БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8.02K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь Проспектында 25-се йылылыҡ магистрале ремонтлана

Эшселәр иҫке торбаларҙы һәм бетон плитәләрҙе алмаштыра. Хеҙмәтләндереү ваҡыты 25 йылға иҫәпләнгән. Төҙөкләндереү эштәрен киләһе айҙа тамамлау планлаштырылған. Инженер инфраструктураның яңырыуы баш ҡала үҙәге һәм көньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе йылы һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүт сифатын яҡшырта.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда вейптар һатылыу тулыһынса тыйылыуы ихтимал

Шыйыҡсаны йылытып, һулау өсөн аэрозолгә әйләнгән препарат никотин бәйлелеге тыуҙыра. Йөрәк тибеше йышая, ҡан баҫымы күтәрелә һәм мейе үҫешенә кире йоғонто яһала. Быйыл Рәсәйҙә вейптар һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы тәҡдим иткән закон проекты индерелде. Ҡануни башланғыс шыйыҡсаны үҫмерҙәргә һатыуҙы кәметеүҙе күҙаллай.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы уҡыу йылы алдынан Балаҡатай районында педагогтарҙың август кәңәшмәһе уҙғарылды

Муниципалитеттың мәғариф системаһына 43 учреждение ҡарай. Коррекция мәктәп-интернаты һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы ла-улар иҫәбендә. Белем усаҡтарында Шайморатов кластары уңышлы эшләй, балалар баҡсаларында ла кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү эше яйға һалынған. Август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар илһөйәрлек күргәҙмәһе менән таныша алды, майҙанда төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районы үҙәгенең иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеһында быйыл йәй ремонт үткән

Яңы уҡыу йылына балалар баҡсалары ла әҙерләнә. Асҡын районы үҙәгенең иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеһында быйыл йәй ремонт үткән. 2015 йылда сафҡа ингән 2-се балалар баҡсаһының ҡыйығы яңыртыла, аҙыҡ блогы өсөн канализация селтәре һуҙыла.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» конкурсы үтә

«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсы үтә. Быйыл илдең 31 төбәгенән 232 ҡатнашыусы заявка ҡалдырғайны. Финалға 19 бәйгесе сыҡҡан. Бүләкләү фонды 1 миллион һум тәшкил итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Зәбир Теүәлев Баймаҡ районында ижади йорт-музей булдырҙы

Республикала билдәле пейзаждар төшөрөүсе рәссам, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зәбир Теүәлев Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында булдырылған йорт-музейҙа шәхсән экскурсиялар ойоштора.Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Республика Башлығы Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы

Унда министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Белем көнөндә, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау барышында хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. - Барлыҡ мәғариф учреждениелары тикшерелде. Террорға ҡаршы эш яҡшыра. Әммә был өлкәне айырым контролдә тоторға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. 1 сентябрҙә Башҡортостанда 500 меңдән ашыу уҡыусы мәктәпкә бара. 14-ендә берҙәм тауыш биреү көнөндә 256 һайлау учаскаһында тауыш биреү ойошторола.
👍1
Республика Башлығы Радий Хәбиров Воскресенск кафедра соборы төҙөлөшөн ҡараны

Был объект Спорт һарайы янында урынлашҡан. Ҡорам төҙөлөшө 2003 йылда башлана. 2007 йылда эштәр туҡтатыла, бинаны консервациялау тейешенсә башҡарылмай. Уҙған йылдың декабрендә төҙөлөштө дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. - Республикала ике ҙур дини объект - "Әр Рәхим" мәсете һәм Воскресенск соборын төҙөп бөтөү буйынса ғәҙел һәм мөһим эш алып барабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ

Башҡортостан мәҙәниәт учреждениеларында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт Советы ултырышында хәбәр итте. Йылына бер тапҡыр ойошторолған Совет йыйылышында «Музалар тауышы. Башҡортостан» китабы исем туйы үтте. Радий Хәбиров республика мәҙәниәте, ижадына тоғро хеҙмәт иткән һөнәрмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсының Гала-концерты үтте

Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсының Гала-концерты үтте. Башҡортостан башлығы башланғысы, Республика Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарылған сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүгә арналды. Сараның почетлы ҡунаҡтары легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы. Унда профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты.
Эшлекле осрашыу барышында Белем көнөн байрам иткәндә, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Республика йортонда Ырымбур хәрби казак йәмғиәте атаманы Игорь Цыганов менән осрашты

