БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Курск» һәләкәтенә-сирек быуат

«Курск» һәләкәтенә-сирек быуат. Атом һыу аҫты кәмәһе 25 йыл элек Баренц диңгеҙе төбөнә китә, һөҙөмтәлә 118 диңгеҙсенең ғүмере өҙөлә. Уларҙы иҫкә алыу саралары Рәсәйҙең төрлө төбәктерендә үтте. Өфөләге Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында иһә тыныс тормошта ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙға бағышланған күргәҙмә асылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан табиптарына остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнәсәк

Башҡортостанда табиптар остазлыҡ эше өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ, шулай уҡ отпусканы ла оҙайтыу мөмкинлегенә эйә буласаҡтар. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы педагогик эшкә булышлыҡ итеү тураһындағы килешеүгә төҙәтмәләр индерҙе. Яңылыҡ федераль ҡануниәттең үҙгәреүе менән бәйле. Документҡа ярашлы, республикала тәүге тапҡыр остазлыҡ эше өсөн өҫтәмә түләү индерелә. Ул эш хаҡының 15 процентынан да кәм булмаясаҡ.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә электр самокаттар хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде

Ҡайһы бер парк һәм скверҙарҙа бөтөнләй йөрөп булмаясаҡ. Самокаттар үҙенән үҙе һүнәсәк. Шулай уҡ 149 юл киҫелеше һәм 19 йәмәғәт биләмәһендә шәхси мобиль сараларының максималь тиҙлеге автоматик рәүештә кәмейәсәк. Электр самокаттар өсөн тағы ла ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Ҡәтғи сараларҙың әһәмиәте тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районында 150 меңдән ашыу иген урып-йыйыу күҙаллана

Бынан тыш, төбәк аграрийҙары урта сортлы кәбеҫтә алыуға ла төшкән. Йәшелсәлек эшен урында Османовтар ғаиләһе алып бара. Улар был тармаҡта 2000 йылдар башынан махсуслашҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Асыл» мәктәп үҙидаралығы лидерҙарының беренсе республика слеты үтте

«Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры базаһында ойошторолған өс көнлөк интенсивҡа Өфө, Сибай, Бәләбәй, Белорет, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан һәм Хәйбулла районынан иң яҡшы командалар саҡырылғайны. Улар төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм квест уйындарында ҡатнашыуҙан тыш, мәҙәни сараларға ла йәлеп ителде.
1
Рәсәй һәм Америка президенттары араһында осрашыу файҙалы булды

Был турала Владимир Путин белдерҙе. - Рәсәй һәм Америка етәкселәре 4 йылдан ашыу осрашманы. Был ҙур ваҡыт. Уҙған йылдарҙа ике арала мөнәсәбәттәр һалҡын һуғыш йылдарынан һуң иң түбән кимәлгә төштө. Был беҙҙең илдәр һәм донъя өсөн яҡшы түгел, - тине Рәсәй етәксеһе. Дональд Трамп белдереүенсә, Украиналағы хәлдәрҙе көйләүҙең ҡайһы бер өлкәләре буйынса уртаҡ фекер юҡ, әммә килешеү төҙөү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Владимир Путин һәм Дональд Трамп Аляскала осрашты. Һөйләшеү өс сәғәткә яҡын барҙы. Ике ил башлыҡтарының киләһе осрашыуы Мәскәүҙә үтеүе ихтимал.
3
Башҡортостан спортсыһы һыбайлы көрәш буйынса турнир еңеүсеһе

"Ауҙарыш" тигән уйындар Татарстандың Арса районында үтте. Баймаҡтан Вилдан Яманғолов алтын миҙал яуланы. Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Ярыштарҙа Башҡортостан, Удмурт, Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары, Пенза, Ульяновск, Липецк өлкәләре, Төмән, Мәскәү, Санкт-Петербург вәкилдәре ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Алтын Урҙа осорондағы ҙур кәсепселек үҙәге табылды

Башҡортостандың ысынлап та Евразия йөрәге икәнлеген беҙҙең археологтар яҡшы белә. Республика биләмәһендә улар төрлө дәүерҙең хайран ҡалырлыҡ артефакттарын таба, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте эшҡыуарҙар менән йәнле аралашыуҙы дауам итә

Гигабайтлап электрон хаттар менән түгел, ә йәнле аралашыу. Республика хөкүмәте сираттағы тапҡыр урындағы эшҡыуарлыҡ даирәләре менән аралашты. Был юлы министрҙар кабинеты десанты Бөрйән районына барҙы. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге эшлекле осрашыуҙа районға хас бизнес алып барыу мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡты киңерәк йәйелдереүгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлилдә балалар өсөн яңы спорт майҙансығы асылды

Социаль яуаплы инвесторҙан күп функциялы спорт майҙансығы. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән «Ирәндек»спорт-һауыҡтырыу лагерында күп функциялы яңы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда онкология сирен үткәргәндәр өсөн фотопроект ойошторолдо

«Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ». Рәсәйҙә онкология сире диагнозы ҡуйылған пациенттарҙың психологик һәм эмоциональ хәлен яҡшыртыу маҡсатында даими рәүештә фототерапия уҙғарыла. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә бер нисә йыл рәттән социаль проектта ҡатнаша. Сираттағы фотосессияға төрлө район-ҡалаларҙан 17 кеше саҡырылғайны. Эш процесында улар үҙҙәренең мәкерле сирҙе еңеү тарихы менән дә таныштырҙы.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө студенттары Санкт-Петербургта халыҡ-ара ярышта өсөнсө урын яуланы

Вуз-ара кампусының юғары уҡыу йорто-резиденты командаһы Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара ярышта уңышлы сығыш яһаны. Рәсәй, Ҡытай һәм Төркиәнең алдынғы техник университеттарынан торған ике тиҫтәләп инженер команда үҙ ҡулдары менән йыйған болидтарын тәҡдим итте. «Электр болид» класындағы дөйөм иҫәп йомғаҡтары буйынса «Угату рейсинг» командаһы өсөнсө урын яуланы.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Затон биҫтәһендә «Хужа эҙләйем» тип исемләнгән хәйриә акцияһы үтте

Бөтә донъя йортһоҙ хайуандар көнөнә арналған сара баш ҡалала һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо. Акция барышында «Тулҡын» мәҙәниәт һәм ял паркында приюттарҙан килтерелгән бер нисә эткә яңы хужалар табылды. Битараф булмағандар дүрт аяҡлыларға ашамлыҡтар һәм дарыуҙар ҙа килтерҙе.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Байрам өҫтәле урынына ирекмәнлек ғәмәле

Шаран районы Йәрәмкә ауылында йәшәгән Илзиә һәм Нурмөхәмәт Күсмөхәмәтовтар зөбәржәт туйҙарын махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҡаҡ ҡойоп уҙғарған. 55 йыл татыу ғүмер иткән бәхетле парға ярҙамға ата-әсәһен ҡотларға ҡайҡан балалары па килгән.
13