This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы вафат булды
Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙының 81-се йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Улар алтмыш йылға яҡын бергә йәшәй. Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Муай-тай буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе Зарина Исламова Башҡортостанға ҡайтты
Уҙған айҙа Сибай ҡыҙы Японияла чемпион исемен яуланы. Ул Камбоджа вәкилен нокаутта еңеп, алышты ваҡытынан алда тамамланы. Шулай уҡ Зарина быйыл кикбоксинг ҡағиҙәләре буйынса үҙенең беренсе профессиональ алышын үткәргән, унда тәжрибәле дәғүәсеһен еңгән.

👍3❤1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика халҡын Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы
«Бөгөн, 24 декабрҙә Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнә. Конституция-республиканың төбәккә үҫеш мөмкинлеге биргән ҡануни нигеҙе. Булған ҡиммәттәребеҙгә таянып алға барырға кәрәк. Быуаттар дауамында Башҡортостан бөйөк Рәсәйҙең мөһим өлөшө булып ҡала һәм беҙҙең Конституция ошо берҙәмлекте нығыта. Барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!» тип белдергән Радий Хәбиров.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан кескәйҙәргә яңы йыл бүләге
Яңы йыл алды мөғжизәләргә бай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 200-ҙән ашыу баланы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырҙы. Кескәй тамашасылар араһында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар ҙа, етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр ҙә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары ла бар.

Республика йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде
Тантана Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте. 2023, 2024 йылдарҙағы ижады өсөн бер төркөм йәштәргә абруйлы премия тапшырылды.
Тантана Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте. 2023, 2024 йылдарҙағы ижады өсөн бер төркөм йәштәргә абруйлы премия тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала көндәрҙең кинәт һыуытыуы, һауа температураһының 30 градустан түбән төшөүе көтөлә
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы төндә термометр бағаналарының аяҙайтҡанда 32-36 градусҡаса түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы, һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе һөҙөмтәһендә юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ошоға бәйле водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булыу кәңәш ителә. Белгестәр һыуыҡтан һаҡланыу саралары тураһында онотмаҫҡа саҡыра.

Салауат Юлаев батальоны яугирҙары Донецк халыҡ республикаһындағы дислокация урынында сиркәү төҙөнө
Ғибәҙәтхананы Башҡортостан яугирҙарының рухи остазы Отец Виктор изгеләндерҙе. Күптән түгел генә яҡташтарыбыҙ ошо уҡ урында мәсет һалғайны. Иман йорто һәм сиркәүҙең йәнәш урынлашыуы тотош илдәге конфессия- ара татыулыҡ, толерантлыҡ өлгөһө. Тап ошо дуҫлыҡҡа шына ҡағыу ниәте коллектив көнбайышҡа тынғылыҡ бирмәй, ти диндарҙар.

Башҡортостан туристарҙы йәлеп итеү индексында ТОП-10 төбәк иҫәбенә инде
Башҡортостан бөтә Рәсәй туристарҙы йәлеп итеү индексында 9-сы урынға сығып, илдең ТОП-10 төбәге исемлегенә ингән. 11-се позициянан алға күсеү этнографиянан алып әүҙем ял итеүгә тиклем төрлө планлы туристик продукт булдырыу буйынса системалы эштең уңышлы булыуын иҫбатлай. Был йәһәттән фәнни-популяр туризм айырым стратегик йүнәлеш булып тора: республикала милли проект сиктәрендә 9 дисциплина-ара маршрут булдырылған.

Республика малсылары йыл һөҙөмтәләрен барланы
2025 йылда тармаҡтың тулайым продукцияһы 144 миллиард һум тәшкил итеп, етештереү индексы былтырғы менән сағыштырғанда 102 проценттан ашҡан. 2030 йылға төбәктә индустриаль һөт фермалары һаны 50-гә, ә тауар һөттөң күләме йылына миллион тоннаға етергә тейеш. Табыш менән эшләүсе индустриаль фермаларҙы төҙөргә теләүселәр федераль ярҙам ала ала, әммә рәсми документтарҙы әҙерләп тапшырыуҙы мөмкин тиклем тиҙләтергә кәрәк.

Аҡъярҙа махсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына ордендар тапшырылды
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының йәштәр йортонда махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындарына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Батырлыҡ Ордены хәрби бурыс үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә. Юғары дәүләт наградаһына туғыҙ герой лайыҡ булды. Орден уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм яҡындарына тапшырылды.

Красный Луч биләмәһендәге мәктәптә капиталь ремонт тамамланды
Ел- ямғырҙар хәҙер ҡурҡыныс түгел, тырышып уҡырға ғына ҡала. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһы биләмәһендәге Софиевский ҡасабаһы мәктәбендә ҡыйыҡты яңыртыу эштәре тамамланды. 1938 йылда төҙөлгән белем усағы нигеҙенән алып таушала башлаған. Тәҙрәнән елдәр өрһә, ҡыйыҡтан ямғыр үтәнән үтә яуып торған. Республика ярҙамы менән мәктәп ниһәйәт төҙөкләндерелде.

