Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡазан ҡалаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды
Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды. Татарстандың баш ҡалаһында ижади аҙналыҡ Таңсулспан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле менән асылды. Спектакль Ғәлиәскәр Камал театрының тарихи сәхнәһендә ҡуйыла, артабан бөтә спектаклдәр ҙә яңы, заманса майҙансыҡта үтәсәк.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Рәсәйҙең Алтын ҡулсаһы» буйлап гастролгә сыға
15-23 ноябрҙә Башҡорт оркестры Тәүге тапҡыр Сергиев Посады, Переславль-Залесский, Бөйөк Ростов, Иванов, Углич, Суздаль һәм Владимирҙа сығыш яһай. Гастроль Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ-Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә үтә.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Яуыз китап» балалар фильмының ябыҡ премьераһы үтте
Төп ролдәрҙе йәш актерҙар-«Яңы донъя» театр һәм кино студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡара. Сюжет буйынса төп герой ҡурҡыныс хикәйәле китап уҡый һәм шул тиклем уның эстәлегенә мауыға, хатта персонаждарҙы күрә башлай. Фильмдың иң төп мәғәнәһе, артыҡ ҡурҡыуға бирелһәң улар терелә башлай.

👍2
Республика йәштәре федераль гранттар ала
Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың гранттар конкурсында бишенсе урын алған. Был турала Республика йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. Башҡортостандан 7 проект еңеп сыҡҡан. Республика йәштәре 4 миллион 151 мең һумлыҡ ярҙам ала. Беҙҙең республика бындай конкурстарҙа ҡатнашыусылар буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә. 2024 йылда беҙҙең йәштәр 80 миллион һумға яҡын федераль ярҙамға ирешкән.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға бокс буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе ҡайтты
Октябрскиҙан Азалия Әминева Ереванда үткән континенталь ярышта беренсе урын яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 йәшкә тиклемге спортсылар араһында уҙған финалда яҡташыбыҙ Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан кластерҙар үҫеше рейтингында илдә беренселекте алды
Башҡортостан кластерҙар үҫеше кимәле буйынса ил төбәктәренең тәүге Милли рейтингында беренсе урын яуланы. Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика башлығы Радий Хәбировҡа диплом һәм еңеүсе Кубогы тапшырылды. Конкурс төбәк иҡтисадының конкурентлығын арттырып, ярҙам сараларын камиллаштырыу һәм кластерҙар сәйәсәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан кластерҙар үҫеше кимәле буйынса ил төбәктәренең тәүге Милли рейтингында беренсе урын яуланы. Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика башлығы Радий Хәбировҡа диплом һәм еңеүсе Кубогы тапшырылды. Конкурс төбәк иҡтисадының конкурентлығын арттырып, ярҙам сараларын камиллаштырыу һәм кластерҙар сәйәсәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Андрей Жижин менән осрашты
Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә Радий Хәбиров Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Андрей Жижин менән осрашты. Яҡтар яңы проекттарға ярҙам мәсьәләләрен тикшерҙе. Фонд директоры ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне һәм Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүҙең әһәмиәтен билдәләне.

Тура линия мөрәжәғәте һөҙөмтәһе — Михайловка мәктәбенә яңы спорт залы булыуы ихтимал
Физкультура дәрестәре-коридорҙарҙа үтә. Әбйәлил районы Михайловка ауылында бер нисә йыл спорт залы ябыҡ. Экспертизаға ярашлы иҫке бина авария хәлендә тип табылған. Урындағы халыҡ Башҡортостан башлығы менән Тура линия барышында Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп спорт залды төҙөкләндереүҙе һораны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Һәр мөрәжәғәт иғтибарҙа — тура линия барышында 8 меңдән ашыу һорау ҡабул ителде
Һәр мөрәжәғәткә-яуаплы ҡараш. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар билдәләүенсә, Радий Хәбиров һәр һорауға тулы һәм йөкмәткеле яуап ҡайтарҙы. Шунда уҡ яуаплы органдарға, урындағы үҙидаралыҡтарға киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йөкләмәләр бирелде.

