БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.89K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Дыуан районы Арый ауылында “Сыңлы үксә” конкурсы үтте

Быйыл бейеүселәр ярышы махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә бағышланды. Яугирҙең атаһы Сибай филармонияһы солисы Илдар Хәтмуллин ошо ауылда тыуып үҫкән. Ул баһалама комиссияһы ағзаһы булды. Фестивалдә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан 30-ҙан ашыу коллектив ҡатнашты. Салауат районы “Йүрүҙән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран-при яуланы. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр номинацияһында еңеүселәр асыҡланды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр талап ителә

Авиация һәм нефть сәнәғәте тармағы ҡоролмаларын етештереүсе предприятиеға 5 мең кешене эшкә алыу маҡсаты ҡуйыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятиены кадрҙар менән тәьмин итеү дәүләт кимәлендә мөһим бурыс тип белдерҙе. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә юлдарға ҡар төшөү менән бәйле хәл, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йомғаҡтары барланды.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даүрен Абаев килде

Башҡортостанға Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даүрен Абаев етәкселегендәге делегация килде. Бөгөн ҡунаҡтар «Кроношпан» ағас эшкәртеү заводында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, археология һәм этнография музейында булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам әҙерләй

Алғы һыҙыҡҡа консервалар, кипкән ҡорот, үлән сәйҙәре, төрлө емеш ҡаҡтары туплана. Изге эшкә олоһо ла, кесеһе лә ҡушылған. Баймаҡтарҙың күстәнәсен, сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙарға илтеү ҡарала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда мәктәп стоматологияһы үҫешә

Былтырғы уҡыу йылында 130 меңгә яҡын бала һәм 5 мең уҡытыусы теш табибы ярҙамы алған. Өфөләге 1-се республика полилингваль гимназияһының стоматология кабинеты эшмәкәрлеге хаҡында репортаж.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: традицияларҙы тергеҙеү» төбәк конкурс-фестивале уҙҙы

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: традицияларҙы тергеҙеү» төбәк конкурс-фестивале уҙҙы. Сарала шәл бәйләү оҫталары студенттарға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, иң яҡшы ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙо.
2
Өфөлә “Ашҡаҙар моңдары” башҡорт халыҡ йыры фестивале финалы уҙа

Конкурс быйыл Башҡортостандың халыҡ артисы, бөйөк йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала. Әле “Ашҡаҙар” радиоһының Бәйләнештә селтәрендә “Тамашасы һөйөүе”нә тауыш биреү бара. Тамаша 30 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында үтә.
1
Башҡортостандан “Блогер” фильмы Дағстанда наградаға лайыҡ булды

“Золотая лоза” кинофестивалендә ҡыҫҡв метражлы картина “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында еңеү яуланы. Фильм Республика Башлығының “Геройҙар тураһында хәтер мәңгелек” грантына ярашлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡатнашлығында төшөрөлгән.
Башҡортостан парламентында телефондан мутлашыусылар менән көрәш маҡсатында эш төркөмө булдырыла

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 8 айҙа мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә 12 меңдән ашыу енәйәт теркәлгән. Мутлашыусылар 9 меңдән ашыу кешене 1,7 миллиард һумға алдаған. Профилле комитет рәйесе, эшсе төркөм етәксеһе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, депутаттар һәм эксперттар енәйәт осраҡтарын иҫкәртеү һәм халыҡ араһында аңлатыу алып барыу маҡсатында алымдар эҙләй.
Радий Хәбиров Башҡортостанда транспортты газ яғыулығына күсереү барышы менән таныштырҙы

Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, программа буйынса быйыл 89 миллион һум бүленгән. Уға ярашлы, автомобиль двигателен үҙгәртеп ҡорған өсөн компенсация түләнә. Еңел машина хужаларына 48-75 мең һум субсидия бирелә. 2020 йылдан 2 мең 845 транспорт метанда йөрөй. “Автобустар ҙа газ яғыулығына күсерелә. Ул күпкә арзаныраҡ. Газға күскән транспорт хужаларына һалым түләү өсөн льгота ҡаралған”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
Башҡортостанда автомобиль хужаларына иғтибарлы булырға кәңәш итәләр

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов яҙыуынса, ҡыш яҡынлаша. Төнгө һалҡындар ваҡытында юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. - Бөтә водителдәргә үтә иғтибарлы булырға кәңәш итәм. Автомобилдең төҙөклөгөн ҡарарға, машинаны ипле йөрөтөргә кәрәк. Йәйәүлеләр янынан ҙур тиҙлектә үтергә ярамай, - ти ул. Владимир Севастьянов шулай уҡ ҡышҡы резинаға күсергә кәңәш итте.
Башҡортостанда йылытыуға бәйле дәғүәләр кәмегән

