БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡъярҙа «Хәйбулла-шоу» район йәштәр концерт программалары конкурсының Гала-концерты үтте

Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында «Хәйбулла-шоу» район йәштәр концерт программалары конкурсының Гала-концерты үтте. Быйылғы сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.
👍21
Башҡортостанда мутлашыусыларҙың балаларҙы алдау осрағы арта

Эске эштәр министрлығынынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьский ҡалаһында 9 йәшлек малай онлайн уйынға әүрәп "бушлай приз" тигән һылтанмаға инә. Уны әсәһенең банк картаһын фотоға төшөрөп ебәрергә күндергәндәр. Картанан 250 мең һум юҡҡа сыҡҡан. Ошоға оҡшаш хәл Бәләбәйҙә булған. 9 йәшлек ҡыҙ арзан уйын валютаһы алырға теләп әсәһенең телефонынан QR-кодты асҡан, банк иҫәбенән шулай уҡ 250 мең һум аҡса юғалған.
1
Башҡортостанда катер етештереүҙе яйға һалырға тәҡдим иттеләр

Республика үҫеш корпорацияһы инвесторҙар өсөн бизнес-идея әҙерләгән. Уға ярашлы, Ағиҙел ҡалаһында бәләкәй суднолар төҙөләсәк. Бының өсөн 200 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. - Бөгөн судно төҙөү сәнәғәтенә дәүләттән ҙур ярҙам бүленә. Эске туризм үҫеше лә тармаҡҡа ҡеүәт бирә. Ағиҙелдә тиҙҙән йылға порты яңыртыла. Бында суднолар етештереүҙе яйға һалыу инвестор һәм муниципалитет өсөн әһәмиәтле буласаҡ, тип белдерҙе корпорацияның генераль директоры Наиль Ғәббәсов. Башҡортостан үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттары үтәлешенә һәр төрлө ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып бара.
Башҡортостанда тәжрибә уртаҡлашыусы табиптарға өҫтәмә аҡса түләнә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре профсоюзы педагогик эшмәкәрлек буйынса килешеүгә төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы, остазлыҡ өсөн окладтың кәмендә 15 проценты күләмендә аҡса түләнәсәк. Шулай уҡ остазлыҡ, фәнни эшмәкәрлек, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу, студенттарҙың практикаһы менән шөғөлләнеүсе табиптар һәм урта медицина персоналы 56 көнгә тиклем отпуск алырға хоҡуҡлы була. Төҙәтмәләр федераль ҡануниәткә үҙгәреш индерелеүгә бәйле ҡабул ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән-Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күперҙе ремонтлау тамамланыу алдында

Төҙөкләндерелгән объект сентябрҙә асыласаҡ тип күҙаллана. Ремонт ваҡытына транспорт хәрәкәте светофор менән көйләнә һәм бер һыҙат аша ғына рөхсәт ителә. Республика буйынса барлығы 19 күперҙә ремонт эштәре дауам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бәләкәй хужалыҡтар өсөн заманса күмәртә-логистика үҙәге булдырылған

Платформа үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырылған. Мокроусов ауылындағы объект республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә. Йәлеп ителгән аҡсаларҙың дөйөм күләме 338 миллион һум.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Кинйәбулат ауылында йәшәүселәр-алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың ышаныслы тылы

Маскировка селтәрҙәре үреү, юрған тегеү, окоп шәмдәре эшләү булһынмы, шәхси посылкалар әҙерләүме-һәр кем гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙемлек күрһәтә. Ирекмәндәр мәктәп бинаһында эшләй. Септә өсөн барлыҡ материалдар урындағы халыҡ йыйған аҡсаға һатып алына. Умартасылар ҙа ярҙамһыҙ ҡалдырмай, махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә бал продукцияһы оҙатыла. Төрлө һөнәр эйәләре Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Айҙар Шәриповтың «Курум» китабының исем туйы Өфөлә үтте

Тормошҡа ижади ҡараш. Өфөлә БСТ каналы телеоператоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Айҙар Шәриповтың «Курум» тип исемләнгән яңы китабы исем туйы үтте. Хикәйә ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған.
1👍1
Өфө уҡыусыһы Экология буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша

93-сө лицейҙан София Салангина Рәсәй йыйылма командаһына йәлеп ителде. Интеллектуаль бәйге 13-20 сентябрҙә үтә. Олимпиада ике этапта уҙғарыла. Тәүҙә командалар теория һорауҙарына яуап бирә. Унан һуң лабораторияла оҫталығын күрһәтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Полиэф» предприятиеһын 40 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров «Полиэф» заводы коллективын, ветерандарын, Благовещен ҡалаһы халҡын предприятие юбилейы менән тәбрикләне. Ҡотлау һүҙҙәрен ул социаль селтәрҙәрендә яҙған. 40 йыл элек, 1985 йылда Башҡорт производство берекмәһенең «Химволокно» дирекцияһы ойошторола. Хәҙер уны «Полиэф» тип беләбеҙ.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙа йәшәүсе Ғәлимә Исмәғилева өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итә

