Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм иҫкәртегеҙ. «Торатау» конгресс-холының ултырыштар залында террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Осрашыу Японияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылыуҙың 80 йыллығына,икенсе донъя һуғышы тамамланыуына һәм Буденовскиҙа теракттың 30 йыллығына ла арналды.

Заманса шарттарҙа белем һәм һаулыҡ: Буранғол ауылында социаль объекттар сафҡа индерелде
Белем алыуға заманса шарттар. Капиталь ремонттан һуң Әбйәлил районы Буранғол ауылында интернат, балалар баҡсаһы, табип амбулатрияһы файҙаланыуға тапшырылды. Инвестор, яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәте ярҙамында асылған социаль обьекттар хаҡында репортаж.

🥰2👍1
“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында 400 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә
Документ юл буйы сервисын һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә ҡағыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыуға ярҙам итә. Форум бөгөндән 6 сентябргә тиклем Сибай ҡалаһында уҙа. Унда илдең ундан ашыу төбәгенән, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.

Республикала "Башҡорт аты” фестивалендә яңы фильм менән таныштырыу була
“Башҡорт аты- Башҡортостан бренды” документаль фильмының ҡыҫҡа варианты күрһәтелә. Кинокартинала төбәктә йылҡысылыҡтың үҫеше сағылдырыла. Фильмда был тармаҡ менән шөғөлләнеүселәр, ғаилимдар, ҡымыҙ бешеүселәр, тире эшкәртеү оҫталары, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, ат спортын үҙ итеүселәр ҡатнаша. "Башҡорт аты” фестивале 6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында ойошторола. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» асылды
Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара етенсе тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы -Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре.

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән майҙандарҙың 45 процентын йыйып алған
Республикала урып-йыйыу кампанияһы дауам итә. Ауыл эшсәндәренә ямғыр һәм тупраҡтың артыҡ дымланыуы ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре баҫыуҙарҙан уңышты мөмкин тиклем тиҙерәк йыйып алырға һәм иген киптереү комплекстарына ебәрергә тырыша. Уларҙың береһе Дәүләкән районында урынлашҡан.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта яугир балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттеләр
Яугир балаларына-бүләк. Баймаҡ районында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәләк булған иптәштәренең балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итте.
Яугир балаларына-бүләк. Баймаҡ районында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәләк булған иптәштәренең балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир ирекмәндәр менән осрашты
Иглин районында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Добрый» ҡушаматлы яугир ауылдың ирекмәндәр штабы ағзалары һәм агроколледж студенттары менән осрашты.
Иглин районында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Добрый» ҡушаматлы яугир ауылдың ирекмәндәр штабы ағзалары һәм агроколледж студенттары менән осрашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында еңеү яулаған спортсыларҙы бүләкләнеләр
Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында уңышлы сығыш яһаған Башҡортостан йыйылма командаһын бүләкләү тантанаһы үтте. Дзержинский ҡалаһында уҙған ярышта илдең 14 субъектынан 130 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашҡан. Ир-егеттәр волейбол, атыу, пауэрлифтинг, бысаҡ ырғытыу һәм өҫтәл теннисы буйынса көс һынашҡан.

Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү кимәле 30 процент тәшкил итә
Күләмле реконструкция парк биләмәһенең тарихи өлөшөн һаҡлап, тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл майҙа башланған эш дауам итәсәк. Парк биләмәһе ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әлеге мәлдә биләмәнең йәшеллек фонды яңыртыла.
Күләмле реконструкция парк биләмәһенең тарихи өлөшөн һаҡлап, тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл майҙа башланған эш дауам итәсәк. Парк биләмәһе ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әлеге мәлдә биләмәнең йәшеллек фонды яңыртыла.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында «Һуғыш балалары» фотокүргәҙмәһе асылды
Уны «Тарихи хәтер» партия проекты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов ойошторҙо. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән быуынға арналған күргәҙмәлә илде һәм республиканы тергеҙеүгә өлөш индергән замандаштарҙы күрергә мөмкин.
Уны «Тарихи хәтер» партия проекты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов ойошторҙо. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән быуынға арналған күргәҙмәлә илде һәм республиканы тергеҙеүгә өлөш индергән замандаштарҙы күрергә мөмкин.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибай ҡалаһында «Инвестиция һабантуйы» асылды
Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» асылды. Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара етенсе тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы-Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре.

Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша
Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Төбәк этабын уңышлы үткән Стәрлетамаҡтың 29-сы, Өфө районы Булгаков ауылының «Ҡанатлан» мәктәбе, шулай уҡ Өфөнөң 115-се гимназияһы Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Республика уҡыусыларының туҡланыуы тураһында репортаж.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә
Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Көйһөҙләнгән һауа торошо Башҡортостанда бер тәүлек тирәһе күҙәтеләсәк. Атап әйткәндә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙәр тирәһенән иртәге ошо ваҡытҡа тиклем урыны менән ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, йүнәлешен үҙгәртеүсән. һауа температураһы көндөҙ 11, 16, төндә 21, 26 градус тирәһе йылы күрһәтә. Юлдарҙың айырым өлөшөндә күреү мөмкинлеге сикләнә. Быға бәйле төнгө сәғәттәрҙә автоһәүәҫкәрҙәргә тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә.

Сәхнә уттарынан яу утына: «Шамсик» тарихы
Хәҙер ул бейемәй, әммә башҡаларҙы бейетә ала. Дошмандар ҙа хәҙер беҙҙең көйгә баҫа, ти элекке Сибай театр-концерт берекмәһе бейеүсеһе, хәҙерге «Шамсик» ҡушаматлы яугир. 90 -сы танк дивизияһының 428-се полкы мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итеүсе кесе лейтенант һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы менән Айнур Кәбиров осрашты.

Башҡортостан йәмәғәтселеге Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты
Башҡортостан йәмәғәтселеге Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль хирург-онколог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты. Рәшит Баҙыҡов Республика онкология хеҙмәтен булдырыу башында тора.
Башҡортостан йәмәғәтселеге Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль хирург-онколог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты. Рәшит Баҙыҡов Республика онкология хеҙмәтен булдырыу башында тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында ғилми форум үтте
Өфө «Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төбәктең экологик тотороҡлоғона индергән өлөшө» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ҡабул итте. Сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән форум Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының 95 йыллығына ла арнала.
Өфө «Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төбәктең экологик тотороҡлоғона индергән өлөшө» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ҡабул итте. Сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән форум Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының 95 йыллығына ла арнала.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсе курстарҙы студент тормошона ҡабул итеү тантанаһы үтте
Сарала юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарынан 5 меңләп егет-ҡыҙ ҡатнашты. Йәштәрҙе тормоштағы яңы статустары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе үҙенең студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып, рәсми рәүештә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә фәтиха һүҙҙәрен еткерҙе.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура төҙөүгә өҫтәмә федераль ярҙам аласаҡ
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Тәбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Кәңәшмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслек итте. Көн тәртибендә төбәктәрҙең коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү-шул иҫәптән Өфө аръяғын һыу селтәрҙәре менән тәьмин итеү өсөн казначей кредиттарын алыуға заявкалары ҡаралды.

“AY YOLA” фольклор төркөмө Сибайҙа сығыш яһай
Унда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Бөгөн ҡаланың 70 йыллығы билдәләнә. Халыҡты тәбрик итергә килгән артистар араһында популяр төркөм дә бар. Улар “Сибай: 70 йыл һәр кемдең йөрәгендә” тигән тамашала ҡатнаша. Мәҙәни программа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 11-гә тиклем дауам итә. Унда балалар коллективтары, бейеү ансамблдәре, эстрада йырсылары сығыш яһай.

Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлы ремонтланды
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай районында - өс һәм Тәтешле районында бер участка тәртипкә килтерелде. "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бөтәһе 13 километр төҙөкләндерелде. -Был юл Башҡортостан һәм Пермь крайын тоташтыра. Көн һайын унан 3 меңдән ашыу машина үтә, - тип белдерәләр ведомствонан.