БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә бер ҡатын 7 миллион һумға алданған

80 йәшлек пенсионер полицияға мөрәжәғәт иткән. Уға шылтыратыусы иҫәпләү приборҙарын тикшереү кәрәклеге тураһында белдергән. СМС менән килгән кодты әйтергә күндергән. Ошонан һуң ҡатындың дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетын асыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр. Аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн банк иҫәбен алмаштырырға кәрәк, тигәндәр. Ҡатын мутлашыусылар әйткән иҫәпкә 7 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.
Башҡортостанда тәүге боҙ күпере асылды

Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы трассаһында, Ҡариҙел һәм Абыҙ ауылдары араһында Өфө йылғаһы аша боҙҙан хәрәкәт рөхсәт ителде. 3 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы машиналарға үтергә ярай. Боҙ юлының оҙонлоғо 280 метр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай урындарҙан үткәндә хәүефһеҙлек талаптары үтәлергә тейеш. Билдәләнгән ауырлыҡты, тиҙлекте арттырырға ярамай.
1
Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында 200-ҙән ашыу авария бригадаһы дежур итә

Был мәсьәлә республика хөкүмәтендә ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, байрам көндәрендә 1 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй, 364 машина сығарыла. - Коммуналь хужалыҡ объекттарында авария эҙемтәләрен бөтөрөү, йорт биләмәләрен, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре тиҙ арала башҡарылырға тейеш, тине премьер-министр Андрей Назаров. Башҡортостан һыу торбалары селтәре оҙонлоғо буйынса Волга буйы төбәктәре араһында икенсе урында.
"Салауат Юлаев" бөгөн "Мишкопад" тигән хәйриә акцияһын уҙғара

"Өфө-Арена"ға килеүселәрҙең йомшаҡ уйынсыҡтары һатып алыу мөмкинлеге бар. Осрашыуҙан һуң уларҙы боҙға ташлайҙар. Уйынсыҡ һатыуҙан алынған аҡса ауыр сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтелә, уйынсыҡтар иһә балалар йорттарына һәм мохтаж ғаиләләргә тапшырыла. Бөгөн юлаевсылар КХЛда даими беренселектә 2025 йылғы һуңғы осрашыуын уҙғара. Минскиҙан "Динамо" менән уйын сәғәт 7-лә башлана.
1
Өфөлә Ҡыш Бабай резиденцияһында махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам туплана

"Өфө Ҡыш Бабайы йылыһы" тигән хәйриә акцияһы бара. Ҡала халҡы йылы кейем-һалым килтерә ала. Октябрь проспектындағы резиденция янында махсус ҡумта ҡуйылған. Ошондай һауыттар шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы, балалар филармонияһы, "Моторҙар төҙөүсе" мәҙәниәт йорто һәм Ҡала мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан. Акция 11 ғинуарға тиклем бара.
Белорет районында өс балыҡсы йылға уртаһында тороп ҡалған

Уларға ҡотҡарыусылар ярҙам иткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса өс ир Ағиҙелгә барған, балыҡҡа әүрәп бәләгә тарыуҙарын һуң ғына аңлап ҡалған. Улар ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Балыҡсыларға йылға буйлап рейд уҙғарған хеҙмәткәрҙәр ярҙам иткән, улар ярға сығарылған.
"Урал Батыр" эпосы ҡырғыҙ телендә баҫылды

2013-2014 йылдарҙа Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан араһында милли эпостарҙы тәржемә итеү тураһында килешеү төҙөлә. "Урал Батыр"ҙы Жалал Абад университеты профессоры Ибраһим Абдулвәлиев тәржемә итә. Бының өсөн ул башҡорт телен өйрәнә. Мәҙәни хеҙмәттәшлек - ике яҡлы. 2017 йылда ҡырғыҙҙарҙың "Манас" эпосы башҡорт телендә донъя күрҙе.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фронтта ла, тылда ла: Башҡортостан бер йоҙроҡ булып еңеүгә бара

Башҡортостан махсус хәрби операция шарттарында ла берҙәмлеген юғалтмай. Алғы һыҙыҡта — батыр яугирҙар, тылда — ярҙам ҡулы һуҙыусылар. Республика дөйөм бер йоҙроҡ булып еңеүгә табан бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан донъяға асыла: яңы иҡтисади партнерҙар һәм килешеүҙәр

