БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.83K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй районының Приютов ҡасабаһында махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам үҙәге эшләй

Күптән түгел ойошма ағзалары хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған. Ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проекты сиктәрендә Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында«Һандуғас» шишмәһе төҙөкләндерелгән

«Атайсал» проектынан изге эш. Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында халыҡтың яратҡан ял урыны - «Һандуғас» шишмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Республикала йәшәүселәр грант ярҙамы алырға хоҡуҡлы

Уның суммаһы 70 миллион һумға етә. “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” порталы ошо турала хәбәр итә. Һүҙ ауыл хужалығы кооперативтарына ҡаралған грант тураһында бара. Аҡса матди-техник базаны нығытыуға бүленә. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү төҙөргә һәм конкурста ҡатнашырға кәрәк. Грантты алыу шарттары менән республиканың инвестиция сайтында танышырға мөмкин.
👍1
Башҡортостанда сидр һәм һыра һатыусыларға контроль арта

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай хәмер һатыуҙы көйләү тураһында законға төҙәтмәләр индерҙе. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, үҙгәрештәр граждандарҙы сифатһыҙ эсемлектәрҙән һаҡлау өсөн ҡабул ителгән. Сидр, һыра, бал кеүек эсемлектәр етештереү менән махсус исемлектә теркәлгән ойошмалар ғына шөғөлләнә ала. Продукция мотлаҡ тамғалана, сауҙа күләме тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелә.
Өфөлә Ағиҙел ярында туристик-мәғлүмәт үҙәге төҙөлә

Бының өсөн 16 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Үҙәк Дуҫлыҡ монументы янында урынлаша. Бина ике ҡатлы була. Уның тышында "Өфө" һәм "450" тигән алтаҡта беркетелә. Киләһе йылда республика баш ҡалаһы 450 йыллығын билдәләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан диндарҙары Израиль менән Фәләстан араһында барған ҡан-ҡойошҡа үҙ ҡарашын белдерҙе

Улар ил Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа фекерҙәре менән уртаҡлашып, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һорауҙарын иғтибарға алды. Көнбайыш илдәре төрлө милләт, төрлө конфессия вәкилдәре араһында ғауға ҡуптарып, бола сығарғанда йәмғиәт берҙәмлегенең әһәмиәте билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары яңы быуын двигателдәр уйлап тапҡан

Заманса ҡоролмалар осоу аппараттары өсөн тәғәйенләнгән, бындай камиллаштырылған двигателдәр илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Әле ҡоролманы һынау менән шөғөлләнгән йәш уйлап табыусылар киләсәктә сит ил двигателдәрен алмаштырыу маҡсатын ҡуйған. Эш «Өҫтөнлөк-2023» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә

Макулатура тапшыр ҙә, тәбиғәткә ярҙам ит! Республикала «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. Экологик сараға Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Акция сиктәрендә йыйылған макулатуранан төҙөлөштә ҡулланыла торған йылытҡыс эшләнә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районы Иттихат ауылы тарихында беренсе иман йорто файҙаланыуға тапшырылды

Мәсетле ауыл. Бишбүләк районы Иттихат ауылы тарихында беренсе иман йорто файҙаланыуға тапшырылды. Урындағы халыҡ көсө ярҙамында ул 5 ай эсендә сафҡа ингән. Ул быйыл төбәктә асылған дүртенсе мәсет.
🙏1
Башҡортостанда быйыл лифттарҙы алмаштырыу буйынса план үтәлгән

Төбәк операторы хәбәр итеүенсә, 165 күп фатирлы йортта 446 лифт яңыртылған. Күп фатирлы йорттарҙан капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыла, шулай уҡ республика бюджетынан сығымдар бүленә. Былар эште тиҙ башҡарып сығыу мөмкинлеге биргән.
Нариман Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә концерт-лекция ойоштора

“Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың фортепиано мәктәбе традициялары” тип исемләнгән сарала уҡыусылар совет осорондағы рус һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара. Республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған концерт-лекция 2 ноябрҙә үтә.
Бөгөн Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтары форумы уҙа