Эшлекле һөйләшеү барышында Башҡортостанда казак хәрәкәтен үҫтереү һәм үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Игорь Цыганов билдәләүенсә, республикала 333 казак иҫәпләнә, улар Ырымбур хәрби казак йәмғиәте составына ҡарай. Араларында махсус хәрби операция яугирҙары, гуманитар миссияларҙа ҡатнашыусылар ҙа бар.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе умартасы махсус хәрби операцияға башҡорт балы ебәрә

Алғы һыҙыҡҡа ул 200 килограмдан ашыу татлы ризыҡ оҙатҡан. Николай Васильев-хәрби бәрелештәр тураһында ишетеп кенә белмәй, шуға күрә яугирҙарға ярҙам итеүҙе изге бурыс тип һанай. Умартасы менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
3👎1
"Юлдаш" радиоһы юбилейы киң билдәләнә

Радий Хәбиров ошо турала бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, "Башҡортостан телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәте "Юлдаш" радиоканалының 25 йыллығына арналған сараларҙы ойоштороу комитеты булдырыла. "Юлдаш" радиоһы 2000-се йылдың 25 сентябренән эшләй.
“Башҡорт аты” фестивалендә балалар майҙансыҡтары булдырыла

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамда ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн уйындар ҡаралған. Улар уҡ атыу ярышында көс һынаша, ағас һындарҙы буяуҙа ҡатнаша ала. Шулай уҡ бейеү флешмобы үтә. Бынан тыш, көйәнтә менән йүгереү, таяҡ тартыш, ҡаршылыҡтар аша уҙыш, көршәк ватыу була. Халыҡ-ара сара 6 сентябрҙә Баймаҡ районында үтә.
Башҡортостанда сит телдә алтаҡталарҙы тыйыуҙары мөмкин

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, беҙҙең ҡалаларҙа Рәсәйҙең тел суверенитеты һәм мәҙәни-тарихи мираҫы сағылырға тейеш. - Урам рекламаһында ят һүҙҙәрҙе саманан тыш ҡулланыу ҡала мөхитенең милли үҙенсәлеген юя. Заманса иҡтисади талаптар һәм мәҙәни мираҫы һаҡлап ҡалыуҙа баланс кәрәк, - тине спикер. Сит һүҙҙәрҙе сикләү буйынса закон проекты әҙерләнгән, ул парламентта көҙгө сессияла ҡарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы семинар-ултырыш башланды

Башҡортостанда Рәсәй Эшке эстәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге етәкселәренең коррупцияға ҡаршы семинар-ултырышы үтә. Ике көн дауам итәсәк семинарҙа ҡатнашыусы белгестәрҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөләге Воскресенский кафедраль соборы төҙөлөшө барышы менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Воскресенский кафедраль соборы төҙөлөшө барышы менән танышты. Төбәк етәксеһе «Воскресенский собор» Хәйриә фондының икенсе ултырышында ҡатнашты. Сиркәүҙең төп залында эшселәр электр тәьминәте системаһын һәм янғын сигнализацияһын монтажлай, стеналар штукатурлана, көмбәҙ нығытла, стилабот менән миһрап өлөшөнә гидроизоляция уҙғарыла.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
621-се дивизион яугирҙары Покровск йүнәлешендә һөҙөмтәле һуғыша

621-се гаубица-артиллерия дивизионында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Покровск йүнәлешендә дошман нығытмаларын тар-мар итә. Мобилизацияланған яугирҙар теүәл атыу менән пилотһыҙ осоу апараттары асыҡлаған нацистар тупланған ерҙе юҡ итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала еңел сәнәғәттә тауар етештереү күләме һуңғы 6 йылда бер ярым тапҡырға артҡан

Бөгөн был тармаҡта өс йөҙҙән ашыу төрлө предприятие бар. Улар балалар өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәре, көнкүреш химияһы һәм уйынсыҡтар етештерә. Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереүгә сит ил брендтарының баҙарҙан китеүе ниндәй йоғонто яһаны. Был турала киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һуҡыр балалар өсөн спектаклдәр күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булды

Театрҙың баш режиссёры Ольга Шәрәфетдинова менән актриса Светлана Имаметдинова Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте тарафынан ойошторолған курстарҙы тамамлап, квалификацияны камиллаштырыу сертификаты алған. Тифлокомментаторҙар һуҡырҙар йәки күреү һәләте сикләнгән кешеләр ҡатнашҡан төрлө сараларҙа эшләйәсәк. Шул иҫәптән күргәҙмә проекттары, спектаклдәр һәм театр буйлап экскурсияларҙы оҙатасаҡ. Бының өсөн махсус текстар әҙерләнгән.
1