Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда боҙға бәйле фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн контроллек көсәйтелде
Республикала быйыл ҡыш һуңлап килә. Ноябрҙең аҙағы яҡынлашыуға ҡарамаҫтан йылға-күлдәр туңмаған. Әммә был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Һуңғы айҙа ғына йоҡа боҙ менән бәйле бер нисә фажиғәле осраҡ теркәлгән. Күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында 1 ноябрҙән төбәктә ведомство-ара иҫкәртеү операцияһы үтә.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы өс көндә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә
Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, алдағы өс көндә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура климатик норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Төнъяҡ райондарҙа урыны менән епшек ҡар яуыуы, ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы ихтимал. Юлдарҙың айырым өлөшөндә боҙлауыҡ.

Өфөләге фатирҙарҙың береһенә йылан ингән
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Интернациональ урамындағы торлаҡ йортта йәшәүсенән шылтыратыу килгән. Хужабикә ванна бүлмәһендә бер метр оҙонлоҡтағы йылан күреүе тураһында хәбәр итә. Ул башта туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсене төрлө төҫтәге туҡыма тип уйлай. Ысынбарлыҡта иһә бүлмәлә экзотик ҡунаҡ йәшеренгән булып сыға. Ҡотҡарыусылар урынға килеп еткәс, йыланды һыуытҡыс аҫтынан сығара.

😁1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Медицина вуздарын тамамлаусыларҙың бер өлөшө генә юллама буйынса эшкә йүнәлтеләсәк
Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, киләһе йылдан маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем алған йәш белгестәр өс йылға тиклем дәүләт медицина учреждениеларында эшләргә бурыслы. Яңы ҡануниәт төбәктәрҙә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итергә тейеш. Теманың дауамы киләһе репортажда.

Өфөлә йәш психологтар форумы үтте
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған сарала буласаҡ психогтар һәм яңы эшләй башлаған белгестәр тәжрибәле коллегалары менән аралашып, клиенттарға психологик уйындар уйнатты. Һөнәри үҫеш проекты йөҙәрләгән психологты берләштерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфөлә IX махсуслаштырылған аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе сиктәрендә кулинарҙар ярышы үтте
Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән фестиваль Башҡортостандың Ауыл хужалығы тарафынан ойошторола. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 120-нән ашыу эре ойошма, фермер хужалыҡтары, сауҙа селтәрҙәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең алдынғы етештереүселәре тәжрибә уртаҡлашып, тармаҡ проблемаларын уртаға һалып һөйләште. Эшлекле осрашыуҙар, күргәҙмәнән тыш, урында республика кулинарҙары араһында айырым ярыш уҙғарылды.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ялған ҡымыҙ асыҡланды
Бейәнеке түгел, һыйыр һөтөнән. Башҡортостан һынау лабораторияһы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ҡымыҙ өлгөләренең береһе ялған булыуы асыҡланған. Тышлығында яҙылған составы дөрөҫлөккә бөтөнләй тура килмәгән. ПЦР-анализ ысулы буйынса уҙғарылған экспертиза һөҙөмтәләре тураһында репортаж.

Милли оркестр «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» гастролдәрен йомғаҡланы
Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» буйлап гастролдәре тамамланды. Аҙна дауамында ижади коллектив 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтеп, 9 ҡалала сығыш яһаны. Концерттарҙы 5 меңдән ашыу тамашасы ҡарауы билдәләнә.

