Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй эшҡыуары махсус хәрби операциялағы яугирҙарға 21-се гуманитар ылау илтте
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам уларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, заказдары буйынса туплана. Бәләбәй районынан эшҡыуар Марат Шафиҡов махсус хәрби операцияға тәүге көндән алып ярҙам итә. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ, фронт менән тыл бергә саҡта Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, ти Марат Рәшит улы. Күптән түгел эшҡыуар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ылау менән 21-се тапҡыр барып ҡайтҡан.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» концерт залында һәләтле уҡыусылар өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте
«Башҡортостан» концерт залы бөгөн меңдәрсә баланы Яңы йыл тамашаһына йыйҙы. Байрам Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған.
Яңы йыл кисәһенә Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан уҡыу алдынғылары саҡырылған. Мәғариф министрлығы етәкселәре әйтеүенсә, Башҡортостан һәләтле уҡыусылары менән дан тота, улар төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында даими еңеү яулай.

Башҡортостанда туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге асылды
«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты буйынса Башҡортостанда 19 мәғариф-производство үҙәге булдырылған. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында ойошторолған кластер тураһында киләһе материалда.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һауа торошо яйлап йомшара
Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала сатлама һыуыҡтарҙы сағыштырмаса йылыраҡ һауа торошо алыштыра.
Бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағаналары көндөҙ 11-16 градус һыуыҡ күрһәтә. Иртәгә төбәктә шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. Төндә 15, көндөҙ 8-13 градус тирәһе һыуыҡ була.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасыларға өр-яңы спектакль тәҡдим итте
Балаларҙы театр фойеһында уҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алып, уларҙа тәүге минуттарҙан байрам кәйефе тыуҙырырға ашыҡты. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ойошторған тамашаға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләре лә саҡырылғйны. Яңы йыл әкиәте һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Баймаҡта Яңы йыл әкиәте сәхнәләштерелде
Баймаҡ район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләгән «Ат Юлий һәм Яңы йыл» тип аталған әкиәт мөғжизәгә ышандырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләгән «Ат Юлий һәм Яңы йыл» тип аталған әкиәт мөғжизәгә ышандырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә саңғыла трамплиндан һикереү буйынса Рәсәй кубогының 6-сы һәм 7-се этаптары үтте
Республиканың баш ҡалаһы ҡунаҡтарҙы тәүҙә көслө ҡар, һуңынан сатлама һыуыҡтары менән ҡаршыланы. Һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәүге көндө федерация ағзалары атлеттарға һынау һикереүе эшләргә һәм ни бары бер зачет тапшырырға рөхсәт итте. Иртәгәһенә ике зачет ҡуйылды.

Башҡортостанда “Айыҡ водитель” операцияһы старт ала
Баш автоинспектор Владимир Севастьянов ошо турала белдерҙе. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл байрамдары уҙғарылған һәм күп халыҡ ҡатнашлығында ойошторолған урындарҙа дежур итә. Республикала йәшәүселәр иҫерек водителдәр тураһында 8-347—279-32-92 телефон һандарына хәбәр итә ала. Мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһе Эске эштәр министрлығында ҡабул ителә.

2026 йыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде
Ошо туралағы указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Ил Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын һәм тематик йылдың саралар планын төҙөү бурысы йөкмәтелде. “Башҡортостан өсөн был тема айырыуса яҡын. Республикала 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙ бай күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең, ҡаҙаныштарыбыҙҙың таянысы булған берҙәмлекте ҡәҙерләйбеҙ. Киләһе йылда Башҡортостан Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Республика хөкүмәтенә ошо мөһим форумды яҡшы итеп ойоштороу һәм үткәреү бурысы йөкмәтәм”, – тип билдәләне Радий Хәбиров Мәҙәниәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында.

50 ауыл мәктәбе директорына 690 мең һумлыҡ грант тапшырылды
50 йәш мәктәп директорына аҡсалата сертификат. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика белем биреү учреждениелары етәкселәренә 690 мең һумлыҡ грант тапшырҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостандың ҙур ҡала-райондарында яңы белем усаҡтары сафҡа индерелә. Шулай уҡ милли проекттар нигеҙендә мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү, заманса йыһазландырыу дауам итә.

Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләне
Бөгөн-Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә. Изге һөнәр эйәләренең күбеһе профессиоаналь байрамдарын эш урындарында ҡаршылай. Уларҙың иңдәренә яуаплы бурыс һалынған-халыҡтың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Тантаналы ултырышта ҡотҡарыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе ҡотҡарыу ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Бөгөн-Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә. Изге һөнәр эйәләренең күбеһе профессиоаналь байрамдарын эш урындарында ҡаршылай. Уларҙың иңдәренә яуаплы бурыс һалынған-халыҡтың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Тантаналы ултырышта ҡотҡарыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе ҡотҡарыу ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мөһим. Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡ һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты.
Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мөһим. Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡ һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Кремлдәге яңы йыл шыршыһынан өс баланың теләктәре яҙылған өс шар алды. Октябрьскийҙан Рауил-аҫылмалы кресло, Өфөнән Есения-йүгереү тренажеры, Луганск халыҡ республикаһының Вахрушев ҡалаһынан Полина телескоп хаҡында хыяллана. Балаларҙың теләктәрен үтәрмен,-тине республика етәксеһе.

Башҡортостандың 14 медицина учреждениеһына 22 яңы автомобиль тапшырылды
Улар «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы сиктәрендә һатып алынған. «LADA Vesta» базаһындағы еңел автомобиль дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешене ташыуға иҫәпләнгән. Уның өсөн алғы ултырғыс бороу-күсереү механизмы һәм махсус тотҡа менән йыһазландырылған.

Яңы йылдан медицина вуздары студенттарына маҡсатлы уҡыу өсөн өҫтәмә аҡса
Яңы йылда маҡсатлы йүнәлтмә буйынса медицина вуздарында белем алыусы студенттар дәүләттән өҫтәмә түләү аласаҡ. Түләү федераль законға үҙгәреш индереү һөҙөмтәһендә башҡарыласаҡ. Айлыҡ түләүҙәр күләме академик стипендиянан кәм булмай. Проектты Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән.

Өфө районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияға 20-нән ашыу автомобиль оҙатҡан
Өфө районынан ағалы-ҡустылы Рауил менән Рәил Шәнгәрәевтар махсус хәрби операция биләмәһенә ике тиҫтәгә яҡын автомобиль оҙатҡан. Транспорт сараһын улар күп осраҡта ҡулдан һатып ала һәм үҙҙәре ремонтлай. Машинаның өҫкө яғы алып ташлана, шулай уҡ алғы һыҙыҡта юлһыҙлыҡтан йөрөү өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыла.

Красный Лучта төҙөкләндерелгән мәҙәниәт һарайында тәүге байрам концерты үтте
Төҙөкләндерелгән сәхнәлә тәүге байрам концерты. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында мәҙәниәт һарайы яңы һулыш алды. 1934 йылда шахтерҙар һәм урындағы халыҡ көсө менән төҙөлгән тарихи бинала ремонт эштәре тамамланды. 20-се быуаттың архитектура һәйкәле һаналған мәҙәниәт йортонда ижади коллективтар яңы йыл байрамына әҙерләнә.

Ленин майҙанында Өфөнең төп шыршыһы уттар балҡыуында асылды
Өфөнөң төп шыршыһы сағыу уттарҙа балҡый. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашлығында үткән сара Ленин исемендәге майҙанда «Ҡыш бабайҙың өс теләге» тип аталған театрлаштырылған тамашанан башланды. Бынан тыш, Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһы ла рәсми асылды.