Өфөлә «Онкопатруль» проекты сиктәрендә уникаль операция үткәрелде
Республика клиник онкология диспансерында «Онкопатруль» проекты сиктәрендә уникаль операция үткәрелде. Мәскәүҙән килгән хирург күкрәк биҙе яман шешен яңы ысул менән алып ташланы. Яңы технология ҡатмарлы сирҙән интегеүсе гүзәл заттарға ағзаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
Республика клиник онкология диспансерында «Онкопатруль» проекты сиктәрендә уникаль операция үткәрелде. Мәскәүҙән килгән хирург күкрәк биҙе яман шешен яңы ысул менән алып ташланы. Яңы технология ҡатмарлы сирҙән интегеүсе гүзәл заттарға ағзаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә оҙатыусы эттәр мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә яңы мөмкинлектәр аса
Тормошта ла тоғро дуҫ менән. Өфөлә күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙе оҙатыусы эттәр ярҙамында тулы тормош алып барыуға йүнәлтелгән инклюзив йәмғиәт проекты эшләй башланы. Президент Гранттары фонды буйынса ойошторолған сарала 30 эттең хужаһы табылған. Ошо маҡсатта Мәскәүҙән махсус белгес тә саҡыртыла.

Республика хөкүмәте тура линиянан һуң эш планын аныҡланы
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бындай саралар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирә. Күтәрелгән темалар хөкүмәт эшмәкәрлеге өсөн көнүҙәк. Андрей Назаров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, инвестиция, юлдар, йәмәғәт транспорты, инновацион иҡтисад үҫеше өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. - Инвестицияны 800 миллиард һумға еткереү маҡсаты ҡуйылды. Киләһе йылда М-12 федераль трассаһын һалғанда зыян килгән юлдарҙың бер өлөшөн ремонтлайбыҙ. Федераль программа буйынса автобустар алыу планлаштырыла. Инновацион иҡтисад үҫешендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара студнеттар кампусы ҙур роль уйнаясаҡ. Был ҡуйылған бурыстарҙың бер өлөшө генә, - тине премьер-министр.

Өфө ҡотҡарыусылары ерҙә ятҡан әйберҙәрҙе алмаҫҡа кәңәш итә
Аҡса, йә уйынсыҡтарға ҡыҙығырға ярамай. Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсәләр балаларына яңы хәүеф тураһында аңлатырға тейеш. Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә ерҙә ятҡан 10 һумлыҡ аҡсаны алырға теләгән малай йәрәхәтләнде. Купюраға шартлатҡыс беркетелгән булған. Бала дауаханаға оҙатылған, уға бер нисә операция эшләнгән.

Башҡортостан предприятиелары федераль ярҙамдың 40 процентын алды
Башҡортостандың рейтингтағы алдынғы позициялары кластерҙар һанына ғына түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенә лә бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Предприятиелар берләшмәләре яҡшы бәйләнеш булдырырға, уларға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә һәм федераль финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл
Башҡортостандың рейтингтағы алдынғы позициялары кластерҙар һанына ғына түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенә лә бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Предприятиелар берләшмәләре яҡшы бәйләнеш булдырырға, уларға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә һәм федераль финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай
Еңеү өсөн. Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай. Махсус хәрби операция башланғас та Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе маскировка селтәрҙәре үрергә тотона. Тәүҙә ҡул аҫтындағы туҡымаларҙы ҡулланһалар, һуңғараҡ гүзәл заттар оҫтара. Әле мәктәп райондың «Еңеү үрәбеҙ» ирекмәндәр клубына ҡушылып, дронға ҡаршы юрған, маскировка костюмдары әҙерләү менән шөғөлләнә.

Өфөлә Һаҙый Арыҫланов исемендәге журналистар конкурсы лауреаттары билдәләнде
Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле журналист Һаҙый Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле журналист Һаҙый Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт балалар баҡсаһында туған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәр
Өфөлә 51-се башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса проекттар Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында әүҙем тормошҡа ашырыла. Тыуған телде һаҡлауға ҡоролған дәрестәр ете модуль буйынса үткәрелә. Бынан тыш балалар баҡсаһына башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фондынан тел өйрәнеүҙә ҡулланыу өсөн 5 төрлө уйын тапшырылған.Тел һағында торған тәрбиәселәр һәм һәләтле балалар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.