БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.07K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт драма театры «Рядовойҙар» премьераһын күрһәтте

Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры репертуары сираттағы хәрби драма спектакле менән тулыланды. Был юлы ижади коллектив беларус драматургы Алексей Дударевтың «Рядовойҙар» пьесаһына мөрәжәғәт иткән. Ике көн дауамында барған премьера аншлаг менән үтте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә

Келәмдә-ҡатын-ҡыҙҙар. Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә. Көрәш һарайында көн һайын иртә менән кис гүзәл заттар араһында иң көслөләр билдәләнә. Яңыраҡ ҡына 54 һәм 70 килограмм ауырлыҡта еңеүселәр асыҡланды. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Наталья Самохина ла уңышҡа өлгәшеп, сираттағы раундҡа үтте. Ул Новосибирск өлкәһе өсөн сығыш яһай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» еңеүселәренә 1 млн һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» программаһында еңеүселәргә 1 млн һумға иҫәпләнгән сертификаттар тапшырҙы. Ауыл ерендә йәш спортсыларҙы тәрбиәләүсе белгестәр аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тәбрикләнде. Көн тәртибендә төбәктә мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөкләндереү, Башҡортостан башлығы менән Тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр үтәлеше һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Һалым хеҙмәте 35 йыллығын билдәләй

Федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға-35 йыл. Республика башлығы Радий Хәбиров Һалым идаралығының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостан һалым хеҙмәте ярҙамында быйыл республика бюджетына 488 млрд һум аҡса тупланған. Был былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, 30 процентҡа юғары.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районынан махсус хәрби операциялағыларға 57-се гуманитар конвой әҙерләнә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ылау ебәреүгә әҙерлек башланды. Был көндәрҙә Иглин ветерандар союзы штабында айырыуса йәнлелек. Иҫәп буйынса 57-се конвойҙы оҙатыу өҫтөндә эш тулы ҡеүәткә бара. Ғәҙәттәгесә, йөктөң дөйөм ауырлығы яҡынса 10 тонна тәшкил итәсәк. Иң кәрәкле әйберҙәр араһында автомобиль техникаһы, дрон детекторҙары, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм төҙөлөш ҡорамалдары бар.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына республиканан татлы ярҙам барып етте

Уны архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм ата-әсәләр туплаған. Гуманитар ылауға шифалы балдан тыш, газ балондары, йылытҡыстар, дронға ҡаршы япма һәм башҡа фронтта кәрәкле бик күп әйберҙәр тупланған. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына осраҡлы ғына килмәнек, хәрби берәмек республиканың ғорурлығы тигән фекерҙә колледж директоры.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде

Бөгөн Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде. Яугирға операция Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостан филиалының клиника менән килешеүе буйынса башҡарылды. Уртаҡ проект буйынса айына бер тапҡыр хәрбиҙәргә бушлай пластик операциялар яһаласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡар иретеү станциялары тулы көскә күсә

Календарҙа ҡыш башланһа ла, көҙ китергә ашыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың коммуналь-хужалыҡ хеҙмәттәре яуым-төшөмгә әҙерләнә. Өфөләге Сәғит Агиш урамындағы ҡар иретеү станцияһының ике линияһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсерелгән. Былтыр ул 150 мең тонна йәки 7 мең йөк машинаһы ҡарҙы иреткән.
🎉1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әсә көнөндә ҡаланың клиник перинаталь үҙәгендә «Бәхет тыуҙы!» акцияһы ойошторолдо

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә был көндө сабыйҙары тыуған әсәләрҙе тантаналы шарттарҙа тәбрикләне.Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм бәләкәстәрҙе өйгә оҙатҡанда иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Өфөнән Бардыновтар ғаиләһенең өсөнсөгә улдары тыуған, улар хәҙер күп балалы ғаилә статусында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Урал» галереяһында Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, рәссам Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға орнаментализм техникаһында эшләнгән 20 картина ҡуйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы. Канал хеҙмәткәрҙәре йыл йырсыһы, шағиры, халыҡ башҡарыусыһы кеүек төрлө номинация еңеүселәрен билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында аншлаг менән үткән тамаша беренсе тапҡыр күсмә студияла эшләне.
3
Башҡортостан спортсыһы билбаулы көрәш буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы

