БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.87K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда 3,5 миллион кеше ҡала яны поездарында йөрөгән

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, халыҡ электричкалар менән әүҙем файҙалана. Былтыр бындай юғары күрһәткескә декабрҙә генә өлгәшелгән. Һуңғы ике йылда республикала яңы маршруттар асылды, заманса йыһазландырылған поездар йөрөй башланы. “Ласточка”, “Орлан” кеүек электр составтары Өфө – Приют – Абдулла, Өфө – Күмертау – Ырымбур, Өфө – Әшә йүнәлештәре буйынса йөрөй. Бынан тыш, Өфө тирәләй электричка хәрәкәт итә.
"Башҡортостан тауары" проектына тағы 5 предприятие ҡушылды

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кондитер, һөт, икмәк продукция етештереүселәр яңы мөмкинлек менән файҙалана. Проект үҙебеҙҙә сығарылған тауарҙы киңерәк танытыу мөмкинлеге бирә. Бөгөн уға 755 предприятие ҡушылған. 28 меңдән ашыу продукция "Башҡортостан тауары" тип тамғалана.
Өфөлә еңел сәнәғәт форумы дауам итә

Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгендә республикала етештерелгән әйбер өлгөләре ҡуйылған. Бер йыл элек көнбайыш индергән санкцияларға бәйле туҡыма һәм фурнитура алыу ҡыйынлашты. Бөгөн компаниялар Беларусь, Төркиә һәм Ҡытай менән бәйләнештәр булдырған. “Еңел сәнәғәт өсөн сеймал алыу мәсьәләһе хәл ителә”, - тип белдерҙе Башҡортостан вице-премьеры – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Республикала еңел сәнәғәт тармағында 300-ҙән ашыу компания һәм шәхси эшҡыуар эшләй. Быйыл улар 11 миллиард һумлыҡ тауар сығарған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Илдәге еңел сәнәғәт предприятиеларының бушап ҡалған урындарҙы алыу мөмкинлеге бар. Етештереүҙе яңыртырға, яңы кейем өлгөләре сығарырға, Рәсәйҙәге баҙарҙы яуларға ваҡыт”, - тип белдерҙе. “Республика – авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть, нефть химияһы менән генә дан тотмай. Беҙ Башҡортостанды еңел сәнәғәт үҫешкән төбәк булараҡ та билдәле итергә тырышабыҙ”, - тине ул.
Еңел сәнәғәт тармағы белгестәре Өфөгә йыйылды

ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә халыҡ-ара форум уҙа. "Легпром” күргәҙмәһендә Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән, Үзбәкстан, Беларусь һәм Ҡаҙағстандан 80 компания тауарын тәҡдим итә. Унда баш ҡалала яңы асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория ла ҡатнаша. Амран Моратшин исемендәге Республика стандартлаштырыу, метеорология һәм һынауҙар үҙәгенең директор урынбаҫары Фәнис Өмөтбаев.Бөгөн форумда “Еңел сәнәғәтте үҫтереү алымдары. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам” һәм “Бизнеста система” тигән түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәресе ойошторола, уҡыу йорттары дизайнерҙары теккән кейем күрһәтелә.
Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәләрендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Октябрьский ҡалаһында бетондан төҙөлөш әйберҙәре етештереү заводын асыу ҡарала. Бының өсөн 300 миллион һум йәлеп ителә. Заводта тротуар плитәһе, бордюр һәм юл хужалығы өсөн башҡа продукция сығарыу ҡарала. Туймазы районында йылы япмалар комплексын яңыртыу эше алып барыла. Инвестор йәшелсә үҫтерелгән теплицилар майҙанын киңәйтеү өсөн 277 миллион һум тотонорға ниәтләй. Ултырышта ике проектты ла өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә һәм дәүләт яғынан финанс ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Владимир Путин Рәсәйҙәге традицион дини берләшмәләр етәкселәре менән осрашты

Ил Президенты руханиҙарға махсус хәрби операция яугирҙәренә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыуҙа Яҡын Көнсығыштағы хәлдәр буйынса фекер алышыу булды. Владимир Путин төбәктә ҡан ҡойошто туҡтатыу өсөн саралар күрергә саҡырҙы. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Яҡын Көнсығыш халҡына гуманитар ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте. Баш мөфтөй хәҙерге шарттарҙа ил халҡына тыныс һәм берҙәм булыу мөһимлеген дә телгә алды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бөгөн полилингваль мәғариф буйынса Халыҡ-ара форум эш башланы

Сараны рәсми асыу Колоннолар залында үтте. Тантанала тармаҡ вәкилдәренә «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» билдәләре һәм ведомство наградалары тапшырылды. Әле форум сиктәрендә баш ҡаланың бер нисә уҡыу йортонда түңәрәк өҫтәлдәр үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә капиталь ремонттан һуң 5-се балалар поликлиникаһының травматология бүлеге үҙ эшен башланы

Бинаны эске яҡтан төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 11 миллион һум йүнәлтелгәйне. Проект буйынса беренсе тапҡыр һәм ҡабаттан килгән пациенттарҙы бүлеп ҡабул итеү буйынса уңайлы шарттар, өҫтәмә кабинеттар булдырылған, сират мәсьәләһе хәл ителгән. Яңыртылған медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да танышты. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, баш ҡала поликлиникаларын төҙөкләндереү мәсьәләһенә иғтибар юғары.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Арғаяш районы Ҡолой ауылында милли көрәш буйынса ярыш үтте

Асыҡ турнир Харис Йосоповтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Харис Монасип улы Көньяҡ Уралда дзюдоға нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
Үҙ көсөн һанарға Силәбе өлкәһе төбәктәренән, шулай уҡ Баймаҡ, Мәләүез һәм Салауат райондарынан командалар килде. Спортсылар 12 ауырлыҡ категорияһында һәм ике йәш төркөмөндә көслөләрҙе асыҡланы.
Бөгөн Өфөлә Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум башланды

Унда күп профилле мәктәптәрҙе булдырыу һәм үҫтереү мәсьәләһе ҡарала. Йыйын барышында лекция, оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу, шулай уҡ күргәҙмә ойошторолдо. “Республика полилингваль мәктәптәре үҙенсәлекле программа буйынса уҡыта. Форумда ошо тәжрибәне күрһәтәбеҙ”, ти “Смарт” 2-се республика күп профилле полилингваль гимназия директоры Наил Әминев. Полилингваль белем биреү мәсьәләләренә арналған форум иртәгә лә дауам итә. Унда ил төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан белгестәр ҡатнаша.
Республика парламенты Йәмәғәт палатаһына 10 кандидатты раҫланы

Бөгөн пленар ултырышта улар өсөн тауыш бирҙеләр. Олег Ротов, Диана Фәррәхова, Алина Хабирова, Юлай Ғәлиуллин, Кристина Недозерова, Рита Некрасова. Марина Таран, Артур Ғилманов, Айбулат Йәмилов һәм Александр Волков вәкәләттәр ала. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы 30 ағзанан тора. Составтың өстән бер өлөшөн Республика Башлығы раҫлай, тағы 10 кешене Республика парламенты хуплай. Ҡалған ағзаларҙы йәмәғәт палатаһының раҫланған составы һайлай.
Башҡортостанда Хәләл тауарҙы тикшереү буйынса үҙәк эшмәкәрлеген дауам итә

Өфөлә Еңел сәнәғәт форумы барышында Республика Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй сифат системаһы” ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм хәләл тауарҙы тикшереү эшен ойоштороу буйынса фекер алышыу булды. Беҙҙең республикала илдә тәүге шундай үҙәк асылды. Халыҡ-ара эксперттар сифат билдәһенә ыңғай баһаһын бирҙе. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Роскачество” ойошмаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Максим Протасов әйтеүенсә, республика сифат өлкәһендә башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы

Түбәнге Новгород өлкәһендә Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев исемендәге икенсе бататльондың хәрби байрағын тапшырҙы. Радий Хәбиров яҡташ яугирҙар күнекмә үткән майҙанда булды. Уларҙың әҙерлек шарттары менән яҡындан танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан парламенты рәйесе Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яғыуға йүнәлтелгән башланғысты тәнҡитләне