Сибайҙа йәшәүсе Ғәлимә Исмәғилева өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә. 90 йәшлек юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнгән ханым маскировка селтәрҙәре үреп, йылы ойоҡбаштар бәйләй. Уның атаһы Нурислам Хәмитов Бөйөк ватан һуғышы ветераны булған. Тормош иптәше Ваһап Исмәғилев һуғыш йылдарында Берлинға тиклем барып етеп аҙаҡ Япония һуғышында ҡатнашҡан. Бөгөн Ғәлимә Исмәғилева махсус хәрби операциянан өс ейәнен көтә, шуға ла ватан һаҡсыларына ярҙам итеү эшенән ситтә ҡалмай.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Курск» һәләкәтенә-сирек быуат

«Курск» һәләкәтенә-сирек быуат. Атом һыу аҫты кәмәһе 25 йыл элек Баренц диңгеҙе төбөнә китә, һөҙөмтәлә 118 диңгеҙсенең ғүмере өҙөлә. Уларҙы иҫкә алыу саралары Рәсәйҙең төрлө төбәктерендә үтте. Өфөләге Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында иһә тыныс тормошта ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙға бағышланған күргәҙмә асылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан табиптарына остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнәсәк

Башҡортостанда табиптар остазлыҡ эше өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ, шулай уҡ отпусканы ла оҙайтыу мөмкинлегенә эйә буласаҡтар. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы педагогик эшкә булышлыҡ итеү тураһындағы килешеүгә төҙәтмәләр индерҙе. Яңылыҡ федераль ҡануниәттең үҙгәреүе менән бәйле. Документҡа ярашлы, республикала тәүге тапҡыр остазлыҡ эше өсөн өҫтәмә түләү индерелә. Ул эш хаҡының 15 процентынан да кәм булмаясаҡ.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә электр самокаттар хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде

Ҡайһы бер парк һәм скверҙарҙа бөтөнләй йөрөп булмаясаҡ. Самокаттар үҙенән үҙе һүнәсәк. Шулай уҡ 149 юл киҫелеше һәм 19 йәмәғәт биләмәһендә шәхси мобиль сараларының максималь тиҙлеге автоматик рәүештә кәмейәсәк. Электр самокаттар өсөн тағы ла ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Ҡәтғи сараларҙың әһәмиәте тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районында 150 меңдән ашыу иген урып-йыйыу күҙаллана

Бынан тыш, төбәк аграрийҙары урта сортлы кәбеҫтә алыуға ла төшкән. Йәшелсәлек эшен урында Османовтар ғаиләһе алып бара. Улар был тармаҡта 2000 йылдар башынан махсуслашҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Асыл» мәктәп үҙидаралығы лидерҙарының беренсе республика слеты үтте

«Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры базаһында ойошторолған өс көнлөк интенсивҡа Өфө, Сибай, Бәләбәй, Белорет, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан һәм Хәйбулла районынан иң яҡшы командалар саҡырылғайны. Улар төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм квест уйындарында ҡатнашыуҙан тыш, мәҙәни сараларға ла йәлеп ителде.
1
Рәсәй һәм Америка президенттары араһында осрашыу файҙалы булды

Был турала Владимир Путин белдерҙе. - Рәсәй һәм Америка етәкселәре 4 йылдан ашыу осрашманы. Был ҙур ваҡыт. Уҙған йылдарҙа ике арала мөнәсәбәттәр һалҡын һуғыш йылдарынан һуң иң түбән кимәлгә төштө. Был беҙҙең илдәр һәм донъя өсөн яҡшы түгел, - тине Рәсәй етәксеһе. Дональд Трамп белдереүенсә, Украиналағы хәлдәрҙе көйләүҙең ҡайһы бер өлкәләре буйынса уртаҡ фекер юҡ, әммә килешеү төҙөү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Владимир Путин һәм Дональд Трамп Аляскала осрашты. Һөйләшеү өс сәғәткә яҡын барҙы. Ике ил башлыҡтарының киләһе осрашыуы Мәскәүҙә үтеүе ихтимал.
2
Башҡортостан спортсыһы һыбайлы көрәш буйынса турнир еңеүсеһе

"Ауҙарыш" тигән уйындар Татарстандың Арса районында үтте. Баймаҡтан Вилдан Яманғолов алтын миҙал яуланы. Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Ярыштарҙа Башҡортостан, Удмурт, Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары, Пенза, Ульяновск, Липецк өлкәләре, Төмән, Мәскәү, Санкт-Петербург вәкилдәре ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Алтын Урҙа осорондағы ҙур кәсепселек үҙәге табылды

Башҡортостандың ысынлап та Евразия йөрәге икәнлеген беҙҙең археологтар яҡшы белә. Республика биләмәһендә улар төрлө дәүерҙең хайран ҡалырлыҡ артефакттарын таба, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте эшҡыуарҙар менән йәнле аралашыуҙы дауам итә

Гигабайтлап электрон хаттар менән түгел, ә йәнле аралашыу. Республика хөкүмәте сираттағы тапҡыр урындағы эшҡыуарлыҡ даирәләре менән аралашты. Был юлы министрҙар кабинеты десанты Бөрйән районына барҙы. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге эшлекле осрашыуҙа районға хас бизнес алып барыу мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡты киңерәк йәйелдереүгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлилдә балалар өсөн яңы спорт майҙансығы асылды

Социаль яуаплы инвесторҙан күп функциялы спорт майҙансығы. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән «Ирәндек»спорт-һауыҡтырыу лагерында күп функциялы яңы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды.
2