БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.08K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Пушкин әкиәттәре башҡорт телендә сыҡты: «Китап» нәшриәте яңы баҫма тәҡдим итте

Туған телдә яратҡан классика. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Александр Пушкиндың киң билдәле әкиәттәре башҡорт телендә донъя күрҙе. Өс мең данала нәшер ителгән баҫмаға әҙиптең биш әҫәре тупланған. Уларҙы билдәле балалар яҙыусыһы һәм драматургы Айһылыу Йәғәфәрова тәржемә иткән.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 120-нән ашыу ҡатнашыусыны берләштергән бералыш буйынса көнсығыш көрәш фестивале уҙҙы

Унда 9 федерация вәкилдәре төрлө алымдарҙы һәм техниканы башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән фестиваль Владимир Жириновскийҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде

Бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде. Төбәк етәксеһе Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияның 26-сы ултырышында ҡатнаша.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Үлемесле авария өсөн мәжбүри эш. Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Юл фажиғәһе быйыл майҙа Шамонин ауылында теркәлде. «Киа Спектра» автомобиле хужаһы юғары тиҙлектә 11 йәшлек велосипедсыны бәрҙерә. Баймаҡ районынан туғандарына ҡунаҡҡа килгән малай авария урында һәләк була. Водитель судта ғына баланың яҡындарынан ғәфү үтенә һәм бер миллион һум компенсация түләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иҫке Тумбағош мәктәбендә махсус хәрби операция яугирҙарына Хәтер музейы асылды

Шаран районы Иҫке Тумбағош ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә Хәтер музейы асылды. Хәрбиҙәрҙең исемен мәңгеләштереү башланғысы менән оло юғалтыу кисергән ата-әсәләр исеменән уҡытыусы Виталий Сәйетов сыҡҡан. Үҙенең дә улы Артур алғы һыҙыҡта һәләк булған, бөгөн батыр иҫтәлегенә Герой партаһы булдырылған, мини-футбол буйынса турнирҙар уҙғарыла.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә

Республикала дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә. Шәхес иҫтәлегенә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбйәлил районы яҡташтары Фәйзрахман Шәйхетдин улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа шәхес эшмәкәрлеген иҫкә алдылар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты

Байрам фажиғәғә әйләнмәһен өсөн. Өфөнөң Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты. Уның барышында туҡланыу учреждениелары тикшерелде, Яңы йыл мәжлестәрен хәүефһеҙ үткәреү ҡағиҙәләре иҫкә төшөрөлдө.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2025 йылдың декабре күҙәтеүҙәр тарихында иң йылы ҡышҡы айҙар иҫәбенә инергә мөмкин

2025 йылдың декабре күҙәтеүҙәр тарихында иң йылы ҡышҡы айҙар иҫәбенә инергә мөмкин. Ғәҙәттән тыш йомшаҡ ҡыштың төп сәбәбе тип Атлантиканан көньяҡ-көнбайыш еле йоғонтоһонда килгән йылы һауаның әүҙем ағымын атайҙар, был, эксперттар әйтеүенсә, глобаль климат үҙгәреүе менән бәйле. Быйылғы ҡыш та быльтырғыһы һымаҡ тарихта йылы булыуы менән иҫтә ҡалырмы.
🔥21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Александр Жаровский карьераһын «Салауат Юлаев» клубында дауам итергә ниәтләй

Был хаҡта юлаевсылар етәксеһе Ринат Бәширов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 18 йәшлек хоккейсының Өфө командаһы менән контракты тағы ла йыл ярым ғәмәлдә буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй һөжүмсе НХЛ драфтында «Монреаль» тарафынан һайланды. Континенталь хоккей лигаһының быйылғы даими чемпионатында Александр Жаровский әлегә 20 мәрәй туплап өлгөргән.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге предприятие һаҡсыл технологиялар ҡулланып етештереү ҡеүәтен ун процентҡа арттырған

Өфөләге предприятие һаҡсыл технологиялар ҡулланып етештереү ҡеүәтен ун процентҡа арттырған. Өфө быраулау ҡорамалдары заводы төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә яңы проект тормошҡа ашырып, икенсе ай яңыса алымдар буйынса продукция сығара. Предприятие етәкселеге производстволағы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләй.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткәндәр яугирҙар Шайморатов миҙалдары алды

