БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.81K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда инвесторҙарға модулле йорттар төҙөү буйынса предприятие булдырырға тәҡдим итәләр

Бындай ҡоролмаларҙы ял базаларында ҡулланыу планлаштырыла. Бизнес башланғысты ғәмәлгә ашырыу 140 миллион һумға баһалана, 25 эш урыны булдырыла, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Предприятиены Иглин районында урынлаштырыу тәҡдим ителә. Бында 2 кешенән 5 кешегә тиклем иҫәпләнгән йыйылма йорттар әҙерләү ҡарала.
Башҡортостан шәкәр диабеты менән көрәш өсөн федераль ярҙам ала

Беҙҙең республикаға 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Был сумма эндокринология үҙәктәрен булдырыу һәм яңыртыуға, ауыл дауаханалары өсөн ҡорамалдар алыуға тотонола. Башҡортостанда 124 меңдән ашыу кешегә "диабет" диагнозы ҡуйылған, сирлеләр араһында 1 мең 602 бала бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Башҡортостан ихаталары» программаһы киләһе йыл да үтәләсәк

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Күләмле программа буйынса 2023 йылға төҙөкләндерелергә тейеш бөтә биләмәләр тәртипкә килтерелгән. Ултырышта йылытыу миҙгеле менән бәйле ҡатмарлыҡтар, Өфө урамдарында юл ремонты һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Муса Гәрәев урамында транспорт хәрәкәте тергеҙелде

Ул Комсомол менән Рудольф Нуриев урамдарын тоташтырҙы. Урамдың оҙонлоғо ҙур түгел - 493 метр булһа ла, баш ҡала өсөн ул мөһим объект. Муса Гәрәев урамы асылыу менән әле төҙөлөп яҡтан Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәгенә юл барлыҡҡа килде. Урамды төҙөүҙә заманса технологиялар ҡулланыла: термопластика ярҙамында юл һыҙаттары һыҙылған, тактиль плитәләр һалынған, 77 юл билдәһе ҡуйылған. Объект ваҡытынан алда сафҡа индерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда проблемалы юлдар ремонтлана

Быйылға план 182 саҡрымлыҡ 57 объектты ремонтлау. Бәләбәй районында Глуховская - Знаменка һәм Ишембай районында 2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы Тирмән-Йылға - Нефтсе совхозы юлы ремонтланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проблемалы участкаларға ремонт республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эшләнә. Юлдарҙы тәртипкә килтереүҙе ноябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала янғындар менән бәйле хәл көсөргәнешле ҡала

Йыл башынан утта 204 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4-е бала. Был 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 28 кешегә күберәк.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре Хөкүмәттә уҙған комиссия ултырышында тикшерелде. Белгестәр билдәләүенсә, фажиғәле осраҡтарҙың төп сәбәптәре шул уҡ ҡала. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарының республика форумы үтте

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан беренсегә ойошторолған сара алты йөҙҙән ашыу белгесте берләштерҙе. Пленар ултырыш, тематик секциялар һәм күргәҙмә залдарындағы эш барышы тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә демография милли проекты сиктәрендә геронттология корпусы төҙөлә

Өлкән быуынды хәстәрләп. Өфөлә демография милли проекты сиктәрендә геронттология корпусы төҙөлә. Әлеге ваҡытта бинаны тотоп торған төп терәүҙәрҙең 70 проценты ҡоролған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы уҡыусылары «Урал батыр» эпосы буйынса театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте

Бөрйән районы уҡыусылары Өфө сәхнәһен яулай. Балалар баш ҡала халҡына «Урал батыр» эпосы буйынса сәхнәләштерелгән театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Башҡорт халыҡ эпосы буйынса сәхнә әҫәрен Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов ҡуйған. Ижади коллективтың Өфөгә сәфәрен «Атайсал» проекты сиктәрендә Бөрйән районы хакимиәте һәм яҡташтар берлеге ойошторған.
4
Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйҙәр

“Торатау” Конгресс-холында алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырыла. Ураҡта юғары һөҙөмтәгә ирешкән 30 механизатор “Нива-Лада” автомобиле менән бүләкләнә. Быйыл ауыл эшсәндәре 3 миллион 200 мең тонна иген йыйып алды. Шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу һәм көнбағыш урыу тамамланыу алдында.
Башҡортостан бюджеты быйыл 9 айҙа 3,4 процентҡа артҡан

Республика Хөкүмәте ултырышында ҡаҙна үтәлеше ҡаралды. Ғинуарҙан октябргә тиклем бюджет 209 миллиард һумға тулыланған. Былтырғы осорға ҡарағанда, быйыл 9 айҙа һалым күберәк йыйылған. Федераль ҡаҙнанан субсидиялар килгән. Ултырышта киләһе йылдарға бюджет проекты ла ҡаралды. 2024 йылда ҡаҙна дефициты 10 миллиард һум булһа, аҙаҡ ул күҙалланмай.
Хәйбуллала яугирҙәрҙең туғандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Районда бының өсөн айырым программа ҡабул ителгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың яҡындары өсөн сәйәхәт ойошторола, һаулыҡтарын нығытыуҙа саралар күрелә. Әле әсәйҙәрҙең бер төркөмө “Яҡтыкүл” шифаханаһында ял итә. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү буйынса 30-ҙан ашыу сара ҡаралған. Яугирҙәр “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына һәм социаль координаторҙарға мөрәжәғәт итә ала.
Башҡортостандан 5 кеше “Рәсәй лидерҙары” конкурсының супер финалында сығыш яһай

