышында ҡаҙна үтәлеше ҡаралды. Ғинуарҙан октябргә тиклем бюджет 209 миллиард һумға тулыланған. Былтырғы осорға ҡарағанда, быйыл 9 айҙа һалым күберәк йыйылған. Федераль ҡаҙнанан субсидиялар килгән. Ултырышта киләһе йылдарға бюджет проекты ла ҡаралды. 2024 йылда ҡаҙна дефициты 10 миллиард һум булһа, аҙаҡ ул күҙалланмай.
Хәйбуллала яугирҙәрҙең туғандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Районда бының өсөн айырым программа ҡабул ителгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың яҡындары өсөн сәйәхәт ойошторола, һаулыҡтарын нығытыуҙа саралар күрелә. Әле әсәйҙәрҙең бер төркөмө “Яҡтыкүл” шифаханаһында ял итә. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү буйынса 30-ҙан ашыу сара ҡаралған. Яугирҙәр “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына һәм социаль координаторҙарға мөрәжәғәт итә ала.
Башҡортостандан 5 кеше “Рәсәй лидерҙары” конкурсының супер финалында сығыш яһай

Түбәнге Новгородта идарасылар өсөн ойошторолған сараның округ ярышы уҙҙы. Унда 11 төбәктән 46 кеше еңеү яуланы. Улар Мәскәүҙә супер финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды. “Рәсәй лидерҙары” конкурсы 2017 йылдан ойошторола. Быйыл бишенсе миҙгелдә Башҡортостандан 3 меңдән ашыу кеше заявка ебәргән.
Башҡортостанда милли проекттар 71 процентҡа үтәлгән

Республика Хөкүмәтендә кәңәшмә уҙҙы. Быйыл милли проекттар өсөн 39 миллиард һум йүнәлтелгән. Был суммаға 54 объект төҙөлә һәм төҙөкләндерелә. Йыл дауамында 12 мәҙәниәт ойошмаһы яңыртылды, 3 виртуаль концерт залы асылды, 48 мәктәп һәм балалар баҡсаһына спорт ҡорамалдары ҡайтарылды, 11 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелде, шулай уҡ юлдар ремонтланды һәм иҫке торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды. Кәңәшмәлә йыл аҙағына тиклем ҡалған эштәрҙе тамамлау бурысы ҡуйылды.
Башҡортостанда хеҙмәт алдынғыларын данлайҙар

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтә. “Торатау” Конгресс-холында бер төркөм замандаштарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантананың төп өлөшө төштән һуң башлана. Ураҡ барышында фиҙаҡәрлек һәм оҫталыҡ күрһәткән механизаторҙарға “Лада Нива” автомобиле тапшырыла.
👍1
Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү тамамланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл 30 район һәм ҡалала 246 күп фатирлы йорттағы 206 ихата тәртипкә килтерелгән. Бының өсөн 1,27 миллиард һум тотонолоған. Ошо сумманан 12 миллион һумды фатир хужалары йыйған. Төҙөкләндереү барышында 4,5 мең автомобиль ҡалдырыу урыны, 152 балалар һәм спорт майҙансығы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 84 урын йыһазландырылған. “Башҡорт ихаталары” программаһы киләһе йылда ла дауам итә”, тип яҙа Радий Хәбиров.
Аҡса алмаштырырға теләгәндәргә ышанмағыҙ

Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар яңы мәкерле алым уйлап тапҡан. Таныш булмаған кешеләр үҙҙәрен банк хеҙмәткәре булараҡ таныта һәм иҫке 5 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны яңыһына алмаштырырға тәҡдим итә. Яңы банкнот 16 октябрҙә файҙланыуға сыҡты. Элекке ҡағыҙ аҡсалар ҙа әйләнештә ҡала. 5 мең һумлыҡтарҙы алмаштырырға тәҡдим иткән кеше мутлашыусы, уға ышанырға ярамай, тип иҫкәртә белгестәр.
Башҡортостан Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡаҙаныштары менән таныштыра

4 ноябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ хужалығы йортонда ҙур экспозиция асыла. Унда бөтә төбәктәр ҡатнаша. Беҙҙең республика мәҙәни, туристик, инвестиция, сәнәғәт өлкәһендәге уңыштарын тәҡдим итә.“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы апрелгә тиклем дауам итә. Уның барышында 3 декабрҙә Башҡортостан көнө уҙғарыла. Бында халҡыбыҙ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған никахлашыу тантанаһы ла башҡарыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 70 километр «тауышлы юлдар» ремонтланған

