БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.83K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә хореография училищелары һәм академиялары "Бәләкәй Нуриев" фестивале уҙғара

Был сара 31 октябрҙә башлана һәм ноябрҙең 2-еһенә тиклем дауам итә. Программала фотокүргәҙмә, хореографик белем биреү буйынса түңәрәк өҫтәл, Санкт-Петербург, Пермь, Новосибирск уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәр ҡаралған. Фестиваль опера һәм балет театрында Гала-концерт менән тамамлана.
Бөгөн Рәсәйҙә Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Халыҡ был датаны ябайыраҡ - “Автомобилселәр көнө” тип йөрөтә. Иҫтәлекле көн булараҡ ул 1996 йылда ҡабул ителде һәм октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә. Был датаны профессиональ водителдәр генә түгел, ә руль артындағы һәр кем билдәләй. Республикала 1 миллион 600 мең автомобиль иҫәпләнә, һәр өсөнсө кеше машина йөрөтә. Башҡортостанда автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты тармағында меңдәрсә кеше эшләй. Нефтекамала “НефАЗ” һәм Бәләбәйҙә запас частар етештергән “БелЗАН” заводтарын, “Башавтотранс” компанияһын атап үтергә мөмкин.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә илдә “Сәнғәт төнө” акцияһы уҙа

Башҡортостан Милли музейы ла күләмле сараға ҡушыла. Быйылғы акция “Рәсәй берләштерә” девизы аҫтында ойошторола. Музейҙың бүлек мөдире Рәзилә Салауатова әйтеүенсә, киске алтынан төнгө ун бергә тиклем экскурсиянан тыш, бай мәҙәни программа әҙерләнгән.Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ойошторолған “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына республиканың театр, китапхана, музей һәм ижади коллективтары ҡушыла. Саралар программаһы менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була.
Баҫыуҙа – Эссель, Августина һәм Афина

Стәрлебаш районында һырғанаҡ плантацияһы барлыҡҡа килә. Проектты Екатеринбург инвесторы тормошҡа ашыра. Белгестәр беҙҙең климатҡа ярашлы сорттар һайлаған. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы бүлек етәксеһе Алмас Ғәлимов белереүенсә, башҡа төр еләктәр ҙә ултыртыу ҡарала.
👍3
Белорет районында тау саңғыһы миҙгелен иртәрәк асыу көтөлә

Абҙаҡта яһалма ҡар менән ҡаплау системаһы 23 октябрҙә эш башлаған. Ошо көндәрҙә "Морат Тау" комплексында ҡар генераторҙары ебәрелде. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, тау саңғыһы миҙгелен асҡанда һауа шарттары ла иҫәпкә алына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ халҡы яугир яҡташтары өсөн гуманитар ылау туплай

Ирәндек һыртынан шифалы үлән сәйе. Изге теләктәр ҡушылған һалма. Уңайлы ҡаптарға һалынған кипкән ҡорот. Баймаҡ халҡы яугир яҡташтары өсөн гуманитар ылау туплай.
Тыл ярҙамы, фронт ҡалҡаны. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән махсус репортаж.
👍3
Өфө халҡы бер аҙнала мутлашыусыларға 28 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

69 тапҡыр алданғандар. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар йыш ҡына үҙҙәрен банк, йә полиция хеҙмәткәре итеп таныта, иҫәптәге аҡсаны юғалтыу хәүефе бар тип ышандырып башҡа иҫәпкә күсерергә өндәй.
Башҡортостан уҡыусыһы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында еңеү яуланы

Ил мәғариф министрлығы һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. 100 еңеүсе бар. 8-се-9-сы кластар араһында Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Софья Корнеева билдәләнде. Уның "Курск янындағы осрашыу" тигән хикәйәһе юғары баһаланды. Еңеүселәр 8 ноябрҙә Рәсәй йәмәғәт палатаһы аппаратында бүләкләнә.
Башҡортостан халҡын "Бумбаттл"да ҡатнашырға саҡыралар

Бөтә Рәсәй экология акцияһы бара. Макулатура тапшырырға, фото эшләргә кәрәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов белдереүенсә, иң күп ҡағыҙ тапшырыусылар өсөн бүләктәр ҡаралған. Экология акцияһы 15 ноябргә тиклем дауам итә.
Бөгөн Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале башланды

Ул “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль проекты барышында тормошҡа ашырыла. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сәхнәһендә Өфө, Салауат, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 конкурс эше тәҡдим ителә.
Ғафури районында Ағиҙел аша күперҙә хәрәкәт асылды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Талбазы-Красноусол трассаһында урынлашҡан. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы башҡарылған. Быйыл Башҡортостанда 470 километр юл ремонтлау маҡсаты ҡуйылған.
👍1
Республикала страховкаланған баҫыуҙар майҙаны икеләтә артҡан

Ауыл хужалығы министрлығынан шул турала белдерәләр. Быйыл 180 мең гектар баҫыуҙа алдан һаҡланыу саралары күрелгән. Бының өсөн 40-ҡа яҡын килешеү төҙөлгән. Страховка өсөн хужалыҡтарға компенсация түләнә. 2023 йылда дәүләт ярҙамы 199 миллион һум булған.
Бөгөн илдә Тренер көнө билдәләнә

Был дата 1999 йылда булдырылды. Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы ҡабул ителде. Уның буйынса ауыл һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән спорт белгестәренә грант тапшырыла. Быйылдан уның суммаһы 1 миллион һумға еткерелде. Программа 2019 йылдан ғәмәлдә.
Күгәрсен районында бер ир 125 мең һумлыҡ утын киҫкән

Суд енәйәт эше буйынса ҡарар сығарҙы. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, быйыл апрель айында бер ир бензин бысҡыһы менән рөхсәт алмайынса 3 кубометрға яҡын имән ағасын ауҙарған. Уны трактор менән йортона ташыған. Урман фондына зыян 125 мең һумға баһаланған. Ир ғәйебен таныған, ул шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл төҙөкләндерелергә тейешле 206 «Башҡорт ихатаһының» барыһында ла эш тамамланған

Төбәктә «Башҡорт ихаталары» программаһының үтәлеше тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Республика етәксеһе билдәләүенсә,быйыл программаны финанслау 200 миллион һумға арттырылған һәм муниципалитеттар сығымдары менән бергә 1 миллиард 272 миллион һум тәшкил итә. Сумманың 12 миллион һумы фатир милекселәре аҡсаһы һәм был программала ҡатнашыу өсөн мөһим шарт булып тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа

Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләре, туғандары оҙатырға килгәйне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй районының Приютов ҡасабаһында махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам үҙәге эшләй

Күптән түгел ойошма ағзалары хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған. Ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проекты сиктәрендә Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында«Һандуғас» шишмәһе төҙөкләндерелгән

«Атайсал» проектынан изге эш. Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында халыҡтың яратҡан ял урыны - «Һандуғас» шишмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Республикала йәшәүселәр грант ярҙамы алырға хоҡуҡлы

Уның суммаһы 70 миллион һумға етә. “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” порталы ошо турала хәбәр итә. Һүҙ ауыл хужалығы кооперативтарына ҡаралған грант тураһында бара. Аҡса матди-техник базаны нығытыуға бүленә. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү төҙөргә һәм конкурста ҡатнашырға кәрәк. Грантты алыу шарттары менән республиканың инвестиция сайтында танышырға мөмкин.
👍1
Башҡортостанда сидр һәм һыра һатыусыларға контроль арта

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай хәмер һатыуҙы көйләү тураһында законға төҙәтмәләр индерҙе. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, үҙгәрештәр граждандарҙы сифатһыҙ эсемлектәрҙән һаҡлау өсөн ҡабул ителгән. Сидр, һыра, бал кеүек эсемлектәр етештереү менән махсус исемлектә теркәлгән ойошмалар ғына шөғөлләнә ала. Продукция мотлаҡ тамғалана, сауҙа күләме тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелә.
Өфөлә Ағиҙел ярында туристик-мәғлүмәт үҙәге төҙөлә

Бының өсөн 16 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Үҙәк Дуҫлыҡ монументы янында урынлаша. Бина ике ҡатлы була. Уның тышында "Өфө" һәм "450" тигән алтаҡта беркетелә. Киләһе йылда республика баш ҡалаһы 450 йыллығын билдәләй.