БСТ | Яңылыҡтар
2.28K subscribers
5.32K photos
9.3K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яр буйында 900 метр оҙонлоҡтағы һырғалаҡ асыуға әҙерлек бара

Әле биләмә ҡарҙан таҙартыла, боҙ ҡатламы өҫтәп һалына. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был Башҡортостандағы иң оҙон һырғалаҡ иҫәпләнә. Үҙ конькиҙарың менән инеү бушлай. Шулай уҡ теләүселәр өсөн эргәлә спорт инвентарын ҡуртымға биреү пункты ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында «Ауыл олимпиадаһы» ойошторолдо

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙған сараның маҡсаты-сәләмәт тормошто пропагандалау, халыҡ йолаларын тергеҙеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Конкурстың республика этабында Таштимер ауыл биләмәһенең Әбйәлил ауылы ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Урал аръяғының археологик мираҫына арналған конкурс уҙҙы

Өфөлә Башҡортостан Урал аръяғының аҙ билдәле археологик һәм этнографик объекттарына арналған фотоһүрәттәр һәм видеосюжеттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан театрҙары йыл йомғаҡтарын барлай

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2025 йылды юғары ижади уңыштары менән оҙата. Ошо уңайҙан, мәҙәниәт учреждениеһы яңылыҡтарын даими яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек театрҙың һуңғы яңылыҡтары менән таныштырып ҡына ҡалманы, кескәй тамашасылар һанын да арттырҙы. Шулай уҡ быйылдан өлкәндәр өсөн киске репертуарҙар тергеҙелә башланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Белоретта социаль һәм иҡтисади үҫеш маҡсаттарын билдәләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәре сиктәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Флүс Ғәлимовтың ғаиләһе менән осрашты. Төбәк еткәсеһе ете бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзаларына Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Көн тәртибендә Радий Хәбиров киләһе йылға асыласаҡ Көрәш үҙәге төҙөлөшө һәм Урал пружина зводы эшмәкәрлеге менән танышты. Муниципалитет үҫеше менән бәйле ултырышта төбәк башлығы өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәре тышҡы сәйәси бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтә

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади стратегияһын юғары баһаланы. Республиканың был йүнәлештә эш тактикаһы федераль повестка менән бергә алып барыла. Һөҙөмтәлә республика Халыҡ-ара аренала Рәсәй мәнфәғәттәрен ҡеүәтләүсе әүҙем агентҡа әйләнде. Республиканың Евразия үҙәктәренең береһе булараҡ күрһәтелеүе лә ышаныслы партнерлыҡ булдырыуға этәргес.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда балалар баҡсалары һәм мәктәптәр яңыртыла

Быйыл «Ғаилә» милли проекты менән «Ғаиләне яҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ике балалар баҡсаһында капиталь ремонт эшләнде. Атап әйткәндә, Әбйәлил районы Асҡар ауылы менән Сибай ҡалаһының мәктәпкәсә учреждениелары төҙөкләндерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районындағы төнгө аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлгән

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай- Иҫке Балтас-Көйәҙе юлында «ГАЗель» менән «Лада Гранта» бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры-өс ир-ат һәм бер ҡатын табиптар килгәнгә тиклем урында уҡ һәләк була. «ГАЗель» водителе һәм уның пассажиры төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән яҡындағы дауаханаға алып киләләр.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына бағышланған китап күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан милли китапханаһында мәғрифәтсе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды.
Экспозияла әҙиптең тормош юлына һәм бай йөкмәткеле ижадына бағышланған яҙмалар һәм китаптар урын алды. Сығышы менән Тәтешле районынан булған ғалим һәм шағир Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнгән. Фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен яҡшы белгән мәғрифәтсе йөҙҙән ашыу әҫәр ижад иткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Йолалы ауылы тарихына арналған яңы китап тәҡдим ителде

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Фәйзулла Сарин менән Сәрүәр Иҙелбаева авторлығында сыҡҡан «Тарих һаҡлай Йолалы» китабының исем туйы үтте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Юрий Никулин исемендәге Мәскәү циркы сығыш яһай

Тылсымлы байрам. Өфөлә Юрий Никулин исемендәге Мәскәү циркы сығыш яһай. «Мәғжизәле йондоҙ сере» программаһы менән цирк артистары тамашасыларға сағыу шоу тәҡдим итте. Клоундар, йәнлектәр ҡатнашлығында ойошторолған тамаша Яңы йыл мажараһы стилендә үтте. Ҡатмарлы акробатик номерҙар, әкиәти декорациялар балаларҙы ла өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Юрий Никулин исемендәге Мәскәү циркына Өфөлә 4 ғиуарға тиклем барырға мөмкин.
Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты финалында Өфөнән биш спортсы ҡатнаша

