БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.83K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфө халҡы бер аҙнала мутлашыусыларға 28 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

69 тапҡыр алданғандар. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар йыш ҡына үҙҙәрен банк, йә полиция хеҙмәткәре итеп таныта, иҫәптәге аҡсаны юғалтыу хәүефе бар тип ышандырып башҡа иҫәпкә күсерергә өндәй.
Башҡортостан уҡыусыһы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында еңеү яуланы

Ил мәғариф министрлығы һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. 100 еңеүсе бар. 8-се-9-сы кластар араһында Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Софья Корнеева билдәләнде. Уның "Курск янындағы осрашыу" тигән хикәйәһе юғары баһаланды. Еңеүселәр 8 ноябрҙә Рәсәй йәмәғәт палатаһы аппаратында бүләкләнә.
Башҡортостан халҡын "Бумбаттл"да ҡатнашырға саҡыралар

Бөтә Рәсәй экология акцияһы бара. Макулатура тапшырырға, фото эшләргә кәрәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов белдереүенсә, иң күп ҡағыҙ тапшырыусылар өсөн бүләктәр ҡаралған. Экология акцияһы 15 ноябргә тиклем дауам итә.
Бөгөн Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале башланды

Ул “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль проекты барышында тормошҡа ашырыла. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сәхнәһендә Өфө, Салауат, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 конкурс эше тәҡдим ителә.
Ғафури районында Ағиҙел аша күперҙә хәрәкәт асылды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Талбазы-Красноусол трассаһында урынлашҡан. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы башҡарылған. Быйыл Башҡортостанда 470 километр юл ремонтлау маҡсаты ҡуйылған.
👍1
Республикала страховкаланған баҫыуҙар майҙаны икеләтә артҡан

Ауыл хужалығы министрлығынан шул турала белдерәләр. Быйыл 180 мең гектар баҫыуҙа алдан һаҡланыу саралары күрелгән. Бының өсөн 40-ҡа яҡын килешеү төҙөлгән. Страховка өсөн хужалыҡтарға компенсация түләнә. 2023 йылда дәүләт ярҙамы 199 миллион һум булған.
Бөгөн илдә Тренер көнө билдәләнә

Был дата 1999 йылда булдырылды. Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы ҡабул ителде. Уның буйынса ауыл һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән спорт белгестәренә грант тапшырыла. Быйылдан уның суммаһы 1 миллион һумға еткерелде. Программа 2019 йылдан ғәмәлдә.
Күгәрсен районында бер ир 125 мең һумлыҡ утын киҫкән

Суд енәйәт эше буйынса ҡарар сығарҙы. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, быйыл апрель айында бер ир бензин бысҡыһы менән рөхсәт алмайынса 3 кубометрға яҡын имән ағасын ауҙарған. Уны трактор менән йортона ташыған. Урман фондына зыян 125 мең һумға баһаланған. Ир ғәйебен таныған, ул шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл төҙөкләндерелергә тейешле 206 «Башҡорт ихатаһының» барыһында ла эш тамамланған

Төбәктә «Башҡорт ихаталары» программаһының үтәлеше тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Республика етәксеһе билдәләүенсә,быйыл программаны финанслау 200 миллион һумға арттырылған һәм муниципалитеттар сығымдары менән бергә 1 миллиард 272 миллион һум тәшкил итә. Сумманың 12 миллион һумы фатир милекселәре аҡсаһы һәм был программала ҡатнашыу өсөн мөһим шарт булып тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа

Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләре, туғандары оҙатырға килгәйне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй районының Приютов ҡасабаһында махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам үҙәге эшләй

Күптән түгел ойошма ағзалары хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған. Ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проекты сиктәрендә Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында«Һандуғас» шишмәһе төҙөкләндерелгән

«Атайсал» проектынан изге эш. Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында халыҡтың яратҡан ял урыны - «Һандуғас» шишмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Республикала йәшәүселәр грант ярҙамы алырға хоҡуҡлы

Уның суммаһы 70 миллион һумға етә. “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” порталы ошо турала хәбәр итә. Һүҙ ауыл хужалығы кооперативтарына ҡаралған грант тураһында бара. Аҡса матди-техник базаны нығытыуға бүленә. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү төҙөргә һәм конкурста ҡатнашырға кәрәк. Грантты алыу шарттары менән республиканың инвестиция сайтында танышырға мөмкин.
👍1
Башҡортостанда сидр һәм һыра һатыусыларға контроль арта

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай хәмер һатыуҙы көйләү тураһында законға төҙәтмәләр индерҙе. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, үҙгәрештәр граждандарҙы сифатһыҙ эсемлектәрҙән һаҡлау өсөн ҡабул ителгән. Сидр, һыра, бал кеүек эсемлектәр етештереү менән махсус исемлектә теркәлгән ойошмалар ғына шөғөлләнә ала. Продукция мотлаҡ тамғалана, сауҙа күләме тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелә.
Өфөлә Ағиҙел ярында туристик-мәғлүмәт үҙәге төҙөлә

Бының өсөн 16 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Үҙәк Дуҫлыҡ монументы янында урынлаша. Бина ике ҡатлы була. Уның тышында "Өфө" һәм "450" тигән алтаҡта беркетелә. Киләһе йылда республика баш ҡалаһы 450 йыллығын билдәләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан диндарҙары Израиль менән Фәләстан араһында барған ҡан-ҡойошҡа үҙ ҡарашын белдерҙе

Улар ил Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа фекерҙәре менән уртаҡлашып, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һорауҙарын иғтибарға алды. Көнбайыш илдәре төрлө милләт, төрлө конфессия вәкилдәре араһында ғауға ҡуптарып, бола сығарғанда йәмғиәт берҙәмлегенең әһәмиәте билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары яңы быуын двигателдәр уйлап тапҡан

Заманса ҡоролмалар осоу аппараттары өсөн тәғәйенләнгән, бындай камиллаштырылған двигателдәр илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Әле ҡоролманы һынау менән шөғөлләнгән йәш уйлап табыусылар киләсәктә сит ил двигателдәрен алмаштырыу маҡсатын ҡуйған. Эш «Өҫтөнлөк-2023» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә

Макулатура тапшыр ҙә, тәбиғәткә ярҙам ит! Республикала «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. Экологик сараға Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Акция сиктәрендә йыйылған макулатуранан төҙөлөштә ҡулланыла торған йылытҡыс эшләнә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районы Иттихат ауылы тарихында беренсе иман йорто файҙаланыуға тапшырылды

Мәсетле ауыл. Бишбүләк районы Иттихат ауылы тарихында беренсе иман йорто файҙаланыуға тапшырылды. Урындағы халыҡ көсө ярҙамында ул 5 ай эсендә сафҡа ингән. Ул быйыл төбәктә асылған дүртенсе мәсет.
🙏1
Башҡортостанда быйыл лифттарҙы алмаштырыу буйынса план үтәлгән

Төбәк операторы хәбәр итеүенсә, 165 күп фатирлы йортта 446 лифт яңыртылған. Күп фатирлы йорттарҙан капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыла, шулай уҡ республика бюджетынан сығымдар бүленә. Былар эште тиҙ башҡарып сығыу мөмкинлеге биргән.
Нариман Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә концерт-лекция ойоштора

“Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың фортепиано мәктәбе традициялары” тип исемләнгән сарала уҡыусылар совет осорондағы рус һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара. Республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған концерт-лекция 2 ноябрҙә үтә.