БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.87K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» клубы икенсе тапҡыр «Торпедо» клубын ҡоро иҫәп менән еңеүгә иреште

Юлаевсылар миҙгелдә иң яҡшы уйынын күрһәтте. Быны «Салауат Юлаев» клубы етәксеһе Ринат Бәширов тренерҙар еңеүе тип атаны. Яҡташтарыбыҙ икенсе тапҡыр «Торпедо» клубын ҡоро иҫәп менән еңеүгә иреште.
2
Башҡортостанда майлы культураларҙы урыу тамамлана

Әле майҙандарҙың 80 проценттан ашыуында эш теүәлләнгән. 12 мең тонна гәрсис, 10 мең тонна соя, 38 мең тонна етен һәм 29 мең тоннанан ашыу рапс йыйылған. Республика Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов белдереүенсә, рапс килемле культураларҙың береһе. Ул сит илдәргә лә һатыла.
Республика аша үткән яңы федераль трасса 35 процентҡа әҙер

М-12 “Көнсығыш” юлының яңы өлөшө Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары биләмәһендә һалына. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин белдереүенсә, Дүртөйлө – Әсет юлында асфальт түшәү эше бара. Беҙҙең республика аша үткән федераль трасса оҙонлоғо 140 километр була. Артабан ул Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһенә сыға. Яңы юл Мәскәүҙе Екатеринбург менән тураға бәйләй. Бер ҡаланан икенсеһенә 17 сәғәттә барып етеп буласаҡ.
Етештереүҙе яңыртыу бурысы ҡуйылды

“Илдәге еңел сәнәғәт предприятиелары бушап ҡалған урындарҙы алырға тейеш. Производствоны яңыртырға, яңы кейем өлгөләре сығарырға, Рәсәйҙәге баҙарҙы яуларға ваҡыт”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән еңел сәнәғәт форумы барышында шулай тип белдерҙе. “Башҡортостан - авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть, нефть химияһы менән генә дан тотмай. Беҙ уны еңел сәнәғәт үҫешкән төбәк булараҡ та билдәле итергә тырышабыҙ”, тине ул.
Республикала еңел сәнәғәт предприятиеларына субсидия бирелә. Был маҡсатта ҡаҙнала 140 миллион һум аҡса ҡаралған. “Ағиҙел” халыҡ кәсептәре предприятиеһы етәксеһе Гүзәл Кәримова әйтеүенсә, дәүләт ярҙамы ойошмалар һанын арттырыуға этәргес бирергә тейеш.
👍1
Өфө районында махсус хәрби операция биләмәһенә ылау туплау пункты эш башланы

Ул шәхси эшҡыуар, спортсы Әмир Афзалов башлынғысы менән ойошторолдо. Тәүгеләрҙән булып бы эшкә Рәсәй спорт федерацияһы вәкилдәре ҡушылды. Әле пункт бензобысҡы, электр генераторы, “Нива” автомобиле һәм мобиль мунса ҡабул итеп өлгөргән.
Өфөлә еңел сәнәғәт проблемалары өйрәнелә

Быйыл республика еңел сәнәғәт компаниялары 12 миллиард һумлыҡ продукция сығарған.Башҡортостанда 300 самаһы эре һәм бәләкәй предприятие иҫәпләнә. Хөкүмәт вице-премьеры Александр Шельдяев ошо турала белдерҙе. Александр Шельдяев белдереүенсә, республикала еңел сәнәғәт предприятиеларына ҡорамалдар алыуға субсидия бирелә. Бөгөн был маҡсатта ҡаҙнала 140 миллион һум аҡса ҡаралған. Бөгөн Өфөлә еңел сәнәғәт форумы башланды. Унда ил төбәктәре, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Белоруссия делегациялары ҡатнаша.
Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса төп йүнәлештәрҙе атаны

Башҡортостан Башлығы Этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумда сығыш яһаны. Сарала Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ Беларусь һәм Абхазиянан вәкилдәр ҡатнаша. Радий Хәбиров республиканың төп туристик объекттары менән таныштырҙы.
Радий Хәбиров “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһына ла туҡталды. Быйылдан пенсионерҙар Беларусь һәм Абхазияға сәйәхәт итеү мөмкинлеген алды. Киләсәктә программаға Ҡаҙағстанды йәлеп итеү ҡарала, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
Көйөргәҙелә гуманитар ярҙам туплана