Радий Хәбиров белдереүенсә, халыҡтан мөрәжәғәттәр өс тапҡырға аҙайған. Республика Башлығы йорттарҙы йылытыу буйынса мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Йылытыуҙы тейешле ойоштормаған өсөн 29 административ эш ҡуҙғатылған. Вазифалы кешеләргә 354 мең һум штраф һалынған.
Өфө аэропорты 4 миллион кешене хеҙмәтләндерҙе

Башҡортостан баш ҡалаһында юбилейлы пассажирҙы ҡаршы алдылар. 4 миллионынсы ханымға бүләктәр тапшырылды. Быйыл иҫтәлекле ваҡиға ике айға иртәрәк теркәлде. Пассажирҙар күберәк эске рейстар менән файҙалана, 600 меңдән ашыу кеше сит илгә осҡан, тип хәбәр итәләр “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында бөгөн яугирҙарға ылау туплау буйынса махсус пункт эш башланы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға. Өфө районында бөгөн яугирҙарға ылау туплау буйынса махсус пункт эш башланы. Береселәрҙән булып Рәсәйҙең спорт федерацияһы вәкилдәре ҡушылды. Гуманитар ярҙам өсөн ангарҙы ла спорт мастеры үҙе тәҡдим иткән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында ла махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам өсөн кәрәкле әйберҙәр туплана

Илдәге хәлгә битараф булмағандар, эшҡыуарҙар, хәйриә фонды, кем нисек ярҙам итә ала, был эшкә ҡушылған. Яугирҙарға ебәрер өсөн йылы ойоҡбаштар, медикаменттар, аҙыҡ- түлек, тимер мейестәр әҙерләнгән. Уҡыусылар хәрбиҙәргә изге теләктәр менән хаттар яҙған. Көмөш ирекмәндәр ялан шарттарында йыуынырға «ҡоро душ» эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Тамыр» телеканалы «ТЭФИ-KIDS»-2023 Рәсәй милли телевизион премияһына лайыҡ булды

«Тамыр»ҙың яңы еңеүе. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS»-2023 Рәсәй милли телевизион премияһына лайыҡ булды. Кескәйҙәр өсөн популяр телепрограмма «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында билдәләнгән.
Сытырман - Үрге Сат юлының бер өлөшөндә ремонт тамамланды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл районында 3 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелгән. Бының өсөн 40 миллион һум тотонолған. - Трасса Сытырман, Ямаҙы, Иҫке Алдар, Тау, Мәсәғүт, Түбәнге Сат һәм Үрге Сат ауылдары аша үтә. Уларҙа мең ярым кеше йәшәй, - тине ведомство башлығы Александр Клебанов. Быйыл Сытырман һәм Үрге Сат араһында 12 километр ярым трассаны төҙөкләндереү планлаштырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда Бибисара Азаматованың яҡты иҫтәлегенә арналған беренсе йыр бәйгеһе үтте

«Йәшәргә лә әле йәшәргә». Ошондай исем аҫтында Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда Бибисара Азаматованың яҡты иҫтәлегенә арналған беренсе йыр бәйгеһе үтте. Бында Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондарына үҙешмәкәр йырсылар ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өфөлә пассажирҙар навигацияһы тамамланды

Был аҙнала паром кисеүҙәренең күбеһе ябылды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ысул менән йылғалар аша хәрәкәт киләһе йылда ташҡын ҡайтҡандан һуң башлана. Өфө районында "Князево" һәм ДОК паром кисеүҙәре 1 ноябргә тиклем эшләй. Шаҡша күперендә реконструкция бара, хәрәкәт тығыҙ, ҡарар ошо сәбәпле ҡабул ителгән.
Өфөлә "Бурыслы" операцияһы уҙғарыла

Ҡала автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, водителдәрҙең түләнмәгән штрафтары тикшерелә. Тейеш түләүҙәр тураһында мәғлүмәттәрҙе автоинспекция сайтында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға була. Штрафтарҙы 20 көн эсендә 50 процент ташлама менән түләп була.
Республика мәктәптәрендә агрокластар арта

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов ошо турала белдерҙе. Проектты тормошҡа ашырыуҙа алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм аграр колледждар ярҙам итә. “Бындай кластарҙа балалар илһөйәр булып үҫә”, тигән фекерҙә Ирек Сураҡов.
👍1