БСТ | Яңылыҡтар
2.29K subscribers
5.32K photos
9.28K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Красный Луч ҡалаһына ярҙам итә

Министр Нияз Фазылов белдереүенсә, быйыл сүп-сар һаҡлау өсөн 70 контейнер һәм 7 бункер тапшырылған. Быға тиклем 200-ҙән ашыу контейнер һәм бульдозер алып барылған. - Ярҙам ҡаланың төрлө райондарына тигеҙ итеп бүленә, - тине Нияз Фазылов.
Өфөлә Яңы йыл каникулында халыҡ йөрөгән урындарҙа полиция дежуры ойошторола

Автоинспекция водителдәрҙе тикшерәсәк. Был турала Эске Эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығынан хәбәр итәләр. - Яңы йыл байрамдарында полиция көсәйтелгән тәртиптә эшләй, байрам майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары күрелә. 6 һәм 7 ғинуарҙа, Раштыуы ваҡытында ла тәртип һаҡлауға иғтибар ҙур була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта оҙаҡ йылдар партияның район комитетын етәкләгән Рәйес Имамов тураһында китап сыҡты

Райкомдың беренсе секретары. Баймаҡта оҙаҡ йылдар партияның район комитетын етәкләгән Рәйес Имамов тураһында китап сыҡты. Баҫма шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Башҡортостан Сербияға бал һата

Быйыл 100 тоннанан ашыу продукция оҙатылған. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте тауарҙы тикшергән, санитар талаптар тулыһынса үтәлгән. "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты буйынса Башҡортостанда экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйылған. 2030 йылға 2020 йылғы күрһәткестәрҙе 70 процентҡа яҡшыртыу планлаштырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандың дәүләт академия симфония оркестры VII ҡышҡы фестивалгә йомғаҡ яһаны

Ижади коллектив ай дауамында донъя музыка әҫәрҙәрен тәҡдим итте. Рәсәйҙең күләмле мәҙәни ваҡиғалары исемлеген биҙәгән фестиваль йыл һайын күренекле музыканттарҙы бергә йыя. Йола буйынса махсус концерт программа менән оркестр республика район-ҡаларына ла гастролгә сыға.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ленин районында «Тулҡын» паркында Яңы йыл майҙансығы асылды

Өфөлә Яңы йыл майҙансыҡтары асыла. Тәүгеләрҙән булып байрам алды ҡыуанысын баш ҡала халҡы Ленин районының «Тулҡын» паркы алдында кисерҙе. Майҙансыҡ былтырғы йыл менән сағыштырғанда күпкә сағыуыраҡ. Бер юлы бында Ҡыш бабай резиденцияһы тәүге кескәй ҡунаҡтарын да ҡабул итте.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмәне Владимир Путин үткәрҙе. Президент билдәләүенсә, иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ араһында мәшғүлдәр өлөшө 97,8 процентҡа еткән, ә эшһеҙлек 2,2 процентҡа тиклем кәмегән. Айырыуса илдең ҡайһы бер төбәктәрендә, һәм дөйөм алғанда йәштәр араһында эшһеҙлек һәр ваҡыт бер аҙ юғарыраҡ, әммә бында ла ыңғай үҙгәрештәр бар. 34 йәшкә тиклемге граждандар араһында эшһеҙҙәр һаны тотороҡло кәмеүгә бара.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәүҙә республиканың милли проекттарҙа ҡатнашыу йомғаҡтарын атаны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүгә эш сәфәре барышында республиканың милли һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыу йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте. Төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин уҙғарҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күҙ ауырыуҙарын операцияһыҙ дауалауҙың яңы алымдары индерелде

Күҙ ауырыуҙарын яңыса. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү үҙәгенең йыл башында асылған бүлегендә алты йөҙгә яҡын пациент дауаланған. Бүлектә офтальмология буйынса операцияһыҙ дауалау алымдары ҡулланыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Сәләмәт киләсәк» федераль партия проектының Йәмәғәт советы ултырышы үтте

Фекер алышыу Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында уҙҙы. «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия проекты сифатлы ярҙам күрһәтеү, медицина өлкәһендә тыуған мәсьәләләрҙе дәүләт кимәлендә хәл итеү менән шөғөлләнә. «Сәләмәт киләсәк» проекты нигеҙендә «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла. Медицина өлкәһенә белгестәр әҙерләү-көнүҙәк һорау. Был йәһәттән маҡсатлы уҡытыу буйынса программа камиллаштырыла, тине Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа парламентты яҡтыртҡан журналистар бүләкләнде