Республика ҡала һәм райондарында яугирҙәргә гуманитар ылау туплау дауам итә. Көйөргәҙе халҡы ла әүҙемлек күрһәтә. Мәктәп уҡыусылары, ветерандар, йәмәғәт берләшмәләре, ойошма һәм предприятиелар изге эштән ситтә ҡалмай. Эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индерә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә «Легпром» еңел сәнәғәт форум-күргәҙмәһе асылды

4-се тапҡыр ойошторолған сарала быйыл Рәсәй төбәктәренән, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан республикаларынан 80 компания ҡатнаша. Форум тиҫтәгә яҡын майҙансыҡты үҙ эсенә ала, өлкәндәр, балалар кейеме, мода, дизайн майҙансыҡтарынан тыш сифат мәсьәләһенә, кадрҙар тәьминәтенә ныҡлы иғтибар бирелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә өсөнсө халыҡ-ара этнотуризм форумы дауам итә

Уның эшендә илебеҙҙең 5 тиҫтәнән ашыу төбәге, шулай уҡ Белоррусия һәм Абхазия делегациялары ҡатнаша. Туриндустрия йыйынына килеүселәр бөгөн «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй премияһына үҙ проекттарын яҡланы.
👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡалҡан» ирекмәндәр ойошмаһы алғы һыҙыҡҡа сираттағы партия әҙерләй

Махсус хәрби операция биләмәһенә Өфөнән бер йыл эсендә генә 5 меңдән ашыу маскировка селтәре оҙатылған. Әлеге ваҡытта «Ҡалҡан» ирекмәндәр ойошмаһы алғы һыҙыҡҡа сираттағы партия әҙерләй. Яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән мөһим сара тураһында тулыраҡ киләһе яҙма.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Нефтсе» бассейнын мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар булыуы тикшерелде

Емерелгән душ, махсус парковка урындары булмауы һәм башҡалар. «Нефтсе» спорт комплексында шөғөлләнеүсе инвалид балаларҙың ата-әсәләре үҙәктә махсус шарттар булмауына зарлана. Мөрәжәғәттәр артыу менән, паралимпия чемпионы Ирек Зарипов етәкселегендәге бер төркөм йәмәғәтселәр комплекста рейд үткәрҙе.
👍1
Башҡортостандың бюджет кредиты буйынса бурысы иҫәптән сығарыла

Рәсәй Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инфраструктураны яҡшыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡан төбәктәргә ташлама яһала. Исемлектә беҙҙең республикала ла бар. Дөйөм алғанда, 12 төбәк 8,2 миллиард һумлыҡ бурысынан ҡотола. Башҡортостанда бюджет кредиттары ярҙамында ҙур төҙөлөштәр алып барыла. Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” проекты тормошҡа ашырыла, мәктәп төҙөлә, Нефтекама ҡалаһында таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырыла.
👍1
Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә “Сәнғәт төнө” уҙа

Акция быйыл “Рәсәй берләштерә” исеме аҫтында үтә. Мәҙәни-белем биреү сараһында 100-ҙән ашыу музей, китапхана, мәҙәниәт–күңел асыу учреждениелары ҡатнаша. Өфөлә, мәҫәлән, ҡала планетарийында нәфис фильм күрһәтелә, рәсемдәр күргәҙмәһе ҡуйыла, уйындар үткәрелә. Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында оҫтаханалар эшләй, яҙыусылар менән осрашыуҙар була, шулай уҡ күңел асыу саралары ойошторола. “Сәнғәт төнө”нә килеүселәр “Пушкин картаһы”н ҡуллана ала.
Рәсәйҙә киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарға түләү арта

Дәүләт Думаһы ултырышында беренсе уҡыуҙа закон проекты ҡабул ителде. Уға ярашлы, 1 ғинуарҙан пенсия 7,5 процентҡа күтәрелә. 32 миллиондан ашыу кеше юғарыраҡ түләү ала. Бының өсөн бюджетта 234 миллиард һум һалынған. Бөгөнгө ултырышта депутаттар минималь хеҙмәт хаҡын арттырыуға бәйле закон проектын ҡарарға йыйына. Уны 18,5 процентҡа күтәрергә тәҡдим ителә.
Өфө дәүләт циркын үҙгәртеп ҡороу өсөн федераль ҡаҙнанан 870 миллион һум йүнәлтелә

