БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.41K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡыш уртаһында һалҡындар көсәйә

Календарь ҡыш уртаһына һауа торошона күҙ һалайыҡ. Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 10 ғинуарҙан 14-нә тиклем республиканың үҙәк райондарында 3-9 градус һыуыҡ күрһәтә. Айырым райондарҙа тәүлегенә 4 миллиметрғаса ҡар яуыуы фаразлана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай егете 3D-технологиялар һәм программалауҙа уңышҡа ирешә

Йәшәү көсө-яратҡан шөғөлдән. Ишембай ҡалаһының Нефтсе ҡасабаһынан Азат Фәйзрахманов бәләкәйҙән ҡатмарлы диагноз-арҡа-мускул атрофияһынан яфалана. Инвалид креслоһында булыуға ҡарамаҫтан, ул республиканың ике юғары уҡыу йортон тамамлап, заман һөнәрҙәрен үҙләштерә. Әле айти-технологиялар, программалау йүнәлешендә уңыштарға ирешкән. Көслө рухлы замандашыбыҙ тураһында киләһе материалда.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Осор алдынан һаулығыңды тикшер: табиптар пассажирҙарҙы иҫкәртә

Самолетҡа ултырыр алдынан һаулығыңды тикшер. Табиптар тап шулай тип иҫкәртә. Яңы йыл каникулдарын ситтә үткәреүселәр өсөн был кәңәш урынлы булыр. Һауаға күтәрелер алдынан әҙерлек талап ителә, ти белгестәр. Оҙайлы осош, мәҫәлән, дүрт сәғәттән ашыуға һуҙылһа, ҡан тамырҙары төйөлөүе хәүефен барлыҡҡа килтерә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында Яңы йыл каникулында аква-волейбол ярышы үтте

Яңы йыл каникулын әүҙем уҙғарыусылар «Дельфин» бассейнында ярышты. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты уҙғарған сара хағында киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районында Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу билдәләнде

Билдәле шағир, башҡорт поэзияһы ынйыһы. Тәтешле районында Ғәли Соҡорой - Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер һәм хөрмәт саралары ойошторолдо.
6👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районында заманса автоматлаштырылған элеватор сафҡа инәсәк

Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында «Амкадор-Ағиҙел» предприятиеһы ҡоролмалары менән яңы элеватор сафҡа инәсәк. Яңы объектты төҙөлөшөнөң тәүге этабы тамамланған. Ҡоролмаларҙың 90 проценты Башҡортостан производствоһы, таҙартыу аппараттары-Белорус республикаһыныҡы. Ике республиканың берлектәге заводы ҡоролмалары менән йыһазландырылған ҡеүәтле яңы элеватор быйыл көҙ тулы көсөнә эшләй башлар тип көтөлә.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә балаларҙы юл йөрөтөүҙә ҡағиҙә боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡәтғиләштерелде

Федераль законға индерелгән төҙәтмәләр штраф күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Хәҙер өс мең штраф урынына биш мең һум түләргә тура киләсәк. Яуаплы вазифа биләүселәргә сумма 25 меңдән 50 мең һумға тиклем арттырылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың икенсе тулҡыны көтөлә

Ул яңы йыл каникулы тамамланғас башланыуы ихтимал. Табиптар был күренеште тәбиғи тип иҫәпләй. Белгестәр вирус сирҙәре таралыуын балаларҙың мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына йөрөй башлауына, халыҡтың оҙайлы ялдан һуң эш урындарына ҡайтыуына бәйләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Шыршыны -юнысҡыға» экологик акцияһы башланды

Ҡаланың барлыҡ райондарында шыршыларҙы йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҡуйылған. Ылыҫлы тоҡомдар ағас плитәләр етештереү өсөн сеймалға ҡулланыла. Артабан уларҙан өй йыһаздары етештерелә. Былтыр өфөлә йәшәүселәрҙән ике меңдән ашыу шыршы ҡабул ителгән. Йәшел ҡупшыҡайҙарҙы тапшырған һәр кемгә бүләккә берәр мандарин бирелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Яңы йыл майҙансығында пиротехника арҡаһында Ҡыш бабай янған

Уйындан уймаҡ. Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында Өфөлә яңы йыл майҙансығында ҡыш бабай янған. Бәхеткә күрә, республикала пиротехника ҡулланғанда зыян күреү осраҡтары башҡа йылдар менән сағыштырғанда аҙыраҡ теркәлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өмбәт ағинәйҙәре милли биҙәүестәр эшләп, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора

