БСТ | Яңылыҡтар
2.28K subscribers
5.32K photos
9.28K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һыуға батҡан баланы ҡотҡарам тип ғүмере өҙөлгән студенттың ғаиләһе Башҡортостанға килде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ходжимурод Каландаровтың ғаиләһе менән осрашты. 2020 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алған студент Ағиҙелдә батҡан баланы ҡотҡарғанда үҙе һәләк була. Төбәк етәксеһе лайыҡлы ул тәрбиәләгәне өсөн ғаиләгә рәхмәт белдереп, Ходжимуродтың батырлығын хөрмәт итеүҙәрен билдәләне.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Степан Кувыкин урамындағы ике социаль объект йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалған

Был-республика художество гимназия-интернаты ятағы һәм кардиология үҙәгенең хирургия корпусы. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Ҡала мэры әйтеүенсә, коммуналь ресурстар булмауының сәбәбе булып 700 мм диаметрлы йылылыҡ селтәренең сафтан сығыуы тора. Әле урында авария бригадаһы эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ водитель» операцияһының тәүге йомғаҡтары иғлан ителде

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда рулгә эскән килеш ултырған 33 водитель туҡтатылған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 1200 протокол төҙөлгән. Был Яңы йыл алдынан иғлан ителгән «Айыҡ водитель» операцияһының тәүге йомғаҡтары.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫкәртеү саралары республикала 26 декабрҙә башланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Афған һуғышы ветерандары Афғанстанға ингән көндө иҫкә алды

Рәсәйҙә ул рәсми дата булараҡ ҡабул ителмәһә лә, тарихи көн илдең төрлө төбәктәрендә билдәләнә. Бөгөн Өфөнөң «Ҡайғырыусы әсә» мемориалы йәнә локаль бәрелештәр ветерандарын бергә йыйҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙың яртыһы тиерлек 1979 йылдың декабрендә Афғастанға беренселәрҙән булып ингән. Ун йыл дауам иткән ҡан ҡойошта илебеҙ 15 меңдән ашыу һалдат-офицерын юғалта.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мосолмандар һәм православ руханиҙары Донбассҡа изге миссия менән барҙы

Изгелек хаҡына. Мосолмандар һәм православ диндәгеләр Донбассҡа барып, зыян күреүсе халыҡҡа ярҙам итеп ҡайтты. Башҡортостан диниә назараты менән Рус православ сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы декабрь башында Донецк халыҡ республикаһына сәфәр ойоштора. Уның барышында зыян күргән йорттар тергеҙелә, госпиталдә ярҙам күрһәтелә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Дәүләт Советы 2.0» рейтингында ТОП-20 губернатор иҫәбендә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Дәүләт Советы 2.0» абруйлы рейтингында ТОП-20 губернатор исемлегенә инде. Уның авторы булараҡ «Минченко Консалтинг» коммуникация холдингы сығыш яһай. Эксперттар билдәләүенсә, төбәк властары экология һәм милли мәсьәләләр буйынса ҡаршылыҡ фонын ярайһы уҡ кәметкән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте

Мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте. Республика район-ҡалаларынан килгән малай-ҡыҙҙар ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән квест-уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Яңы йыл алдынан фермерҙар йәрминкә ойошторҙо

Баш ҡалала ҡышҡы сауҙа. Өфө ҡала хакимиәте тарафынан ойошторолған Яңы йыл алды йәрминкәһен һатып алыусылар был юлы ла көтөп алды. Байрам алдынан ауыл хужалығы уңғандары халыҡҡа күпләп ит, бал һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим итте.
«Артерия»сауҙа үҙәге алдындағы һатыу нөктәләре янында байрамса һәм күңелле. Дәртле көй-моңдар оҙатыуында республика фермерҙары баш ҡала халҡына үҙҙәре етештергән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яр буйында 900 метр оҙонлоҡтағы һырғалаҡ асыуға әҙерлек бара

Әле биләмә ҡарҙан таҙартыла, боҙ ҡатламы өҫтәп һалына. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был Башҡортостандағы иң оҙон һырғалаҡ иҫәпләнә. Үҙ конькиҙарың менән инеү бушлай. Шулай уҡ теләүселәр өсөн эргәлә спорт инвентарын ҡуртымға биреү пункты ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында «Ауыл олимпиадаһы» ойошторолдо

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙған сараның маҡсаты-сәләмәт тормошто пропагандалау, халыҡ йолаларын тергеҙеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Конкурстың республика этабында Таштимер ауыл биләмәһенең Әбйәлил ауылы ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Урал аръяғының археологик мираҫына арналған конкурс уҙҙы

Өфөлә Башҡортостан Урал аръяғының аҙ билдәле археологик һәм этнографик объекттарына арналған фотоһүрәттәр һәм видеосюжеттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан театрҙары йыл йомғаҡтарын барлай

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2025 йылды юғары ижади уңыштары менән оҙата. Ошо уңайҙан, мәҙәниәт учреждениеһы яңылыҡтарын даими яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек театрҙың һуңғы яңылыҡтары менән таныштырып ҡына ҡалманы, кескәй тамашасылар һанын да арттырҙы. Шулай уҡ быйылдан өлкәндәр өсөн киске репертуарҙар тергеҙелә башланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Белоретта социаль һәм иҡтисади үҫеш маҡсаттарын билдәләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәре сиктәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Флүс Ғәлимовтың ғаиләһе менән осрашты. Төбәк еткәсеһе ете бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзаларына Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Көн тәртибендә Радий Хәбиров киләһе йылға асыласаҡ Көрәш үҙәге төҙөлөшө һәм Урал пружина зводы эшмәкәрлеге менән танышты. Муниципалитет үҫеше менән бәйле ултырышта төбәк башлығы өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәре тышҡы сәйәси бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтә

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади стратегияһын юғары баһаланы. Республиканың был йүнәлештә эш тактикаһы федераль повестка менән бергә алып барыла. Һөҙөмтәлә республика Халыҡ-ара аренала Рәсәй мәнфәғәттәрен ҡеүәтләүсе әүҙем агентҡа әйләнде. Республиканың Евразия үҙәктәренең береһе булараҡ күрһәтелеүе лә ышаныслы партнерлыҡ булдырыуға этәргес.