БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.88K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Сытырман - Үрге Сат юлының бер өлөшөндә ремонт тамамланды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл районында 3 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелгән. Бының өсөн 40 миллион һум тотонолған. - Трасса Сытырман, Ямаҙы, Иҫке Алдар, Тау, Мәсәғүт, Түбәнге Сат һәм Үрге Сат ауылдары аша үтә. Уларҙа мең ярым кеше йәшәй, - тине ведомство башлығы Александр Клебанов. Быйыл Сытырман һәм Үрге Сат араһында 12 километр ярым трассаны төҙөкләндереү планлаштырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда Бибисара Азаматованың яҡты иҫтәлегенә арналған беренсе йыр бәйгеһе үтте

«Йәшәргә лә әле йәшәргә». Ошондай исем аҫтында Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда Бибисара Азаматованың яҡты иҫтәлегенә арналған беренсе йыр бәйгеһе үтте. Бында Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондарына үҙешмәкәр йырсылар ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өфөлә пассажирҙар навигацияһы тамамланды

Был аҙнала паром кисеүҙәренең күбеһе ябылды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ысул менән йылғалар аша хәрәкәт киләһе йылда ташҡын ҡайтҡандан һуң башлана. Өфө районында "Князево" һәм ДОК паром кисеүҙәре 1 ноябргә тиклем эшләй. Шаҡша күперендә реконструкция бара, хәрәкәт тығыҙ, ҡарар ошо сәбәпле ҡабул ителгән.
Өфөлә "Бурыслы" операцияһы уҙғарыла

Ҡала автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, водителдәрҙең түләнмәгән штрафтары тикшерелә. Тейеш түләүҙәр тураһында мәғлүмәттәрҙе автоинспекция сайтында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға була. Штрафтарҙы 20 көн эсендә 50 процент ташлама менән түләп була.
Республика мәктәптәрендә агрокластар арта

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов ошо турала белдерҙе. Проектты тормошҡа ашырыуҙа алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм аграр колледждар ярҙам итә. “Бындай кластарҙа балалар илһөйәр булып үҫә”, тигән фекерҙә Ирек Сураҡов.
👍1
Бөгөн Өфөлә Этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум башланды

Сарала Рәсәйҙең 50 төбәгенән һәм Беларусь республикаһынан вәкилдәр ҡатнаша. Форумда туриндустрия тармағын үҫтереү мәсьәләләре ҡарала һәм этно-мәҙәни-туризм күргәҙмәһе эшләй. Халыҡ-ара форум өс көн дауам итә. Уның барышында “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй туристик премияһы тапшырыла. Еңеүсегә Илдең иң уңышлы маршруты тигән исем бирелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты

Радий Хәбиров 2024 йылда Рәсәй һәм Ҡаҙағстан форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан башлығы был турала Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев менән осрашыуҙа белдерҙе.
Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күптәнге дуҫлыҡ, сауҙа-иҡтисади, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Һуңғы йылдарҙа ике аралағы сауҙа әйләнеше артыуы күҙәтелә, тәүге ярты йылда күрһәткес 5 процентҡа арткан һәм 300 миллион долларға еткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Өсөнсө халыҡ-ара этнотуризм форумы асылды

Уның эшендә илебеҙҙең 5 тиҫтәнән ашыу төбәге, шулай уҡ Белоррусия һәм Абхазия делегациялары ҡатнаша. Туриндустрия йыйынына килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ике аҙна ял иткәндән һуң мобилизацияланыусы ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Яугирҙар төркөмө тиҫтәнән ашыу кешенән тора. Ҡәҙерлеләрен яуаплы сәфәргә оҙатырға ғаиләләре, дуҫтары килде. Ике аҙна ял итеп, туғандары, балалары менән аралашҡан ир-егеттәрҙең кәйефтәре көр, күңелдәре күтәренке.Ҡыҫҡа ғына ял ваҡытында хәрбиҙәр тыуған ер һауаһын һулап, көс туплап өлгөргән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Отпускыға ҡайтҡан Доставалов исемендәге батальон яугиры өйләнде

Миналар шартлауын Мендельсон маршына, хәрби кейемде туй костюмына. Доставалов исемендәге батальон яугиры өйләнде. Отпускыға ҡайтҡан хәрби яратҡан ҡыҙына тәҡдим яһаған. Йәштәр мөхәббәттен законлы никах менән теркәне. Ауырғазы районы Талбазы ауылында үткән туйҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында аяҡһыҙ ҡалған пенсионер ҡатын махсус хәрби операция яугирҙарына йыуғыстар бәйләй

89 йәшлек Нурикамал Ғиләжетдинова был изге эшкә телевизорҙан ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында ишеткәс, тотона. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күренекле ҡурайсы Ришат Рәхимов 70 йәшлек юбилейын билдәләй

Күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың Халыҡ артисы, халыҡ музыка ҡоралдары ансамбленә нигеҙ һалыусы шәхес - Ришат Рәхимовҡа - 70 йәш. Милли уйын ҡоралын пропагандалаусы, уны донъя сәхнәләрендә танытыусы ҡурай оҫтаһы Баймаҡ районы икенсе Этҡол ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училещеһында эш дәүерендә Ришат Рәшит улы бер нисә быуын профессиональ ҡурайсылар әҙерләй, фольклор эҙләнеүҙәренә таянып уҡыу әсбаптарын баҫтыра.
2
Башҡортостан иген экспортлауҙы арттырған

Быйыл 9 айҙа сит илдәргә 342 мең тонна ашлыҡ һатылған. Был уҙған йылдың ошо осоронан 3 тапҡырға күберәк. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оҙатылған игендең ҙур өлөшө - бойҙай, 106 мең тонна сығарылған. Шулай уҡ арпа, етен, борсаҡ, арыш, һоло экспортланған.
“Мөғжизәләр яланы” тыуған көнөн билдәләй

ВИД телекомпанияһының проектының тәүге сығарылышы 1990 йылдың 25 октябрендә төшөрөлә, 26-ыһында эфирға сыға. “Мөғжизәләр яланының” беренсе алып барыусыһы Владислав Листьев. Ул һәләк булғандан һуң, 1991 йылдың ноябренән тапшырыуҙы эфирға Леонид Якубович алып сыға. Ул бөгөн дә “Мөғжизәләр яланының” алыштырғыһыҙ алып барыусыһы. Программа һәр йома күрһәтелә. Унда Рәсәй генә түгел, элекке Советтар Союзы республикаларынан да күпләп ҡатнашалар.
Башҡортостанда йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында 7 мең ярым йортта етешһеҙлек асыҡланған

Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, май айынан сентябргә тиклем тикшереү уҙғарылған. Йорт һәм подъездарҙа быяла ҡуйылмауы, торбаларҙа йылы изоляция булмауы, иҫәпләү приборҙары төҙөкһөҙлөгө асыҡланған. Бөтә етешһеҙлектәрҙе идарасы компаниялар бөтөрөргә тейеш була. Яуаплы ойошмаларға штрафтар һалынған.
Бөгөн Өфөлә халыҡ-ара еңел сәнәғәтселәр форумы башлана

Унда 80 –дән ашыу компания һәм дизайнерҙар үҙ тауарын тәҡдим итә. Унда кадрҙар әҙерләү һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре ҡарала, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Форумда Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән тыш, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Беларуссиянан вәкилдәр ҡатнаша.
Республикала пассажир транспорты тикшерелә

Автоинспекторҙар аҙна дауамында пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләре үтәлешен ҡарай. Автобустарҙың техник торошона, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимына ҙур иғтибар бирелә. “Төп маҡсат йәмәғәт транспортына өҫтөнлөк биргән кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү. Пассажир йөрөткән водителдәргә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Халыҡтың үткәрелгән сараларҙы аңлап ҡабул итеүен теләйбеҙ. Беҙҙең тырышлыҡ кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән”, - тип яҙған Телеграм-каналында республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов.
Башҡортостанға 250 яңы автобус ҡайтарыла

Йәмәғәт транспорты бәләкәй ҡалалар һәм ауылдар өсөн тәғәйенләнә. Автобустар район-ара маршруттар буйынса йөрөй. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, быға тиклем ҙур 50 “НефАЗ” автобусы тапшырылды. Йәмәғәт транспорты Өфөлә халыҡ күпләп йөрөгән маршруттарға сығарылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә «Легпром» еңел сәнәғәт форумы башланды

Баш ҡала халҡы кейем сифатын тикшерә аласаҡ. Бөгөн Өфөлә «Легпром» еңел сәнәғәт форумы башланды. Ике көнлөк сара 10 тематик түңәрәк өҫтәл һәм конференциялар үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ республиканың 80 компанияһы үҙ продукцияһын күргәҙмәгә сығарҙы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәт палатаһы майҙанында үҫмерҙәр мөхитенең z быуыны проектына старт бирелде

Республиканың патриотик тәрбиә биреү үҙәгенән яңы проект. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы майҙанында үҫмерҙәр мөхитенең z быуыны проектына старт бирелде. Унда Өфөнөң үҫмерҙәр берлегенән 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар йәлеп ителәсәк.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына - бушлай комплекслы реабилитация

Стәрлетамаҡтағы «Әсә һәм сабый» Хәйриә фонды урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар ярҙамы менән яңы социаль проект өҫтөндә эш башланы. Үҙәктә һауыҡтырыу процедуралары, логопед һәм дефектолог дәрестәре ойошторолған.
👍3