БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.85K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон хәрби әҙерлеген тамамлай

Тиҙҙән яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Улар янына Башҡортостан Башлығы ла барҙы һәм батальонға байрағын тапшырҙы. Радий Хәбиров яугирҙар йәшәгән казармаларҙы ҡарап сыҡты, ашханала, хәрби дан бүлмәһендә булды. Ватан һаҡсылары менән яҡындан аралашты. Башҡортостан башлығы, федераль һәм республика ярҙам сараларына нигеҙләнеп, яугир ғаиләләрен хәстәрләүҙе Башҡортостан үҙ иңенә алыуын да белдерҙе.
👍1
Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Түбәнге Новгород өлкәһендә яугирҙәр менән осрашты. Бында Рәсәй милли гвардияһы доброволецтары хәрби әҙерлек үтә. Радий Хәбиров махсус операцияға барырға теләк белдергән яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе һәм уңыштар теләне.
Радий Хәбиров Волга буйы округында Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең командующийы Сергей Просяникка яугирҙәрҙе әҙерләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыуҙа Башҡортостан батальондары дини әһелдәре имам Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор Иванов сығыш яһаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды» филиалында эшлекле осрашыу үтте

«Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды» филиалында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уларҙың ғаиләләрен берләштергән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үтте. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яугирҙарға ярҙам итеү йүнәлешендә эшлекле килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет педагогия колледжы «Минең һөнәрем-айти» конкурсының төбәк этабын ҡабул итте

Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы федераль кимәлдә ойошторолған сара быйыл илдең 10 төбәгендә үтә. Башҡортостанда абруйлы конкурстың тап Белорет педагогия колледжы базаһында ойошторолоуы нигеҙһеҙ түгел. Һөнәри уҡыу йорто айти белгестәр әҙерләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Урында андроид техникаһы оҫтаханаһы асылған, заманса технологиялар буйынса конкурстар, ярыштар даими ойошторола.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылы халҡы дәүләт программаһында ҡатнашырға әҙерләнә

Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы»нда ҡатнашырға әҙерләнә. Социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлгән программала илсекйәҙәр бер нисә йыл рәттән ҡатнаша. Был юлы урындағы халыҡ клуб бинаһының тәҙрә-ишектәрен алмаштырыу инициативаһын күтәреп сыға. Ауылда йәшәүселәр мәҙәниәт йортона саралар үткәреү өсөн генә йыйылмай, бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ылау туплана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ яҡташтар берлеге баш ҡалала йәшәгән райондаштарын ҙур концертҡа йыйҙы

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Баймаҡ яҡташтар берлеге баш ҡалала йәшәгән райондаштарын ҙур концертҡа йыйҙы. Сара стратегик осрашыу менән башланды, концерт залының фойеһында райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ҡул эштәре оҫталары үҙ продукцияһын, милли ризыҡтар тәҡдим итте.
Башҡортостанда страховкаланған баҫыуҙар майҙаны икеләтә артҡан

Ауыл хужалығы министрлығынан шул турала белдерәләр. Быйыл 180 мең гектар баҫыуҙа алдан һаҡланыу саралары күрелгән. Бының өсөн 35 килешеү төҙөлгән. Страховка өсөн хужалыҡтарға компенсация түләнә. 2023 йылда дәүләт ярҙамы 199 миллион һум булған.
Республикала йыл әйләнәһе эшләгән полилингваль үҙәк асыу ҡарала

Бөгөн был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул Өфөлә үткән халыҡ-ара полилингваль белем биреү форумында сығыш яһаны. Өфөлә беренсе полилингваль гимназиялар 2019 йылда асылды. Артабан улар Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында асылды. “Республикала полилингваль уҡытыу федераль стандарттар буйынса ойошторола”, - тине ул.
Форумда ил төбәктәре педагогтары ҡатнаша. Педагогия фәндәре докторы Садылбал Садномов Бүрәт республикаһынан килгән. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ асылған ҙур сүплектәр юҡ ителә

Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы бүлек етәксеһе Роман Мальцев һәм Рәсәй экологик йәмғиәте рәйесе Рәшит Исмаилов Күмертау һәм Стәрлетамаҡта булды. “Таҙа ил” федераль проекты буйынса 2024 йылға тиклем 6 ҡалала рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлөргә тейеш. Бының өсөн 2,1 миллиард һум йүнәлтелгән. Күмертау һәм Стәрлетамаҡта сүплектәрҙе юҡ итеү әүҙем алып барыла. Биләмәлә ерҙе таҙартып эшкәртеү эше лә үткәрелә. Быйыл Баймаҡ, Сибай, Дәүләкән һәм Благовещен ҡалалары янында ла рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлә.
😁1
Өфөлә Башҡортостан Башлығы бүләгенә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогы башланды

