БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.89K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре йәнә яуға юлланды

Тыуған ерҙә көс туплап. Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре йәнә яуға юлланды. Йола буйынса, «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға Ватан һаҡсыларының яҡындары, дуҫтары, власть һәм хәрби комиссариат вәкилдәре килде. Республика етәкселеге был юлы ла яугирҙарға уңайлы автобустар бүлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрбиҙәр өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды

Хәрбиҙәр эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды. Утыҙҙан ашыу кеше уҡыуға ғариза биргән. Психологтар, эшҡыуарҙар һәм педагогтар ярҙам саралары, табышлы эште дөрөҫ алып барыу ҡағиҙәләрен аңлата.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Степной ауылында Герой улдар тәрбиәләгән әсәләргә арналған кисә уҙҙы

Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары тәбрикләнде. Махсус хәрби операция хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн оло һынау. Кисәлә ошо ауыр йөктө үҙ иңдәрендә күтәреүселәр хөрмәтенә йылы һүҙҙәр әйтелде. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең уйҙары һәм кисерештәре менән уртаҡлашты
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмере өсөн дауаханаларҙа көн дә көрәш бара

Бөгөн-Халыҡ-ара етлекмәй тыуған балалар көнө. Статистика мәғлүмәттәре буйынса донъяла һәр унынсы сабый ваҡытынан алда тыуа. Бер килогамм ауырлыҡ та йыйып өлгөрмәгән балаларҙың сәләмәтлеге, тәү сиратта, табиптарҙың тынғыһыҙ, фиҙәҡәр хеҙмәте һәм ата-әсә һөйөүенән нығый. Йәшәргә ынтылыштары көслө булған кескәйҙәр тураһында киләһе яҙмала
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында мәктәп баскетбол лигаһының муниципаль этап турниры уҙҙы

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң көслө баскетболсылар тип Әбделкәрим менән Темәс ауылдары командалары танылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бахрейн менән дин-ара һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса диалог ҡуйылды

Заман геосәйәсәте шарттарында традицион дин үҙәктәре менән әүҙем диалогты һаҡлап ҡалыу мөһим, тине Радий Хәбиров Бахрейн Короллегенең ислам эштәре буйынса Юғары совет президенты Абдулрахман бин Мөхәммәт бин Рашид Әл Хәлифә менән осрашыуҙа.
Сит ил вәкиле «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: Бер өммәт-бер яҙмыш» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашыу өсөн килгән. Яҡтар иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ислам форумы: Радий Хәбиров Тәлғәт Тажетдинды мәғрифәт хеҙмәте өсөн бүләкләне

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт- уртаҡ яҙмыш» XVI халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның пленар ултырышында ҡатнашты. Мәскәү ҡалаһының ислам мәҙәниәте, фән һәм мәғарифты хуплау фонды ярҙамы менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторған сараға донъя төбәктәренән диндарҙар йыйылды. Күләмле форум Тәлғәт Тажетдиндың Шәйех-ул-ислам, Юғары мөфтөй һәм Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайланыуына 45 йыл тулыуға арналды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үзбәкстандың туҡыма етештереү предприятиеһы Өфөлә үҙ кибетен асты

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең башы ғына. Бөгөн Үзбәкстандың туҡыма етештереү предприятиеһы Өфөлә үҙ кибетен асты. Көндәлек ҡулланышҡа тәғәйенләнгән тауарҙар магазинын асыу тантанаһында республика етәкселеге һәм Наманган өлкәһе хакимы урынбаҫары Окибжон Инамов та ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров йәш педагогтар менән осрашып, мәғарифтағы яңы бурыстарҙы билдәләне

Мәғариф өлкәһен кадрҙар менән тәьмин итеп, инфраструктураны үҫтереү-республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Мин-киләсәк педагогы» слетында ҡатнашҡан йәш уҡытыусылар, педагогия университеты һәм колледж студенттары менән осрашып, уларҙы борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында Илназ Ғәниев иҫтәлегенә Герой партаһы асылды

Шаран районы Түбәнге Зәйет төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ошо белем усағын тамалаусы махсус хәрби операция яугиры Илназ Ғәниев иҫтәлегенә Герой партаһы асылды. Илназ Ғәниев махсус хәрби операцияға 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған булған. «Ганджик» ҡушаматлы яугир Донецк халыҡ республикаһында 1219-сы мотоуҡсылар полкы уҡсыһы вазифаһында хәрби бурысын үтәй. Ҡыҙғанысҡа, былтыр августа батырҙарса һәләк була.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Розалиә Солтангәрәеваның юбилей кисәһе үтте

Яҡшылыҡ нуры. Төрлө быуын тамашасылары өсөн сәнғәт һәм илһам байрамы. «Башҡортостан» концерт залында халыҡ сәсәне, фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәеваның юбилейы һәм ярты быуатлыҡ ижадына арналған театрлаштырылған тамаша уҙҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт драма театры Ҡазандағы гастролдәрен уңышлы тамамланы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҡазанда бер аҙналыҡ гастролдәре тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ижади сәфәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм «Росконцерт» тарафынан тормошҡа ашырылған «Ҙур гастролдәр» федераль проекты сиктәрендә үтте. Ошо уҡ ваҡытта Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сығыш яһаны. Ике республиканың да алдынғы ижади коллективтары тамашасыларға репертуарҙағы иң уңышлы спектаклдәрен тәҡдим итте.
👍2🥰1