Милли традицияларҙы һаҡлап. Ейәнсура районы Өмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары түшелдерек һәм башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Ағинәйҙәр йәмғиәте гүзәл заттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла үҙҙәрен һынай.
🔥32👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 106 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Мөсәйрә Фәтихова үҙенең 106-сы йәшен ҡаршыланы. Оло йәштәге ханым ил Президенты Владимир Путиндан, республика башлығынан һәм ҡала хакимиәтенән ҡотлауҙар ҡабул итте.
👍32🥰1
Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Рәсәй беренселегендә алтын миҙалдар яуланы

Өфө спортсылары рапирала алыш финалында еңеп сыҡты. Радмир Ғәләүетдинов, Әмир Фәхретдинов, Дәүләт Хәйретдинов һәм Ростислав Хамдамов уңышҡа иреште тип хәбәр итәләр Фехтование федерацияһынан.
Бөрө районында һыуға батҡан һарыҡ кәүҙәләрен сығарыу дауам итә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә 1 мең 332 һарыҡ сығарылған. Ҡотҡарыусылар көндөҙ эшләй. Боҙҙа мәкеләр уйыла, унан һуң водолаздар төшөрөлә. Уҙған йылда декабрҙә һауа шарттары арҡаһында һарыҡтар йоҡа боҙға сыға һәм һыуға бата. Өйөр хужаһы ҙур зыян күрә, уға ҡотҡарыусылар эше өсөн түләргә, үле һарыҡтарҙы юҡ итеү сығымын ҡапларға кәрәк.
Павловка һыуһаҡлағысында өшөп дауаханаға оҙатылған ҡыҙҙың хәле уртаса ауырлыҡта

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Уҡыусы бала атаһы менән Ҡариҙел районына ял итергә килә. Ул иртән сығып китә, төшкө ваҡытҡа әйләнеп ҡайтмай. Атаһы ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Баланы табалар, ул аңын юғалтҡан була. Пациент Республика балалар клиник дауаханаһына һалынған.
ЗАГС идаралығы өйләнешеү өсөн матур даталарҙы атаны

2026 йылдың 26 ғинуары иҫтәлекле көндәрҙең береһе һанала. 6 һәм 26 июндә, шулай уҡ 8 августа законлы никахҡа инергә теләгәндәр күп булыр тип көтөлә. Былтыр матур даталарҙың береһе, 25 ғинуарҙа республикала 281 туй үткән. Өфөлә 100 пар өйләнешкән, Белоретта – 15, Октябрьскийҙа – 13, Иглин районында 11 рәсми никах теркәлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде

Яңы йылда яңы мәктәпкә. Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде. Белем усағы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк. Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм яугирҙың ғаиләһе, туғандары ла ҡатнашты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 200-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән

Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 200-ҙән ашыу берәмек техника, 340 коммуналь хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Уҙған тәүлектә генә муниципаль хеҙмәттәр 17 мең кубометр ҡар һәм 8 мең ярым кубометр сүп-сар сығарған. 282 тонна боҙға ҡаршы материал ҡулланылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡабанға һунар итеү ҡағиҙәләре ҡатмарлаштырылды

Ҡабандарға һунар иткәндә эт йәлеп итеп уларҙы эҙләү, ҡыуыу һәм тотоу тыйыла. Йыл башынан Башҡортостанда үҙ көсөнә ингән ҡағиҙәләргә ярашлы, һунарсыларға был хайуанды аулағанда коллектив рәүештә эш итеүгә лә ваҡытлыса сикләү индерелгән. Талаптарҙы үтәмәүселәргә 4 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез эшҡыуарҙары Бөтә Рәсәй «Туристик сувенир» конкурсында гран-при яуланы

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ғаилә Санкт-Петербургта үткән ун беренсе «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсында гран-при яулаған. Уларҙың «Башҡортостан ынйылары» 3d-панноһы «Vip Вәкиллек сувенир продукцияһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә рәссам эпоксид ыҫмалаһынан уникаль паннолар һәм сувенирҙар яһай

Уникаль сувенирҙар һәм эпоксид ыҫмалаһынан үҙенсәлекле паннолар. Уларҙы Өфөлә йәшәүсе рәссам Юлия Сивоконь етештерә. Уның оҫтаханаһында беҙҙең ижади төркәм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1