Ярыш Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола. Турнирҙа ир-егеттәр команда һәм шәхси ярышта көслөләрҙе асыҡлай. Спортсылар 10 ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһай. Бөгөн Башҡортостан Башлығы һәм Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе призына спорт алышы буйынса команда ярышы үтә. Унда 16 йәшкәсә үҫмерҙәр ҡатнаша. Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы өс көн дауам итә.
Коронавирусты дауалау һәм иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәр яңыртылды

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы исемлек әҙерләгән. Сирҙе дауалау өсөн 13 медицина препараты ҡаралған. Улар араһында ғәмәлдәге вакциналар «Гам-КОВИД-Вак», «ЭпиВакКорона», «Спутник Лайт» бар. Илдә коронавирус менән сирлеләр һаны арта. Уҙған аҙнала 20 меңгә яҡын кешелә ковид-19 асыҡланған. Башҡортостанда үткән тәүлектә 91 кеше коронавирус йоҡторған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә полилингваль мәғариф буйынса Халыҡ-ара форумдың пленар ултырышы үтте

«Торатау» Конгрес-Холл бинаһында дискуссия майҙансыҡтары сиктәрендә лингвомәҙәни һәм полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү алымдары, ошондай белем усаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ форум сиктәрендә уҡытыу-методик ҡулланмалар күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолған күләмле форумдан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Түбәнге Новгород өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары менән осрашты

Түбәнге Новгород өлкәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге Рәсәй Гвардияһының икенсе ирекле батальоны ойошторолған урында булды. Төбәк етәксеһе шәхси составты әҙерләү шарттары менән танышты һәм хәрбиҙәргә подразделение байрағын тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатырға әҙерләй

Хәрби бурысын үтәүселәрҙе ҡеүәтләп, Еңеүгә әйҙәү. Өфөнөң Октябрь районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатырға әҙерләй. Был юлы алғы һыҙыҡтағыларға транспорт өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән әйберҙәр тәшкил итә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү тамамланыу алдында

Сүплек урынына йәшел баҫыу. Башҡортостанда законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү тамамланыу алдында. Эш барышы менән Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы бүлек етәксеһе Роман Мальцев һәм Рәсәй экологик йәмғиәте рәйесе Рәшит Исмаилов танышты. «Таҙа ил» федераль проектының үтәлеше тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Ижад» күргәҙмәләр залында Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Ижад» күргәҙмәләр залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Талант эйәһе ижадташ дуҫтары һәм сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына билдәле әҫәрҙәре менән бер рәттән, быға тиклем киң аудиторияға сығарылмаған эштәрен дә тәҡдим итте.
Бөгөн Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың тыуыуына 100 йыл

Ул Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған. 1942 йылда Буйнак пехота училищеһын тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ фронтында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 8 мартында Херсон өлкәһенең Дудчаны ауылы өсөн барған бәрелештә дошман дзоты амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплай. Ошо батырлығы өсөн Миңлғәли Ғөбәйҙуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Республикала 10 йылда 8 мең 300-ҙән ашыу йортта капиталь ремонт үткәрелгән

Программа 2052 йылға тиклем иҫәпләнгән. Унда 17 мең күп ҡатлы йорт индерелгән. Бөгөнгә төҙөкләндереү эштәре 50 процентҡа үтәлгән. Быйыл 657 йортта капиталь ремонт үткәрелә. Уның барышында инженер селтәрҙәре алмаштырыла, ҡыйыҡтар яңыртыла, подъездар тәртипкә килтерелә.
Рәсәй һәм Республика Конституцияларын ҡабул итеүҙең 30 йыллығын билдәләүгә әҙерлек бара

Документтар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Ойоштороу комитетын Радий Хәбиров етәкләй. Саралар планы әҙерләнә. Рәсәй Конституцияһы көнө 12 декабрҙә билдәләнә, Башҡортостандың төп законы 24 декабрҙә ҡабул ителгән.
Башҡортостанда миллион ярым тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙылған

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, татлы тамыр 44 мең гектарҙа сығарылған, дөйөм майҙандарҙың 93 процентында эштәр теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте уртаса 340 центнер. Иң юғары күрһәткестәргә Шишмә һәм Бүздәк хужалыҡтары өлгәшә, 200 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйылған. Туймазы районында гектарынан 600 центнер уңыш алына.
80 йәштән уҙған пенсионерҙарға түләүҙәр арттырыла

Уларға ай һайын страховка пенсияһының билдәләнгән өлөшөн икеләтә күләмдә түләйәсәктәр. 1 ноябрҙән был сумма 15 134 һум була. Шулай уҡ граждандар авиацияһы самолеттарының экипаж ағзалары, күмер сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр ала. Ул хеҙмәт стажына, уртаса айлыҡ эш хаҡына һәм эш биреүсенең Социаль фондҡа индергән аҡса суммаһына ҡарап билдәләнә.