Ҡатмарлы геосәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуын дауам итә. Республика өсөн яңы партнерҙар барлыҡҡа килә, ә инде ышаныслы хеҙмәттәшлек яңы проекттар менән тулыландырыла. Был эштең нигеҙендә — үҫеш, инвестициялар һәм халыҡ өсөн реаль мөмкинлектәр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли үҙенсәлек һәм заманса иҡтисад: Башҡортостан тәжрибәһе

Фәнни-технологик үҫеш һәм сәнәғәт яңырышы Башҡортостан иҡтисадының яңы йөҙөн формалаштыра. «Иннопром» майҙанында тәҡдим ителгән проекттар республика ҡеүәтенең, инновацияға һәм инвестицияларға асыҡ булыуын дәлилләй. Традицион тармаҡтар менән бер рәттән креатив индустриялар ҙа үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдары: тиҙлек, хәүефһеҙлек һәм үҫеш

Юл инфраструктураһы үҫеше төбәктең иҡтисади мөмкинлектәрен генә түгел, кешеләрҙең көндәлек тормошон да үҙгәртә. Башҡортостанда төҙөлгән яңы трассалар, күперҙәр һәм магистралдәр төбәктәрҙе бер-береһенә, ә республиканы ил үҙәге менән тағы ла нығыраҡ бәйләй. Был проекттар — тиҙлек, хәүефһеҙлек һәм үҫеш символы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кардиология, поликлиникалар һәм поезддар: һаулыҡ һаҡлау киңәйә

Заманса медицина бөгөн тиҙлек, теүәллек һәм уңайлыҡ талап итә. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһы һанлы технологиялар, яңы медицина үҙәктәре һәм ауылдарға яҡынайтылған ярҙам аша сифатлы яңы кимәлгә күтәрелә. Был үҙгәрештәрҙең үҙәгендә — кеше ғүмерен һаҡлау һәм уның сифатын яҡшыртыу.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һынауҙар аша рекордҡа: Башҡортостан баҫыуҙарында мул уңыш

Тәбиғәт һынауҙары быйыл игенселәрҙе лә, малсыларҙы ла ныҡ сыныҡтырҙы. Әммә хеҙмәткә тоғро ҡалған ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, республика агросәнәғәтенең ныҡлы терәген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Был уңыштар — тырышлыҡ, заманса технологиялар һәм дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһе.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Заманса мәктәптәр, колледждар һәм кампустар: Башҡортостанда мәғариф үҫешә

Белем биреү — төбәктең киләсәген билдәләгән иң мөһим нигеҙҙәрҙең береһе. Башҡортостанда балалар баҡсаларынан алып юғары мәктәпкә тиклем мәғариф системаһы комплекслы рәүештә яңыртыла, заманса мөхит һәм яңы мөмкинлектәр булдырыла. Был эштәрҙең маҡсаты бер — һәләтле, белемле һәм конкурентлы быуын тәрбиәләү.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шүлгәнташҡа яңы һулыш: донъя кимәлендәге танылыу

Башҡортостандың тәбиғи һәм тарихи мираҫы донъя кимәлендә барған һайын нығыраҡ таныла. ЮНЕСКО ҡарарҙары, ғилми асыштар һәм туризмдың әүҙем үҫеше республиканың уникаль ҡомартҡыларын яңыса аса. Был юлда һәр ҡаҙаныш төбәктең абруйын арттырыуҙа мөһим баҫҡысҡа әйләнә.
1👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Әй Йола» һәм «Урал батыр»: Башҡортостандың мәҙәни йөҙө

Башҡортостан өсөн был йыл мәҙәниәт өлкәһендә сағыу ваҡиғаларға бай булды. Башҡорт моңо, эпик мираҫ һәм заманса сәнғәт формалары республика сиктәренән сығып, киң аудиторияға барып етте. Театр, музыка һәм халыҡ ижадындағы яңы башланғыстар мәҙәни үҫештең төп йүнәлештәрен билдәләне.
3
Ғинуар айында 16 көн ял була

Яңы йыл каникулы 11 ғинуарға тиклем дауам итә.Унан һуң 3 биш көнлөк эш аҙнаһыҡаралған. Дәүләт Думаһынан хәбәритеүҙәренсә, быйыл Рәсәйҙә 118 байрам һәм ял көнө, 247 көн эшләйбеҙ. Башҡортостанда милли һәм дини байрамдарға бәйле ял көндәре күберәк.
1
Башҡортостанда яңы йылда тәүге үлемесле янғын булды

Ғәҙәттән тыш хәлдәрминистрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Биштирәк ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергәс 70 йәшлек ир кәүҙәһе табылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Быйыл республикала 14 янғын теркәлгән.