Уның эшендә фән, мәғариф белгестәре, муниципаль мәғариф идаралығы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҡатнаша. Форумда мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, кадрҙар әҙерләү, белем сифатын баһалау, инновацион үҫеш кеүек һорауҙар ҡарала.
Башҡортостанда мәктәп автобусы менән авария булған

Бөгөн иртән Нефтекама янында ике машина бәрелешкән. Автобус Краснокама районынан балаларҙы Өфөгә алып барған. Салондағы 10 баланың өсәүһе дауаханаға оҙатылған. Авария урынына икенсе автобус ебәрелгән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса еңел машина ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм автобусҡа бәрелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Еңел автомобилдә булған 4 кеше шулай уҡ дауаханаға мөрәжәғәт иткән.
Өфөлә “Ашҡаҙар моңдары” II республика конкурсының еңеүселәре билдәләнде

Ижади бәйге быйыл Башҡортостандың халыҡ артисы, бөйөк йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Унда Республика район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән 100-ҙән ашыу үҙешмәкәр йырсы ҡатнашты.
👍1
"Өфө" халыҡ-ара аэропорты көҙгө-ҡышҡы эш тәртибенә күсте

Был миҙгелдә Рәсәйҙең 39 ҡалаһына һәм 11 илгә осоштар ҡаралған. Рейстарҙы 20 Рәсәй һәм 8 сит ил авиация компанияһы башҡара. Быйыл Өфө аэропорты 4 миллиондан ашыу пассажирҙы ҡабул итте.
Башҡортостанда газ яғыулығында йөрөүсе машиналар һанын арттырыу көтөлә

2030 йылға тиклем иҫәпләнгән программа әҙерләгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, газ яғыулығын ҡулланыу өсөн тейешле шарттар булдырыла. Быйыл Башҡортостанда 3 мең 700 транспортты "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа күсереү маҡсаты ҡуйылған. Бының өсөн 90 миллион һумға яҡын аҡса ҡаралған.
Башҡортостандың самбо оҫталары Мәскәүҙә беренсе урын яуланы

Ярыш профессиональ дөйөм белем биреү ойошмалары студенттары араһында уҙғарылды. Беҙҙең республика данын Стәрлетамаҡ физкультура колледжы командаһы яҡланы. Башҡортостан спортсылары 4 алтын һәм 1 көмөш миҙал яуланы һәм 32 команда араһында беренсе урын алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ике аҙна ялдан һуң мобилизацияланыусы ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

«Өфө-Арена» боҙ һарайы алдына хәрбиҙәрҙе юлға оҙатырға уларҙың ғаиләләре, яҡындары йыйылды. Республика башлығы исеменән яугирҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәгәндә, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ, сөнки уларға тейешле ярҙам күрһәтелә, тип билдәләне ул сығышында.
👍1
Өфө мәктәптәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары бушлай ризыҡ менән тәьмин ителә

Ҡала советы депутаттары бындай норманы 5-се-11-се кластар өсөн уҡыу тамамланғансы индереү башланғысын күтәрә. Әле ташлама ата-әсәнең операцияла ҡатнашыу ваҡыты менән сикләнгән. Проект иртәгә ҡала советы ултырышында ҡарала, ҡабул ителһә, ошо уҡыу йылынан көсөнә инә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды

Подиумда - кескәйҙәр. Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгегә Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Саха-Яҡут, Мордва, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия республикаларынан да ғаризалар ҡабул ителгәйне. Һайлап алыу этаптарынан һуң финалға 44 ҡатнашыусы сыҡты.
👍1
Башҡортостанда көнбағыш баҫыуҙарында эш аҙағына яҡынлаша

Быйыл ул 37 районда үҫтерелгән. Бөгөнгә хужалыҡтар 248 мең гектарҙа көнбағышты урып алған. План 86 процентҡа үтәлгән. 370 мең тонна уңыш келәттәргә һалынған. Һәр гектарҙан уртаса 15 центнер урыла. Иң яҡшы уңыш Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө һәм Илеш райондарында теркәлгән. Башҡортостан баҫыуҙарында иң һуңғы булып көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө йыйып алына.