25-се дөйөм ғәсҡәр армияһында, фиҙаҡәрлек күрһәткән яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары-Шайморатов миҙалдары, армия командующийына Шайморатов ордены тапшырылды. Бүләкләү тантанаһынан хәрби хәбәрсебеҙ әҙерләгән яҙма.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында яугирҙар өсөн «Быҡтырылған ит» акцияһы үтте

Ауыл халҡынан яугирҙарға ярҙам. Шаран районында урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыусылар «Махсус хәрби операция яугирҙарына быҡтырылған ит» акцияһы ойошторҙо. Изге сарала райондың бер нисә ауыл вәкилдәре ҡатнашты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ус төбөндәге бәхет» Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы үтте

Сараға етлекмәй тыуған сабыйҙарға үҫергә ярҙам иткән белгестәр саҡырылды. Конкурстың маҡсаты-табиптарға, шәфҡәт туташтарына, психологтарға, реабилитологтарға һәм көн һайын бәләкәй пациенттарҙы ҡотҡарған һәм тәрбиәләгән башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереү.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында тәүге тапҡыр 12 метрлыҡ яһалма шыршы ҡуйылды

Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә лә Яңы йыл байрамына әҙерлек бара. Иглин район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға ла тәүге тапҡыр 12 метрлыҡ яһалма шыршы ҡуйылды. Ул урман һылыуҡайынан бер ҙә ҡалышмай. Сағыу уттар һәм төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән йәшел ҡупшыҡай бөгөндән үк байрам кәйефе өлөшә.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ташкентта Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында иҡтисади юл картаһына ҡул ҡуйылды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ташкентта Үзбәкстан менән Рәсәй араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияның 26-сы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров менән Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Үзбәкстандың төрлө өлкәләрҙә күптәнге үҙ-ара хеҙмәттәшлек тарихы бар

Сәнәғәт кооперацияһы айырым урын биләй. Ташкент өлкәһендә берлектәге индустриаль парк булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. Үҙ сиратында Стәрлетамаҡта «Толпар» технопаркын булдырыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Күптән түгел Наманган өлкәһенең туҡыма етештереү предприятиеһы Өфөлә үҙ кибетен асты. Ике республиканың сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре генә нығынып ҡалмай, туризм өлкәһендә лә үҙ-ара мөнәсәбәттәр яйға һалына.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы старт алды

«Торатау» конгресс-холында уҙған сараның беренсе көнө хеҙмәт етештереүсәнлеге, шулай уҡ социаль һәм йәштәр эшҡыуарлығы мәсьәләләренә арналды. Йыл һайын форумда Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән эшҡыуарҙар ҡатнаша. Был юлы сарала Төркиә, Үзбәкстан, Белоруссия, Һиндостан һәм башҡа дәүләттәр вәкилдәре бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағошта ауыл техникаһын яңы миҙгелгә әҙерләү буйынса республика семинары үтте

Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә. Саҡмағош районында ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау һәм уны киләһе сәсеү миҙгеленә әҙерләү мәсьәләләренә арналған республика семинар-кәңәшмәһе үтте. Тәжрибә уртаҡлашыу, баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙәге алдынғы ысулдар хаҡындағы форум хаҡында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ӨФТУ-нда «Киләсәк моторы» алдынғы инженерлыҡ мәктәбе өсөнсө йыл уңышлы эшләй

Техникаға һәм фәнгә һөйөү мәктәп партаһынан башлана. Өфө фән һәм технологиялар университетында «Киләсәк моторы» алдынғы инженерлыҡ мәктәбе өсөнсө йыл уңышлы эшләй. Белгестәрҙең студенттар менән берлектә яһалған эшләнмәләре донъя аналогтарынан бер ҙә ҡайтыш түгел.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә шәфҡәт туташтары роботлаштырылған операциялар серҙәрен өйрәнә

Башҡорт дәүләт медицина университетында операция шәфҡәт туташтары өсөн Рәсәйҙә беренсе махсуслаштырылған уҡытыу курсы асылды. 4 көн дауамында Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Дондағы Ростов һәм Владивостоктың алдынғы клиникалары хеҙмәткәрҙәре роботлаштырылған хирургияла Башҡортостан табиптары тәжрибәһен үҙләштерәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһын иҫкәртеү аҙналығы үтә

Уға ярашлы, табиптарҙан консультация алырға, аноним рәүештә анализ бирергә мөмкин. Профилактик сараларҙың бер өлөшө «Позитив мөхит» проекты сиктәрендә башҡарыла. Бында ВИЧ инфекцияһы менән зарарланған һәм әүҙем тормош алып барған ирекмән консультанттар күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.