БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.84K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республикала 10 йылда 8 мең 300-ҙән ашыу йортта капиталь ремонт үткәрелгән

Программа 2052 йылға тиклем иҫәпләнгән. Унда 17 мең күп ҡатлы йорт индерелгән. Бөгөнгә төҙөкләндереү эштәре 50 процентҡа үтәлгән. Быйыл 657 йортта капиталь ремонт үткәрелә. Уның барышында инженер селтәрҙәре алмаштырыла, ҡыйыҡтар яңыртыла, подъездар тәртипкә килтерелә.
Рәсәй һәм Республика Конституцияларын ҡабул итеүҙең 30 йыллығын билдәләүгә әҙерлек бара

Документтар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Ойоштороу комитетын Радий Хәбиров етәкләй. Саралар планы әҙерләнә. Рәсәй Конституцияһы көнө 12 декабрҙә билдәләнә, Башҡортостандың төп законы 24 декабрҙә ҡабул ителгән.
Башҡортостанда миллион ярым тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙылған

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, татлы тамыр 44 мең гектарҙа сығарылған, дөйөм майҙандарҙың 93 процентында эштәр теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте уртаса 340 центнер. Иң юғары күрһәткестәргә Шишмә һәм Бүздәк хужалыҡтары өлгәшә, 200 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйылған. Туймазы районында гектарынан 600 центнер уңыш алына.
80 йәштән уҙған пенсионерҙарға түләүҙәр арттырыла

Уларға ай һайын страховка пенсияһының билдәләнгән өлөшөн икеләтә күләмдә түләйәсәктәр. 1 ноябрҙән был сумма 15 134 һум була. Шулай уҡ граждандар авиацияһы самолеттарының экипаж ағзалары, күмер сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр ала. Ул хеҙмәт стажына, уртаса айлыҡ эш хаҡына һәм эш биреүсенең Социаль фондҡа индергән аҡса суммаһына ҡарап билдәләнә.
Башҡортостанда инвесторҙарға проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн ер биләмәһе бирелде

Республика Башлығы ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Шишмә районында Башҡорт аты һәм ау ҡоштары үҙәге булдырыла. Туризм үҫеше үҙәге биләмәне ҡуртымға алды. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ янында торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар өсөн торлаҡ һалына. Өфө районында кибет, Архангел районында күп функциялы юл яны комплексы төҙөлөшө өсөн ер бирелде.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Урал батыр» эпосы буйынса әҙерләнгән комикс тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыҡты

Башҡортостан башлығы «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса әҙерләнгән комикс тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Уның авторҙары Айҙар Сәйғәфәров менән Таңсулпан Бураҡаева.
Комикс йәш китап уҡыусыларға оҡшаны. Бер нисә аҙнанан ул һатыуға сыға. «Мәҙәниәт, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе көсләп өйрәтеүе мөмкин түгел. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе ҡыҙыһындырған яңы алымдар кәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ылау әҙерләй

Яугирҙарға ярҙам. Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға тыуған ер йылыһын үҙ ҡулдары менән әҙерләгән ризыҡ аша тапшырыға ҡарар иткән. Был хаҡта ентекләберәк видеояҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Беҙҙең быуын ҡиммәттәре: Рәсәй киләсәгенән ҡараш» йәштәр форумы үтте

Башҡортостан рустары соборы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған сара төрлө милләт вәкилдәрен йыйҙы. Улар форум барышында шәхси маҡсаттарын билдәләне, Рәсәйҙең үҫеш траекторияһы буйынса фекер алышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Федоровка ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә милләттәр фестивале үтте

6 ауылдан төрлө милләт вәкилдәре үҙенең мәҙәниәтен, аш-һыу өлгөләрен тәҡдим итте. Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә Хәйбулла районында 13 ауыл дәғүә итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы төбәктәрҙә сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мелитополь, Бердянск һәм Красный Луч ҡалаларынан гастролдән ҡайтты. Тур «Беҙҙең йорт - Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолған. Коллектив Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған һәм ерләнгән урынында булып, биш йыл тиерлек концерт күрмәгән тамашасылар алдында «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаны. Донбассҡа гастролдәр ҙур эштең финалы. Ансамбль етәксеһе Нәзир Байегетов сентябрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатып барҙы. Яугирҙарға автомобиль бүләк итеп, Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүселәр алдында сығыш яһаны.
Өфөлә хореография училищелары һәм академиялары "Бәләкәй Нуриев" фестивале уҙғара