👍2🔥1
Республикала 22 декабргә тиклем 670 яңы йыл ҡаласығы асыла
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, 2 меңгә яҡын шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект урынлаштырыла. “5 декабргә ҡәҙәр бина, урам, парк һәм йәмәғәт киңлектәренә байрамса уттар ҡорола. 22 декабргә бөтә ҡаласыҡтар тантаналы асылырға тейеш”, - тине ведомство етәксеһе. Башҡортостан башлығы һырғалаҡтарға техник баһа бирергә ҡушты. “Улар хәүефһеҙ булырға тейеш. Хакимиәт башлыҡтары Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт тәртибен һаҡлауға ҙур иғтибар бирергә бурыслы”, - тине Радий Хәбиров.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, 2 меңгә яҡын шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект урынлаштырыла. “5 декабргә ҡәҙәр бина, урам, парк һәм йәмәғәт киңлектәренә байрамса уттар ҡорола. 22 декабргә бөтә ҡаласыҡтар тантаналы асылырға тейеш”, - тине ведомство етәксеһе. Башҡортостан башлығы һырғалаҡтарға техник баһа бирергә ҡушты. “Улар хәүефһеҙ булырға тейеш. Хакимиәт башлыҡтары Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт тәртибен һаҡлауға ҙур иғтибар бирергә бурыслы”, - тине Радий Хәбиров.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Полиция хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсене туҡтатҡан
«КАМАЗ» рулендә эҙләүҙә булған ир ултырыуы тураһында мәғлүмәт бөтә юл-патруль хеҙмәте экипаждарына ебәрелә. Махсус система транспорт сараһын Өфө-Ырымбур трассаһында таба. Йөк машинаһына Ростов өлкәһенән 25 йәшлек ир идара иткән була. Билдәле булыуынса, 16 октябрь кис Өфөлә 68 йәшлек туғаны менән бергә эскән. Ике ир араһында низағ сығып, йәш кеше пенсионерға бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә.

Ҡыйғы районында 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Сағыр ауылындағы модулле ФАП урындағы һәм Кеҙетамаҡта йәшәүсе 360-тан ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Бында тәжрибәле фельдшер Нәзифә Рамаҙанова эшләй. Яңы учреждение медицина ярҙамын халыҡҡа яҡыныраҡ һәм уңайлыраҡ итә. Хәҙер улар бер ҡайҙа ла йөрөмәй, үҙҙәренә уңайлы ваҡытта квалификациялы дауалау һәм консультация ала.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 47 йәшлек пациентҡа уникаль операция яһалды
Ҡатындың аналығынан 3 килограммлыҡ миома алынған. Шеш ҡарындағы ете айлыҡ бала ҙурлығына тиклем үҫкән.Табиптар билдәләүенсә, бындай күләмгә шеш уртаса 10 йыл эсендә етә. Йыш ҡына миома иртә стадияларҙа билдәһеҙ үҫә.
Ҡатындың аналығынан 3 килограммлыҡ миома алынған. Шеш ҡарындағы ете айлыҡ бала ҙурлығына тиклем үҫкән.Табиптар билдәләүенсә, бындай күләмгә шеш уртаса 10 йыл эсендә етә. Йыш ҡына миома иртә стадияларҙа билдәһеҙ үҫә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хазина эҙләү мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара конференция үтте
Өфөлә «Торатау» конгресс холында «Үҙәк Евразияла хазина эҙләү күләме һәм мәсьәләне хәл итеү юлдары»на арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауҙағы археологик тәжрибә алымдары менән Рәсәй ҡалалары, күрше республикалар белгестәре һәм ғалимдары уртаҡлашты.