Түбәнге Новгородта идарасылар өсөн ойошторолған сараның округ ярышы уҙҙы. Унда 11 төбәктән 46 кеше еңеү яуланы. Улар Мәскәүҙә супер финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды. “Рәсәй лидерҙары” конкурсы 2017 йылдан ойошторола. Быйыл бишенсе миҙгелдә Башҡортостандан 3 меңдән ашыу кеше заявка ебәргән.
Башҡортостанда милли проекттар 71 процентҡа үтәлгән

Республика Хөкүмәтендә кәңәшмә уҙҙы. Быйыл милли проекттар өсөн 39 миллиард һум йүнәлтелгән. Был суммаға 54 объект төҙөлә һәм төҙөкләндерелә. Йыл дауамында 12 мәҙәниәт ойошмаһы яңыртылды, 3 виртуаль концерт залы асылды, 48 мәктәп һәм балалар баҡсаһына спорт ҡорамалдары ҡайтарылды, 11 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелде, шулай уҡ юлдар ремонтланды һәм иҫке торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды. Кәңәшмәлә йыл аҙағына тиклем ҡалған эштәрҙе тамамлау бурысы ҡуйылды.
Башҡортостанда хеҙмәт алдынғыларын данлайҙар

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтә. “Торатау” Конгресс-холында бер төркөм замандаштарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантананың төп өлөшө төштән һуң башлана. Ураҡ барышында фиҙаҡәрлек һәм оҫталыҡ күрһәткән механизаторҙарға “Лада Нива” автомобиле тапшырыла.
👍1
Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү тамамланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл 30 район һәм ҡалала 246 күп фатирлы йорттағы 206 ихата тәртипкә килтерелгән. Бының өсөн 1,27 миллиард һум тотонолоған. Ошо сумманан 12 миллион һумды фатир хужалары йыйған. Төҙөкләндереү барышында 4,5 мең автомобиль ҡалдырыу урыны, 152 балалар һәм спорт майҙансығы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 84 урын йыһазландырылған. “Башҡорт ихаталары” программаһы киләһе йылда ла дауам итә”, тип яҙа Радий Хәбиров.
Аҡса алмаштырырға теләгәндәргә ышанмағыҙ

Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар яңы мәкерле алым уйлап тапҡан. Таныш булмаған кешеләр үҙҙәрен банк хеҙмәткәре булараҡ таныта һәм иҫке 5 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны яңыһына алмаштырырға тәҡдим итә. Яңы банкнот 16 октябрҙә файҙланыуға сыҡты. Элекке ҡағыҙ аҡсалар ҙа әйләнештә ҡала. 5 мең һумлыҡтарҙы алмаштырырға тәҡдим иткән кеше мутлашыусы, уға ышанырға ярамай, тип иҫкәртә белгестәр.
Башҡортостан Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡаҙаныштары менән таныштыра

4 ноябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ хужалығы йортонда ҙур экспозиция асыла. Унда бөтә төбәктәр ҡатнаша. Беҙҙең республика мәҙәни, туристик, инвестиция, сәнәғәт өлкәһендәге уңыштарын тәҡдим итә.“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы апрелгә тиклем дауам итә. Уның барышында 3 декабрҙә Башҡортостан көнө уҙғарыла. Бында халҡыбыҙ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған никахлашыу тантанаһы ла башҡарыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 70 километр «тауышлы юлдар» ремонтланған

Тағы ла 112 саҡрымда эш тамамланыу алдында. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Халыҡты борсоған участкаларҙы төҙөкләндереү программаһы быйыл эшләй башланы. Уны ғәмәлгә ашырыуға 4 миллиард һум аҡса бүленде. Финанслау киләһе йыл да шул кимәлдә ҡала. Юлдарҙы ремонтлау тотош республика буйынса алып барыла.
Өфөлә ВУЗ-ара студенттар кампусының тәүге өлөшө киләһе йылдың 1 ғинуарында файҙаланыуға тапшырыла

Бында реконструкция дауам итә. Бөгөн эштәр барышы менән Республика Башлығы Радий Хәбиров танышты. - Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк яҡшы шарттар булдырырға тейешбеҙ. Бында кампустың беренсе өлөшө. 1 ғинуарға тиклем файҙаланыуға тапшырабыҙ. Был ваҡытҡа стеналар ғына түгел, тейешле ҡорамалдар әҙер булырға тейеш. Көсөргәнешле эш тәүлек әйләнәһе бара. Кампустың икенсе өлөшөн 2025 йылдың 1 декабренә тиклем файҙаланыуға тапшырыу маҡсаты тора, тине Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы саралар үтә

Радий Хәбиров аграр өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонна залында төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған иллегә яҡын белгес абруйлы исемдәр, Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙал һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Башҡортостан башлығы һөнәри байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, ауыл хужалығының республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ауыл эшсәндәре көсө менән төбәк ышаныслы алға бара.