БСТ | Яңылыҡтар
2.32K subscribers
5.3K photos
9.18K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Андрей Аршавин - Өфөлә!

Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, «Зенит» клубы составында УЕФА кубогын һәм Суперкубогын яулаусы ватандашыбыҙ Өфөнөң Жилин ауылының спорт комплексында булды. Футбол мәктәбе күптән түгел асылған. Бында Рәсәй футболының яңы йондоҙҙары булырға хыялланған 30-ға яҡын бала шөғөлләнә.
👍1
Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар Белорет районында осраша

Бөгөн Инйәр ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин призына конкурс ойошторола. Баһалама комиссияһын музыкант үҙе етәкләй. “40-ҡа яҡын ғариза ҡабул ителде”, - ти ул. Беренсе фестивалдә Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы музыканттары ғына ҡатнаша. Конкурста яңғыҙ башҡарыусылар, оркестр һәм ансамблдәр сығыш яһай. Киләһе йылда ярыш барыһы өсөн дә асыҡ була.
Дыуан районы Арый ауылында “Сыңлы үксә” конкурсы уҙғарыла

Ул 10-сы тапҡыр ойошторола. Фестивалдә балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр ҡатнаша. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Лариса Ишмөхәмәтова белдереүенсә, быйыл бейеүселәр ярышы махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә бағышлып үткәрелә. Әле конкурсҡа утыҙға яҡын ғариза тапшырылған. Фестиваль 21 октябрҙә үтә.
Номерһыҙ машинаны йөрөтөүселәр күберәк түләйәсәк

Башҡортостан депутаттары номеры булмаған машина хужалары һәм номерҙы йәшереп йөрөүселәр өсөн язаны ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә. Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул Дума ҡарауына тәҡдим ителә. Әле 5 мең һумлыҡ штраф һәм водитель танытмаһын 3 айға тиклем тартып алыу ҡаралған. Башҡортостан штраф суммаһын 15 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Шулай уҡ алты айҙан бер йылғаса машина йөрөтөүҙән ситләтеү башланғысы күтәрелә. - Айырыуса йөк ташыусы машина номерҙарын йәшерергә тырышыусылар байтаҡ, - тип белдерә проект авторҙары.
Башҡортостанда сүплектәр бөтөрөлә

Тиҙҙән Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкәндә ошо эш тамамлана. Күмертауҙағы сүплекте киләһе йылда бөтөрөү планлаштырыла. Эштәр "Таҙа ил" федераль проектына ярашлы алып барыла. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. 2022 йылда беҙҙең республика сүплектәрҙе бөтөрөү тиҙлеге буйынса илдә иң алдынғы төбәк тип танылды. Башҡортостанда 921 урын таҙартылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына араналған әҙәби-музыкаль кисә үтте

«Рәхмәт, яҙмыш!». Республиканың төп концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына араналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Киң йәмәғәтселек, яҡташтары, яҡындары, милли интеллигенция ҡатнашлығындағы күркәм байрам хаҡында киләһе яҙмала.
3
Өфөнөң Нуғай ауылынан сыҡҡан юлда тығындар арта

Халыҡты тимер юл өҫтөнән һалынған яңы юл үткәргестең ҡасан асылыуы борсой. Өфө ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш һәм юл ремонты идаралығы етәксеһе Константин Паппе белдереүенсә, объектта төҙөкләндереү дауам итә. Ремонт ай ярымдан тамамланырға тейеш.Константин Паппе әйтеүенсә, киләһе аҙнала Өфөлә Октябрь революцияһы урамының бер өлөшөндә хәрәкәт асыла. Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдарында тығындарҙың бер аҙ кәмеүе көтөлә. Баш ҡалала әле 20-гә яҡын урында юл ремонты бара.
Өфөлә Затон биҫтәһендә яңы мәктәп йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла

Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин шул турала белдерҙе. 1 мең 225 урынлыҡ мәктәп концессион килешеүгә ярашлы төҙөлә. Аҡсаның бер өлөшөн инвестор бүлгән. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем Белорет ҡалаһында 8-се мәктәпте төҙөкләндереү тамамлана. 2025 йылда Өфөлә республикалағы иң ҙур мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Кузнецов Затонындағы белем биреү ойошмаһы 2 мең 200-ҙән ашыу урынға иҫәпләнә.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының составы һайлана

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа кандидатуралар исемлеге ҡаралды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 26 кешене тәҡдим иткән. Депутаттар киләһе аҙнала пленар ултырышта 10 кандидатты һайларға тейеш. Йәмәғәт палатаһы 30 кешенән тора. Ун кешене – Республика Башлығы, тағы ун ағзаны төбәк парламенты тәғәйенләй. Ҡалған ун кандидатты йәмәғәт ойошмалары тәҡдим иткәндәр араһынан һайлайҙар.
Илеш районының Дөмәй ауылында “Әл-Мәлик” мәсете төҙөлә башланы

Иман йорто Мәккәләге Ҡәғбә бинаһына оҡшатып һалына. Сауаплы эшкә ошо ауылда тыуып үҫкән Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рабис Сәлихов тотонған. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғабдуллина әйтеүенсә, меценат “Атайсал” проектында ла әүҙем ҡатнаша.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иң яҡшы подъезд, күп фатирлы йорт һәм йорт яны биләмәһе асыҡлана