Зариф Байғусҡаров йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы
600-гә яҡын ҡануни документ, йөҙҙәрсә мөрәжәғәт. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.
Осрашыуҙа Республика нәшриәт йорто, матбуғат саралары етәкселәре, журналистарҙан тыш, министрлыҡ, ведомстволар белгестәре лә ҡатнашты. Һуҙ депуттатың ҡануни эшмәкәрлеге, ҡабул ителгән яңы закондар тураһында барҙы.

👍2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илдар Абдразаҡов «Рәсәйҙең халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды
Ҡайҙа ғына булһаң да, ҡайҙа эшләһәң дә тыуған илең-Рәсәй, һин Башҡортостандан икәненеңде онотма. Танылған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов атаһының васыятын Кремлдә уҙған бүләкләү тантанаһында иҫкә төшөрҙө. Владимир Путин яҡташыбыҙға һәм тағы ла бер нисә мәҙәниәт хеҙмәткәренә «Рәсәйҙең халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем тапшырҙы.

🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан телдәре тураһында закон»дың үтәлеше тикшерелде
Бөгөн «Торатау» конгресс холында «Башҡортостан телдәре тураһында закон»дың үтәлеше буйынса Башҡортостан Хөкүмәте янындағы комиссия ултырышы уҙҙы.
Йыйылышта йыл дауамында башҡарылған эштәр тикшерелде. Быйыл «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй башлаған. «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты ойошторолған.

170-се гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Был уҙып барған йылда Башҡортостан хәрбиҙәренә тәғәйенләнгән 28-се адреслы ярҙам. Гуманитар конвой төбәк башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса власть органдары, муниципалитеттар һәм ирекмәндәр көсө менән ойошторолған. Йөк составына бронялы автомобилдәр, мунсалар, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм гигиена әйберҙәре ингән.

Өфө студенты нефть-газ темаһында өҫтәл уйыны уйлап сығарған
Өфө дәүләт нефть техник университеты студентынан өҫтәл уйыны. Өсөнсө курс студенты Юлиә Яковлева проектын дуҫтары ярҙамы менән тормошҡа ашырған. Үҙенең проектын ул «Твой ход» бөтә Рәсәй студенттар конкурсында тәҡдим итә, еңеүселәр иҫәбенә инә. Уйынды эшләүгә бер-нисә ай ваҡыт талап ителгән.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында заманса мәҙәниәт йорто асылды
Ул Башҡортотсан башлығы ҡушыуы буйынса төҙөлдө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың майында төбәктә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ат арбаһында халыҡ байрамына китеп барған урындағы артистарға автомобиль бәрелә. Аварияла биш кеше етди йәрәхәттәр ала. Мәсетле районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров иҫке клуб бинаһы урынына яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөләсәк, тип вәғәҙә иткәйне.

👍1
Өфө циркын реконструкциялау проекты хупланды
Рәсәй дәүләт экспертизаһының баш идаралығы ыңғай ҡарар ҡабул итте. Өфөләге цирк 2017 йылда ябылды. Ул тамашалар уҙғарыу өсөн хәүефле тип табылды. Республика үҙ иҫәбенә реконструкция проектын әҙерләне, Рәсәй хөкүмәтенә бинаны төбәк ҡарамағына тапшырыу буйынса мөрәжәғәт итте.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Красный Луч ҡалаһына ярҙам итә
Министр Нияз Фазылов белдереүенсә, быйыл сүп-сар һаҡлау өсөн 70 контейнер һәм 7 бункер тапшырылған. Быға тиклем 200-ҙән ашыу контейнер һәм бульдозер алып барылған. - Ярҙам ҡаланың төрлө райондарына тигеҙ итеп бүленә, - тине Нияз Фазылов.

Өфөлә Яңы йыл каникулында халыҡ йөрөгән урындарҙа полиция дежуры ойошторола
Автоинспекция водителдәрҙе тикшерәсәк. Был турала Эске Эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығынан хәбәр итәләр. - Яңы йыл байрамдарында полиция көсәйтелгән тәртиптә эшләй, байрам майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары күрелә. 6 һәм 7 ғинуарҙа, Раштыуы ваҡытында ла тәртип һаҡлауға иғтибар ҙур була.

Баймаҡта оҙаҡ йылдар партияның район комитетын етәкләгән Рәйес Имамов тураһында китап сыҡты
Райкомдың беренсе секретары. Баймаҡта оҙаҡ йылдар партияның район комитетын етәкләгән Рәйес Имамов тураһында китап сыҡты. Баҫма шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.