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан килгән белдереүгә ярашлы, төҙөкләндереү 2026 йылда башлана һәм 2028 йылда тамамланырға тейеш. Өфө циркы 2017 йылда ҡыйыҡ ҡоролмалары иҫкереү сәбәпле ябылды. Бинаны яңыртыу проекты дәүләт экспертизаһын үткән. Өфө дәүләт циркы 55 йыл элек асыла. Ул 2 мең тамашасыға иҫәпләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашҡанда циркты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә күтәрелде.
1
Башҡортостанда 3,5 миллион кеше ҡала яны поездарында йөрөгән

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, халыҡ электричкалар менән әүҙем файҙалана. Былтыр бындай юғары күрһәткескә декабрҙә генә өлгәшелгән. Һуңғы ике йылда республикала яңы маршруттар асылды, заманса йыһазландырылған поездар йөрөй башланы. “Ласточка”, “Орлан” кеүек электр составтары Өфө – Приют – Абдулла, Өфө – Күмертау – Ырымбур, Өфө – Әшә йүнәлештәре буйынса йөрөй. Бынан тыш, Өфө тирәләй электричка хәрәкәт итә.
"Башҡортостан тауары" проектына тағы 5 предприятие ҡушылды

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кондитер, һөт, икмәк продукция етештереүселәр яңы мөмкинлек менән файҙалана. Проект үҙебеҙҙә сығарылған тауарҙы киңерәк танытыу мөмкинлеге бирә. Бөгөн уға 755 предприятие ҡушылған. 28 меңдән ашыу продукция "Башҡортостан тауары" тип тамғалана.
Өфөлә еңел сәнәғәт форумы дауам итә

Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгендә республикала етештерелгән әйбер өлгөләре ҡуйылған. Бер йыл элек көнбайыш индергән санкцияларға бәйле туҡыма һәм фурнитура алыу ҡыйынлашты. Бөгөн компаниялар Беларусь, Төркиә һәм Ҡытай менән бәйләнештәр булдырған. “Еңел сәнәғәт өсөн сеймал алыу мәсьәләһе хәл ителә”, - тип белдерҙе Башҡортостан вице-премьеры – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Республикала еңел сәнәғәт тармағында 300-ҙән ашыу компания һәм шәхси эшҡыуар эшләй. Быйыл улар 11 миллиард һумлыҡ тауар сығарған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Илдәге еңел сәнәғәт предприятиеларының бушап ҡалған урындарҙы алыу мөмкинлеге бар. Етештереүҙе яңыртырға, яңы кейем өлгөләре сығарырға, Рәсәйҙәге баҙарҙы яуларға ваҡыт”, - тип белдерҙе. “Республика – авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть, нефть химияһы менән генә дан тотмай. Беҙ Башҡортостанды еңел сәнәғәт үҫешкән төбәк булараҡ та билдәле итергә тырышабыҙ”, - тине ул.
Еңел сәнәғәт тармағы белгестәре Өфөгә йыйылды

ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә халыҡ-ара форум уҙа. "Легпром” күргәҙмәһендә Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән, Үзбәкстан, Беларусь һәм Ҡаҙағстандан 80 компания тауарын тәҡдим итә. Унда баш ҡалала яңы асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория ла ҡатнаша. Амран Моратшин исемендәге Республика стандартлаштырыу, метеорология һәм һынауҙар үҙәгенең директор урынбаҫары Фәнис Өмөтбаев.Бөгөн форумда “Еңел сәнәғәтте үҫтереү алымдары. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам” һәм “Бизнеста система” тигән түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәресе ойошторола, уҡыу йорттары дизайнерҙары теккән кейем күрһәтелә.
Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәләрендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Октябрьский ҡалаһында бетондан төҙөлөш әйберҙәре етештереү заводын асыу ҡарала. Бының өсөн 300 миллион һум йәлеп ителә. Заводта тротуар плитәһе, бордюр һәм юл хужалығы өсөн башҡа продукция сығарыу ҡарала. Туймазы районында йылы япмалар комплексын яңыртыу эше алып барыла. Инвестор йәшелсә үҫтерелгән теплицилар майҙанын киңәйтеү өсөн 277 миллион һум тотонорға ниәтләй. Ултырышта ике проектты ла өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә һәм дәүләт яғынан финанс ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.