БСТ | Яңылыҡтар
2.31K subscribers
5.31K photos
9.23K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды. Ошо уңайҙан бөгөн «Торатау» конгресс-холында уҙған тантаналы сарала Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға махсус хәрби операция ветерандары, власть органдары һәм илтөбәктәренән Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалдары етәкселәре йыйылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асылды

Совет майҙанында урынлашҡан фонд бүлексәһен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугир-ветерандарға ҡул менән йөрөшлө автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусы һәм үҙ теләге менән хәрби хеҙмәтте һайлаусылар юлланды. Улар баш ҡаланан тыш, республиканың башҡа район-ҡалаларынан йыйылған хәрбиҙәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә дүрт тиҫтәнән ашыу яҡтабышыбыҙ юлланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәрен юғары наградалар менән бүләкләне

Көс структураларының элитаһы. Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан республика башлығы Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин менән тура бәйләнешкә ике миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнешкә ике миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән эфир иртәгә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Йылдың иң мөһим ваҡиғаһында Башҡортостандан да бер төркөм журналистар ҡатнаша.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда законһыҙ ылыҫлы ағастар һатыуға ҡаршы рейд уҙғарылды

Бөгөн законһыҙ рәүештә ылыҫлы ағастар менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы рейд ойошторолдо. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы белгестәре ҡатнашлығындағы профилактик сара республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтте. Ведомство хеҙмәткәрҙәре бер сауҙа нөктәһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, тауарға бәйле документтарҙың теүәллеген тикшерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең ауыл хужалығы өлкәһендә белем биреүсе алдынғы юғары уҡыу йорто 95 йыллығын билдәләй

Башҡорт дәүләт аграр университетының һигеҙ факультетында 9 меңдән ашыу студент белем ала. Уҡыу йортоноң 2-се корпусында капиталь ремонт-университет юбилейына ҙур бүләк. Барлыҡ эштәр «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли программаһының «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар»федераль проекты сиктәрендә башҡарылған.
1🥰1
Бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙа эшләүсе тренерҙарға миллион һум бирелә

"Ауыл тренеры" проекты буйынса иң яҡшыларға йыл һайын 22 сертификат тапшырыла. Ошо турала документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Субсидия алыуға кандидаттың урта һәм юғары һөнәри белеме булырға тейеш. Шулай уҡ уның ойошмала кәмендә биш йыл эшләү тураһында йөкләмә алыуы шарт. Хеҙмәт килешеүе өҙөлһә субсидияны тулыһынса, йә өлөшләтә ҡайтарырға кәрәк була.
Башҡортостанда транспорт һалымы буйынса бурыслылар күберәк сумма түләйәсәк

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, граждандар өсөн түбән ставка ҡаралған. Әммә, ул 2026 йылдың 1 ғинуарына бурысы булғандарға ҡағылмай. Мәҫәлән, 87 ат көслө "Лада Гранта" машинаһы өсөн һалым 870 һум. Ул йыл аҙағына тиклем түләнмәһә бурыслы 2 мең 175 һум тейеш була. Һалым буйынса бурыстарҙы Һалым хеҙмәте сайтында ҡарарға, йә һалым инспекцияларында белешергә мөмкин.
Башҡортостан балалары Кремль шыршыһында ҡатнаша

Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүгә 120 ҡыҙ һәм малай бара. Уларҙыңкүбеһе махсус хәрби операция яугирҙарының балалары. Сара 24-17 декабрҙә үтә.Кремль шыршыһы – Дәүләт Кремль һарайында уҙғарыла. Был сара беренсе тапҡыр 1937йылда ойошторола һәм традицияға әйләнә. Ошо уҡ көндәрҙә Рәсәй Президентыныңтулы хоҡуҡлы вәкиле шыршыһы ла була. Түбәнге Новгородҡа 20 уҡыусы саҡырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй президенты Башҡортостандың үҫешкән технологик базаһын юғары баһаланы

Бөгөн Владимир Путин 4 сәғәт ярым дауамында халыҡтың һәм журналистарҙың 80 һорауына яуап бирҙе. Төр темалар хаҡында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Владимир Путинға Башҡортостандың потенциалын юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға төбәк эшмәкәрлеге һәм мөмкинлектәрен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙә Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу проекты тураһында яҙып, республикала сәнәғәт корпорацияһын, сит ил партнерҙары менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эльвира Айытҡолова: Владимир Путин менән тура бәйләнеш татыу ғаилә һөйләшеүен хәтерләтте

Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары татыу ғаилә эсендә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе хәтерләтте. Рәсәй Президентының халыҡ менән тура бәйләнештә аралашыуын күҙәткән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошондай фекерҙә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды

Ике аҙнанан ашыу ял иткәндән һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Хәрбиҙәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Дим һәм Өфө райондары хәрби комиссары, подполковник Эрнест Кәбиров тәбрикләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй бөркөттәре» һәм «Бала саҡ навигаторҙары» форумы үтте

«Рәсәй бөркөттәре», «Бала саҡ навигаторҙары» өсөн берҙәмлек һәм илһам байрамы. «Торатау» конгресс-холында «Тәрбиәнең яңы фәлсәфәһе»тиа аталған төбәк-ара форум ойошторолдо. Балалар йәмәғәт хәрәкәте календарының сағыу сараһы хаҡында репортаж.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәбир Аралбаев Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисына юғары награда «Өс таған» бейеүендәге өлкән ағай образы өсөн тапшырылды. Башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға үҙ өлөшөн индергән бейеүсе тураһында репортаж.
👍1👎1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге паркта төп Яңы йыл шыршыһы асылды

Баймаҡтың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ҡаланың төп яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы үтте. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров энергетиктарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә энергетиктар көнө билдәләнә.Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Бөгөн төбәк энергетикаһында 25 меңдән ашыу кеше эшләй, ә яҡын тармаҡтарҙы иҫәпкә алғанда-50 мең самаһы. Ныҡлы энергетика системаһы-иҡтисад үҫешенең нигеҙе, шуға ла электр станцияларының ҡеүәтен һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу дауам итә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республиканан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте

«Конвой командаһы-102. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Өфөлә республиканан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Еңеү өсөн тыл ярҙамы күрһәтеүселәр хаҡында киләһе яҙмала.
1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө табиптары МХО биләмәһенә медицина ярҙамы ебәрә

Республика медицина-генетика үҙәге хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә. Тәүҙә аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары һәм күп һанлы посылкалар ебәрһәләр, бөгөн стериль бәйләү комплекттары оҙатыла. Медицина ойошмаһы ирекмәндәре тураһында киләһе яҙмала.
1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районында теркәлгән ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн иртән Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә юлында 10-сы модель «ВАЗ», «Maзда» һәм «Шакман» йөк машинаһы бәрелешкән. Юл-траспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Ватан еңел автомобиленән өс кеше һәм инормарканан бер пассажир һәләк булған. Тағы өс кеше дауаханаға оҙатылған.