Ҡалала һәм ауылда ҡатнашыусылар айырым баһалана. Мотивация яҡшы, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров. Республика конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары номинацияға ҡарап 75 меңдән 750 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ. Былтыр 44 муниципалитеттан 207 ғариза килгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн туристик маршруттар арта

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» икенсе Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә инвалидтар өсөн уңайлы мөхиткә, туристик маршруттарға бәйле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала айырым категориялы граждандар менән дөрөҫ эшләү, туристик обьект хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус уҡыуҙар үткәреү мөһимлеге кеүек һорауҙар яңғыраны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районының Абдулла ауылында бағыр үрсетәләр

Был кәсеп менән Ғиндуллиндар ғаиләһе 2016 йылдан алып шөғөлләнә. Балыҡтарҙы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн тау шишмәһе эргәһендә яһалма быуа ҡаҙылған. Яңыраҡ ҡына грант ярҙамында фермер хужалығының матди-техник базаһы нығытылған.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Мостай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатовтың дуҫлығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Мостай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатовтың дуҫлығына арналған түңәрәк өҫтәл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһында үтте. Улар күптән инде ике республика ғорурлығына, уның мәҙәни маяғына, әҙәбиәттә тотош дәүерҙе билдәләгән шәхескә әйләнгән. Сарала ҡатнашыусылар күренекле әҙиптәрҙең тормош һәм ижад юлын барлап, әҫәрҙәренән өҙөк һөйләне. Тәрән фәлсәфә менән һуғарылған шиғырҙары бөгөн дә халыҡта йәшәй.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» клубы ситтәге уйындар серияһын башлай

Өфө хоккейсылары «Северсталь», Минскиҙың «Динамо», «Торпедо» һәм «Авангард» командалары менән осраша. Юлаевсылар тәүге матчын бөгөн Череповецта үткәрә. Уйын Башҡортостан юлдаш каналында киске сәғәт 9 тула 10 минутта башлана. Әле яҡташтарабыҙ Көнсығыш конференцияла бишенсе баҫҡысты биләй.
👍1
Башҡортостанда йәмәғәт тәртип һаҡлау пункттарын тергеҙеү тәҡдим ителә

Бының өсөн республика ҡаҙнаһына аҡса бүлеү ҡарала. Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы шундай башланғыс менән сыҡты. - Совет йылдарында тәртип һаҡсылары һәм халыҡ өсөн милицияның терәк пункттары булған. Уларҙа ирекле дружиналар урынлашҡан, етәкселәр әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашҡан. Бындай эшмәкәрлек енәйәтселекте кәметеү мөмкинлеге биргән. Хәҙер ҙә ошондай пункттар кәрәк, - ти башланғыс авторҙары. Республика парламентының Хәүефлек буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмеров белдереүенсә, тәҡдим ныҡлап өйрәнеләсәк.
Башҡортостан мәғариф ойошмалары вәкилдәре Мәскәүгә бара

Бында ноябрҙән киләһе йылдың апреленә тиклем Халыҡ-ара күргәҙмә ойошторола. Уның барышында Мәғариф һәм фән аҙнаһы ойошторола. Башҡортостан мәғариф системаһы менән дә таныштырыу ҡаралған. - Республика белем биреү системаһы илдә иң ҙурҙар рәтендә. Профессиональ ойошмаларҙың заманса инфраструктураһын булдырыу буйынса ҙур эш алып барыла. 2019 йылдан алып 200 оҫтахана асылды. "Профессионалитет" федераль программаһында әүҙем ҡатнашабыҙ, - тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин.
Еңел сәнәғәт тармағы белгестәре Өфөлә йыйыла

Киләһе аҙнала ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә халыҡ-ара форум уҙа. Унда баш ҡалала яңы асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория ла ҡатнашырға теләк белдергән. Уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 80 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Лаборатория аккредитицияға әҙерләнә. Шуға ла етештереүселәр әлегә сертификация алмайынса, тауарын тикшертә генә ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл ноябрҙә Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»на ярыштар үтә

Тиҙерәк тулы тормошҡа ҡайтырға. Быйыл ноябрҙә Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»на ярыштар үтә. Унда Волга буйы һәм Урал федераль округтарының махсус хәрби операция ветерандары ҡатнаша.
Был турала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында белдерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумында киләһе пленар ултырыштың көн тәртибе раҫланды

Парламент ултырышына биш тиҫтәгә яҡын закон проекты сығарыла. Ике ҡануни документ Башҡортостан менән Удмурт республикаһы, Иглин районы ауылдары араһында сиктәрҙе билдәләүгә ҡағыла. Шулай уҡ ветеринария пункттарында һатылған тауарҙарҙы сертификатлау, алкоголдең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәк буйынса закон проекттары тәҡдим ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө еңел сәнәғәт форумын ҡабул итә

Илдең төрлө төбәктәре һәм сит ил компаниялары ҡатнашҡан сара 25- 26 октябрҙә Башҡортостан күргәҙмә үҙәгендә ойошторола. Форум үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында барҙы.