БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.28K photos
9K videos
1 file
214 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республика отельерҙары һәм туризм тармағы эшҡыуарҙары фекер алышты

Осрашыу Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты ҡунаҡханаһында үтте. Һөйләшеүҙә төбәктә ҡунаҡналар эшен яҡшыртыу, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, отелдәрҙә ҡул оҫталарының даими күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йырсы Полина Гагаринанан Өфөлә йәшәүсе малайға ярҙам

Башҡортостандың халыҡ артисы 8 йәшлек Таирҙы дауалауға 2 миллион 400 мең һум аҡса күсерҙе. Таир 3 йыл лейкоз менән көрәшә. Химия терапияһы үткәрә, әммә яңынан рецидив була, хәҙер уға елек мейеһен күсереп ултыртырға кәрәк. Донорҙар донъя регистрҙары аша эҙләнә. Яҡынса сығымдар 3,5 миллион һумға барып баҫа. Сумманың өстән бер өлөшөн ғаиләнең дуҫтары һәм туғандары көсө менән йыйылған. Ҡалған өлөшөнә Полина Гагарина матди ярҙам күрһәткән, әлеге ваҡытта аҡса йыйыу тамамланған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте

Халыҡ сәсәниәһенән оҫталыҡ дәресе. Хәйбулла районында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Сара Әбеш ауылы мәктәбендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүҙән башланып, артабан мәҙәниәт йортонда дауам итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды

Бөгөн бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын яҡындары, туғандары, дуҫтары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре оҙатып ҡалды. Улар хәрбиҙәргә ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм тиҙ арала еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Көтөп алынған ялын ир-егеттәр ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Йорт эштәре, көнкүреш һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткән, осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яугирҙарға ярҙам өсөн быйыл 25 млрд һум йүнәлтелде

Ватан һаҡсыларына хәстәрлек. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль адаптация һәм реабилитация мәсьәләләренә арналған парламент тыңлауҙары үтте. Бөгөн ил һәм республика кимәлендә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса норматив-хоҡуҡи база булдырылған, был йүнәлештә ведомство-ара эш алып барыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Урал аръяғы атайҙары ҡор йыйҙы

Урал аръяғы атайҙары ҡор йыйҙы. Осрашыу Иҫке Сибай ауылында үтте. Фекер алышыуҙа тәрбиә, тормош -көнкүреш мәсьләләре күтәрелде, кәңәштәр бирелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Илдең иң шәп вожатыйы Башҡортостанда йәшәй

“Рәсәйҙең иң яҡшы вожатыйы” конкурсы финалында республиканан өс вәкил ҡатнашты. Улар 200-ҙән ашыу кеше араһынан һайлап алынған. Бөрө егете Сергей Ширяев еңеү яулаған. “Сергей һөнәренең ысын оҫтаһы булыуын иҫбат итте. Уны “Йәш йөрәктәр” Бөтә Рәсәй вожатыйҙар форумына саҡырабыҙ. Ул тиҙҙән Мәскәүҙә үтә. Бөтә белгестәрҙе еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уларҙың эше үтә лә мөһим һәм яуаплы”, - тип белдерәләр Башҡортостандың өҫтәмә белем биреү үҙәгенән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә унынсы республика музей форумы үтә

Бөгөн Өфөлә унынсы республика музей форумы үтә. Милли музейға Башҡортостандың йөҙҙән ашыу учреждениеһы вәкилдәре йыйылған. Был профессиональ диалог, тәжрибә уртаҡлашыу һәм төбәктең киләсәк музей тармағын билдәләү өсөн көстө туплау өсөн төп майҙансыҡ. Проект сессияһында ҡатнашыусылар инновацион ҡарарҙар эҙләй, командаларға бүленеп музей эшен үҫтереүҙең көнүҙәк темалары өҫтөндә эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙары Өфөлә тәжрибә уртаҡлаша

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 3-5 декабрҙә үтә. Был көндәрҙә «Торатау» конгресс-холына 2 меңдән ашыу кеше йыйыласаҡ. Рәсәйҙән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән сәйәсмәндәр һәм эшҡыуарҙар бәйләнештәр урынлаштырыу, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу һәм килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү менән шөғөлләнәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн киң йәмәғәтселек күренекле башҡорт композиторы Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры, Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар Союзы ағзаһы 88 йәшендә арабыҙҙан китте. Композиторҙың күп йыллыҡ ижадында 700-гә яҡын музыкаль әҫәр бар. Уның йырҙары Фәрит Бикбулатов, Фәнәүи Сәлихов, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова һәм башҡа артистар репертуарына ингән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Сәид Әхмәттең пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәләштерелде

Өфөлә Ташкент ҡояшы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үзбәк яҙыусыһы Сәид Әхмәттең пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәләштерелде. Донъя сәхнәләрен шаулатҡан спектаклдең премьераһы баш ҡалала ла аншлаг менән үтте. Әҫәрҙе ҡырғыҙ режиссеры сәхнәләгә ҡуйған.