БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.27K photos
8.92K videos
1 file
214 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзына яңы етәксе

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Рәшиҙә Солтанова үҙ теләге менән рәйес вазифаһында эшмәкәрлеген тамамланы. Отчет-һайлау конференцияһында ул үҙе етәкселегендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Делегаттар отчетты ҡабул итеп, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насированы бер тауыштан рәйес итеп һайланы.Рәшиҙә Солтанованың рәйес вазифаһын ҡалдырыуы ҡатын-ҡыҙҙар союзы тормошонда мөһим этаптың тамамланыуы. Уның 28 йыллыҡ хеҙмәте, халыҡсан, ғәҙел, ярҙамсыл булыуы һәм лидерлыҡ сифаттары республиканың йәмәғәт тормошонда яҡты эҙ ҡалдырҙы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы фермеры Салауат Мостафин «Хезмәт итәм» премияһына дәғүә итә

«Хеҙмәт итәм». Иглин районы Келәш ауылында эшләүсе фермер Салауат Мостафин «Хеҙмәт итәм» бөтә Рәсәй муниципаль премияһына дәғүә итә. Ул «Салауат янында» ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштроусы. Эргәһенә ил азатлығы өсөн көрәшеүсе һалдаттарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер теләктәштәрҙе туплаған. Еңеүҙе яҡынайтыусы ирекмәндәр һәм уларҙың етәксеһе менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының исем туйы үтте

«Еңеү ҡайтыр атай менән». «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимованың махсус хәрби операция яугирҙарына арналған китабы шулай тип атала. Яңы баҫманың исем туйы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырғыҙ-Миәкәлә легендар Керчь аты хаҡында йәнһүрәт күрһәтелде

Йәнһүрәт аша балалар тарихты өйрәнә. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының «Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто»нда «Керчь» ҡушаматлы легендар атҡа арналған мультипликация фильмының премьераһы үтте.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дамир Тайыпов Шәйехзада Бабич премияһына тәҡдим ителде

Мауыҡтырғыс һәм бәрхәт. Уның тауышы төбәктә иң танылғандарының береһе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир Тайыпов Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителде.
Бындай ноталарҙы алыу уға ауырлыҡ тыуҙырмай. Дамир Тайыпов бала сағынан тиерлек вокал менән шөғөлләнә. Ул Рәсәй һәм халыҡ-ара музыкаль конкурстарҙың даими ҡатнашыусыһы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында хәрбиҙәр ғаиләләре өсөн ярҙам клубы эшләй

Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү-дәүләтебеҙҙең өҫтөнлөклө бурысы. Хәйбулла районында был йүнәлештә ҙур эш алып барыла. Изге миссияға шулай уҡ бөтә ауыл биләмәләре, ойошмалар, битараф булмаған халыҡ һәм ирекмәндәр ҙә ҡушылған. Быйыл шулай уҡ төбәктә махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн клуб ойошторолған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта яралы яугирҙарҙы госпиталгә алып барған поезд туҡтаны

Санитар составтың ҡала аша үтәсәген урындағы халыҡ бер-береһенә хәбәр итә.
Перронға меңдән ашыу кеше килә. Поезд тимер юл станцияһында туҡтағандан һуң, кешәләр пассажирҙарға йылы әйберҙәр, күстәнәстәр һәм посылкалар тапшыра. Ватанды һаҡлаусыларға килтерелгән әйберҙәр һаны шул тиклем күп була, яралыларҙы оҙатып барыусылар бөтә ярҙамды ла ҡабул итә алмай. Шуға ла гуманитар йөк перронда ҡабул ителә. Тупланған ылау һуңынан махсус хәрби операцила ҡатнашыусы яугирҙарға ебәрелә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 69-cы белем биреү үҙәгендә Рөстәм Әхмәҙуллин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды

Өфөнөң 69-cы белем биреү үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Рөстәм Әхмәҙуллин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды. Ҡаһарман яҡташыбыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң, төҙөлөш өлкәһе буйынса урта һөнәри белем алған. Әрменән һуң Өфө предприятиеларында эшләгән. Мобилизацияның тәүге көндәренән үк Ватан һағына баҫҡан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
35 йыл хеҙмәт: «Смерч» отряды республика именлеген һаҡлай

35 йыл закон һәм тәртип һағында. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең махсус тәғәйенләнештәге «Смерч» отряды шунса ваҡыт республика халҡының тыныслығын яҡлай. Подразделениеның шәхси составы енәйәт-башҡарыу системаһы объекттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә, шул уҡ ваҡытта улар йыш ҡына хәрби бурыстарҙы ла үтәй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йырсы, йәмәғәт эшмәкәре, «Юлдаш» радиоһы продюсеры Илнур Рамазанов, үҙе әйтмешләй, «ауыр баласаҡ кисергән». Ысынмы-юҡмы?

«Дуҫтар» проектының яңы сығарылышында белербеҙ! 21 ноябрь сәғәт 23:00 БСТ каналында!
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашты

Транспорт форумы сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашты. Яҡтар республикала торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағылышлы проекттар буйынса фекер алышты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан республикала торлаҡ йылдам төҙөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты. Яҡтар төбәк өсөн әһәмиәтле бер нисә проектты тикшерҙе. Тәү сиратта Өфө дәүләт циркының яҙмышы. Киләһе йылда бинала ремонт башланыр тип көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә студенттар менән осрашты

Республикала тыуып үҫкән йәштәр менән аралашыу «Яҡташ» мәғариф форумы сиктәрендә ойошторолдо. Төбәк башлығы Радий Хәбиров яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы артиллеристары һөнәри байрамын билдәләне

Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнөндә яуҙа батырлыҡ күрһәткән яугирҙар бүләкләнде. Байрам табынына тәмле былау бешерелде.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш ирекмәндәре фронтҡа сираттағы гуманитар ылауҙы әҙерләй

Тыуған яҡ үләндәренән бешерелгән сәй яугирҙары йылыта ла, рухландыра ла, ти Стәрлебаш районы Ҡабыҡыуыш ирекмәндәре. Ауыл халҡы ике йылдан ашыу фронтҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Маскировка селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек туплай. Сираттағы гуманитар ылау декабрҙә юлға сығасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыла ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде

Район тулайым продукция күләме буйынса республикала 4-се урында. «Родина» мәҙәниәт һарайында үткән тантанала ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары тәбрикләнде. Улар араһында «Ҡадир» хужалығы эшсәндәре лә бар. Ике йыл элек булдырылған ойошма бер нисә йүнәлеш буйынса үҫешә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө күҙ институтында күреүҙе тергеҙеүҙең яңы консерватив алымдары үҙләштерелә

Күреү һәләтен тергеҙеүҙә заманса алымдар. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында пациенттарҙы консерватив юл менән дауалау ысулдары үҙләштерелә башлаған. Медицина учреждениеһында ҡулланылған терапия мөмкинлектәре һәм ауырыуҙарҙың тәьҫораттары тураһында репортаж.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы

Бөгөн Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы. Һөнәри бәйгелә баш ҡалала эшләүсе 42 педагог ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яңы туристик локация асылды

«Торатау» Конгресс-Холында урынлашҡан майҙансыҡта ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән таныша ала. Шулай уҡ бында оҫталыҡ дәрестәрен дә ойоштороу ҡаралған.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында йәшәүсе оҫта тал сыбығынан үҙенсәлекле йыһаздар һәм сәнғәт әҫәрҙәре эшләй

Ауырғазы районы Вязовка ауылында тал сыбыҡтарынан мөғжизәле йыһаздар тыуҙырыусы оҫта йәшәй. Алексей Спиридоновтың ижади эштәре йорттарҙы биҙәй.
🥰21