БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.27K photos
8.93K videos
1 file
214 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы артиллеристары һөнәри байрамын билдәләне

Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнөндә яуҙа батырлыҡ күрһәткән яугирҙар бүләкләнде. Байрам табынына тәмле былау бешерелде.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш ирекмәндәре фронтҡа сираттағы гуманитар ылауҙы әҙерләй

Тыуған яҡ үләндәренән бешерелгән сәй яугирҙары йылыта ла, рухландыра ла, ти Стәрлебаш районы Ҡабыҡыуыш ирекмәндәре. Ауыл халҡы ике йылдан ашыу фронтҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Маскировка селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек туплай. Сираттағы гуманитар ылау декабрҙә юлға сығасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыла ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде

Район тулайым продукция күләме буйынса республикала 4-се урында. «Родина» мәҙәниәт һарайында үткән тантанала ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары тәбрикләнде. Улар араһында «Ҡадир» хужалығы эшсәндәре лә бар. Ике йыл элек булдырылған ойошма бер нисә йүнәлеш буйынса үҫешә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө күҙ институтында күреүҙе тергеҙеүҙең яңы консерватив алымдары үҙләштерелә

Күреү һәләтен тергеҙеүҙә заманса алымдар. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында пациенттарҙы консерватив юл менән дауалау ысулдары үҙләштерелә башлаған. Медицина учреждениеһында ҡулланылған терапия мөмкинлектәре һәм ауырыуҙарҙың тәьҫораттары тураһында репортаж.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы

Бөгөн Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы. Һөнәри бәйгелә баш ҡалала эшләүсе 42 педагог ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яңы туристик локация асылды

«Торатау» Конгресс-Холында урынлашҡан майҙансыҡта ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән таныша ала. Шулай уҡ бында оҫталыҡ дәрестәрен дә ойоштороу ҡаралған.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында йәшәүсе оҫта тал сыбығынан үҙенсәлекле йыһаздар һәм сәнғәт әҫәрҙәре эшләй

Ауырғазы районы Вязовка ауылында тал сыбыҡтарынан мөғжизәле йыһаздар тыуҙырыусы оҫта йәшәй. Алексей Спиридоновтың ижади эштәре йорттарҙы биҙәй.
🥰21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында ауыл хужалығы эшсәндәренә яңы йорт асҡыстары тапшырылды

«БашкирАгроинвест» предприятиеһында эшләүсе 12 ғаилә торлаҡлы булды. Йәрми ауылындағы комплекс артабан тағы ла киңәйтеләсәк. Урындағы халыҡ өсөн юлды төҙөкләнедереү ҙә күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Ҡаҙағстанға 5 мең 800 баш юғары продуктив тоҡомло сусҡа оҙатыу планлаштырылған

Әлегә уларҙың тәүге партияһы барып еткән. Башҡорт ит компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө министрлыҡ-ведомстволар менән берлектә экспорт йүнәлешен йәнләндереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылған. Производствола ҡулланылған алдынғы технологиялар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы 95 йыллығын билдәләй

Бер быуатҡа яҡын юбилейын муниципалитет үҫеш юлында ҡаршылай. Әле ул ауыл хужалығы өлкәһендә алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала. Ә уның тырыш халҡы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу өсөн беренсе реаль хөкөм сығарылды

Файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу өсөн беренсе реаль хөкөм ҡарары. Экологик енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр 9 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарарын Өфөнөң Киров районы суды сығарҙы. Ғәйепләнеүселәр 2019-2020 йылдарҙа Баймаҡ районында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен тупаҫ боҙған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙы ойоштора. Зыян күләме 68 миллиард һум менән баһалана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияға йомғаҡ яһалды

Проект балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Профилактик акция барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике меңдән ашыу үҫмерҙең рулгә ултырыуын асыҡлап, административ эш ҡуҙғатҡан. Быйыл питбайк һәм башҡа ике тәгәрмәсле транспорт сараларын һатып алыу 11 тапҡырға артҡан. Үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләренең етерлек кимәлдә хәбәрҙар булмауы мөһим проблема булып тора, тиелде Дәүләт автоинспекцияһы ойошторған матбуғат конференцияһында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ветерандары госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн шарттар тикшерелде

Өлгөлө дауахана: бында махсус хәрби операция яугирҙары ғына түгел, уларҙың туғандары ла дауалана. Был турала Рәсәй Геройы Владимир Сайбель белдерҙе. Махсус хәрби операция яугиры Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендәге булдырылған шарттар менән танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай

Бөгөн Ер шарының төрлө ҡитғаларында телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Был көн 29 йыл элек булдырылған. Хәҙерге ысынбарлыҡта тормошто зәңгәр экранһыҙ, төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарһыҙ һәм яңылыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында был өлкәлә йөҙҙәрсә кеше хеҙмәт итә. Ә яңылыҡтарҙа эшләүселәр һәр ваҡыттағыса һөнәри байрамын эш урынында билдәләй. Кадр артында ниҙәр бар?
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған уникаль күргәҙмә асылды

Тарихҡа табан алтын күпер. Ошо исем аҫтында бөгөн Башҡортостандың Милли музейында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияға әҙиптең шәхси әйберҙәре, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәр, хатта, баҫтырылмаған романдар сығарылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телеканалында тиҙҙән «Матур фатир» проекты эфирға сыға

Проектта махсус хәрби операция ветерандарының 3 йәштән 14 йәшкәсә балалары ҡатнаша ала. Улар яугир атаһы тураһында һөйләп уны видеояҙма рәүешендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһына «Минең атайым» конкурсына ебәрергә тейеш. Видеояҙмалар башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Ун еңеүсе һайлап алынып улар йәшәгән фатирҙың бүлмәһендә ремонт яһаласаҡ. Проектта Өфө һәм Өфө районында йәшәүселәр ҡатнаша ала. Был-ремонт яһаясаҡ эшҡыуарҙарҙың талабы. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.