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда парламент тематикаһын яҡтыртҡан журналистар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Парламент рәйесе Константин Толкачев тантана алдынан ҡануни эшмәкәрлек, ҡабул ителгән һәм ҡаралған закон проекттары менән таныштырҙы, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы халҡы 15 тоннанан ашыу йөк тейәгән 57-се гуманитар ылау ойошторҙо

Яңы йыл бүләге махсус операцияла хәрби бурысын үтәгән яҡташтарына тәғәйенләнгән. Был юлы яугирҙарға машиналар, мотоциклдар, квадракоптерҙар, генераторҙар, төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Район ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар, шулай уҡ башҡорт балы, ҡайнатма һәм тәм-томдар менән яңы йыл бүләктәре әҙерләгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй эшҡыуары махсус хәрби операциялағы яугирҙарға 21-се гуманитар ылау илтте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам уларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, заказдары буйынса туплана. Бәләбәй районынан эшҡыуар Марат Шафиҡов махсус хәрби операцияға тәүге көндән алып ярҙам итә. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ, фронт менән тыл бергә саҡта Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, ти Марат Рәшит улы. Күптән түгел эшҡыуар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ылау менән 21-се тапҡыр барып ҡайтҡан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» концерт залында һәләтле уҡыусылар өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте

«Башҡортостан» концерт залы бөгөн меңдәрсә баланы Яңы йыл тамашаһына йыйҙы. Байрам Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған.
Яңы йыл кисәһенә Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан уҡыу алдынғылары саҡырылған. Мәғариф министрлығы етәкселәре әйтеүенсә, Башҡортостан һәләтле уҡыусылары менән дан тота, улар төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында даими еңеү яулай.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге асылды

«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты буйынса Башҡортостанда 19 мәғариф-производство үҙәге булдырылған. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында ойошторолған кластер тураһында киләһе материалда.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һауа торошо яйлап йомшара

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала сатлама һыуыҡтарҙы сағыштырмаса йылыраҡ һауа торошо алыштыра.
Бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағаналары көндөҙ 11-16 градус һыуыҡ күрһәтә. Иртәгә төбәктә шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. Төндә 15, көндөҙ 8-13 градус тирәһе һыуыҡ була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасыларға өр-яңы спектакль тәҡдим итте

Балаларҙы театр фойеһында уҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алып, уларҙа тәүге минуттарҙан байрам кәйефе тыуҙырырға ашыҡты. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ойошторған тамашаға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләре лә саҡырылғйны. Яңы йыл әкиәте һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Яңы йыл әкиәте сәхнәләштерелде

Баймаҡ район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләгән «Ат Юлий һәм Яңы йыл» тип аталған әкиәт мөғжизәгә ышандырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә саңғыла трамплиндан һикереү буйынса Рәсәй кубогының 6-сы һәм 7-се этаптары үтте

Республиканың баш ҡалаһы ҡунаҡтарҙы тәүҙә көслө ҡар, һуңынан сатлама һыуыҡтары менән ҡаршыланы. Һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәүге көндө федерация ағзалары атлеттарға һынау һикереүе эшләргә һәм ни бары бер зачет тапшырырға рөхсәт итте. Иртәгәһенә ике зачет ҡуйылды.
Башҡортостанда “Айыҡ водитель” операцияһы старт ала

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов ошо турала белдерҙе. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл байрамдары уҙғарылған һәм күп халыҡ ҡатнашлығында ойошторолған урындарҙа дежур итә. Республикала йәшәүселәр иҫерек водителдәр тураһында 8-347—279-32-92 телефон һандарына хәбәр итә ала. Мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһе Эске эштәр министрлығында ҡабул ителә.
2026 йыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде

Ошо туралағы указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Ил Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын һәм тематик йылдың саралар планын төҙөү бурысы йөкмәтелде. “Башҡортостан өсөн был тема айырыуса яҡын. Республикала 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙ бай күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең, ҡаҙаныштарыбыҙҙың таянысы булған берҙәмлекте ҡәҙерләйбеҙ. Киләһе йылда Башҡортостан Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Республика хөкүмәтенә ошо мөһим форумды яҡшы итеп ойоштороу һәм үткәреү бурысы йөкмәтәм”, – тип билдәләне Радий Хәбиров Мәҙәниәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында.