БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.28K photos
8.96K videos
1 file
214 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Йыл педагогы-2025» конкурсының муниципаль еңеүсеһе билдәле булды

2025 йылдың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының иң яҡшы педагогы республика конкурсы алдынан тармаҡ уңғандары тәүҙә муниципалитеттарҙа асыҡлана. Баймаҡтан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Линара Хәсәнова муниципаль кимәлдә үткән һөнәри конкурсы еңеүсеһе булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлөлә гәзит-журналдарға яҙылыусылар көнө үтте

Матбуғат байрамын район хакимиәте ярҙамында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторҙо. Мәҙәниәт йортонда республикала донъя күргән гәзит- журнал уҡыусылары, журналистар һәм мөхәррирҙәр йыйылды. Сара алдынан уҡыусылар киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ташламалы хаҡҡа яҙылып, бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша алды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында «Ош пеледыш» марый халыҡ ансамбленең 35 йыллығына арналған юбилей концерты үтте

Ош пеледыш- аҡ сәскә мәғәнәһен аңлата. Район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ижади төркөм марый халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Ансамблде ҡотларға Краснокама, Баҡалы райондары, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре килде. Марый халҡы мәҙәниәте, йолаларын һаҡлап йәшәүселәр махсус хәрби операцияға гуманитар ылау йыйыуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Яңы йыл байрамдарын хәүефһеҙ ойошторорға ҡушты

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарын хәүефһеҙ һәм йөкмәткеле ойоштороу-мөһим бурыс. Төбәк башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә байрамдарҙы ойоштороу өсөн яуаплы ведомстволар алдында ошондай йөкләмә ҡуйҙы. Шулай уҡ киләһе йылға республика бюджеты үтәлеше, ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мәсьәләләре ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Думаһы делегацияһы Башҡортостан тәжрибәһен Рәсәйгә өлгө тип атаны

Республикала граждандар йәмғиәте көслө, уңышлы тәжрибәләрҙе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу мөһим. Был турала Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Дәүләт думаһы депутаты Яна Лантратова билдәләне. Бөгөн Дәүләт думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты делегацияһы эш сәфәре менән Башҡортостанда булды. Улар Өфө хосписы, Көрәш һарайы, вуз-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Эшлекле программа Яна Лантратова рәйес иткән комитеттың күсмә ултырышы менән тамамланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡкүл заказнигы инспекторҙары ҡышҡы шарттарҙа йәнлектәрҙе һаҡлауҙы көсәйтә

Башҡортостанда 27 дәүләт тәбиғәт заказнигы, 217 айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе бар. Унда эшләүсе инспекторҙар ҡырағай хайуандар популяцияһын һаҡлауға һәм арттырыуға булышлыҡ итә.Ҡыш миҙгелендә заказниктарҙа мал аҙығы майҙансыҡтары ойошторола.Беҙҙаң ижади төркөм Аҡкүл дәүләт заказнигы инспекторы менән бергә ҡырағай ҡош-кейектәр йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» Ольга Занко менән осрашты

Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» Башҡортостан бүлексәһе ҡатнашыусылары хәрәкәте рәйесе, Дәүләт думаһы депутаты Ольга Занко менән осрашты. Быйыл Бөтә Рәсәй проектына 10 йыл тулды. Илһөйәрлек йүнәлешендә эшләгән ойошма илдә иң ҙурҙарының береһе һанала һәм әлеге ваҡытта уның составында төрлө йәштәге миллиондан ашыу кеше бар. Республикала «Еңеү ирекмәндәре» алдынғы йәмәғәт хәрәкәте иҫәпләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Йыл деканы исеменә лайыҡ булды

Рәсәй профессорҙар йыйылышының дөйөм милли премияһы менән бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте. Наталья Кудашкина Башҡорт дәүләт медицина университетының фармацевтика факультетын етәкләй һәм фармакогнозия һәм ботаника кафедраһы менән етәкселек итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе итеп Алмас Әмиров һайланды

Бындай ҡарар Союздың унынсы съезы сиктәрендә ҡабул ителде. Уның эшендә Башҡортостандың барлыҡ театр коллективтарынан 90 делегат, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин менән Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алмас Әмиров күпселек делегаттарҙың хуплауын яуланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Китап» нәшриәтендә ике яңы балалар китабының исем туйы үтте

Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында Земфира Аҡбутинаның«Йәйғорло йыл» һәм Наилә Хәмбәлиеваның «Сыңлай гәлсәр ҡыңғырау» исемле китаптарының исем туйы уҙҙы.
Сарала яҙыусыларҙың ҡәләмдәштәре, уҡыусылар ҡатнашты. Әҙәбиәт байрамында авторҙарҙан шиғри күстәнәстәр, балалар өсөн конкурстар, уйындар ойошторолдо,
👍1
Республикала юлдар тәртипкә килтерелә

Стәрлетамаҡ-Белорет- Магнитогорск юлы төҙөкләндерелә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы башҡарыла. Трассаны ремонтлауға 247 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был участкала иҫке асфальт-бетон япма яңыртыла, юл ситтәрен нығытыла һәм билдәләр ҡуйыла. Республикала быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы 740 саҡрымға яҡын юл ремонтлана.
Башҡортостан Милли спорт премияһына дәғүә итә

Дәүләт наградаһы спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға өлөш индереүселәрҙе берләштерә. Республика Хөкүмәте вице-премьеры, спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, 27 ноябрҙә еңеүселәр билдәләнә. Быйыл конкурсҡа 3 номинация буйынса эштәр тәҡдим ителгән. Улар араһында “Рәсәйҙең спорт обьекты” премияһына Фехтование үҙәге индерелгән. Башҡортостан уҙған йылда тәүге өс "Илдең иң яҡшы спорт төбәге" исемлегенә инде. Семен Елистаров иң яҡшы спортсы тип билдәләнде.
Дәүләт Думаһында үҫмерҙәрҙең питбайкын тартып алыу юлдары ҡарала

Парламентта балаларға бындай төр транспортты һатыуға бәйле закон проекты тикшерелә. “Питбайктарҙы спорт мәктәбенән белешмә булғандарға ғына һатыу хуплана. Үҫмерҙәр мотоциклда махсус майҙансыҡтарҙа ғына йөрөргә тейеш”, - тип белдерә депутаттар. Быйыл республикала авто- йәки мототранспорт рулендә 2 мең үҫмер тотолған. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫерек булған. Дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерәләр. Транспорт менән идара иткән балалар ҡатнашлығында 70-кә яҡын авария теркәлгән, 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда “Рулгә ултырма, малай” тигән кампания ойошторолдо.