Башҡортостан умартасылары «Рәсәйҙе алтын балы» Бөтә Рәсәй конкурсында ете миҙал яуланы
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы Краснодар ҡалаһында «ЮГАГРО 2025» Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһе сиктәрендә үтте. Бөрө районынан Артем Черников бер юлы дүрт наградаға эйә булһа, Йәлил Хәкимов йүкә балына алтын һәм аҡһыл полифлорлы продукция менән көмөш миҙалға лайыҡ булған.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Бетеү» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» исемен алды
«Бетеү» махсус хәрби операция темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы. Игнушетияла уҙған XI «Алтын башня» халыҡ-ара кинофестивалдә «Бетеу» «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» дипломы менән бүләкләнде.
«Бетеү» махсус хәрби операция темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы. Игнушетияла уҙған XI «Алтын башня» халыҡ-ара кинофестивалдә «Бетеу» «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» дипломы менән бүләкләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡала 19 боҙ ҡаласығы һәм 150 шыршы менән йәшелләндерелә
Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөлә. Шыршылар-Ленин майҙанында һәм «Торатау» конгресс-холы янында ҡуйыла. Яңы йыл ҡаласыҡтарынан тыш, парктарҙы, скверҙарҙы һәм ихаталарҙы 150-нән ашыу йәшел ҡупшыҡай биҙәйәсәк. Өфөнөң спорт һарайы алдындағы майҙанда ла бейеклеге 22 метрлыҡ пиксель шыршыһы ҡуйылды.
Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөлә. Шыршылар-Ленин майҙанында һәм «Торатау» конгресс-холы янында ҡуйыла. Яңы йыл ҡаласыҡтарынан тыш, парктарҙы, скверҙарҙы һәм ихаталарҙы 150-нән ашыу йәшел ҡупшыҡай биҙәйәсәк. Өфөнөң спорт һарайы алдындағы майҙанда ла бейеклеге 22 метрлыҡ пиксель шыршыһы ҡуйылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды
Был хаҡта бөгөн Мәскәүҙә милли спорт премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан иттеләр. Еңеүсе статуэткаһын республика башлығы Радий Хәбиров илдең спорт министры Михаил Дегтярев ҡулынан алды. «Спортты үҫтереүгә өлөш индергән иң яҡшы төбәк» номинацияһында күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырған субъекттар бүләкләнә. Төбәктә уҙғарылған ярыштар, ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр һаны, берлектә финанслау күләме баһалана.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы предприятиеһы яңы етештереү линияһын йыя
Ул торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Эрстед» компанияһы алюминий профилдәренән быяла конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә. Быға тиклем республиканың төрлө объекттары, шул иҫәптән, «Әр-Рәхим» мәсете өсөн дә тәҙрәләр етештергән.
Ул торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Эрстед» компанияһы алюминий профилдәренән быяла конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә. Быға тиклем республиканың төрлө объекттары, шул иҫәптән, «Әр-Рәхим» мәсете өсөн дә тәҙрәләр етештергән.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Беренсе Моҡас ауылына зәңгәр яғыулыҡ килеп етте
Һуңғы 3 йылда райондың15-се тораҡ пункты «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү» программаһы буйынса газға тоташтырылды.
Һуңғы 3 йылда райондың15-се тораҡ пункты «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү» программаһы буйынса газға тоташтырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республика отельерҙары һәм туризм тармағы эшҡыуарҙары фекер алышты
Осрашыу Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты ҡунаҡханаһында үтте. Һөйләшеүҙә төбәктә ҡунаҡналар эшен яҡшыртыу, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, отелдәрҙә ҡул оҫталарының даими күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде.
Осрашыу Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты ҡунаҡханаһында үтте. Һөйләшеүҙә төбәктә ҡунаҡналар эшен яҡшыртыу, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, отелдәрҙә ҡул оҫталарының даими күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йырсы Полина Гагаринанан Өфөлә йәшәүсе малайға ярҙам
Башҡортостандың халыҡ артисы 8 йәшлек Таирҙы дауалауға 2 миллион 400 мең һум аҡса күсерҙе. Таир 3 йыл лейкоз менән көрәшә. Химия терапияһы үткәрә, әммә яңынан рецидив була, хәҙер уға елек мейеһен күсереп ултыртырға кәрәк. Донорҙар донъя регистрҙары аша эҙләнә. Яҡынса сығымдар 3,5 миллион һумға барып баҫа. Сумманың өстән бер өлөшөн ғаиләнең дуҫтары һәм туғандары көсө менән йыйылған. Ҡалған өлөшөнә Полина Гагарина матди ярҙам күрһәткән, әлеге ваҡытта аҡса йыйыу тамамланған.