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы үтте. Константин Толкачев «КПРФ» фракцияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин тәҡдим иткән мәсьәләне көн тәртибенән төшөрөп ҡалдырырға тәҡдим итте. «Коммунистар партияһы» депутаты Рудольф Нуриевты «һатлыҡйән» тип атай. Шул уҡ ваҡытта Президиумда ултырыусы Вадим Старов - коммунистар партияһы ағзаһы, был мәсьәлә фракцияла күтәрелмәне тип белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында Танып йылғаһы аша күпер яҡын көндәрҙә файҙаланыуға тапшырыла

Әле объектта төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында . Мәғлүм булыуынса, күпер сентябрҙә сафҡа индерелергә тейеш ине. Әммә материал менән тотҡарлыҡтар арҡаһында эш туҡтап ҡалды. Был хаҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдерҙе. Танып йылғаһы аша һалынған объект Өфөнө республиканың төньяғы менән бәйләй, быйыл йәй ул авария хәлендә тип табылды. Фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында белгестәр транспорт хәрәкәтен ябырға мәжбүр булды. Ә эргәлә ваҡытлыса яңы күпер төҙөлә башланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бөгөн полилингваль мәғариф буйынса Халыҡ-ара форум эш башланы

Сараны рәсми асыу Колоннолар залында үтте. Форум сиктәрендә баш ҡаланың бер нисә уҡыу йортонда түңәрәк өҫтәлдәр үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы икмәк бешереү комбинаты ҡулланыусылар кооперативы сиктәрендә алдынғы күрһәткестәргә ирешкән

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярты йыл эсендә 3 миллиард һумдан ашыу килем алған. Башлыса ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, сауҙа тармағында эшләгән кооперативтарҙы эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн республикала субсидиялар һәм башҡа дәүләт ярҙамы ҡаралған. Ҡырмыҫҡалы икмәк бешереү комбинаты ҡулланыусылар кооперативы сиктәрендә алдынғы күрһәткестәргә ирешкән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә өсөнсө халыҡ-ара этнотуризм форумы тамамланды

Күләмле сарала илебеҙҙең 56 төбәге, Белорусия, Абхазия делегациялары ҡатнашты. «Торатау» Конгресс-холында үткән йыйында «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй премияһы конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Эколгия, энотуризм, һауыҡтырыу, йәштәр, сәнәғәт туризмы маршруттары буйынса иң яҡшы проекттар асыҡланды. Финалистар араһында эксперттар ете эште гран-при менән баһаланы. Еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.
2
Өфөлә Республика Башлығы ҡушыуы буйынса балалар поликлиникаһы төҙөкләндерелде

Сипайлово биҫтәһендә травматология бүлексәһендә капиталь ремонт үткәрелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, дауаханала иркен яҡты бүлмәләр йыһазландырылды, электрон сират барлыҡҡа килде, пациенттарға коридорҙа көтөү өсөн уңайлы шарттар булдырылды. Өфө дауаханаларын төҙөкләндереү яңы программа буйынса тормошҡа ашырыла. Уны быйыл июндә Радий Хәбиров иғлан итте. Бының өсөн ике йылда 500 миллион һум бүленә.
Рәсәйҙә киләһе йылда минималь хеҙмәт хаҡын күтәрергә тәҡдим ителде

Дәүләт Думаһында закон проекты ҡаралды. Уны Рәсәй Хөкүмәте индергәйне. Документҡа ярашлы, минималь хеҙмәт хаҡын 18,5 процентҡа арттырырға тәҡдим ителә. 2024 йылда ул 19 мең 242 һумға етә. 5 миллионға яҡын кешенең хеҙмәт хаҡы минималь кимәлгә еткерелергә тейеш.
Өфөлә милли проект буйынса 5 урам тәртипкә килтерелде

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, баш ҡалала 11 урында ремонт бара. Бының өсөн 2,5 миллиард һум бүленгән. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, Новороссийск, Һалле, Демьян Бедный, Шәфиев, Менделеев урамдарында 6,5 километр арауыҡ төҙөкләндерелде. Зинин ҡасабаһы янында юл үткәргес төҙөлә, Бейек һәм Эшсе хәбәрселәр урамдарында ремонт дауам итә. Өфөлә Интеллектуаль транспорт системаһы ҡулланыла. Ул тығындар ваҡытында автомобилдәр хәрәкәтен көйләргә мөмкинлек бирә.