БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.12K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашты

Медиа тармаҡ үҫешенә лайыҡлы баһа. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашып, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Теле-радио каналдар, муниципаль телестудиялар, алты телдә баҫтырылған гәзит-журналдар - бөгөн дәүләт компанияларында ғына ике мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Төбәк етәксеһе хәрби хәбәрселәрҙең фиҙәҡәр хеҙмәтенә айырым иғтибар йүнәлтте. Эшлекле һәм тантаналы саранан киләһе материал.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров: Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ

Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ. Әле Башҡортостанға 3170 яугир әйләнеп ҡайтты. Улар күберәк ҡайтҡан һайын башҡараһы эштәр, мәсьәләләр ҙә артасаҡ ҡына, тине Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында. Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙ яугирҙарҙы ҡаршы алыу өсөн медицина һәм социаль инфраструктураны әҙерләргә тейешбеҙ. Һәм йәмәғәт ойошмалары был эштә төп ярҙамсы булыуы мотлаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Шайморатов класында уҡыусыларҙың балы ойошторолдо

200-ҙән ашыу уҡыусы шайморатовсылар балында вальс бейене. Сара Өфөлә икенсе тапҡыр ойошторолдо. Радий Хәбиров уҡыу алдынғыларына почет билдәләре тапшырҙы. Бал бер юлы өс ваҡиғаға - Ватан геройҙары, Рәсәй Конституцияһы һәм Башҡорт теле көнөнә арналды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды

Фармацевт һөнәрен - ҡоралға. Өфө медицина колледжында бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды. Колледжда Ватан геройҙары көнөнә арналған тантаналы сара үтте.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы

Рәсәй геройҙары көнөндә Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы. Техника тәғәйен урынға Халыҡ фронты ярҙамында барып етәсәк. Росреестр идаралығы хеҙмәткәрҙәре гуманитар ярҙам туплауға етди ҡараған - махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ автомобилдәрҙең һәр ҡайһыһы юлға сығыр алдынан техник тикшереү үткән. Һәр машинаға шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн йылы кейемдәр ҙә һалынған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районында Ватан геройҙары көнө Геройҙар скверында билдәләнде

Сарала райондың хеҙмәт коллективтары, шайморатов кластары уҡыусылары, студенттар ҡатнашты. Хәтер сараһына махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яҡташтары Роман Сәйетгәрәев, Эдуард Нәсибуллин һәм Эльбрус Рахманғоловтарҙың ғаиләләре лә саҡырылды. Яугирҙарҙың барыһы ла үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен төҙөү тулы ҡеүәттә бара

Был илдең яңы тарихында юғары белем һәм фән инфраструктураһын модернизациялауҙың иң күләмлеһе. Бөгөнгә 29 кампус объекты файҙаланыуға тапшырылған да инде. Шуларҙың береһе Өфөләге Геном үҙәге. Был турала вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Санкт-Петербургта уҡыған студенттарға әүҙем ярҙам күрһәтә

Республиканың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре төньяҡ баш ҡалала белем алыусы яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Унда студенттар төбәк тормошонда ҡатнашырға мөмкинлек биргән төп проекттар менән танышты. Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостандан бөтәһе 3 меңгә яҡын студент уҡый, улар өсөн 11 йәштәр клубы уңышлы эшләй. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, йәштәр башланғыстары өсөн 2 миллион һумға тиклем гранттар ҡаралған һәм Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уның күләме киләһе йылда арттырыласаҡ.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белоретта йылылыҡ биреү Башҡортостан етәкселеге контролендә

Уҙған төндә ҙур коммуналь авария һөҙөмтәһендә төбәктә 70-тән ашыу күп фатирлы йорт, шулай уҡ ике биҫтәләге социаль объекттар йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалды. Бөгөн ғәҙәттән тыш хәл урынына Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов килде. Урында оператив штаб булдырыған. Идара итеүсе компания сәғәт һайын фатирҙарҙағы температура режимын күҙәтеп тора. Прокуратура осраҡ буйынса тикшереү ойошторған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иң яҡшы декан - Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта

Эдуард Хәсәнов - Рәсәй профессорҙар йыйылышының дөйөм милли премияһының “Техник фәндәр” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнгән. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетының Механика һәм һанлы инжиниринг факультетын етәкләй. Бында механика, агротехника, һанлы инжиниринг, һаҡсыл етештереү һәм экология буйынса киң белемле белгестәр әҙрләнә.
👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ленин паркын реконструкциялау 55 процентҡа әҙер

Ял урынын төҙөкләндереү “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проекты сиктәрендә үтә. Эшселәр яҡтыртыу таяуҙарын, гранит баҫҡыстарҙы яңыртҡан, фонтан һәм бордюр таштарын һүткән. Ҡар һәм һыуыҡтар - төҙөүселәргә ҡамасауламай, эш дауам итә. Масштаблы реконструкция тарихи өлөшөн һаҡлап, паркты тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота.
🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Олимпик парк Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн спартакиаданы ҡабул итергә әҙерләнә

Өфөләге Олимпик парк Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн беренсе спартакиаданы ҡабул итергә әҙерләнә. 14 декабрҙә Өфөгә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең 10 республикаһынан сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле мең ярым спортсының килеүе көтөлә. Ярышсылар тау саңғыһы, сноуборд, керлинг һәм шахмат буйынса көстәрен һынаясаҡ
Бөгөн Республика Башлығы Өфөлә 52-се балалар баҡсаһының икенсе корпусында булды

Ул Башҡортостан Сәскәләре микрорайонында урынлашҡан, быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылды. Корпус 180 балаға иҫәпләнгән. Республика Башлығы физкультура һәм музыка залдары, йоҡо бүлмәһен, медиицина кабинетын, ашхананы ҡараны. Һәр береһе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Радий Хәбиров тәрбиәселәргә республика гранттар программаһында әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итте. Киләһе йылда 75 грант бирелә, һәр береһенең суммаһы 575 мең һум. Республика Башлығы тәрбиәселәр һәм балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.