Был сара 31 октябрҙә башлана һәм ноябрҙең 2-еһенә тиклем дауам итә. Программала фотокүргәҙмә, хореографик белем биреү буйынса түңәрәк өҫтәл, Санкт-Петербург, Пермь, Новосибирск уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәр ҡаралған. Фестиваль опера һәм балет театрында Гала-концерт менән тамамлана.
Бөгөн Рәсәйҙә Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Халыҡ был датаны ябайыраҡ - “Автомобилселәр көнө” тип йөрөтә. Иҫтәлекле көн булараҡ ул 1996 йылда ҡабул ителде һәм октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә. Был датаны профессиональ водителдәр генә түгел, ә руль артындағы һәр кем билдәләй. Республикала 1 миллион 600 мең автомобиль иҫәпләнә, һәр өсөнсө кеше машина йөрөтә. Башҡортостанда автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты тармағында меңдәрсә кеше эшләй. Нефтекамала “НефАЗ” һәм Бәләбәйҙә запас частар етештергән “БелЗАН” заводтарын, “Башавтотранс” компанияһын атап үтергә мөмкин.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә илдә “Сәнғәт төнө” акцияһы уҙа

Башҡортостан Милли музейы ла күләмле сараға ҡушыла. Быйылғы акция “Рәсәй берләштерә” девизы аҫтында ойошторола. Музейҙың бүлек мөдире Рәзилә Салауатова әйтеүенсә, киске алтынан төнгө ун бергә тиклем экскурсиянан тыш, бай мәҙәни программа әҙерләнгән.Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ойошторолған “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына республиканың театр, китапхана, музей һәм ижади коллективтары ҡушыла. Саралар программаһы менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була.
Баҫыуҙа – Эссель, Августина һәм Афина

Стәрлебаш районында һырғанаҡ плантацияһы барлыҡҡа килә. Проектты Екатеринбург инвесторы тормошҡа ашыра. Белгестәр беҙҙең климатҡа ярашлы сорттар һайлаған. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы бүлек етәксеһе Алмас Ғәлимов белереүенсә, башҡа төр еләктәр ҙә ултыртыу ҡарала.
👍3
Белорет районында тау саңғыһы миҙгелен иртәрәк асыу көтөлә

Абҙаҡта яһалма ҡар менән ҡаплау системаһы 23 октябрҙә эш башлаған. Ошо көндәрҙә "Морат Тау" комплексында ҡар генераторҙары ебәрелде. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, тау саңғыһы миҙгелен асҡанда һауа шарттары ла иҫәпкә алына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ халҡы яугир яҡташтары өсөн гуманитар ылау туплай

Ирәндек һыртынан шифалы үлән сәйе. Изге теләктәр ҡушылған һалма. Уңайлы ҡаптарға һалынған кипкән ҡорот. Баймаҡ халҡы яугир яҡташтары өсөн гуманитар ылау туплай.
Тыл ярҙамы, фронт ҡалҡаны. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән махсус репортаж.
👍3
Өфө халҡы бер аҙнала мутлашыусыларға 28 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

69 тапҡыр алданғандар. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар йыш ҡына үҙҙәрен банк, йә полиция хеҙмәткәре итеп таныта, иҫәптәге аҡсаны юғалтыу хәүефе бар тип ышандырып башҡа иҫәпкә күсерергә өндәй.
Башҡортостан уҡыусыһы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында еңеү яуланы

Ил мәғариф министрлығы һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. 100 еңеүсе бар. 8-се-9-сы кластар араһында Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Софья Корнеева билдәләнде. Уның "Курск янындағы осрашыу" тигән хикәйәһе юғары баһаланды. Еңеүселәр 8 ноябрҙә Рәсәй йәмәғәт палатаһы аппаратында бүләкләнә.
Башҡортостан халҡын "Бумбаттл"да ҡатнашырға саҡыралар

Бөтә Рәсәй экология акцияһы бара. Макулатура тапшырырға, фото эшләргә кәрәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов белдереүенсә, иң күп ҡағыҙ тапшырыусылар өсөн бүләктәр ҡаралған. Экология акцияһы 15 ноябргә тиклем дауам итә.
Бөгөн Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале башланды

Ул “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль проекты барышында тормошҡа ашырыла. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сәхнәһендә Өфө, Салауат, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 конкурс эше тәҡдим ителә.
Ғафури районында Ағиҙел аша күперҙә хәрәкәт асылды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Талбазы-Красноусол трассаһында урынлашҡан. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы башҡарылған. Быйыл Башҡортостанда 470 километр юл ремонтлау маҡсаты ҡуйылған.
👍1