Артур Зөлҡәрнәев Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы. Белореттан Олимпия Мәхийәнова ла алтын миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ донъя беренселегендә дүртенсегә еңеү яуланы. Фуджейра ҡалаһында үткән турнирҙа Башҡортостан көрәшселәре бөтәһе 8 миҙал менән бүләкләнде.
1
Башҡортостанда 400-гә яҡын яугирға психологик ярҙам күрһәтелгән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына реабилитация системаһы булдырылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, быйыл 2 мең ярымдан ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Яугирҙарҙы дарыу менән тәьмин итеү буйынса мониторинг алып барыла. Республика психотерапия үҙәгендә стационар ярҙам программаһы эшләй. Ул 30 көнгә иҫәпләнгән.
Башҡортостандың 8 ауылына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә

Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, Асҡын районының Дәүләт һәм Шорохов, Белореттың Ботай һәм Ҡарайылға, Йылайырҙа Яңы Александровка, Ҡариҙелдә Ураҙбахты, Тәтешлелә Танып, Шаранда Тат-Көсөк ауылдары донъя селтәренә тоташтырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сәнәғәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды

Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ябай булмаған осорҙа ла предприятиелар яңы производстволар төҙөүен дауам итә, эшмәкәрлеккә инновациялар индерелә, инвестициялар йәлеп ителә, энергия системаһы ҡеүәттәре арттырыла. Төбәктә алып барылған сәнәғәт сәйәсәте лә ил кимәлендә иң уңышлыларҙың береһе һанала. Һөнәри байрамдарын билдәләгән тармаҡ алдынғыларының фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында киләһе сюжетта.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы 55 йыллығын билдәләне

Юбилей датаһы беренсе курс курсанттарының ант биреү тантанаһы менән тура килде. 170 егет-ҡыҙға студент таныҡлығы ла тапшырылды. Ошо йылдар эсендә уҡыу йорто судно йөрөтөүсе, судно һәм электр механигы, транспорт менән идара итеүсе һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен ойоштороусы кеүек 8 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә

Республикала дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә. Шәхес иҫтәлегенә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбйәлил районы яҡташтары Фәйзрахман Шәйхетдин улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Пушкин әкиәттәре башҡорт телендә сыҡты: «Китап» нәшриәте яңы баҫма тәҡдим итте

Туған телдә яратҡан классика. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Александр Пушкиндың киң билдәле әкиәттәре башҡорт телендә донъя күрҙе. Өс мең данала нәшер ителгән баҫмаға әҙиптең биш әҫәре тупланған. Уларҙы билдәле балалар яҙыусыһы һәм драматургы Айһылыу Йәғәфәрова тәржемә иткән.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 120-нән ашыу ҡатнашыусыны берләштергән бералыш буйынса көнсығыш көрәш фестивале уҙҙы

Унда 9 федерация вәкилдәре төрлө алымдарҙы һәм техниканы башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән фестиваль Владимир Жириновскийҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде

Бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде. Төбәк етәксеһе Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияның 26-сы ултырышында ҡатнаша.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Үлемесле авария өсөн мәжбүри эш. Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Юл фажиғәһе быйыл майҙа Шамонин ауылында теркәлде. «Киа Спектра» автомобиле хужаһы юғары тиҙлектә 11 йәшлек велосипедсыны бәрҙерә. Баймаҡ районынан туғандарына ҡунаҡҡа килгән малай авария урында һәләк була. Водитель судта ғына баланың яҡындарынан ғәфү үтенә һәм бер миллион һум компенсация түләй.