БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.85K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ асылған ҙур сүплектәр юҡ ителә

Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы бүлек етәксеһе Роман Мальцев һәм Рәсәй экологик йәмғиәте рәйесе Рәшит Исмаилов Күмертау һәм Стәрлетамаҡта булды. “Таҙа ил” федераль проекты буйынса 2024 йылға тиклем 6 ҡалала рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлөргә тейеш. Бының өсөн 2,1 миллиард һум йүнәлтелгән. Күмертау һәм Стәрлетамаҡта сүплектәрҙе юҡ итеү әүҙем алып барыла. Биләмәлә ерҙе таҙартып эшкәртеү эше лә үткәрелә. Быйыл Баймаҡ, Сибай, Дәүләкән һәм Благовещен ҡалалары янында ла рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлә.
😁1
Өфөлә Башҡортостан Башлығы бүләгенә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогы башланды

Ярыш Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола. Турнирҙа ир-егеттәр команда һәм шәхси ярышта көслөләрҙе асыҡлай. Спортсылар 10 ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһай. Бөгөн Башҡортостан Башлығы һәм Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе призына спорт алышы буйынса команда ярышы үтә. Унда 16 йәшкәсә үҫмерҙәр ҡатнаша. Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы өс көн дауам итә.
Коронавирусты дауалау һәм иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәр яңыртылды

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы исемлек әҙерләгән. Сирҙе дауалау өсөн 13 медицина препараты ҡаралған. Улар араһында ғәмәлдәге вакциналар «Гам-КОВИД-Вак», «ЭпиВакКорона», «Спутник Лайт» бар. Илдә коронавирус менән сирлеләр һаны арта. Уҙған аҙнала 20 меңгә яҡын кешелә ковид-19 асыҡланған. Башҡортостанда үткән тәүлектә 91 кеше коронавирус йоҡторған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә полилингваль мәғариф буйынса Халыҡ-ара форумдың пленар ултырышы үтте

«Торатау» Конгрес-Холл бинаһында дискуссия майҙансыҡтары сиктәрендә лингвомәҙәни һәм полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү алымдары, ошондай белем усаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ форум сиктәрендә уҡытыу-методик ҡулланмалар күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолған күләмле форумдан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Түбәнге Новгород өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары менән осрашты

Түбәнге Новгород өлкәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге Рәсәй Гвардияһының икенсе ирекле батальоны ойошторолған урында булды. Төбәк етәксеһе шәхси составты әҙерләү шарттары менән танышты һәм хәрбиҙәргә подразделение байрағын тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатырға әҙерләй

Хәрби бурысын үтәүселәрҙе ҡеүәтләп, Еңеүгә әйҙәү. Өфөнөң Октябрь районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатырға әҙерләй. Был юлы алғы һыҙыҡтағыларға транспорт өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән әйберҙәр тәшкил итә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү тамамланыу алдында

Сүплек урынына йәшел баҫыу. Башҡортостанда законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү тамамланыу алдында. Эш барышы менән Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы бүлек етәксеһе Роман Мальцев һәм Рәсәй экологик йәмғиәте рәйесе Рәшит Исмаилов танышты. «Таҙа ил» федераль проектының үтәлеше тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Ижад» күргәҙмәләр залында Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Ижад» күргәҙмәләр залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Талант эйәһе ижадташ дуҫтары һәм сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына билдәле әҫәрҙәре менән бер рәттән, быға тиклем киң аудиторияға сығарылмаған эштәрен дә тәҡдим итте.
Бөгөн Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың тыуыуына 100 йыл

Ул Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған. 1942 йылда Буйнак пехота училищеһын тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ фронтында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 8 мартында Херсон өлкәһенең Дудчаны ауылы өсөн барған бәрелештә дошман дзоты амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплай. Ошо батырлығы өсөн Миңлғәли Ғөбәйҙуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Республикала 10 йылда 8 мең 300-ҙән ашыу йортта капиталь ремонт үткәрелгән

Программа 2052 йылға тиклем иҫәпләнгән. Унда 17 мең күп ҡатлы йорт индерелгән. Бөгөнгә төҙөкләндереү эштәре 50 процентҡа үтәлгән. Быйыл 657 йортта капиталь ремонт үткәрелә. Уның барышында инженер селтәрҙәре алмаштырыла, ҡыйыҡтар яңыртыла, подъездар тәртипкә килтерелә.
Рәсәй һәм Республика Конституцияларын ҡабул итеүҙең 30 йыллығын билдәләүгә әҙерлек бара

Документтар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Ойоштороу комитетын Радий Хәбиров етәкләй. Саралар планы әҙерләнә. Рәсәй Конституцияһы көнө 12 декабрҙә билдәләнә, Башҡортостандың төп законы 24 декабрҙә ҡабул ителгән.
Башҡортостанда миллион ярым тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙылған

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, татлы тамыр 44 мең гектарҙа сығарылған, дөйөм майҙандарҙың 93 процентында эштәр теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте уртаса 340 центнер. Иң юғары күрһәткестәргә Шишмә һәм Бүздәк хужалыҡтары өлгәшә, 200 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйылған. Туймазы районында гектарынан 600 центнер уңыш алына.
80 йәштән уҙған пенсионерҙарға түләүҙәр арттырыла

Уларға ай һайын страховка пенсияһының билдәләнгән өлөшөн икеләтә күләмдә түләйәсәктәр. 1 ноябрҙән был сумма 15 134 һум була. Шулай уҡ граждандар авиацияһы самолеттарының экипаж ағзалары, күмер сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр ала. Ул хеҙмәт стажына, уртаса айлыҡ эш хаҡына һәм эш биреүсенең Социаль фондҡа индергән аҡса суммаһына ҡарап билдәләнә.
Башҡортостанда инвесторҙарға проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн ер биләмәһе бирелде

Республика Башлығы ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Шишмә районында Башҡорт аты һәм ау ҡоштары үҙәге булдырыла. Туризм үҫеше үҙәге биләмәне ҡуртымға алды. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ янында торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар өсөн торлаҡ һалына. Өфө районында кибет, Архангел районында күп функциялы юл яны комплексы төҙөлөшө өсөн ер бирелде.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Урал батыр» эпосы буйынса әҙерләнгән комикс тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыҡты

Башҡортостан башлығы «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса әҙерләнгән комикс тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Уның авторҙары Айҙар Сәйғәфәров менән Таңсулпан Бураҡаева.
Комикс йәш китап уҡыусыларға оҡшаны. Бер нисә аҙнанан ул һатыуға сыға. «Мәҙәниәт, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе көсләп өйрәтеүе мөмкин түгел. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе ҡыҙыһындырған яңы алымдар кәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ылау әҙерләй

Яугирҙарға ярҙам. Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға тыуған ер йылыһын үҙ ҡулдары менән әҙерләгән ризыҡ аша тапшырыға ҡарар иткән. Был хаҡта ентекләберәк видеояҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Беҙҙең быуын ҡиммәттәре: Рәсәй киләсәгенән ҡараш» йәштәр форумы үтте

Башҡортостан рустары соборы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған сара төрлө милләт вәкилдәрен йыйҙы. Улар форум барышында шәхси маҡсаттарын билдәләне, Рәсәйҙең үҫеш траекторияһы буйынса фекер алышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Федоровка ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә милләттәр фестивале үтте

6 ауылдан төрлө милләт вәкилдәре үҙенең мәҙәниәтен, аш-һыу өлгөләрен тәҡдим итте. Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә Хәйбулла районында 13 ауыл дәғүә итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы төбәктәрҙә сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мелитополь, Бердянск һәм Красный Луч ҡалаларынан гастролдән ҡайтты. Тур «Беҙҙең йорт - Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолған. Коллектив Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған һәм ерләнгән урынында булып, биш йыл тиерлек концерт күрмәгән тамашасылар алдында «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаны. Донбассҡа гастролдәр ҙур эштең финалы. Ансамбль етәксеһе Нәзир Байегетов сентябрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатып барҙы. Яугирҙарға автомобиль бүләк итеп, Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүселәр алдында сығыш яһаны.
Өфөлә хореография училищелары һәм академиялары "Бәләкәй Нуриев" фестивале уҙғара

Был сара 31 октябрҙә башлана һәм ноябрҙең 2-еһенә тиклем дауам итә. Программала фотокүргәҙмә, хореографик белем биреү буйынса түңәрәк өҫтәл, Санкт-Петербург, Пермь, Новосибирск уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәр ҡаралған. Фестиваль опера һәм балет театрында Гала-концерт менән тамамлана.
Бөгөн Рәсәйҙә Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Халыҡ был датаны ябайыраҡ - “Автомобилселәр көнө” тип йөрөтә. Иҫтәлекле көн булараҡ ул 1996 йылда ҡабул ителде һәм октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә. Был датаны профессиональ водителдәр генә түгел, ә руль артындағы һәр кем билдәләй. Республикала 1 миллион 600 мең автомобиль иҫәпләнә, һәр өсөнсө кеше машина йөрөтә. Башҡортостанда автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты тармағында меңдәрсә кеше эшләй. Нефтекамала “НефАЗ” һәм Бәләбәйҙә запас частар етештергән “БелЗАН” заводтарын, “Башавтотранс” компанияһын атап үтергә мөмкин.