Был ярыштар 10 ғинуарҙа башлана. Беренселектә Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге үҙәктән Никита Богданов, Евгений Шаров, Вячеслав Дроздов, Иван Гаврилов һәм Дмитрий Солянников ҡатнаша. Улар 2025 йылда уҙған ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
Әлшәй районында Ҡорһаҡ йылғаһы аша күпер ремонтланды


Иҙрис ауылы янындағы объект "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса төҙөкләндерелде. - Әлшәй районында 35 мең кеше йәшәй. Был күпер аша район үҙәгенә барып етергә мөмкин, Дәүләкән районына сығырға була, - тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. 2025 йылда милли проект буйынса 10 күперҙе төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан һәм Ташкент өлкәһе хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе булып Ташкент өлкәһендә «Бекабад» технопаркын булдырыу башланғысы тора. Яҡтар проект мөмкинлектәре, шулай уҡ Башҡортостан предприятиелары ҡатнашлығында уны ғәмәлгә ашырыу буйынса артабанғы аҙымдарҙы тикшерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл һөҙөмтәләре һәм яңы маҡсаттар: Радий Хәбиров оператив кәңәшмә үткәрҙе

Йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә маҡсаттар. Радий Хәбиров йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм алда торған бурыстарҙы билдәләне. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, финанс ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап, социаль йөкләмәләрҙе үтәп килә. 2025 йылда Рәсәйҙә яңы милли проекттар старт алған, Башҡортостанда уларҙы тормошҡа ашырыу уңышлы башланған. Әммә проблемалы, ныҡлы иғтибар талап иткән өлкәләр ҙә бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә биш йәшлек Солтанморат йәнһүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәнде

Радий Хәбировтан башҡортса йәнһүрәттәр сығарыуҙарын һораған биш йәшлек Солтанморат анимация студияһы менән танышты. Яңы йыл алдынан экскурсияны «Муха» студияһы директоры Артур Абдрахманов менән рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев үткәрҙе.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Лилиә Ғүмәрова Өфө ҡыҙының хыялын тормошҡа ашырҙы

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға яңы йыл мөғжизәһе. Федерация Советы комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Өфө ҡыҙының хыялын тормошҡа ашырҙы. «Теләктәр шыршыһы» бөтә Рәсәй хәйриә акция сиктәрендә сенаторға 10 йәшлек Виканының шары эләкте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 75-се маршрут пассажирҙары өсөн яңы йыл акцияһы үтте

Хеҙмәт карьераһы өсөн яңы йыл маршруты. Өфөнөң 75-се маршрут пассажирҙары ғәҙәти булмаған акцияла ҡатнашты. «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге «Башавтотранс» предприятиеһы менән берлектә юл йөрөүселәр өсөн байрам ойошторҙо. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡала халҡын ҡотланы, бүләктәр таратты, йырланы һәм шиғырҙар уҡыны.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат театры «Ҡар королеваһы» әкиәте менән балаларға Яңы йыл тылсымын бүләк итте

Республика район-ҡалаларында социаль шыршылар үтә. Салауат башҡорт дәүләт драма театры кескәй тамашасылар өсөн Кристиан Андерсендың киң билдәле «Ҡар королеваһы» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Ижади коллектив 2008 йылдан алып «Театр-инвалид-балаларға» тип исемләнгән хәйриә акцияһында ҡатнаша. Быйыл да салауаттар балаларға Яңы йыл тылсымын бүләк итте.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Кеше приюты» социаль үҙәгендә ай ярым эсендә ауыр тормош хәлендә ҡалған 35 кешегә ярҙам күрһәтелгән

«Кеше приюты» социаль үҙәгендә ай ярым эсендә ауыр тормош хәлендә ҡалған 35 кешегә ярҙам күрһәтелгән. Бында уларға ваҡытлыса йәшәү урындары бүленгән, кейем, гигиена кәрәк-яраҡтары ла килтерелгән. Бағыусылар ярҙамы менән улар йылы аш менән тәьмин ителгән. Биләмәлә социаль ашхана эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабының исем туйы үтте

Ябай ғына ауыл-ҡала малайҙарынан ысын ил батырҙары... Өфөлә «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабының исем туйы үтте. Баҫмала республиканан сыҡҡан 14 Рәсәй геройының биографияһы, ата-әсәләре, уҡытыусылары, дуҫтарының хәтирәләре, хәрби частары тураһында мәғлүмәт бирелә, яугирҙарҙың ҡаһарманлығы һүрәтләнә.
3