Тағы ла 112 саҡрымда эш тамамланыу алдында. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Халыҡты борсоған участкаларҙы төҙөкләндереү программаһы быйыл эшләй башланы. Уны ғәмәлгә ашырыуға 4 миллиард һум аҡса бүленде. Финанслау киләһе йыл да шул кимәлдә ҡала. Юлдарҙы ремонтлау тотош республика буйынса алып барыла.
Өфөлә ВУЗ-ара студенттар кампусының тәүге өлөшө киләһе йылдың 1 ғинуарында файҙаланыуға тапшырыла

Бында реконструкция дауам итә. Бөгөн эштәр барышы менән Республика Башлығы Радий Хәбиров танышты. - Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк яҡшы шарттар булдырырға тейешбеҙ. Бында кампустың беренсе өлөшө. 1 ғинуарға тиклем файҙаланыуға тапшырабыҙ. Был ваҡытҡа стеналар ғына түгел, тейешле ҡорамалдар әҙер булырға тейеш. Көсөргәнешле эш тәүлек әйләнәһе бара. Кампустың икенсе өлөшөн 2025 йылдың 1 декабренә тиклем файҙаланыуға тапшырыу маҡсаты тора, тине Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы саралар үтә

Радий Хәбиров аграр өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонна залында төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған иллегә яҡын белгес абруйлы исемдәр, Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙал һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Башҡортостан башлығы һөнәри байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, ауыл хужалығының республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ауыл эшсәндәре көсө менән төбәк ышаныслы алға бара.
Бөгөн Өфөлә “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре асыҡланды

10 октябрҙән ойошторолған ижади бәйгелә дүрт номинация буйынса 11 мең 200 конкурсант көс һынашты. Унда республика район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән уҡыусылар, уҡытыусылар, студенттар ҡатнашты.
Шаран районында “Туй йолаһы” фестивале бара

Бөгөн һәм иртәгә Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар үҙ төбәктәренә хас йола үҙенсәлектәре менән таныштыра. Сарала ижади коллективтар, фольклор һәм үҙешмәкәр ансамблдәр, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталары ҡатнаша.
👍1
Өфөлә үҙенсәлекле һәйкәлдәр барлыҡҡа килде

Ағиҙел яры буйында сармат боланы һәм айыуы һындары урынлаштырылды. Скифтар һәм сарматтар дәүеренә ҡараған тарихи ҡомартҡылар Өфөлә археология һәм этнография музейында һаҡлана. Өфөлә иҫтәлекле туристик урындар булдырыу буйынса эш дауам итә. Үҙәк урамдарҙы яҡтыртыу үткәрелә, туристар өсөн сәфәр йорттары асылды.
👍1
Хәйбулла районында “Сал Урал” тип исемләнгән фестиваль үтте

Татыр-Үҙәк ауылында рус халыҡ фольклор коллективтары сығыш яһаны. Улар йолаларҙы сәхнәләштерҙе, әкиәт, халыҡ йырҙары, милли бейеүҙәре һәм әйтемдәре менән таныштырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә

Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла.
Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белеме булған көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика перинаталь үҙәгендә өс игеҙәк донъяға килгән

Ике ҡыҙ һәм бер малай тыуғандан һуң өс тәүлек кислород терапияһында. Дүртенсе тәүлектә сабыйҙар әсәһе эргәһенә палатаға күсерелә. 21 октябрҙә донъяға килгән сабыйҙар бөгөн перинаталь үҙәктән өйҙәренә ҡайтарылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.
3
Башҡортостан ир-егеттәре контракт буйынса хеҙмәт итә ала

Хәрби комиссариатҡа көн һайын 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Улар тәүҙә урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшеренеүе үтә. Һуңынан Өфөлә хеҙмәт килешеүе төҙөй. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. “60 йәшкә тиклемге ир-егегеттәр Ҡораллы көстәргә алына. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белеме булғандар ҙа илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә хоҡуҡлы”, - тип белдерҙе Айҙар Ғәйетғәлин. Ул Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы.
Республикала янғындарға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала

Быйыл утта 200-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың дүртәүһе балалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре Хөкүмәттә уҙған комиссия ултырышында тикшерелде. Белгестәр әйтеүенсә, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу фажиғәгә килтерә. Янғындарҙың 90 проценттан ашыуы торлаҡ йорттарҙа, йорт яны ҡаралтыларында һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә теркәлә. Комиссия ултырышында янғындар һәм һәләк булыусылар һанын кәметеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул ителде.
Башҡортостанда яугирҙәргә кейем теккән ойошмаларға грант тапшырыла

Вице-премьер – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев шулай тип белдерҙе. Өфөлә үткән еңел сәнәғәтселәр форумы барышында махус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ихтыяждары өсөн тауар етештергән компанияларға грант биреү мәсьәләһе ҡаралған.